Ә аусының аҙымдары еңел: гүйә аяҡ аҫтындағы ҡырсын таштарҙы ҡыштырҙатып океан ярына иртәнге күнекмәгә сыҡҡан. Шлемына беркетелгән видеокамера “кешегә һунарҙы” төшөрөп бара. Пальмалар аҫтында, төнгө океанға текләп, хәмер уртлай-уртлай, дуҫтарын көнләштереп һөйләргә хәтәр мажара... Ул ҡорбанын талсыҡтырып, “тиреһен боҙмай” ғына тереләй алырға ниәтләй, шуға күрә ашыҡмай: “урыҫҡа һунар”ҙың һәр минутынан кинәнес ала. Шуныһы йәл: ҡорбаны ҡарт айыу һымаҡ килбәтһеҙ, әгәр пантера һымаҡ сос, төлкөләй хәйләкәр, арыҫлан һымаҡ хәүефле булһа, фильм ҡыҙығыраҡ булыр ине. Хәйер, “айыу” дошмандарына ҡаршы ҡаһарман торҙо, автоматында патрондары бөткәнгә тиклем ҡамауҙан йырып сығырына өмөтөн юғалтманы. Тик бушҡа ғына. Күп тә үтмәҫ, ул һөрлөгөп йөҙтүбән барып төшөр. Шул саҡ аусы автоматы менән төрткөләп, уны салҡан әйләнергә мәжбүр итер, аяғы менән түшенә баҫыр, ә камера мәрхәмәт ялбарған ҡыҙғаныс күҙҙәрҙе эре планда төшөрөп алыр. “Veni, vidi, vici”! Килдем, күрҙем, еңдем! Был тамашаға шундай атама бирергә булыр ине!
Ә яугир үҙенә һунарҙың ахыры етеп килгәнен аңлай. Тирә-яҡта атыш һирәгәйҙе. Тимәк, дошман әҙерләгән тоҙаҡ ныҡлап томаланды. Хәйер, һалдат һаман һайлай ала: әсирлек йә үлем! Хурлыҡлы әсирлеккә ҡарағанда үлем – ҡотолоу. Ә ҡотолоу яҡын – ҡул һуҙымында. Тик ҡаймыҡҡан яурын бәләкәй сумкалағы һуңғы гранатаны алырға ирек бирмәй, һәлберәп торған ҡулдың көсө юҡ. Пуля, брониктан үтмәһә лә, ҡаты имгәткән. Шуға күрә бер минутҡа ғына, хатта яртыһы ла баштан ашҡан, туҡтап аулаҡта ҡалырға кәрәк. Саҡ ҡына... Саҡ...
Күҙ ҡырыйы менән тыҡрыҡты абайланы. Аяҡтар шунда ҡайырылды. Эргәлә янып торонбаштары ғына ҡарайып ҡалған йорт, баҡсала снаряд ярсыҡтары сәрпәкләгән ағастар, ҡойма ҡалдығы... Ҡойма бейек түгел, бил тәңгәле. Башында бер ниндәй ҙә уй юҡ яугирҙең, ә кәүҙәһе тартылған кереш һымаҡ көсөргәнеп үҙен-үҙе шул ҡойма аша ырғыта. Ҡоймаға һыйынып сумкаһын ҡапшай. Ҡалтыранған бармаҡтары менән асырға маташҡан арала, аусы килеп тә еткән: өҙөк-өҙөк һулышы ишетелә, аяҡ аҫтында быяла ярсығы, кирбес ватыҡтары шығырҙай. Яп-яҡын, ауыр, уҡшытҡыс еҫе борҡой – амфетамин, ахыры. Арыу-талыу белмәүенең сәбәбе шунда!
Автоматтың затворы шыҡылданы. “Бөтәһе лә бөттө!” Шул саҡ алыҫ түгел граната шартланы. Пулемет ата башланы. Тимәк, кемдәрҙеңдер һаман да ҡаршы торорға форсаты бар! Аусының рацияһы телгә килергә маташып ҡыштырҙаны ла ҡолаҡ ярғыс сәрелдәү ишетелде: “Джон! Джон! Һелп ми! Һееелп! Ҡысҡырыусының тауышы, тамағына ҡан тығылғандай, мөлкөлдәп өҙөлдө. Тертләп туҡтаған эҙәрләүсенең икеләнгәнен тойоп, яугир ҡапыл ҡалҡынды ла ихата аша ярым емерек һарай яғына ынтылды. Ҡорбанынан бындай етеҙлек көтмәгән аусы автоматынан атып ебәреүгә, ул, кемдер аяҡ салып йыҡҡандай, мәтәлләп барып төштө. Ошо уны үлемдәнме, хурлыҡтанмы йолоп алды. Пулялар ямғыры, өҫтөнән һыҙғырып үтеп, һарай таҡталарына барып ҡаҙалды. Күпмелер һеңгәҙәп ятты яугир... Тыҡрыҡтан күмәк аяҡтарҙың йүгерешеп уҙғанын, пулемет тыҡылдағанын, граната шартлағандан һуң тынып ҡалғанын, аҡырышҡан, һүгенгән тауыштарҙы ишетеп, яйлап үҙ-үҙенә килде. Бер мәлде көслө ҡулдарҙың кейеменән матҡып тотоп һарай эсенә һөйрәгәнен тойҙо.
– Тереме? – тип һораны таныш тауыш. Башҡортсалап...
– Теремен, – тип шыбырҙаны яугир. – Ипләп, егеттәр. Яурын ҡаймыҡҡан.
Салҡан әйләндереп һалдылар.
– Һыу...
Башын ҡалҡытып һыу эсерҙеләр.
– Һеҙ иҫән... – тип ҡыуанып шыбырҙаны яугир. Һарай тишек-тошоҡ булһа ла, тыштан ингәс, күҙ күрмәйерәк тора. Ул арала тилбер ҡулдар тәнен ҡапшай. – “Шырмый”...
– Эйе, “Даян” абзый. «Мамай» ҙа, “Тарпан” да, “Геродот” та бында. Хөрмәт абзый “двухсотый”, минән башҡалар “трехсотый”...
Ауылға тәүгеләрҙән булып өсәрләп-өсәрләп ингән ике төркөм ине был.
– Ә беҙ һеҙҙе һәләк иттек тип уйлағайныҡ. – Бронежилетын систереп маташҡан “Шырмый”ҙың ҡанға еүешләнгән йәбешкәк кейеменә ҡағылып һиҫкәнде.
– Минең ҡан түгел... – тине егет уны һүҙһеҙ аңлап. – Хөрмәт абзыйҙыҡы.
– Мин “Торба”ға абынғанмынмы ни?..
“Эйе, ул”, тип баш һелктеләр.
– Шунда йығылмаһаң, бөтә пулялар ҙа һинеке булыр ине.
– Беҙгә тоҙаҡтың төбөнә үк инергә ирек биргәндәр. Һеҙҙең төркөмдәр килеп, атыш башланғас, беҙ тылда тороп ҡалдыҡ. Башта ҡыҙыуға тура килде. Аҙаҡтан һеҙгә әүрәнеләр. Һеҙҙең алыш арҡаһында ошоғаса именбеҙ. Боекомплекттар бөткәс, беҙгә йәшенергә ваҡыт бирҙегеҙ, – тип һүҙгә ҡушылды «Мамай», ҡанлы берцыны һаҡ ҡына систереп. – “Тарпан”ға ныҡ эләкте, “Геродот”тың башы яралы, һөйләшә алмай.
– Бурбайҙан ҡаның ныҡ аҡҡан. Ыштан балағың лысма, – тине “Мамай”.
– Абзый, йәй уртаһында кем балаҡлы ыштан кейеп йөрөй инде, – тип бурылданы “Шырмый”.
– Йырт та ҡуй! – тип ыңғырашты яралы.
– Әйтеүе еңел. Хатта ныҡ! СССР заманынан тороп ҡалғандыр был!
Быға тиклем ҡырын ятҡан килеш һарай стенаһындағы ярыҡтан урам яғын күҙәткән “Геродот“, шымығыҙ, тигәнде белдереп ҡул һелтәне.
– Теге бәрей килә. – Сабир ярыҡтан ҡарай һалды ла ишек янында һөйәп ҡуйылған һәнәккә тотондо.
Бая эшен теүәлләргә өлгөрмәгән аусы кире әйләнеп килгән. Автоматын әҙер тотоп, һаҡ ҡына атлай. Атып төшөрөлгән кейекте еҫкәнеп эҙләгән һунар эте шикелле тирә-яғына ҡарап, туҡтап-туҡтап ала. Йөҙтүбән йығылған яугиргә аяғы менән тибеп ҡараны, шул уҡ ваҡытта һарай тирәһен дә байҡаны.
– Нимә, ҡорбаныңа ҡарап туймайһыңмы? – Күрше йорт яғынан кирбес, быяла ватыҡтарына шатор-шотор баҫып бер дәү әҙәм килде лә мәйетте әйләндереп һалды. – Ҡаны аҡҡан ғына, – тип һыҙғырып ҡуйҙы. – Монголоид.
– Үлтергәнемә ышанып бөтмәгәйнем, – тине быныһы, көслө акцент менән. – Тереләй ҡаптырмаҡсы инем. Кейн яраланып саҡырғас, быны ашығыс ҡына тишкеләнем дә, унда йүгерергә тура килде.
– Һәйбәт эш, – тип хупланы дәү әҙәм. – Бәхете – дөмөккән. Ярай, күңел асырға былай ҙа байтаҡ ҡаптылар, – тип хахылдап ҡуйҙы. – Русняға һунар хәтәрме? Инде шәп кино буласаҡ! тип ымланы ул шлемдағы камераға. – Күңелеңде киң тот, кино дауам итә. Боҫоп ятҡандарын төтәҫләп сығарғанда күрерһең әле. Хәҙергә эләккәндәрен ҡурайыҡ.
Уның һүҙен ҡеүәтләгән һымаҡ, урам яғынан аҡырышҡан, һай-һайлап ҡысҡырған тауыштар ишетелде. Тамашанан ҡоро ҡалмаҫ өсөн был икәү шунда йүгерҙе. Ҡойма яғына барып еткәс, аусы кире боролоп һарай яғына автоматтан оҙон очередь бирҙе. Ә алдан барған хохолдың:
– Я балдею... – тигән ҡәнәғәт тауышы килеп етте.
– Уфф, – тын да алмай ҡатып ҡалған Сабир тәрән һуланы. – Рәхмәт инде, Хөрмәт абзый, беҙҙе тағы ла ҡотҡарҙың.
– Һиҙә был бәрей!
– Әгәр ҙә был гоблин килеп сыҡмаһа, танауын тығыр ине, бында еҫкәнеп...
– Йөҙө ҡотһоҙ, зәғифтеке кеүек... – тине яугир. – Атмайынса байтаҡ эҙәрләп килде.
– Метамфетамин, – тип яуапланы Байсар. – Уларҙың йөҙө шулай ҡотһоҙлана, һаҫыҡ еҫ аңҡып тора. Чечняла осраштырҙылар Бөтәһе лә наркота аҫтында, улар әле арыу-талыу белмәй, эйфорияла. Күрҙегеҙме, ниндәй һиҙгер. Бер нисә әшнәһен эйәртеп, теләһә ҡайһы ваҡытта әйләнеп килеүе бар.
Ул арала бер-бер артлы ике ҡабат һаңғырау ғына атыу ишетелде: кемдер үҙәк өҙгөс әрнеп ҡысҡырып ебәрҙе. Эс-бауырҙарҙы аҡтарып, һеңерҙәрҙе һурып сығарырлыҡ, йән эйәһен яратылғандан алып оҙатып килгән мәңгелек ғазап ине был ауаздарҙа.
– Мин беләм шикелле был егетте, – Ярыҡтан күҙен алмаған Сабир ап-аҡ булып был яҡҡа әйләнде. – Яңыраҡ килгәйне... Шаян... Тубығына аттылар шикелле...
Аҡырышҡан, һүгенгән, хахылдаған, тағы ла әллә индәй имәнес ауаздар дауам итте: “Слава Украине!”, “Слава Украине!” Ҡабатла!”
– Унда беҙҙекеләр байтаҡ... – тине “Мамай”.
– Тоҙаҡҡа күп эләктерҙек, тине бит хохол. Их, беҙҙең арта ергә тигеҙләһенсе был ауылды.
Күп ҡан юғалтыуҙанмы, ауыртыуҙы баҫҡан укол касафатынанмы яугир, үҙенең тәне таралып, ойоп барғанын тойоп, ҡалҡынып ултырҙы.
– Туғаным, – тип өндәште ул Сабирға. – Анау бәләкәй сумканы алып бир әле. Беҙгә һөйләшеп алырға кәрәк, егеттәр. – Уның тауышында тыныс тәүәккәллек тойоп, барыһы ла шымды. – Мин әсир төшөргә йыйынмайым.
Бөтәһенең дә мейеһен кимергән хәүеф әйтелде. Бер килкегә шым торҙолар.
– Һуңғы патрон? – “Мамай”ҙың һорауында үкенес тә, әсенеү ҙә бар.
– Һуңғы граната... – Һаман да ҡырын ятҡан яугир ҡулындағы бәләкәй сумкаһына ымланы.
Һуңғы граната яҙмышты һайлау мөмкинлеге бирә ине. Үлем – әсирлек ғазабынан ҡотолоу.
Байсар Чечнялағы хеҙмәттәшен иҫенә төшөрҙө. Засадаға эләгеп, яралы килеш әсирлеккә төшкән егетте ай ярым тигәндә осраҡлы ғына ҡотҡарып алдылар. Киң яурынлы, мыҡты, көләс егет тере мәйеткә ҡалғайны. Тәнендә ҡағылырлыҡ урыны юҡ, күм-күк.
Дуҫ инеләр, тағы бер егет менән госпиталгә хәл белергә барҙы. “Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, егеттәр. Абай йөрөгөҙ. Тотҡонда геройҙар юҡ. Иртәме-һуңмы һәр кемде һындыралар, – тине һалдат. – Бер генә айырма: кем күпмегә түҙә? Бөтәһен дә һындыралар. Үҙеңдең кемдеңдер аяулы балаһы булғаның, “кеше ғорур яңғырай”, тип аҡыл һатҡаның язалай башлағандың тәүге сәғәтендә үк онотола. Бер генә нәмәне төшөнәһең: һин буҡ тулы тире ҡапсыҡ ҡына. – Ауыр һүҙҙәренән былайыраҡ үлек күҙҙәре менән аша ҡарап, ирен ситен ҡыйшайтып йылмайыуы ҡурҡыныс ине. – Тәнеңдең түҙгеһеҙ ауыртҡанын, ул ауыртыуҙың аҡылдан шаштырырлыҡ ғазабын бер минутҡа ла онотмайһың. Ә ғазаплаусы нисек итеп ауырттырырға белә, аҡыртыуынан ләззәтләнә. Һинең хәлдә ҡалһа, үҙенең дә тап ошолай үрһәләнәсәген белгәнгә күрә айырыуса ярһып ғазаплай”.
Һәйбәт егет ине. Шул тиклем йәл булды: госпиталдә саҡта уҡ үҙенә ҡул һалған. Хеҙмәттәштәрҙең күбенеһе быға ғәжәпләнгәйне: нишләп улай – азатлыҡҡа сыҡты, һауығып килә, тиҙҙән дембель. Шунда командирҙары, утты-һыуҙы кискән хәрби офицер, әйткәйне: “Бер сик бар. Шул сикте аша атлап үтеп, һин тере ҡала алаһың, әммә йәшәй алмаясаҡһың”. Ул саҡта Байсар был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлап та етмәгәйне. Әле иһә үҙенең тап ошо сиккә килеп еткәне тураһында уйланы.
Әжәл, хурлыҡтан ҡотҡарып, эске азатлыҡ бирә икән. Кешелек дәрәжәңде һаҡлап алып ҡалыу мөмкинлеге... Үҙ яҙмышыңды үҙең һайлау хоҡуғы...
– Мин абзыйға яҡыныраҡ ултырам, – тине Сабир, үҙенә ҙурыраҡ киҫәк, тәмлерәк өлөш талап иткән бала һымаҡ. – Юғиһә бер эт йәнмен мин, утта янмай, һыуҙа батмай торған холҡом бар... – тип өҫтәне ғәфү һорағандай.
***
Ҡайҙалыр йыраҡ түгел үҙәк өҙгөс итеп һалдат илай:
– Үлтерегеҙ! Хоҙай хаҡы өсөн үлтерегеҙ! – тип иңрәй ул. Яуҙашыңдың ғазабына шаһит булып та, бер нисек тә ярҙам итә алмауҙан тешеңде онтарҙай булып шығырҙатып, уртты сәйнәп ултырыуҙан башҡа сара юҡ. Електәрҙе ҡорошторор хәүефтән Азаматтың алдындағы берҙән-бер граната ғына йолоп тора.
– Үлтер, тип инәләсәкһегеҙ, тип вәғәҙә бирмәнемме ни мин һеҙгә? Әйттемме? – тип тамаҡ төбө менән хахылдай иҫерек тауыш. – Әйттем бит!
– Инәлеп һорағас, үлтер ҙә ҡуй! Һиңә бер пуля йәлме ни? – ти берәү ялҡау ғына. – Ялҡытты. – Өнө тығылһын. Баш ҡалманы, – тип уға ҡушыла йәнә береһе. – Ял итке килә. Бик йәлләһәң, ҡана үҙем. – Һаңғырау ғына атыу тауышы. Тағы, тағы.
Әсирлекме, үлемме?
Уңған хужаның эре малына айырым, ҡош ҡортона айырым итеп бүлкәт-бүлкәт итеп ҡорған һарайы, снаряд ярсыҡтары сәрпәкләп, пулялар тишкеләп бөтһә лә, ниндәйҙер мөғжизә менән һаман теүәл тора. РПГ менән бер атһа, өф итеп күккә осор был бина кирбестән, таштан дан итеп төҙөлгән, ә хәҙер емерелеп, янып бөткән йорттар араһында бер үҙе ҡалған.
Яҙмыштарымы, булмыштарымы ошонда был бишәүҙе бергә йыйған. “Даян” позывнойлы Азамат менән “Геродот” позывнойлы Ибраһим – “СССР-ҙа тыуғандар” быуынынан, “Уландар һәләк булғанда нисек өйҙә ятмаҡ кәрәк”, тип ҡоралға тотонғандар. “Тарпан” позывнойлы Байсар менән “Мамай” позывнойлы Инсаф мобилизация буйынса килгән. “Шырмый” позывнойлы Сабир бер йыл хеҙмәт иткәндән һуң, командирының: “Кәрәк, улым! Илебеҙгә кәрәк!” тигән өгөтөн тыңлап контракт төҙөшкән.
Усҡа йомолған һуңғы гранатаға өмөт бағлап, арҡаға арҡа терәп ултырышҡандар. Арҡалаштар. Быуындан-быуынға тапшырыла килә, ахыры, яугир башҡортҡа – уратып алған дошманға яуҙашыңдың арҡаһынан таяныс табып, ҡуш ҡылыс менән ҡаршы тороу. Үҙҙәре лә һиҙмәй шулай урынлашҡан. Ә иптәшеңдең тән йылыһы күңелгә дауа: әлегә уларҙың күпмелер ваҡыты, ғүмере бар.
– Әлегә ҡанға туйҙылар, ахыры... – тип ҡуя Инсаф.
– Белеп булмай, – ти Байсар. – Уғата шашҡандар. Әҙәмлектәре ҡалмаған. Бөтә донъянан йыйылған шакалдарға тамаша кәрәк.
– Ә шулай ҙа сыҡмаған йәндә өмөт бар, – ти Сабир. Ғүмерҙә лә йәшәп туйып булмайҙыр был ерҙә. – Абзый, – тип өндәшә ул Азаматҡа, – һин һуңғы секундҡа тиклем һуҙ, йәме. – “Шырмый”ға егерме бер генә шул.
– Әлегә беҙҙең ваҡыт бар, – тип ҡабатланы Азамат.
***
“Даян” позывнойлы Азамат. Бөйөк Ватан һуғышын Берлинда тамамлаған Даян Буранбаевтың ейәне. Уға позывной һайлау ҡыйын булманы. Ҡан ҡеүәтен, нәҫел көсөн һуғышта айырыуса ныҡ тойҙо. Үҙенә тиклем йәшәгән аҫыл заттарҙың йәшәү энергияһы юҡҡа сыҡмаған. Тамырҙар ерҙән һурған тормош һуты япраҡтарҙы йәшәткәндәй, был энергия Азаматта йәшәүен дауам итә, уйҙарына, ҡылығына йоғонто яһай, ниндәйҙер мәлдәрҙә теге йәки был юлды һайларға мәжбүр итә. Әлеге һуғышта уны быуаттар буйы Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлап яу сапҡан бабаларының ҡото етәкләп алып йөрөтә, баш осонан пуляларҙы ҡыуып тарата, бәлә-ҡазаларҙан ышыҡлай. Үлемесле хәүеф мәлдәрендә, ә бында үлем секунд һайын янай, был ҡурсыу айырыуса ныҡ һиҙелә, кемдеңдер талапсан ихтыяры һине алға әйҙәй йәки туҡтата, иҫкәртә. Бығаса йәшәп, баҡыйлыҡтан мәңгелеккә күскәндәр уны ҡалҡан булып ҡаплап тора. Ошонда ғына аңланы Азамат ни өсөн ир-егеттең борон-борондан улым тыуһын тип, вариҫ ҡалдырыуҙы иң мөһим итеп күргәнен. Нәҫелде быуаттан быуатҡа тоташтырған бер ҡеүәтле ағым һайығып йә ҡороп ҡалһа, дөйөм тормош диңгеҙенең бүҫкәререн кешеләр элек-электән белгәндер. Моғайын, ошо ҡеүәткә нәҫелдең сифаты ла кәрәк, шуға ла ысын донъяға күскәндә әҙәмлегеңде һаҡлау мөһимдер... Шуларҙы уйлай яугир. Сөнки был донъяның яҡтылығы һүнгәс, алдында асыласаҡ ишектә олатаһы ҡаршылаясағын белә ул. Ышана. Был ышаныу йәшәүенә лә, үлеменә лә мәғәнә бирә сөнки. Ысынбарлыҡ беҙ уйлағанса, беҙ күҙаллағанса ябай ғына түгел. Донъялыҡта аңлашылмаған серҙәр-һорауҙар ҡалған икән, артабан уларҙың яуабы бар, булырға тейеш...
“Һин дөрөҫ әйткәнһең, олатай”, – тиер Азамат. Иң тәүге һүҙе шул булыр. Был иң тәүге һүҙ бынан өс тиҫтә йылдан ашыу элек башланып, тамамланмайынса ҡалған һөйләшеүҙең һығымтаһы булыр.
Азаматтың тормошонда осраған иң һоҡланғыс кеше булды Даян олатаһы. Дуҫ булырға, дуҫтарҙың ҡәҙерен белергә, яҡындарыңды, ҡан туғанмы, йән туғанмы, ҡәҙер итергә, тормоштан ләззәт алып йәшәргә өгөт-нәсихәт менән түгел, үҙенең миҫалында өйрәтте. Сөм-ҡара сәсле (һуңғы көнөнә тиклем йүнләп ағарманы), ҡыйылып киткән ҡара ҡашлы, ыҡсым ғына тура танаулы, ас яңаҡлы, үткер ҡарашлы сибәр кеше ине ул. Хәҙерге йәшенән ҡарай ҙа, өләсәһенең уны ғүмер буйы ҡыҙғанғанын, һәр ваҡыт уяу йәшәгәнен аңлай. Оҙон буйлы, сандыр кәүҙәле. “Күпме ашаһа ла йоҡмай ошоға”, – тип бурылдар ине йомро ғына, йомшаҡ ҡына өләсәй хәләленә һоҡланғанын йәшерә алмай. Һуңғы көнөнә тиклем арҡаһы төҙ, аҙымдары етеҙ, еңел булды. Еңел кәүҙәле, тормош юлы буйлап уйын һымаҡ ҡына елеп барған йор һүҙле, ҡурҡыуһыҙ бер зат ине. Кешеһенә, дәрәжәһенә ҡарап тормай, уйлағанын бәреп әйтер, кәрәк тип һанағанды ғына эшләр, нәфсеһеҙ, тоғро, ғәҙел. Әгәр ҙә арбап алыр мөләйемлеге менән ихласлығы булмаһа, дуҫынан дошманы күберәк булыр ине, моғайын. Ә ул һәр кемдең күңеленә юл таба белде. “Кешенең етешһеҙлеген шундай итеп әйтергә кәрәк, ул үҙе лә һиңә ҡушылып көлөрлөк булһын”, – тиер ине. “Нимәнән ҡурҡһын ул? Ун етеһендә, ике йәш өҫтәп, ағаһының документы менән һуғышҡа киткән. Әллә нисәмә тапҡыр яраланып, нисә ҡабат үлемдән ҡалған, иптәштәренең ҡулында йән биргәндәрен кисергән бит ул. Уның күрмәгәне ҡалмаған инде”, – тиер ине өләсәһе. Ә был донъянан хәүефкә батып китте. Үҙенән һуң килгән быуындар өсөн йөрәге һыҙлап китте һалдат. Ваҡытында ул хәүефтең асылын аңламай ҙа ҡалған Азамат. Йәш булынған.
Ун бише менән барған саҡ. Октябрь байрамына университетта уҡып йөрөгән ағаһы ҡайтҡайны. Киске ашҡа олатаһы менән өләсәһен дә алдылар. Табын мул, өҫтәл түңәрәк, тигәндәй. Ғәҙәттәгесә, мөйөштә телевизор мөңгөрләй. Уға иғтибар биргән юҡ. Күңелле сөкөрҙәшеп һыйланып ултырыш. Бер мәлде олатаһы:
– Туҡтағыҙ әле, – тип телевизорға боролдо ла, барып тауышын көсәйтте.
...Меңдәрсә кеше тантана итә. Музыка. Кемдер шампань шешәһен шартлата, кемдер әфлисун өләшә. Ҡыуанышып Берлин стенаһын емерәләр. Шунда олатай руссалап:
– Это начало конца, – тине. Өндәшмәй ҡарап ултыра бирҙе лә өҫтәне. – Ошо ярыҡтан беҙҙән ҡырҡ бишенсе йылда ҡасып ҡотолоп боҫҡан яуызлыҡ, әшәкелек, мәкер, ҡан ҡойош беҙҙең яҡҡа эркеләсәк. “Беҙ уларҙы еңдек. Быны беҙгә бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәктәр”, – тип маршал Жуков дөрөҫ әйткән.
Азамат кинәт үҙгәреп киткән олатаһына аптырап ҡараны: йөҙө ағарынған, ирендәре ҡыҫылған, яңаҡтары эскә батҡан. Йылдар үткәс кенә бының әрнеү ҡатыш эске ярһыу булғанын аңланы.
– Заман үҙгәрҙе бит инде, олатай. Донъя ла, кешеләр ҙә үҙгәрҙе. Кешелектең берҙәм, дуҫ булып татыу йәшәгеһе килә. Ике система туҡтауһыҙ ярышыуҙан, ҡоралланыуҙан туҡтап, бөтөн донъяла тыныслыҡ буласаҡ, – тине “үҙгәртеп ҡороу” сәйәсәтенең шауҡымы аҫтында башы әйләнеп йөрөгән студент. Ә Азамат экрандағы һәйбәт кейенгән, матур кешеләрҙең ҡыуанысына ҡарап, шым ғына ағаһы менән килешеп ултырҙы.
– Тыныслыҡты быға тиклем беҙҙең Еңеү тотоп торҙо, – тине олатай. – Донъялағы тигеҙлекте Советтар Союзының ҡеүәте һаҡланы.
– Тормош еңде, олатай. Һеҙ ҡаҙыған окоптарҙы йәм-йәшел үлән ҡапланы. – Ағаһы ул осорҙа шиғыр яҙа ине. – Тағы күпме тимер ҡоршау артына йәшенеп, “яуызлыҡ империяһы” данын күтәреп йәшәргә була?
– Әгәр ҙә тамағыңды туйҙырған, ҡәҙерләп үҫтергән, уҡытҡан, теләгән һөнәреңде алырға мөмкинлек биргән тыуған илең тураһында уның дошмандарының һүҙен һөйләйһең икән, һин ысынлап та уға, беҙҙең Еңеүгә, лайыҡ түгелһең. – Ныҡ әсенеп әйтте, – Их, бала! Һинең бер ҡатлылығыңды ғәфү итергә була. Ә ил етәкселәренең алйотлоғомо, хыянатымы арҡаһында, бик күп ҡан ҡойолмағайы, – тине. – Кешеләр ҙә, донъя ла үҙгәрмәй. Рәсәйҙең дошмандары һәр ваҡыт бер үк булды. Улар һине насар йәки кәм булғаның өсөн түгел, барлығың өсөн күрә алмай. Алмаясаҡ та. Уларға һин түгел, ерең, байлығың кәрәк.
Олатайҙың һүҙен раҫлап, ике йылдан, 1991 йылдың 25 декабрендә, ғәзиз ватаны, фашизмды еңгән, донъяла территорияһы буйынса беренсе, халҡы буйынса өсөнсө урынды алып торған Совет Социалистик Республикалар Союзы бөтөрөлдө. “Үлтерелде, – тине олатай. – Юҡҡа ғына беҙҙең быуындың үлеп бөткәнен көтмәгәндәр икән. Инде уларға ҡаршы тороусы булмаҫ”.
Киләһе яҙына ул үҙе лә китеп барҙы.
Һуңғы тапҡыр Туғыҙынсы майҙа йылдағыса ауыл советы үткәргән Еңеү байрамына барып ҡайтты.
– Сафтар әптән һирәгәйгән, – тине. – Снарядтар бөтөнләй эргәлә генә шартлай башланы. –Ләғер генә ҡәнәфер сәскәһе бүләк иткәйнеләр. Ғәҙәтенсә, уйынсалап: “Сәскәм дә үҙемә оҡшап, һәлберәп кенә торһа ла, барыбер сәскә бит әле. Тәрән хөрмәтем билдәһе булараҡ, ҡосаҡҡа һыймаҫлыҡ гөлләмә итеп ҡабул ит”, – тине лә, хәрбиҙәрсә ботинкаһының үксәһен үксәгә һуғып әбейенә тотторҙо. Арҡаһы һаман төп-төҙ, йөҙө асыҡ, кәйефе күтәренке ине. Шунан: “Был минең һуңғы байрамым булды инде”, – тип түшәккә ятты, ҡабат торманы.
Байтаҡ ваҡыттар үткәс, сираттағы йыллығында, Азамат уның йәш ваҡыттағы альбомын аҡтарып ултырҙы. Шунда бығаса күрмәгән фотоға тап булды.
Берлин. 1945 йыл. Олатаһы үҙенең яуҙаштары менән. Артта емерек ҡаланың харабалары. Уң яҡтараҡ таҡтала: “Һеҙ Совет секторынан сығаһығыҙ. Ҡорал йөрөтөү тыйыла...” тип яҙылған. Еңелгән һәм секторҙарға бүленгән Берлин. Ҡаланы бүлгеләү 16 йылдан һуң Берлин стенаһын ҡороуға килтергән. Ә фотола улар тап шул стена ҡалҡасаҡ урында баҫып тора. Бына-бына һалҡын һуғыш башланырға торған ваҡыт. Олатайҙың, “бөтә яуызлыҡ шул яҡҡа сығып боҫҡайны” тип әйтергә тулы хоҡуғы бар. Ошо йәш, көләс, сибәр еңеүселәрҙән шул яҡҡа ҡасып ҡотолған фашизмдың ҡурҡыныс, мәкерле, имәнес йөҙө уға яҡшы таныш булған.
Ә олатайҙың әйткәндәре ғәмәлгә ашыуын дауам итте: тағы ла ике йылдан лаяҡыл иҫерек президент, бөтә донъя алдында маймылланып, еңеүсе илдең ғәскәрен Германиянан сығарҙы. Быны телевизорҙан күргәс, өләсәһе:
– Ярай олатайығыҙ үлеп ҡотолған, – тине. – Был мәсхәрәнән йөрәге шартлар ине!
Олатаһының ғүмере буйы Мәскәү радиоһынан “Яңылыҡтар”, “Һуңғы хәбәрҙәр” тапшырыуҙарының һәр бер сығарылышын, аҙна һайын донъялағы хәлдәргә арналған “Халыҡ-ара панорама” тапшырыуҙарын ҡалдырмай ни өсөн тыңлағанын аңланы шунда Азамат. Ватан өсөн үҙҙәрен ҡорбан иткән яуҙаштары алдында яуаплылыҡ тойған Еңеү һалдаты ғүмере буйы донъяның йөрәк ҡағышын тыңлап уяу йәшәгән.
– Беҙ намыҫлы ғүмер иттек... Еңелмәй китәбеҙ. Инде һеҙҙең үҙегеҙҙең тормош, – тине ул бәхилләшкән сағында.
Ә бөгөн ейәне уға: “Һин тулыһынса хаҡлы булғанһың, олатай, – тиер. – Беҙ ҙә еңелмәйбеҙ”.
***
“Тарпан” позывнойы алған Байсарҙың – үҙенең әсенеше, үҙ ғәме. Үткәндәрен ҡабат-ҡабат барлай, барыһын да үҙе хәл иткән, уйлап эшләгән, тик күңел барыбер ҙә һыҙлана икән.
Мобилизация иғлан ителгән көҙ. Ишек ҡыңғырауын ишетмәгән, төн уртаһында кемдәрҙер ҡыҙып-ҡыҙып бышылдашҡанға уянды. Ҡолаҡ һалды. Ҡатыны менән ике туған ҡустыһын таныны. Аптырап китте, нимә булған икән? Тора һалып сыҡты. Туған ғына түгел, дуҫ та инеләр. Ҡосаҡлашып күрештеләр.
– Йәһәт кенә йыйын, – тине туғаны. Ауыҙ асырға ла ирек бирмәй, ашығып һөйләп китте. – Аҫта атай машинала көтөп ултыра. Тиҙерәк Ҡаҙағстан сигенә етергә кәрәк. Унда беҙҙе көтөп торасаҡтар. Иҫләйһеңме, бер олатай ике улы менән ҡунаҡҡа килгәйне. Атайым шулар менән һөйләшеп килеште. Эш табышалар, тәүге осорҙа уларҙа йәшәп торорбоҙ. Артыҡ нәмә кәрәкмәй, булған аҡсаңды йә картаңды, документтарыңды ғына ал. Оҙаҡҡа түгел бит, бола баҫылыу менән ҡайтырбыҙ.
– Мин кисә эштән һуң инеп повестка алып сыҡтым.
– Нишләп улайттың инде? – тип көйөп китте туғаны. – Иң мөһиме, тере ҡалыу бит!
– Әллә, ҡасыу тураһында башҡа ла килмәне. Ҡартамдар ошолай ҡасып китһә, беҙ тыумаған да булыр инек. – Шунан тегенеһенең ҡапыл икеләнеп ҡалғанын күреп өҫтәне: – Бындай ваҡытта һәр кем үҙе хәл итә. Алтын ваҡытыңды әрәм итмә, бар.
Ул арала ярһып атай кеше үҙе килеп инде.
– Нимә һаман һуҙылаһығыҙ ул? – тип екерҙе. – Таң ата бит инде.
– Мин повестка алдым инде, ағай, – тине Байсар.
Тегеһе телефонынан Байсарҙың атаһына шылтырата һалды:
– Балаңды һуғышҡа ҡыуып алып китеп барғанда ни йәнең менән йоҡлап ятаһың?
Йоҡламай ине, ахыры, атаһы:
– Ҡыуып йөрөтөргә ул мал түгел, – тип ҡырыҫ ҡына яуап ҡайтарҙы. – Ир ҡорона ингән, быуыны нығынған – үҙе хәл итер. Һаулығым булһа, башҡаларға ыҙа булырмын, тип ҡурҡмаһам, үҙем дә барыр инем.
– Шулай уҡмы ни? Патриотһыңмы әллә? – тине ҡустыһы “патриот” һүҙенә мыҫҡыллы баҫым яһап.
– Патриот – илһөйәр тигән һүҙ түгелме һуң ул? Ҡасандан бирле илеңде яратыу оят бер нәмәгә әйләнде? – тине Байсарҙың атаһы. Мосафирҙар ҡул һелтәп сығып киткәс, ҡатыны һынаулы ҡарап:
– Бармай ҡалып булмай инеме? – тип һораны. Үҙеңде яратҡан, аҡыллы, сабыр, тоғро тормош юлдашың булыуы үҙе бер ҙур бәхет икәнен тағы ла бер тапҡыр тойҙо Байсар.
– Булмай, Сәкинә.
Бындай ваҡытта артығын өндәшмәй ҡатыны. Иренең холҡон күптән өйрәнеп бөткән. Әйттең ни, әйтмәнең ни, үҙе ниәтләгәнде эшләйәсәк. Хәләленең күҙ алдында яурындары төшөп, бәләкәсәйеп киткәнен абайлап, Байсарҙың эсе янып китте.
– Беләһең бит, Сәкинә. Кеше ҡайҙа ла үлә. Тыуғанһың икән, әжәлдән боҫоп ҡалып булмай. Беҙ Чечнянан нисә кеше иҫән-аман ҡайттыҡ? Эй ҡыуаныштыҡ – тере ҡалдыҡ бит. Әле нисәүбеҙ иҫән? Икәүҙе авария алып китте, өсәү эскелеккә бирелеп, үҙҙәрен харап итте, берәү үҙенә үҙе ҡул һалды... Дауам итәйемме?
Ҡатыны, кәрәкмәй, тигәнде белдереп ҡул һелтәне лә, аш бүлмәһенә йүнәлде.
– Нимәләр әҙерләргә кәрәк? Ҡасан магазиндарға йөрөйбөҙ?
Хатта, ҡасан юлға, тип тә һораманы. Ул, ОМОН-да булған замандарҙан алып, һәр ваҡыт әҙер хәленә күнеккәйне.
***
Байсарҙарҙың нәҫеле ҡалын. Аталарының ғаиләһендә генә лә ун бер бала. Ун бере лә иҫән. Һәр береһенең йәнә бишәр-алтышар бала. Әсәй урынында ҡалған, барыһын да һаман уҡмаштырып тота килгән иң өлкәндәре Нурия инәй Байсарға инселәп аҡ ҡорбан салдырҙы ла бөтөн нәҫел-нәсәпте йыйып алды.
– Беҙҙең әсәйҙең бер туған ағаһы Мәмбәт Бәҙретдиновҡа һуғыш ваҡытында ике тапҡыр похоронка килгән, – тип башланы ул мулла Ҡөрьән уҡып, хәйерҙәр таратылып, килендәр өҫтәлгә аш ташыған арала. Һуңғы тапҡырында мәктәптә уҡытҡан уҡыусыһы:
“Ағайҙы үҙ ҡулдарым менән ер ҡуйынына тапшырҙым”, – тип килеп һөйләгән. Шул хәбәрҙән һуң ун-ун биш көн үткәс ағайымдан, Өфөлә госпиталдә ятам, – тип хаты килгән. Ялан госпиталендә, үлгән тип, үлектәр араһына һалҡынға сығарып һалғандар. Бер санитар әллә нисек абайлап ҡалған
“Үлгәндән һуң”, тип бирелгән Ҡыҙыл Байраҡ ордены, һуғыш бөтөп, егерме йыл үткәс килеп тапты. Тормошта мөғжизә күп. Чечня һуғышынан иҫән-аман урап ҡайттың, улым. Быныһында ла ата-баба рухы һаҡлаһын. Һаҡлар. Һин батырҙар нәҫеленән, – тип фатиха бирҙе. Ҡасҡалаҡтың исемен әйтмәй генә:
– Бөтә кеше лә ҡасып китә алмай. Ошонсама бала менән беҙ ҡайҙа китә алабыҙ үҙ илебеҙҙән? – тип күрше бүлмәлә сыр-сыу килгән ваҡ балалар яғына ымланы. – Һинең кеүек тоғролар ҙа күптер, улым. Иңгә иң терәр ирҙәр табылыр, – тип үҙенең мөнәсәбәтен белдерҙе.
Күҙ ҡабағы аҫтынан һөҙә биреп, өнәмәй ҡарап ултырған ҡустыһының, ҡасҡындың атаһының, йөҙөн дә йыртманы. – Һәр кем ауыртмаған яғына ята. Бер кем бер кемгә кәңәшсе була алмай бындай мәлдә.
Ҡорбан ашында ҡара көйөп ултырған ағаһы, сығып барғанында яңғыҙын ғына тап итеп, тишә ҡарап: “Дүррәк икәнһең!” – тип әйтеүҙән тыйыла алманы барыбер.
“Әйттем бит, әйттем!” – тип хаҡҡа сыҡҡанына эстән генә һөйөнөр хәҙер. Атама төбәп әйтеүҙән тыйылыр былай, эске тантанаһын йәшерер, нисек кенә булмаһын, ҡусты кеше бит”.
Ошоларҙы күҙ алдына килтереп, Байсар ирекһеҙҙән көлөмһөрәп ҡуйҙы: “Ярай, исмаһам, бер кеше ҡәнәғәтлек алыр”. Уйланы ла болоҡһоно: “Туған туғанына ҡаршы барыр заман” тигәндәре ошо булалыр.
Зарланырлыҡ түгел инде, Байсарҙы яҙмыш аяны быға тиклем. Ике тапҡыр госпиталдә ятып сыҡты, бөтә ағзалары ла теүәл. Өс тапҡыр ҡайтып ураны. Ҡайтҡан һайын байраҡтар тотоп, гармун уйнап ҡаршы алдылар. Аяттан аятҡа йөрөттөләр. Ҡорбандар арнап оҙаталар. Нәҫелеңдең таянысын күреү рәхәт. Ә атаһын инде әйтәһе лә түгел. Ирекмән булып китте, һәр ике ай һайын килеп урай. Бар кәрәк-яраҡты табалар, ташыйҙар. Блиндаж эшләр өсөн бүрәнәһенә тиклем тейәп килгәндәре бар. Тик нишләптер һуңғы ҡайтҡанында ҡатыны менән шул тиклем яратып, тырышып көткән донъяларын ташлап китеүе уғата ауыр булды. Аптырарлыҡ та түгел инде. “Уҙа барһа, ярты йыл йөрөлөр”, – тигән уй менән киткәйнеләр. Бигерәк оҙаҡҡа һуҙылды. Башҡа төрлө уйҙар керә. Гел миңә лә ыңғай килеп тормаҫ...
Әле иң әсендергәне: оҙатҡанда улы айырыла алмай йонсоно, түгелеп илап ҡалды. Яралары ныҡлап төҙәлгәнсе ике айҙан ашып киткәйне шул. Ныҡ эҫенгән. Тәү киткәндә бәләкәйерәк булып ҡалған, әле инде беренсе класта уҡып йөрөгән бала күпте белә, күпте аңлай. Илла-алла менән өгөтләп алып ҡалғайнылар, олатаһының ҡулынан ысҡынды ла машина артынан йүгерә. Эй йүгерә, эй йүгерә! Барыр-барыр ҙа арыһа тороп ҡалыр, кире боролорға ярамай, тиһәләр ҙә, түҙмәне. Туҡтап, ҡосағына алып, йыуатып, үҙе лә эстән генә һыҡранып, саҡ ҡуҙғалдылар. Гонаһ шомлоғо, тигәндәй, ҡарап торған ҡатындарҙың: “Бала күңеле әллә бер-бер нәмә һиҙәме икән?!” – тип һөйләнеүе ҡолаҡҡа салынды ла эстә бер шырау һымаҡ ҡаҙалып ҡалды. Бала күңеле әллә ысынлап та һиҙенде микән? Сараһыҙлыҡтан да ҡыйыны юҡ. Ауыр итеп көрһөнөүенә эргәһендәге “Мамай”: “Аңлайым, дуҫ”, – тигәнде белдереп, өндәшмәй генә беләген ҡыҫты. “Улым илар инде”, – тип бышылданы Байсар.
“Ә минең улым белмәҫ тә инде... Ул тип йән атҡан атаһының булғанын хатта белмәҫ тә , тип үкенәм”. Бала, бала... “Бала бауыр ите”, – тигән булыр ине әсәһе. “Мамай” түш кеҫәһенә ҡәҙерләп һалып ҡуйған хатты сығарҙы. Тубығына һалып, һыйпап яҙҙы. Бында ҡараңғы, бер нәмә лә күренмәй ҙә, ул яттан белә. Бер уҡыусы бала яҙған: “Һаумы, ҡәҙерле һалдат! Исемеңде белмәһәм лә, гел һинең турала уйлайым. Өләсәйем һалдаттарға йөн ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләй. Әсәйем окопта яндырыр өсөн майшәмдәр ҡоя. Беҙ, класс менән маскировка селтәрҙәре үрешергә барабыҙ. Бөтәбеҙ ҙә һиңә һаулыҡ, ҡыйыулыҡ теләйбеҙ. Тиҙерәк еңеп ҡайт! Көтәбеҙ”, – тигән. Үҙ малайы яҙған һымаҡ... Танк төшөргән, ҡыҙыл йондоҙсоҡ.
Кеҫәһенә ҡабаттан һалыр алдынан баланың исем-фамилияһын йыртып ауыҙына ҡапты: был Интернет заманында белеп булмай. Дошман ҡулына эләгеп, балаға зыян итеүе бар.
“Шырмый” позывнойлы Сабир.
Башындағы уйын уйлап бөтөр-бөтмәҫтән эшкә тотонорға күнеккән Сабирға буш ултырыу ҡыйын. Уй тигәне лә уның башҡаларҙыҡы һымаҡ талғын ғына аҡмай, сиңерткә һымаҡ әле бында, әле тегендә һикергеләй.
Башта әсәһенең күптән ҡарау теймәгән өйөн күҙ алдына килтереп самаланы: стеналарын профнастил менән көпләргә кәрәк. Йылдың-йылы һылап йонсоу етер! Башын да ҡабаттан яптырғанда һәйбәт булыр. Рәшәткәләрҙе яңыртып баҡса ла эшләһәләр. Тик аҡсаны юллап ала алырҙармы? Яраланған өсөн түләнергә тейешле аҡсаһын саҡ юллап алған бер абзый үҙенә ярҙам иткән юристың телефонын әйткәйне бит. Шуны ағаһына нишләп ошоғаса бирмәне икән? “Юрый аяҡ салып, түбәнһетеп, бөтәһе лә элеккесә булырын шым ғына көтөп ултырыусылар күп тиҙәр бит урында. Ҡан түгеп алған тейеште ҡыйыу талап итеп, йолҡоп булһа ла алырға тура килә”, – тигәйне бит”. Шунан уйы кәүҙәһе менән уны ҡаплаған “Торба” позывнойлы Хөрмәткә күсте. “Тышта эҫелә ята, берәй нисек хәстәрләргә ине. Ә нисек хәстәрләйһең? Бында ятып ҡалһа, уны ла тапмаҫтар микән? Ҡатыны аҡсаһын ҡалай юллап алыр?”
Ошондай мәлдә аҡса һанап ултырғаны йәнә оят кеүек тә. Тегендә тормош шул аҡсаға ғына терәлеп ҡалғас, ҡалайта алаһың? Нимә тиҙәр – “миллионерҙар” тиҙәр бит беҙҙе. Үәт бит! Ул миллиондар беҙ үлгәс кенә тәтерен уйламайҙар! Ялға ҡайтҡанында ауылға алып барып ҡуйған таксист иҫенә төштө.
– Идейныйҙар үлеп бөткәндер инде, – тине ул һөҙөп ҡарап.
– Нишләп улай тиһең, абзый?
– Һеҙҙекеләрҙе күп йөрөтәм. Мужиктар барыһы ла шул сараһыҙлыҡтан, аҡса өсөн йөрөлә инде, тиҙәр бит.
– Аҡсанан башҡаны белмәгәндәргә бүтәнсә аңлатып булмағас, шулай тиҙәр инде.
– Ваҡ ҡына булһаң да, әсе тешләй беләһең икән. – Таксист ҡыҙыҡһынып ҡарап ҡуйҙы.
– Позывнойым “Ҡырмыҫҡа” бит.
– Үҙеңә бик тура килә! Йә һуң, аҡсанан башҡа нимә йөрөтә кешене?
– Беренсенән, аҡсаның кәрәклеген инҡар итеп булмай, шулай бит. Ашарға, эсергә, кейенергә кәрәк. Бына һин дә, диванда пульт ҡына тотоп ятмай, төнгә ҡаршы сығып киткәнһең. Тик һуғыштағы аҡса... Өҫтөңдә дрон жыуылдай, артиллерия дөмбәҫләй, авиация бомба ташлай. Американың спутниктары космостан һине ҡарап, ҡайҙа йәшенгәнеңә тиклем секунд һайын әйтеп тора. Һәр тарафтан, өҫтән дә, аҫтан да үлем һағалай – ә һин ҡурҡыуыңды еңеп пулялар һыҙғырыуы аҫтында штурмға бараһың. Бының өсөн күпме аҡса кәрәк? Берәй ағзамды өҙөп алып зәғиф итһә – нисә һум мине ҡәнәғәтләндерер? Миллионды бит миңә, үлгәс кенә бирәләр. Ә ожмахҡа мин бушлай ҙа инеп китермен тип өмөтләнәм.
– Шуға аптырайым шул. Ҡайһы берәүҙәрҙең үлгәнен белмәй, яраланғандан һуң да, ҡабат-ҡабат шунда ынтылғаны башҡа һыймай.
– Бына мин нисек бармай ҡалайым, абзый. Унда мин күпме йән туғандарымды ҡалдырып ҡайттым. Үлеләрен дә, тереләрен дә... Тереләренә терәк булырға, мәйеттәрҙе тәрбиәләп ер ҡуйынына оҙатырға кәрәк... Шунан ундағы кешеләр башҡа, абзый. Бында ҡайтһам, миңә һауа етмәгән һымаҡ. Бына мин ҡайтып та еттем, абзый.
– Тик һин тәки асыҡ ҡына итеп төшөндөрмәнең бит, – тип ныҡышты таксист.
– Сәбәптәре күп инде уның, – тип үҙе лә уйға ҡалды яугир. Күрмәгәнгә түгел, үҙеңә лә аңлауы ҡыйын икән шул – “Ирмен тигән ир кеше үҙенең кемлеген ике осраҡта белә. Беренсеһе – үҙенең йәнен алырға килгәндә. Икенсеһе – үҙе башҡаның йәнен алғанда”, тип әйтергә ярата беҙҙең командир. Тик һәр кем яугир була алмай, уныһы ла бар. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, фәлсәфә һатырға уҡымышым етеңкерәмәй икән. Шуға ябай ғына әйтәм дә ҡуям: һин минең иҫән-аман еңеп ҡайтыуымды ғына теләп тор. Торһаң да, ятһаң да, ултырһаң да, барһаң да, ҡайтһаң да гел телә, – тине Сабир хушлашып. – Мин еңелһәм, һиңә каюк. Шуны аңлаһаң, башҡаһы һиңә кәрәкмәй ҙә, абзый...
***
– Ә ҡояш байымай ҙа байымай, – тип ауыр көрһөнә Сабир түҙемһеҙләнеп. Һаман сыҡҡыһы, ҡотҡарыусыһының кәүҙәһен ҡыҙыу ҡояштан ҡаплағыһы килә. Бына бит тормош. Ә ҡалай тарһынған булғайны.
– Һеҙ эскеселәрҙән ҡасып бында килдем. Хатта һуғышта ла ҡотолоу юҡ һеҙҙән, – тип ҡыш буйы тиргәшеп сыҡҡайны бит ул. Үҙәгенә лә үткәйне шул. Әллә ҡайҙан табып эсә. Китеп юғалған мәлдәре лә була. Ике-өс тапҡыр шым ғына уның өсөн ҡарауылда торҙо. Оят та, яуаплылыҡ та юҡ. Хәйер, эскеселә оят ҡалмағанын атаһы менән әсәһенән күреп үҫкән бит инде.
– Хөрмәт түгел һинең исемең, хурлыҡ, – тип әрләп тә ташлай
– Дөрөҫ әйтәһең, мырҙа, – тип ризалаша меҫкен. – Бисә лә шулай тине. Берәй соҡорҙа ятып туңып үлгәнсе, балаларға саҡ ҡына булһа ла аҡсаң сыҡмаҫмы, тип ҡыуалап ебәрҙе.
– Ә нишләп һин, килә һалып, миңә сат йәбештең?
– Башҡаларҙан оялдыра, – ти Хөрмәт айыҡ сағында тәмәкеһен уйсан һурып. – Күреп торам, башҡалар ерәнә, ытырғана. Ә һин сарбаулап алған булаһың да барыбер йәлләйһең. Үҙемдең бисара малайҙарым һымаҡ.
“Эсмәгәндә һинән һәйбәте юҡ”, – тип ҡайһы ваҡыт башҡалар ҙа тәрбиәгә ҡушылып киткәндә:
– Һәйбәт түгел ул, йәпәтник! – тип ҡыҙа Сабир.
– Егет дөрөҫ әйтә, – тип йәнә йөпләй “Торба” – Хөрмәт. – Айныҡҡас, үҙеңде ғәйепле тояһың да башҡаларға ярарға тырышҡан булаһың. Яҡшылыҡтың сере ябай.
Шулай ҙа бер йәтеш яғы бар ине абзыйҙың: ер эшенә шәп. “Булды”, – тип үткән заманда әйтергә һаман да тел әйләнмәй. Ә Сабир уны фронт мәшәҡәттәренә, бигерәк тә окоп ҡаҙырға үҙе өйрәтте. Ҡасандыр, полигондан яңы килгән сағында ҡырыҫ холоҡло, талапсан һаҡалтай үҙен нисек өйрәткән булһа, тап шулай ҡыланды. “Ҡара ҡапсыҡҡа инеп ятҡың килмәһә, – тип башлап китә, – ҡаҙаһың да ҡаҙаһың. Ялҡауға йәһәт үлем. Ни өсөнмө? Окобы һай. Окобың – һинең ғүмерең. Бына тағы бер тормошсан мәҡәл: тирең күп аҡһа, ҡаның аҙ ағыр. Артиллерия һинең мәргәнлегеңә, зирәклегеңә, йүгереклегеңә төкөрөп бирә. Артанан ҡасып өлгөрөп булмай, ергә ни тиклем тәрән сумһаң, шансың шул тиклем арта. Ә инде мосолманса ләхет һымаҡ ҡаҙһаң, тағы ла уңайлыраҡ!” Һәм башҡа, һәм башҡа... Ҡылығын күҙ алдына килтереп, оялып ята инде хәҙер. “Өлкән кешенән ҡалай көлгәнмен. Ә ул бер тапҡыр ҙа “юҡ” тимәне. Насар һүҙ әйтмәне. “Ярай инде, мырҙа! Бөтөнләй бөтөрөп ташлама, – тигән була торғайны. – Тәнем менән берәй снаряд ярсығын тотоп ҡалһам да файҙам тейер”. Әйтерһең дә, алдан белгән. Моғайын, алдан уйлап йөрөгәндер: ҡапыл ырғып аяҡтан йыҡты ла үҙенең тәне менән пулянан ҡапланы бөгөн. Иртәнсәк кенә бергә ултырып сәй эскәйнек. Кеҫәһенән кәнфит сығарып биргәйне.
***
Атаһы ла, әсәһе лә эсте, шуға туғандары менән үҙ көндәрен үҙҙәре күреп, үҙ тамаҡтарын үҙҙәре ҡайғыртып үҫкән Сабир әҙәмсә тормошто тик армияға барғас ҡына күрҙе. “Ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан”, – тигәндәре ҡалай шәп нәмә икән”, – тип аптырата торғайны хеҙмәттәштәрен үҙенең бөтә нәмәгә ҡәнәғәт булып, ҡыуана белеүенә. Хеҙмәтенең аҙағында, МХО-ға контракт тәҡдим иткәс, уйлап та тормай ҡул ҡуйҙы. Кәрәк икән – кәрәк. Һуғыш та – шул уҡ ауыр эш. Күп ваҡытың әлеге шул көнитмеште хәстәрләп үтә. Ашарыңа табаһың, туҡтауһыҙ ҡаҙаһың. Йәнә лә тиҙерәк йүгерергә, йәһәтерәк ҡоларға, иптәшеңде арттан ҡапларға ла растяжкаға эләгеп ҡуймаҫ өсөн гел аяҡ аҫтын ҡарарға. Сослоҡ менән уяулыҡҡа ла ул бәләкәйҙән өйрәнгән. Аслыҡ үтә үҙәккә үтеп киткәндә, мәҫәлән, анда-һанда “хужаһыҙ” йөрөп ятҡан тауыҡты тота һалып, башын сабып өҙәһең дә, ҡайнаған һыуға мана һалып, йөнөн таҙалайһың һәм башҡа, һәм башҡа... Кәп ҡорһаҡты бер туйҙырыр өсөн генә лә күпме сослоҡ, эләкмәҫ өсөн күпме уяулыҡ кәрәк булған. Ә иҫерек атай менән әсәй берәй ерҙә ҡолап туңып үлмәһен өсөн күпме эҙләргә, тапҡас һөйрәкләп алып ҡайтырға күпме көс кәрәк?!
***
Һуғышта йөрөүенә икенсе йыл китте хәҙер. Ә тәүге алыш, тәүге сирҡаныс онотолмай. Сабир үҙендә шул тиклем ҡурҡыу йәшеренгәнен, ғөмүмән, донъялыҡта шул ҡәҙәрлем ҡурҡып була икәнен белмәгәйне, бында килмәһә, белмәҫ тә ине. Ике яҡтың да артиллерияһы ата башлағас, башын аймап, әсә ҡарынындағы һымаҡ йомарланып ятҡан килеш, туҡтауһыҙ: “Эй Аллам, ярҙам ғына ит! Аллам, ҡотҡар! – тип инәлде. – Ҡайҙа килеп ҡаптым мин?! Ошонан сыҡһам, бөгөн үк ҡайтып китәм!” – тип үҙен һүкте. Был дәһшәт инде бер ҡасан да туҡтамаҫ һымаҡ тойолдо. Ә арта туҡтағандан һуң, тынлыҡҡа һаман ышанмай, ҡурҡып һаман ята бирҙе. Һаҡ ҡына аяҡ-ҡулын ҡыбырҙатып ҡараны. Өҫтөндәге тупраҡтың ауырлығын тойоп һиҫкәнде лә саң араһынан сығырға маташҡан бөжәк кеүек тарбаңлап тубыҡланды. Башын ҡалҡытып ҡарағайны: шаҡ ҡатты. Эргә-тирәлә бер нәмәне лә таныманы. Ағаслыҡ сәрпәкләнеп юҡҡа сыҡҡан, ер өҫтө тәрән-тәрән соҡорло Ай йөҙөнә оҡшап ҡалған. Һеңгәҙәп торған арала, кемдеңдер бала һымаҡ үкһеп, ҡысҡырып илағанын ишетеп, әйләнеп ҡараны. Полигондан уның менән бер ваҡытта килгән өлкән генә мыҡты бер ир тубыҡланып торған килеш битен ҡаплап һыҡтай, ә командир, уның яурынынан ҡосаҡлаған, ипләп кенә арҡаһынан ҡаға: “Бөттө, бөттө бит инде! Тынысланабыҙ, хәҙер тынысланабыҙ!” Сабирҙың ҡарашын эләктереп, башҡаларға ярҙам итергә ымланы. “Истерика! Башта була ҡайһы берәүҙәрҙә! Иң мөһиме: ихтыярыңды ҡабат усҡа йомарлау”. Эйе, компьютерҙа танчик уйнап диваныңда ултырғанда, бер кем дә “пятисотый” булып йөрөрөн уйламай. Ә Сабир тәүге атышҡа сыҙаны, психикаһы имгәнмәне. Үҙенең яуҙаштарына, тимәк, иленә, кәрәк була алғанын тойҙо. Янындағы кешеләрҙең хәстәрлеген күрҙе. Яуҙаштарға хатта ҡурҡыуың тураһында әйтергә лә була икән – йәшереүҙең кәрәге юҡ – һәр кем ҡурҡа.
***
Алғы һыҙыҡта айлап, йыллап йөрөп тә һинән ысын яугир сыҡмауы бар. Шуны ла аңланы Сабир бер мәл. Һүҙ юҡ, хеҙмәтеңде үтәргә, тере ҡалырға, баш осоңда дрон жыуылдағанда, артиллерия уты аҫтында үҙеңде тоторға өйрәнәһең. Тик ябай һалдаттан яугиргә әйләнеү – икенсерәк икән. Ул бөтөнләй башҡа сифат. Ана шул сифатҡа эйә булған көнөн Сабир минутлап хәтерләй, Әжәл алдында ла ҡәнәғәтләнеп иҫеңә алып ятырлыҡ.
Таң атып килә ине: дүрттәр менән биштәр араһы, дөрөҫөрәге, 4 сәғәт тә 27 минут: үлтереп йоҡо килгән саҡ. “Ҡарауылды тапшырам да блиндажға инеп ауам”, – тип хыялланып торғанында, алыҫтан геүләү ишетеп ҡалды. Шунда уҡ рацияһы уянып китте: уң яҡ күршеләр ауыр техника яҡынлашыуын хәбәр итте. Саҡ ҡына ла үтмәне – асыҡланылар: “Дүрт БМП-ла пехота”.
Сабир рациянан үҙенекеләрҙе саҡырырға кереште, яуап юҡ. Ул арала техника шауы яҡыная төштө. Ҡарауылды ташлап, блиндажға йүгерҙе: “Беҙҙең яҡҡа дүрт БМП менән пехота килә!” Егеттәр һикереп тороп броникҡа тотондо. Минут үттеме, юҡмы – барыһы ла тышта ине. Сабир еңел һуланы. Учебканан алып: “Тик ышанысты аҡларға!”, “Тик берәй хата яһап зыян килтереп ҡуймаҫҡа!” – тигән ҡурҡыуы бар ине. Әле бәләкәс кенә булһа ла бурысын үтәне. Быныһы ла һәйбәт.
Ул арала БМП орудиенан ата башланы. “Тарпан” – Байсар гранатометтан яуап ҡайтарҙы. Сабирға разведчик торбаһы биреп уң яҡтағы ағаслыҡты күҙәтергә, дошман күренһә, хәбәр итергә әмер булды. Атыш башланыу менән ҡаушап киткәйне, бойороҡ алғас тынысланды. Эше булды. Барыһы ла аңлашыла. Үтәйһең.
Бер яҡтан ағаслыҡты ҡарай Сабир, һыңар күҙ менән Байсарҙы күҙәтә. Ә ул сүгә биреп траншеянан күтәрелә лә атып ебәреү менән кире сума. Башҡа егеттәр автоматтан атып уны ҡаплай. Тағы, тағы. Сабир уның сослоғона, мәргәнлегенә, етеҙлегенә, ҡурҡыуһыҙлығына һоҡланып бөтә алмай. Бына бер БМП-ны яндырҙы бит. Тик, хәйерһеҙе – снаряд бөттө, ә яңылары килеп етмәгән. Ул арала Сабирҙың флангыһындағы юл айырсаһына бер нисә дошман килеп баҫты. Беҙҙең РПГ шымды, эргәләрендә БМП – иркенләп киттеләр былар. Был яҡҡа ҡарайҙар, ә ҡояшҡа ҡаршы торғас, Сабирҙы күрмәйҙәр. Шул тиклем ҡулы ҡысыта. “Ҡайҙа беҙҙең арта? Нишләп һаман атмайҙар?” – тип ыуалана. Торбаны ситкә һалып ҡуйҙы ла автоматын алды. Ҡыуаҡтан һонолоп атып ебәрҙе. Ҡабаттан ҡыуаҡ артына боҫто, шунан тумарлап барып траншеяға сумды. Теге яҡтан яуап булманы. Тимәк, ҡояш арҡаһында улар абайламай ҡалған. Тағы ҡыуаҡ артына боҫҡайны, ағаслыҡтан бер нисә кеше килеп сыҡты. Ә улар бит яңы ғына булған хәлде белмәй. Уңышлы алымды тағы ҡабатланы. Яралыларҙы алып китә торған пикапты күргәс, эшенең һөҙөмтәһен белде егет. Шул тиклем, бығаса кисерелмәгән ҡәнәғәтлек тойҙо
Ул арала беҙҙең арта эшкә тотондо. Уның туҡтағанын саҡ көтөп алған Сабирҙың инде тиҙерәк алышҡа ташланғыһы, ҡалған дошмандарҙы эҙәрләгеһе, әле генә кисергән еңеүсе тойғоһон ҡабат татығыһы килде. Инде нимә эшләргә кәрәклеген, ниһайәт, үҙенең кәрәк урында, кәрәк сифатта икәнен аңланы. Ошонан алып башы бөтөнләй башҡаса фекер йөрөтә башланы. Дрондан йәшенеү генә түгел, уны нисек бәреп төшөрөү тураһында. Дошманды ҡырып һалыу өсөн иң йәтеш урынды табыу тураһында... Еңеүсе оһоло барлыҡҡа килде, унда, ниһайәт, ысын яугир тыуҙы.
Юҡ, ҡурҡыуы бер ҡайҙа ла китмәне. Тик ул инде ҡурҡыу тойғоһоноң ярҙамсы икәнен, уның йәнде һаҡлағанын, нимәнән ҡурҡырға, ә нимәнән ҡурҡмаҫҡа икәнен белә башлағайны.
Һиңә ҡаршы иҫәпһеҙ-һанһыҙ артиллерия, бронетехника, авиация эшләй. Уларҙың барыһын да һинең йәнеңде алыр өсөн кешелектең иң зиһенле, аҡыллыларҙан аҡыллы, белемлеләрҙән белемле белгестәре уйлап тапҡан. Күпме ғалим һине нисек оҫтараҡ үлтереү хаҡында арымай-талмай баш вата. Асыштары менән маҡтана. Ошо аяуһыҙ шарттарҙа еңеүсе булып сығыр өсөн һин, яугир, тағы ла уяуыраҡ, сосораҡ, оҫтараҡ һәм, әлбиттә, даланлыраҡ булырға тейешһең! Бына ҡайҙа ул адреналин!
***
“Мамай” позывнойлы Инсаф.
– Ағайҙар, хәлегеҙ нисек? – Был Инсаф – “Мамай”. “Геродот” – Ибраһим өнһөҙ генә баш бармағын күрһәткән була. “Бирешмәйбеҙ!” Йәрәхәте яңаҡта булғас, һөйләшеүе ҡыйын. Бәхеткә күрә, үтә тәрән түгел, ахыры, тиҙ төҙәлер. Шулай тип уйлай Азамат, әйтерһең дә алда ғүмер бар һымаҡ итеп. Кеше күңеле үлемде бер нисек тә ҡабул итә алмай шул. Уйы менән тормошҡа йәбешеп ята, бәлки, уй тупраҡҡа ҡайтҡан тән менән тороп ҡалалыр... Ул арала Инсаф килеп, фляжкаһынан һыу уртлатты. Булыр-булыр ҙа кеше шул тиклем ипле, игелекле булмаҫ. Һуғышта кешенең кемлеге бик тиҙ беленә.
Азамат “Мамай”ҙың полигондан килгән тәүге көндәрен иҫкә төшөрҙө. Яурындары төшөнкө, йөҙө һытыҡ, ләғер генә бәндә. Һөйләшеп тә, кешегә ылығып та бармай. Үтә сабырмы, әллә самаһыҙ йыуашмы? Уға ҡарайһың да, был оҙаҡҡа бармаҫ, алдан уҡ үлергә әҙерләнеп килгән, тигән тойғо ҡала. Ундайҙар тәүге бойҙан һуң уҡ йә үлә, йә яралана, йә һына. Тәүге заданиеға командир уны “Сая” позывнойлы Чечняны үткән тәжрибәле, ҡырыҫ, аҙ һүҙле уҙаман менән ҡуйҙы. Киттеләр. Азамат ниндәйҙер ауыр тойғо менән арттарынан ҡарап ҡалды. Ярай тегендә мажараһыҙ ғына көн үткәреп, әмерҙе үтәп, кире сығып килгәндә, “Сая” минала шартлаған. Яра ауыр: аяҡ тубыҡтан өҫтә өҙөлгән. Ҡанды туҡтатыуы ҡыйын. Яра алған элекке баҫыу ере – ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөй торған үлемесле урын. Дошман минометтары тоҫҡалған, һауала дрондар аҫылынып тора. Бындай ерҙәргә яралыларҙы эвакуациялай торған төркөм тығылмаҫҡа тырыша. Бер кешене сығарам тип, дүрт-бишәү ятып ҡалған осраҡтар күп. Был хаҡта барыһы ла белә. Ундай урындарҙа ҡандары ағып бөтөп байтаҡ егеттәр зарығып ятып йән бирә. Аҙаҡтан мәйеттәрен дә оҙаҡ ваҡыт алырға форсат сыҡмай. Бына шундай һуғыш, бөтөнләй яңыса, заманса.
Егеттәрҙең барыһының да башынан ошондай уй үткәндер, әммә һис кем өндәшмәне. Сөнки иртәгә, йәки хатта бер сәғәттән, йә бер минуттан (һуғышта бөтәһе лә күҙ асып йомғансы үҙгәрә) үҙеңдең дә “Сая” һымаҡ ҡанһырап үлем көтөп ятыуың ихтимал. Машинаға тейәлделәр ҙә киттеләр. Эңер төшөп килгән ваҡыт. Барып еткәнсе күҙ бәйләнәсәк. Бәлки, теүәл генә ҡайта алырбыҙ, тигән бөләңгерт кенә өмөт сатҡыһы бар. Әллә инде... “Мамай” тәүге тапҡыр, йүнләп үҙен нисек тоторға ла белмәй. Кәүҙәгә лә “Сая”нан ике тапҡырға бәләкәйерәк. Жгут менән тарттырып ҡанды туҡтатһа, промедол ҡаҙаһа ла әлхәм. Егерме минут тирәһе машинала барҙылар. Артабан ярты сәғәттән ашыу – йүгерә-атлап. Үҙебеҙҙең позицияларҙың сигенә барып етеп килгәндә, “Мамай” бәйләнешкә сыҡты. Ағаслыҡ эргәһендәге ҡаты юлға етеп туҡтаған. Ә был “Сая” яраланған урындан ярты километр тирәһе. Ярай, исмаһам, үҙе сыға алған. Яралыны ҡайҙа ҡалдырғанын әйтер. Эскә йылы инеп китте. Ашығырға кәрәк. Ҡараңғы. Аяҡтарға ботлап мәте йәбешкән. Барған һайын аҙымдар ауырая, хәл бөтә, үпкә алҡымға тығыла. Бына фонарь яҡтыһы елпелдәп алды. “Мамай”! Йүгереп барып эргәһенә ауҙылар. Эргәһендә – “Сая”! Үҙ аңында! Алып сыҡҡан! Хатта “Сая”ның: “Өҙ ҙә ташла, барыбыр эшкә ашмаясаҡ”, – тиеүенә ҡарамаҫтан, “Хәҙер врачтар ялғап ҡуя белә”, – тип ит тә һеңерҙә генә аҫылынып торған аяҡты ла ҡалдырмаған. ( Ә бит врачтар, ысынлап та, аяҡты нисектер ҡабат йыя алған. Ҡыҫҡараҡ булып ҡалған-ҡалыуын да. Ни тиһәң дә, үҙеңдеке үҙеңдеке инде). Организмға адреналин һирпелгән саҡта рухы ныҡ, ихтыяры көслө кеше үҙендә ғәйәт ҙур ҡеүәт тоя, башы сәғәт һымаҡ эшләй. Бәхеткә күрә, “Мамай” ана шундай кеше булып сыҡты. “Сая”ны йәһәт кенә носилкаға һалып кире йүгерҙеләр. “Мамай” ҙа носилкаға йәбеште. “Етер һиңә! Былай ҙа әҙәм ҡулынан килмәҫлекте эшләгәнһең! Шул тиклем араны дрондар, миномет уты аҫтында, мәтеһе аҡтарылып ятҡан баҫыуҙа ни йәнең менән һөйрәп шыуышып килдең!” – тиҙәр. Ни тиклем ҡеүәт: беләк көсө лә, рух та кәрәк бының өсөн. “Рәхмәт, туған! Һин “Сая”ны ғына түгел, беҙҙе лә үлемдән ҡотҡарҙың! “ Илла-алла менән машинаға килеп еткәс кенә асыҡланды: ярсыҡ үҙенең дә маңлайын сыйып үткән, тиреһе әйләнеп һыңар күҙен ҡаплап тора, шыбырҙап ҡан аға. Машинаға ултыртып үҙен дә госпиталгә ебәрҙеләр. Тиҙ арала ямалып кире килгәнендә, инде үҙ күреп, туған итеп ҡаршыланылар. Бындай яугирҙәр алғы һыҙыҡта алтындан да ҡиммәт. Яныңда шундайҙар булғанда, йәнең дә тынысыраҡ, ҡурҡыуыңды ла йүгәнләп була. Ни булһа ла ташламаҫына ышанаһың. Ә ул аҙаҡтан “Сая”ға: “Ағай, һин үлеп ҡуйма инде. Һөйләшеп ят, һөйләш, мин үлектәрҙән ҡурҡам!” – тип ялынғанын һөйләп көлдөргәйне.
Бер мәлде Сабир:
– Мин тәүҙә “Муравей” инем, – тип кемдең нисек позывной һайлағанын һорашырға тотоноп китте. – Ҡырмыҫҡа кеүек бөтөн нәмәне ташығаным, запаслы булғаным өсөн командир ҡушҡайны. Тик бигерәк оҙон, уңайһыҙ. Ә мин үҙем “Алабай” тип алайым тигәйнем.
– Ә нишләп Алабай?
– Тыуа-тыуғанымдан “әрһеҙ алабай” тип әрләнә торғайным. Тик егеттәр “Шырмый” тип алды ла китте.
– “Шырмый” шәберәк. Әйтергә лә йәтеш, юмор ҙа бар. Үҙеңә бик тә килешә.
– Бына Инсаф абзый дөрөҫ һайлаған. Мамай хан, хандың да ниндәйе, тарихта тороп ҡалғаны.
– Хан, имеш, – тип ғәҙәтенсә тыйнаҡ көлөмһөрәне Инсаф. – Мәмәй мин, ә урыҫса Мамай була. Бәләкәйҙән йәбешкән ҡушамат
– Әһә, итерһең һине мәмәй! – тип көлөштөләр.
Ә “Мамай” шаяртмай ине. Ипле, сабыр, эшсән әсәһенең :“Аш менән атҡанға ла таш менән ат”, “Харам беҙгә килешмәй”, “Кеше рәнйешен алып ҡуйма”, – тип ныҡып үҫтергән аяулы балаһы ул. “Ярар, балам, ҡуй. Ярар, балам, күнәйек! Ярар, ярар”, – тип гелән тыйғанға өйрәнгән. Саҡ ҡына иртәрәк, совет осоронда, тыуған булһа, улай ауырға ла төшмәҫ ине, урынын да табып китер ине, бәлки. Хеҙмәт кешеләренең ҡәҙере, намыҫлы эштең баһаһы бар ине бит ул заманда. Ә тыйнаҡлыҡты йыуашлыҡ, ихласлыҡты алйотлоҡ, аҡсаны тормош маҡсаты итеп күргән өҙгөс капитализм ҡаршыһында, оятһыҙлыҡ алдында ул ҡаушап ҡалды.
Ҡайҙа ғына эшкә урынлашып ҡараманы: бер урында – бурлыҡ, ҡушылып урлашмаһаң, һин – дошманһың. Икенсе урында – эскелек. Табынға ҡушылмаһаң, һин – ят бауыр! Өсөнсө урында маҡтап-маҡтап эшләтәләр ҙә бер тин түләмәй алдап ҡайтаралар...
Бисәһе, аҡса таба белмәйһең, тип ыжыны-ыжыны ла яңғыҙ улдарын алып үткер кешегә сығып китте. Ҡатын өсөн өҙөлмәне “Мамай”. Яратып алһа ла, бергә йәшәгән дүрт йыл эсендә, үтмәҫ бысҡы һымаҡ, тәҡәтен ҡоротоп бөткәйне. Балаһы өсөн эсе янды. Ныҡ ауыр булды. Ә ҡатын: “Ирем көнсөл. Һинең бала менән осрашыуыңды яратмай”, – тип улын күрһәтмәҫ тә булып китте.
Аңҡы-тиңке килеп йөрөгәндә, әсәһе ауыр сиргә һабышты, йылдан ашыу ғазапланып ятып йән бирҙе. Был донъялағы берҙән-бер ғәзиз кешеңә ярҙам итә алмау, күҙеңә ҡарап һыҙланып, зарығып ятыуы аҡтыҡ көстө алды. Бына шундай төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгәндә ҡатыны: “Малайҙы яңы ирем уллыҡҡа алырға теләй. Исмаһам, бала һәйбәт тәрбиә күреп, етешлектә үҫһен”, – тигән булып, ризалыҡҡа ҡул ҡуйҙырып алды. Дөрөҫөн генә әйткәндә, тормоштан ваз кисеп, төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгәндә, мобилизация бер мөмкинлек һымаҡ булды ул.
Повестка алғас, көймәне лә, ҡыуанманы ла. Үҙенә тотош ҡул һелтәгәйне. Ғәҙәтенсә, кешегә ауырлыҡ төшөрөп, имгәк булмаһам ярар ине, тип кенә уйланы. Бығаса тормошта мәмәйлек булып тойолған талымһыҙлыҡ, нәфсеһеҙлек, баҫалҡы сабырлығы, тоғролоғо, фиҙаҡәрлеге, ярҙамсыллығы, тырышлығы һуғышта бик кәрәкле сифаттар булып сыҡты. Ғүмерендә беренсе тапҡыр ошонда үҙ-үҙенән ҡәнәғәтлек алып, рәхәт тойғо кисерҙе.
***
Яраланып, госпиталдә ятып сыҡҡас, бер генә ҡайтып әйләнде Инсаф. Шунда ла күңеле ныҡ ҡырылып килде. Кешеләрҙең һаман да битараф йәшәй алғаны башына һыйманы. Хатта үсәгән һымаҡтар. Илдә ни тиклем насарыраҡ булһа, шул тиклем уларға яҡшыраҡ. Әйтерһең, тик Рәсәйҙә генә ғәҙелһеҙлек, азатлыҡ юҡ. Ә башҡа яҡтарҙа ал да гөл, хатта ожмах. Кешеләре лә фәрештә һымаҡ. Ҡайҙан барлыҡҡа килгән ул бындай хыянатсыл рух? Ана үҙенең еҙнәһе генә лә, дүрт бала атаһы, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған кеше. Оялмай ҙа, ауыҙы ла ҡыйшаймай: “Көйөп китмә, ҡәйнеш, украиндар беҙ башҡорттарға теймәй ул”, – тип ҡарап тора. Нишләп тик башҡорттарға ғына теймәҫкә тейештәр? Был хаҡта үҙе лә белмәй. Ауыҙынан сыҡҡанды ҡолағы ишетмәй, ахыры.
– Һинең башҡортлоғоңдо тикшереп торған кеше булырмы, еҙнә? – тип ябай ғына итеп аңлатып ҡараны. – Улар өсөн беҙ барыбыҙ русня. Күҙ алдыңа килтер, мин бер һөжүмде генә һөйләйем. Промкала булды был хәл. Туп-тура, үрә баҫып киләләр: өҫтәренә беҙҙең пулялар түгел, ямғыр яуған һымаҡ... Бөтөн обойманы атып бөтәһең, ә уға барыбер. Мин атам – ул ҡолай, тағы тора, бер нәмә лә булмаған һымаҡ тағы килә. Башына йәки йөрәгенә тейҙерергә кәрәк. Ә брониктағыларҙың йөрәгенә тейҙереү ҡыйын. Башына атаһың: йығыла, тик ҡайһы берҙәре хатта башһыҙ ҙа торорға, һаман атларға маташа. Ҡурҡыштан сәстәр үрә тора. Ә бит ул яңғыҙы түгел, йөҙәрләгән киборг һинең өҫтөңә менеп килә. Улар ауыртыуҙы ла, ҡурҡыуҙы ла тоймай. Ҡырып һалаһың, ә артынан бүтәндәр ябырыла. Тағы, тағы, тағы... Беҙ инде үлтереп арыныҡ, ә улар һаман-һаман ташлана...
Телевизорҙан һуғышты кино шикелле генә ҡарап өйрәнгән еҙнәһе ҡәйнешенә ышанғыһы килмәй, шикләнеп ҡарай.
– Шунан?
– Шул. – Ағарынып киткән “Мамай” һаман күҙ алдында торған ауыр күренеште ҡыумаҡ булып башын сайҡап ҡуйҙы. – Наркотик һымаҡ бер шыйыҡса эсәләр ҙә, тәьҫире ун көнгә етә.
– Ҡайҙан беләһең?
– Аҙаҡтан, әсир төшкәндәре һөйләне. Шунан егеттәр бер блиндажда шешәләренә “Тере һыу” тип яҙылған шыйыҡса тапҡан. Бына шундай һуғыш, еҙнә. Быға тиклем булмағанса аяуһыҙ. Хатта Чечняла былай түгел ине, тип һөйләй унда ҡатнашҡан егеттәр. Һинең кемлегең, нимә уйлауың уларға кәрәкмәй. Һин – русня, москаль. Улар һиңә һөсләтелгән. Нисек, кем һөсләткән, ни өсөн – ул хаҡта уйларға һуң инде. Бына шуларға ҡаршы торорға тура килә, еҙнә. Ә һин, көймә, тиһең. Был – компьютер уйыны түгел.
Аңланымы еҙнәһе, юҡмы. Әммә йөҙөнә ҡурҡыу шәүләһе яғылды былай. Һуғыштан түгел, “мәмәй – мәмәй инде” тип бығаса эшкә һанамаған ҡәйнешенән нығыраҡ шөрләне, ахыры. “Ярар, илап ҡалған кеше булмаҫ”, – тип уйлай хәҙер яугир.
Апаһы менән еҙнәһенең ипләп кенә түләнергә тейешле аҡсаларҙы нисегерәк юллап алыу тураһында һорашыуынан, еҙнәһенең ҡыйыҡты алмаштырырға, өйҙө профнастил менән көпләргә кәрәк, тип һөйләнеүенән ҙур аҡсаға өмөттәре барлығын төшөнә ул. “Ярай, берҙән-бер туғаным бит апайым. Әсәйем ауырығанда ла ҡарашты. Рәхәтен күрһендәр”, – тип уйлаһа ла, яманһыу инде ул. Үкендерә лә. Ҡабаттан башлап йәшәргә ине. Әллә нисек көшмөрәп, баҫылып йәшәлгән... Ниҙән ҡурҡылған? Әгәр тағы ғүмере булһа, бөтөнләй башҡаса, иркен тын алып, күкрәк киреп, күтәренке күңел менән йәшәр ине һымаҡ... Улын да бер нисек ҡайтарып ала алыр ине ул. Берәй яйы табылыр ине...
***
“Геродот” позывнойлы Ибраһим.
Ибраһим һуғышҡа оҙаҡ йыйынды. Тота килеп сығып китерлек йәштә түгел шул. Тамамлайһы эштәре байтаҡ, ослайһы мәшәҡәттәре лә күп Хәйер, үлгәндә лә өс көнлөк эш ҡала, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Сәфәренең бер яҡлы ғына булыуы ла бик мөмкин. Шуны күҙ уңында тотоп, бөтөн документтарҙы тәртипкә килтерҙе, васыятын яҙҙы, күрергә теләгән кешеләрен күреп, әйтергә теләгән һүҙҙәрен әйтеп, бурыстарын түләп ҡуйҙы. Бер-бер хәл булһа, ҡатынына, балаларына ауырға төшмөһен өсөн, бер нәмәне лә онотмаҫҡа тырышты. Иң борсоғаны һаулығы ине. Ғүмер буйы, пенсияға сыҡҡас тотонормон, тип иғтибар ителмәгән. Ярай, уҡыусылары менән йөрөгән оҙайлы походтар – тауҙар артылыу, йылғалар буйлап һалда йөҙөүҙәр үтә ҡаҡшап, таралып, йәйрәп китергә бирмәгән. Унан да бигерәк, нәҫелдән күсә килгән ныҡлыҡ, сәләмәтлек йәше өсөн ярайһы, үтә зарланырлыҡ түгел. Тик выжданы туҡтауһыҙ ҡыуалаһа ла, тәүәккәл аҙым яһауҙан нимәлер тотоп тик тора ине. Нимә икәнен үҙе аңлай ул – ҡурҡыу. Күп ҡырлы ҡурҡыу – йәне менән тәне өсөн генә түгел – быныһы тыумыштан һәр йән эйәһендә лә бар. Үтә яуаплы булып, бөтә эште “бишле”гә генә түгел, “плюс бишле”гә эшләп өйрәнгән кеше ғүмер ахырында тормошон өр-яңынан башлауҙан ҡурҡа: әгәр эшкинмәгән һалдат булып, кешеләргә имгәк булып ятһа? Иң борсоғаны шул. Университетта хәрби кафедра булғанлыҡтан, ул бит хатта армияла ла хеҙмәт итмәгәйне.
Бөтөн икеләнеүҙәрен һыпырып ташларға, ғәҙәттәгесә, осраҡлылыҡ ҡотҡарҙы. Элек бер осорҙа уҡыған танышы осраны. Уның “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә булғанын, быға тиклем “Вагнер”ҙа йөрөгәнен сала-сарпы ишеткәне бар ине Ибраһимдың. Әле госпиталдән сығып, яраларының уңалғанын көтөп йөрөй икән. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙылар. Шунда сәйер бер фекер әйтте: “Башта уйыңда үлергә кәрәк, - тине. – Шул ваҡытта ниндәйҙер еңеллек килә – ни булһа ла була... Йәшәүгә сат йәбешеүҙән туҡтайһың, баш яҡшыраҡ эшләй башлай, сөнки инде ҡороштороп алған ҡурҡыу ебәрә. Тимәк, тере ҡалырға шанс арта төшә. Һин хәтерләмәйһеңдер инде. Бер ваҡыт мәктәпкә һуғыш ветеранын осрашыуға саҡырғайнылар. Шунда мин, бер ҡатлы бала: “Ә фронтта ҡарҡыныс булдымы?” – тигән һорау бирҙем. Ә ул, бөтәбеҙҙе лә аптыратып: “Юҡ, беҙҙе барыбер үлтерәсәктәрен белә инек. Бөгөн булмаһа, иртәгә, - тип яуапланы. - Ғәрип булып ҡалыуҙан ҡурҡтыҡ та, пленға эләгеүҙән. Һуғыштың аҙағында ғына тере ҡалырға өмөт уянды”. Ғүмерлеккә хәтеремдә ҡалды был һүҙҙәр: “Барыбер үлтерәсәктәр”. Мейемдә шул гел шырау ише тора торғайны. Ә бер көндө ҡапыл аңланым: һуң беҙ бит барыбер үләсәкбеҙ. Тыуымдан ҡалмаған, үлемдән ҡалмай. – Инде үҙе әллә нисәмә һуғыш ветераны йылмайҙы.
Һүҙҙең иң башта үлемдән башланыуы Ибраһимды айнытып ебәргән һымаҡ булды. Әммә яугир үҙең менән нимәләр алырға, нисек әҙерләнергә, кейем-һалым, кәрәк-яраҡҡа күсте: “Хәйер, төрлөсә булырға мөмкин. Әжәлде алдап булмай, кемгә һыуҙан үлергә яҙған, шул утта янмай, тиҙәр бит. Нимә булһа ла булыр, тиһең дә, белгәнеңде тырышып эшләйһең, - тип йомғаҡланы. - Был һуғыш, быға тиклемгеләргә оҡшамаған. Иң мөһиме, паникаға бирелмәҫкә лә абай булырға. Тәүге аҙна-ун көн, алйотлоғоң арҡаһында ҡара ҡапсыҡҡа кермәһәң, артабан үҙең төшөнәһең. Һуғышта бөтәһе лә тиҙ, тәжрибә туплау ҙа...
Тағы ла бер бик мөһим нәмә, - тип дауам итте. - һин унда үҙең өсөн бараһың. Ниндәйҙер эскеме, тышҡымы сәбәптәрең арҡаһында. Был юлды һин үҙең һайлағанһың, бер кем дә мәжбүр итмәгән. Бөтә һөҙөмтәләр өсөн яуаплылыҡты аңлы рәүештә үҙ өҫтөңә алаһың. Ватан алдында бурыс, һәм башҡа тра-ля-ля етди түгел. Бындай яуаплылыҡ иҫән-аман ҡайта алһаң, ғүмерең буйы башҡаларға үпкәләп, хөрмәт көтөп, бахыр булып йәшәмәҫ өсөн кәрәк”. Мәйеттәрҙе үҙенең көҙгөләге сағылышына ҡарағанда күберәк күргән тәжрибәле, ҡырыҫ кеше ине ул. Ысын мәғәнәһендә – яу ире.
“Бараһыңмы?” – тип һораны ахырҙа. “Барам”, - тине Ибраһим. Шунда ныҡлы ҡарарға килде лә, өҫтөнән тау төшкән һымаҡ булды. Икеләнеү күпме көсөн алып торған икән. Бына шулай килеп эләкте Ибраһим МХО-ға. Йылдан ашыу ваҡыт үтте. Тере әле. Һынатҡаны булманы бығаса. Йәштәрҙәң ҡалышҡан мәлдәр ҙә бар, уҙҙырып ебәргән саҡтар ҙа...
“Тарих ҡабатлана”, - тип уйлай Ибраһим. Улар мәктәптә уҡығанда Донецк ҡалаһындағы “Ҡаһарманлыҡ” клубы эҙәрмәндәре менән хат алышты. Иң тәүге хаттарында: “Улар өҫтә генә ята ине. Трактор ер һөргән ваҡытта береһенең баш һөйәген һабанға эләктергән. Әммә биш һалдаттың бергә ятҡанын аңлап була. Бер һалдат йөҙтүбән ята. Баш һөйәгендә пуля тишеге бар. Аяғында – быйма. Билендә ҡайыш. Патронташында биш патрон ҡалған. Икенсе һалдаттың баш һөйәге икегә ярылған. Уның аяғы аҫтында өсөнсө һалдаттың түше менән ҡулдары... Иң аҫтағы һалдат көрәк өҫтөнә йығылған. Моғайын, был ҡәберҙе унан ҡаҙҙырғандар ҙа, иң беренсе атҡандар. Ҡышҡы кейемдәренә ҡарап беҙ уларҙы ошо ерҙәрҙә рейдта булған Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәрелер, тигән фекергә килдек. Бер нисәһенең жетоны һаҡланған. Тик, эсендәге ҡағыҙҙар ныҡ иҫкергәнлектән, фамилияларын тулыһынса уҡып булмай.” Тарих уҡытыусылары, ошо рейдта ҡатнашҡан ветеран, был һалдаттарҙың исем-фамилияларын белеүҙә ныҡ ярҙам иткәйне. Уҡытыусыһына ярҙам иткән, хаттар яҙышҡан, аҙаҡтан тарих уҡытыусыһы һөнәрен һайлаған Ибраһим, әле үҙе ошо тупраҡта ята. Бәлки, утыҙ-ҡырҡ йыл ваҡыт үткәс кемдәрҙер: “Улар алтау булған”, - тип яҙыр...
Ә әлегә ҡат-ҡат сорналған баштан ҡан һарҡый. Һыҙланыу елекккә төшә. Моғайын, ярсыҡ яңаҡ һөйәген дә йәнсеп үткән. Ә Ибраһим уйҙары менән аяныс бөгөнгөнән алыҫҡараҡ китергә маташа ла, хәтирәләр һаман һуғыш тирәһендә өйөрөлә. Бынан ҡайҙа ятҡан тыуған яҡтарында ла уның аяныслы, ҡайғылы шауҡымы.
...Мәҙәниәт йорто алдына ҡыҙыл келәм түшәлгән. Ҡушарлап ҡуйылған оҙон өҫтәлдә Рәсәй флагы менән ҡапланған табут. Ә уның алдында хәрби кейемдә төшкән ҙур портрет. Малайҙарса мөләйем йөҙ, ирен ситенә ҡунған йылмайыу. Ул етди күренергә тырыша, әммә уйсан ҡарашлы сәгер күҙҙәрҙә паклыҡ менән ихласлыҡ ҡына. Ул һәр ваҡыт уйсан булды. Дәрестә лә, тыңлар-тыңламаҫ кеүек ултыра бирә лә, шундай ҡатмарлы һорауҙар биреп ҡуя. Ә алдап булмай – Ибраһим йыш ҡына бөтә класс алдында: “Мин был хаҡта бөгөн төплө яуап бирә алмайым. Киләһе дәрескә әҙерләнеп килермен”, - тип әйтергә мәжбүр була торғайны.
Йыназа тамамланып, халыҡ таралышҡан мәлдә, яугирҙең яҡын ғына инәһе килеп, йөҙөнә тишә ҡарап әйтте: “Бына һеҙҙең “Зарница”лар уйнатып, походтарға йөрөтөп, патриот итеп тәрбиәләгән уҡыусығыҙ юҡ хәҙер”. Үкенес тә, битәр ҙә бар ине тауышында. Ул ҡарашты күтәрә алманы Ибраһим. Кисергеһеҙ ғәйеп тойғоһонан башын аҫҡа баҫты... Таныш ине Ибраһимға был ғәйеп. Бына күп йылдар элек шаһит булғайны ул бындай ҡарашҡа. 9 Май байрамы ине. Еңеү өсөн йәндәрен фиҙа ҡылған ауылдаштарының исемдәре яҙылған обелиск янында митинг булды. Фронтовиктар сығыш яһаны, уҡыусылар шиғырҙар һөйләне. Тантана бөткәс бер әбей ветерандар янына килеп: “Ҡалай ҡуҡрайышып торған булаһығыҙ. Һеҙ ҡайттығыҙ. Ә ысын батырҙар – беҙҙең ирҙәребеҙ - яу яланында ятып ҡалды”, - тине.
Шунда фронтовиктарҙың береһе ул әбейҙе, ҡаһарман яугирҙең тол ҡалған ҡатынын, ҡосаҡлап иланы. Ә башҡа ветерандар уларҙы уратып, баштарын эйеп торҙо. Күп кеше шаһит булды быға. Икенсе көндө дәрестә Ибраһимдарҙың уҡытыусыһы ветеран яугир Александр Твардовскийҙың шиғырын уҡыны:
Я знаю, никакой моей вины
В том, что другие не пришли с войны,
В том, что они - кто старше, кто моложе –
Остались там, и не о том же речь,
Что я их мог, но не сумел сберечь, -
Речь не о том, но всё же, всё же, всё же...
“Шулай ҙа, шулай ҙа, шулай ҙа”... – тип ҡабатлағанда, төпкә батҡан күҙҙәренең тәрән соҡоронда бер бөртөк кенә йәш ялтырап китте. Йөрәк ҡағышы һымаҡ сикәне ғүмер буйы сүкеп торасаҡ был әрнеүле хисте йәнә иҫенә төшөрҙө инде Ибраһим. МХО-а юлланыр алдынан хушлашырға ингәйне уҡыусыһы.
– Нисек белергә? Бергәләшеп фашизмды еңгән ике халыҡтың ҡайһыһы ул Бөйөк еңеүгә тоғро ҡалды, ә кем хыянат итте? Донъяны гитлерсыларҙан азат иткән геройҙарға ҡуйылған һәйкәлдәрҙе кем емерә? Гитлер менән бергә һуғышҡан хаиндарҙың исемдәрен кем мәңгеләштерә, урамдарға, мәктәптәргә уларҙың исемдәрен ҡуша? Кем Еңеү өсөн йәнен ҡорбан иткән һалдаттарҙың аҫыл һөйәктәре ятҡан туғандар ҡәберлектәрен аҡтара? Еңеү килтергән һалдаттың ер ҡуйынындағы һөйәгенә лә сыҙарлыҡ булмағас, уларҙың эсендә нимә ҡайнағанын күҙ алдыңа килтер! Ахыр сиктә, кемдең нимә йырлағанына ҡолаҡ һал: Бөйөк Еңеү йырҙары кемдә ҡалды? Кем ата-бабалары ҡан түгеп яулаған азатлыҡты селтәрле трусикҡа алмаштырҙы?
– Быныһы асыҡланды, - тине егет бер аҙ уйланып ултырғас. – Тағы ла бер һорау: ә ни өсөн бөтә донъя беҙгә ҡаршы, ә уларға ярҙам итә? Берәү генә хаҡ, ә башҡаларҙың нахаҡ булыуы мөмкинме ни?
– Ә ҡасан башҡаса булғаны бар? Гитлер яғында Европаның ун биш иленән үҙе теләп ике миллиондан ашыу кеше һуғышҡан. Европа нимә, әллә ҡайҙа ятҡан бәләкәй генә Таиланд та ситтә ҡалмаған. Һанай китһәң, уйлай китһәң, сәстәр үрә торорлоҡ. Беҙҙең илдең мәңгелек дошмандары ебәргән ҡорал, аҡса – улар барыһы ла әлеге хыянат хаҡы. Йәһүҙә Искариоттың Ғайса пәйғәмбәрҙе һатҡан утыҙ көмөш аҡсаһы һымаҡ. Ә Оксананың ейәндәре ҡайһы яҡталыр, әйтә алмайым. Яҡшылыҡ тиҙ онотола. Ә бына “Ҡаһарманлыҡ” клубында йөрөп Башҡорт атлылары дивизияһының хәбәрһеҙ юғалған тип һаналған яугирҙәрен тиҫтәләрсә йылдар үткәс табып, хөрмәтләп туғандар ҡәберенә ерләгән егеттәр-ҡыҙҙар Еңеүгә тоғро ҡалғанына иманым ҡамил. Һин уларға ярҙамға бараһың хәҙер.
– Тарих ҡабатлана, булып сығамы инде? Беҙ үткәндә тороп ҡалды тип уйлаған хәлдәр, йәнә алдыбыҙға килеп баҫты.
...Бына шундай уйсан егет ине ул.
Оҙаҡ ҡайтты Ибраһим ул көндө өйөнә. Меңәр ҡабат үткән урамдан барғанда, ниндәй бәхетле йылдар, көндәр, сәғәттәр, минуттар, секундтар ошонда уҙғанын бөтөн булмышы менән, хатта аяҡ табандары менән тойҙо. Мәктәбенә инмәне. Етәкселек менән күптән һөйләшеп, килешелеп ҡуйғайны; үҙ телеге менән тигән ғаризаһы күптән бирелгән, датаһын ғына ҡуйырға кәрәк – ҡуйырҙар. Урамда төрөлгән ҡыҙыл келәмде йөкмәп йүгергән йәш кенә ҡатын тап булды. Мәҙәниәт йорто мөдире. “Ҡыҙыл келәмдәрен ҡалдырып киткәндәр. Алып китегеҙ, тип арттарынан йүгерҙем. Ҡуҙғалдылар ҙа киттеләр. Башҡа беҙгә кәрәкмәһен, тип ҡысҡырып ҡалдым”. Күҙҙәрендә ҡайғы, хәүеф, сараһыҙлыҡ... “Кәрәкмәһен, һеңлем”, - тигәйне Ибраһим. Кәрәкмәһен ине...
Әле бөгөн, ошо һарайҙа, күҙ алдына йәнә шул ҡыҙыл келәм, мәҙәниәт йортоноң күтәрмәһе, оҙон өҫтәл, Рәсәй флагын айырмасыҡ булып килеп баҫты. Тик ҙур портреттағы үҙен таныманы.
***
– Нимә сурытаһың? – тип көлөмһөрәне ҡатыны. - Әллә йәш бисә алырға итәһеңме?
– МХО-ға юлланам, кәләш. Өс көндән. Кәрәк-яраҡты Өфөнән
алырмын.
– Бына бит, кеше менән йылдар буйы йәшәйһең, ә башында нимә барын һис белеп булмай. Ә мин нишләп иртәнсәк йүгерә, гер күтәрә, тип аптыраған булам. Әҙерләнгәнһең икән... Ә эшең һуң?
– Һөйләшелгән, - әйткән булды ла, күҙ алдындағы ҡорманы тартып асҡан һымаҡ, бөтәһен дә аңланы. Аҡыллы тәрән күҙҙәрҙең моңһоу ҡарашынан... Ҡатыны барыһын да һиҙеп-белеп йөрөгән, белмәмеш һәм күрмәмешкә һалышҡан...
“Йән сереңде йәшерә алмайынса, күңелемдең иң тәрән сөмбәйҙәрен яҡтыртҡан ошо ғәжәп күҙҙәрең, яҙмыштың бөтә һынауҙарын уртаҡлашҡан тоғролоҡ менән түҙемең өсөн нимә тип әйтһәм дә бөтөн бәхетемде асып бирә алмам”.
“Һин китһәң, ошо ҡотло донъябыҙҙың ҡото бүҫкәрер. Иң яҡты уттарҙы яндырып ҡуйһам да һин барҙағы һымаҡ йәме булмаҫ, әле балҡып торған йортобоҙға уртаҡ һағышыбыҙ тулыр”.
Һүҙҙәр артыҡ ине, күптән тойғолар уҡмашҡан, ҡараштар аңлашҡан ике йәнгә. Шулай ҙа ҡатыны хушлашҡанда әйтте:
– Туй көнөбөҙҙә һиңә ҡарап, кешене кеше шулай ныҡ ярата аламы икән ни, тип үҙемдең тойғома үҙем ғәжәпләнгәйнем. Әле утыҙ йыл үткәс аңлайым: мин ысын, тәрән тойғоноң ниндәй көслө була алғанын ул ваҡытта бөтөнләй белмәгәнмен.
“Мин дә белмәгәнмен, – тип уйлай әле Ибраһим күңелендә ошо мөҡәддәс тойғоноң ҡотон тойоп. Фанилыҡ менән баҡыйлыҡтың ошо ҡот менән бер-береһенә тоташҡанынан төшөнөүҙән ҡапыл уға еңел, яҡты, рәхәт. Гүйә лә ошо тойғо ҡабаттан уның кендеген тормош ағымына тоташтырҙы.
***
Ә Сабир өсөн тормошта иң төп һүҙ – кәрәк. “Һин кәрәкһең!” – тип әйтһәң, тауҙар аҡтарыр. Ә әлеге минутта уға, бер нимәгә ҡарамай тамаҡ ялғарға кәрәк. Туҡтауһыҙ бығырлаған ҡорһаҡ бер ҡабырлыҡ та ризыҡ юҡлығы менән һис килешергә теләмәй.
– Абзый, – тип өндәште Сабир “Мамай”ға терһәге менән төртөп.
– Йә...
– Күҙ алдымда тик тора...
– Нимә?
– Һығылып үҫкән ҡыҙыл алма. Ғүмеремдә ундайҙы күргән юҡ ине. Өҫкә менеп килгән танк ишараты, һинең гранатаң шартлағас, шул алмағасҡа төкөп тигәндәй туҡтаны бит. Алмалары шыптырлап ергә ҡойолдо. Шунда тумарлашып яталарҙыр инде, ибет.
– Танк үҙе шартламаны бит, – тип һүҙгә ҡыҫылды Байсар. – Башняһы аҡтарылды ла көбәге ҡыйшайҙы.
– Абзый, ул нәмә танк инеме ул, БМП-мы?
– Француздарҙың тәгәрмәсле танкы, – тип яуапланы “Мамай”.
– Ә бит тәгәрмәстәре эшкинһә, яғыулығы етерлектер... – Башына килгән фекерҙән Байсар тулҡынланып китте, тауышы ҡалтыраны.
– Двигателенә зыян килмәҫкә тейеш былай...
– Шунан-шунан? – Уларҙы тыңлап ятҡан Азамат ҡыҙыҡһынып ҡалҡынды. Хатта Ибраһим да башын күтәрҙе.
– Ә кем йөрөтә?
– Минең трактор йөрөткәнем бар...
Шом булып һауала аҫылынып торған үлем менән әсирлек хәүефен һирпеп ташлағандай дәртләнеп план ҡорорға керешеп киттеләр.
– Нисек тә һәйбәт буласаҡ... – тине Азамат. – Тейәләйек. Двигателе боҙоҡ булғанда ла боекомплект ҡалғандыр... Һағыҙаҡ ояһында тишек-ярыҡ һарайҙа ултырғансы... Йә ҡасып ҡотолабыҙ, йә...
– Йә үлеп ҡотолабыҙ, – тип тамамлап ҡуйҙы Сабир. – Бер шартлауҙан, тап күктең етенсе ҡатына... – Инде уйында әллә нисә тапҡыр үлеп терелергә өлгөргән яугиргә ҡабаттан йәшәүгә сат йәбешеү ҡыйын түгел – күнегеп бөтөлгән.
Төндә йоҡоноң иң татлы сағына тура килтереп күсергә лә, таң атҡас ҡуҙғалырға булдылар. Ул ваҡытта ватыҡ танкының ҡайҙалыр йүнәлеүе ҡапылғара шик уятмаҫ. Үҙҙәре бында тоҙаҡҡа килеп ҡапҡан юлдан барырҙар. Ҡабат миналап өлгөрмәгәндәрҙер, тип өмөтләнергә ҡала, башҡа сара юҡ.
– Ауылдан сыҡҡан урында туҡтатһалар... – һуғыш тураһында совет киноларын күп ҡараған “Мамай” һорай ҡуйҙы. – Исмаһам, беребеҙ мова белмәй...
– Нишләп? – тине Байсар. – Слава Украини! Һероям слава!
– Мин беләм бер балалар йырын. – “Шырмый”ҙың белмәгәне юҡ. – “Тик-ток”та ҡарағайным. Йыр өйрәткән воспиткалары эй матур ҡыҙыҡай ине.
– Йә...
– “Москалив на ножи! Пора убивати! Пора воевати!” Ҡушымтаһы ғына иҫтә.
– Ошоһо ла етә инде! – “Мамай” “Шырмый”ҙың арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы.
Бөтәһенең дә кәйефе күтәрелеп китте: әйтерһең дә инде ҡотолғандар.
– Ә бит был аҡыл, егеттәр! Ауылдан сыҡҡансы шарылдап йырлап барабыҙ, йәнәһе, һаман еңеүҙән айнып етмәгән танкистар...
– Абзыйҙы ҡалдырмайбыҙ, – тине Сабир Хөрмәтте уйлап.
“Юҡ”, – тимәнеләр.
***
– Алтыбыҙ ҙа урынында, – тине “Мамай” рычагҡа тотоноп.
– Аллаға тапшырып тәүәкәлләнек.
Башта бөтәһе лә ыңғай барҙы: ауылдан мажараһыҙ ғына ысҡындылар – хатта йырлашырға ла тура килмәне. Тоҙаҡҡа килеп ҡапҡан юлдан кире киттеләр. Әммә нейтралкаға, айҙағы кратерҙар кеүек аҡтарылған баҫыуға, барып еткәс, укр минометы дөмбәҫләргә тотондо.
Бөтәһе лә теште ҡыҫҡан, күҙҙәр йомоҡ: “Йә Алла! Ҡотҡар, ҡурсала!” Окопта атеистар юҡ! Яу яланында һәр кемдең Аллаһы эргәһендә.
Сабирҙы ғына тотоп тыйырлыҡ түгел. Үҙе әйтмешләй, адреналины хатта ҡолаҡтарынан да сәптереп тора, ахыры. Гөмпөлдәп килеп төшкән һайын:
– Не-до-лет! Пере-лет! – тип ҡысҡыра. Француз танкыһының броняһы йоҡа, туп-тура ғына тейһә, бөттө баш. Тәжрибәһеҙлектәнме, «Мамай» тигеҙ генә йөрөтә алмай, урыҡ-һурыҡ, һеңкетеп-һеңкетеп бара. Әллә шул кәкерсәк-кәкерсәк борғаланып, кратер һымаҡ соҡорҙарҙы уратып-суратып барыу ҡотҡарҙы, имен генә үҙебеҙҙең позицияға яҡынлаштылар.
Сабир:
– Рәхмәт, Макрон! Баҡа ашаусыларға дан! – тип һөрәнләп тә өлгәрҙө, ҡаршынан ут астылар.
– Аҡ сепрәк! Аҡ сепрәк юҡ! – тип сәбәләнде Сабир.
– Көбәкте артҡа ҡаратыу ҙа етә... – тип тыйҙы уны Байсар. – Һин, малай, үтә сосолма. Ҡурҡма, егеттәр абайлар.
Абайланылар, ахыры, атыу туҡтаны. Тик позицияға етер-етмәҫтән танк йөрөмәҫ булды – яғыулыҡ бөттө. Дрондар жыуылдай башлағансы, бер-береһен һөйрәкләшеп сығарып, ергә ҡоланылар.
Ысын мөғжизә ине был! Баштар етмәҫлек мөғжизә! Берәйһе яҙып сыҡһа, үәт фәстергән, улай булмай, тип ышанмаҫлыҡ ваҡиға!
Көлдөләрме, иланылармы утты-һыуҙы кискән был яугирҙәр. Йәнде ҡармап алған көсөргәнеш тоҙло йәш булып сыҡтымы шулай – байтаҡ тыныслана алманылар.
– Улым ҡыуаныр инде, – тине Байсар «Мамай»ҙы ҡосаҡлап арҡаһына гөп-шап һуға-һуға. – Һинең дә улыңды табабыҙ, туған. Үлем көтөп ултырғанда мин үҙемә нәҙер итеп әйттем. Үҙем, шәхсән үҙем табып, атаһының ҡаһарманлығын аңлатып бирәсәкмен. Һиндәйен аҫыл кеше үҙ улына үҙе тәрбиә бирергә тейеш!
***
– Минән башҡа барыһы ла тишек-тошоҡ, бөтәһен дә яҡшылап ямарға кәрәк, – тип йүгерекләне Сабир һәр береһен госпиталгә оҙатҡанда. Мәшәҡәте йәнә күбәйгәйне уның. Инде “Торба” позывнойлы Хөрмәтте ҙур хөрмәт менән ғаиләһенә оҙатырға кәрәк ине: балалары аталары менән ғорурланһын. Ғүмере нисек уҙһа ла уҙған, ә үлеме батырҙарса булды.
Госпиталгә киткән саҡта “Даян” позывнойлы Азамат Сабирға әлеге сумкаһын тотторҙо.
– Һуңғы граната, – тине ул. – Йөрәк тәңгәлендә йөрөт.
– Ярай, абзый, – тине яугир. Арыуы сиктән ашҡан моңһоу ҡарашлы күҙҙәре менән күкте байҡаны: “ҡошсоҡтар” медиктарҙың “буханка” машиналарын аңдый торған. Ә бер төн эсендә сәстәренә сал төшкән башында: “Һуғышта белеп булмай”, – тигән уй үтте. Вәғәҙә биреп булмай.
***
Һуғыш дауам итә.
Гөлсирә Ғиззәтуллина-Ғайсарова.