Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Апрель 2025, 13:53

Ағас ултырт - тирә-яҡ йәшелләнһен!

Бөгөн район үҙәгенең "Әкиәт" майҙансығы тағы ла күркәмләнде - бында туя ағастары ултыртылды.

Ағас ултырт - тирә-яҡ йәшелләнһен!
Ағас ултырт - тирә-яҡ йәшелләнһен!

"Йәшел Башҡортостан" акцияһының был юлы үҙенсәлекле, айырым мәғәнәле үтеүе унда ҡатнашыусылар өсөн бик иҫтәлекле, тулҡынландырғыс булды. Иҫәнғолдоң иң әүҙем һәм хөрмәтле ир-егеттәре улдары менән тирә-яғыбыҙҙы йәшелләндереүгә ҙур өлөш индерҙе. Туя ағастарын нәҡ улар ултыртты ла инде. Атайлы-уллылар хәрби кейемдә булыуы бөгөнгө сараға йәм, мәртәбә өҫтәне. Илһөйәрлек тап шулай тәрбиәләнә лә.
Сарала ҡатнашыусыларға Нәжип һәм Нурсолтан Юлдашбаевтарҙың патриотик йыры, Айгиз һәм Азиз Түләбаевтарҙың өҙҙөрә баҫып бейеүҙәре, Әмир Мәһәҙиевтың тасуири итеп шиғыр һөйләүе байрам кәйефе, күтәренке рух өҫтәне.
Әйткәндәй, һәр үҫентегә махсус QR-код беркетелде. Уның буйынса үтеп, ағасты ултыртыусы ғаиләнең фотоһын ҡарарға, улар тураһында мәғлүмәт уҡырға мөмкин буласаҡ.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас