Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
19 Июнь 2025, 13:18

Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр

Ирмен тигән ир иле, тыуған ере тураһында уйларға, уның именлеген, бөйөклөген арттырырға бурыслы. Биштирәк ауылында тыуып үҫкән, ғүмер буйы тыуған ерем тип йәшәгән абызыйым Ғабделхаҡ Ғәзизйән улы Ҡәҙербәковтың тормош юлына күҙ һалһаң, “Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр” тигән һүҙҙәр уға тулыһынса тура килә тиергә була.

Ул ете балалы ғәиләлә тәүгеһе булып 1954 йылда доньяға килә. Бала сағы дуҫтары менән урамда, тау биттәрендә уйнап, һыу инеп, балыҡ тотоп үтә. Бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй: өйҙә әтей-әней, тамаҡ туҡ, өҫ бөтөн. Бәләкәйҙән мыҡты кәүҙәле, ныҡ малай ҡул араһына ингәс, хужалыҡта көтөүсе булып эшләгән әтейенә ярҙам итә.

Ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Байыш урта мәктәбендә уҡый. Ул иң яҡшы уҡыусылар рәтендә була, уҡыуҙы бөтөргәнсе фотоһы “Маҡтау таҡтаһы”нан төшмәй. Әнейем йыйылыш һайын һөйөнөп ҡайтыр ине: уҡытыусылар абзыйымде гел маҡтап телгә алған. Ул беҙҙең өсөн үрнәк булды, уның менән беҙ ғорурланып үҫтек.

Абзыйым 8-се класты тамамлаған йәй ауырып киткән тракторсы урынына сығып, эшләп ала. Ә унынсыны бөткәс әтейгә ярҙам итеп, ике йыл һарыҡ көтә. Әммә мәктәптә сағында уҡ техникаға ҡағылышлы журналдарҙы күп уҡыуы, ҡыҙыҡһыныуы юҡҡа булмай – абзыйым Башҡорт ауыл хужалығы институтының “Механизация” факультетына уҡырға инә. 1978 йылда диплом алып, ең һыҙғанып эшләргә тигән хыялдар менән “Ейәнсура” совхозына ҡайта. Был ваҡытта ул һөйгәне менән ғәилә ҡорорға өлгөрә. Уларҙы ҡыуандырып ҡыҙҙары Лена үҫә. Ә 1980 йылда улдары Марат тыуа.

Эшләргә дәрте ташып торған Ғәбделхаҡ абзый Иҙелбәк ауылындағы совхоздың трактор-машина ремонтлау буйынса мастерскойына етәксе итеп ҡуялар. Бында ремонтҡа тиҫтәләгән ауылдан төрлө техника килтерелә. Абзыйым совхоз етәкселеге, ҡул аҫтындағы белгестәр, эшселәр менән уртаҡ тел табып, абруйлы етәксе була.

“Ейәнсура” сельхозтехникаһын етәкләгән 1981-1990 йылдарҙа ла үҙ яуаплылығы аҫтындағы ауылдарҙа техниканың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итә. Бигерәк тә сәсеү, урып-йыйыу ваҡытында. Урындарға сығыу, унда техника ремонтлау урындарын тикшереү, тракторсыларҙың, комбайнерҙарҙың аһ-зарын тыңлау – былар барыһы ла эшен уңышлы алып барырға ярҙам итә.

Белгес, етәксе булараҡ оҫталығын күреп, уны райондың ауыл хужалығы идараһына баш инженер, унан начальник итеп ҡуялар.

Йылдан-йыл тәжрибә туплап, районда үҙ һөнәрен яҡшы белгән белгес, ышаныслы, талапсан етәксе булып таныла. Уны районда төҙөлөштәрҙе етәкләү өсөн “Сельстрой треста Салаватстрой” ойошмаһына директор итеп билдәләйҙәр. Исеме генә яңғырауыҡлы булған был ойошманың абзыйым ҡабул итеп алғанда ете эшсеһе, бер-ике белгесе һәм бер бетономешкалкаһы менән ҙур булмаған бытовкаһы була. Ул бармаҡ менән генә һанарлыҡ мөмкинлектәре булған ойошма менән әллә ниндәй ҙур төҙөлөштәр тураһында хыялланыу урынһыҙ икәнлеген аңлай. Ә районға бик күп объекттар кәрәк. Ойошманы етәкләү дәүерендә ул тейешле белгестәрҙе, эшселәр штатын туплай. Транспорт базаһы нығына: ҙур төҙөлөштәр алып барырлыҡ өс тәгәрмәсле, бер гусеницалы кран, өс вагонды күтәрерҙәй йөк машиналары, эксковаторҙар, бульдозерҙар туплана. Абзыйым ситтән техника һорап, арендаға алып тороп эшләй торған мохтажлыҡ хәленән сығара ойошманы. Үҙ аллы, тейешле базаһы булған, 60 кешенән торған ҙур төҙөлөш төркөмө барлыҡҡа килә.

Ете йыл эсендә был ойошма район буйынса бик күп обьекттар төҙөй. Иҫәнғолда 1996 йылда поликлиника ишектәрен аса. Шулай уҡ СПТУ-ның, ниһайәт, үҙ бинаһы төҙә. Төрлө урындарҙа уҡыу-уҡытыу мәшәҡәттәренән ҡотолған уҡытыусылар, уҡыусылар шатланып яңы бинаға күсә. Малиновка, Юлдаш, Ҡужанаҡ ауылдарында уңайлы, заманса урта мәктәптәр төҙөп тапшыралар. Әбүләйес, Мөхәмәтйән. Бикҡужа, Ағурҙа, Үрнәк, Яңы юл ауылдарында башланғыс мәктәптәрҙе лә уларҙың төҙөлөш идараһы төҙөй. Шулай абзыйым етәксе булғанда районда яңы социаль объекттар асылып, район яңырып китә.

Ғәбделхаҡ абзыйым 1999-2007 йылдарҙа “Газспецстрой” идараһында директор була. Был ойошма райондың үҙәктән алыҫта урынлашҡан ауылдарына тау-урмандар, уңайһыҙ рельефлы тәбиғәт урындары аша газ үткәреүҙе уңышлы тормошҡа ашыра. Ейәнсура районы халҡы уға һәм ул етәкләгән идараға “зәңгәр ут”лы иткәндәре өсөн бөгөн дә рәхмәтле.

 Тормош алға бара. Ғабделхаҡ абзый ҙа хөкүмәт эштенән китеп, үҙ аллы эшләү тәмен татып ҡарарға теләй. Баһалаусы (оценщик) һәм судэксперт эше менән ҡыҙыҡһынып, Өфө ҡалаһында уҡый. Мәскәүгә барып, имтихандарҙы уңышлы тапшырып, диплом алып ҡайта. Был эшен бөгөн дә яратып башҡара. Тирә-яҡта иң һәйбәт белгестәрҙең береһе тип иҫәпләнеүен уның күп тапҡыр маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнеүе раҫлай.

Бала саҡтан хыялланған эшен дә яйға һала. Ҡортсолоҡтоң һәр серен төшөнөп, ихлас күңелдән эшләй. Уның был эшендә Марат улының балалары – ейәндәре Булат һәм Даян үҫмер саҡтан уҡ ярҙам итә. Әйткәндәй, улар икеһе лә мәктәптә алдынғы уҡыусы булып, олимпиадаларҙа, шахмат, спорт ярыштарында күп тапҡырҙыр еңеү яуланылар.

Абзыйыбыҙ янында – ғүмер буйы уның бар шатлыҡтарына һөйөнөп, ауыр саҡта көйөнөп, бөтөн башланғыстарында терәк булған Асия еңгәйебеҙ. Ҡыҙҙары Лена Өфөлә йәшәй, юғары белемле экономист.

 Ирҙең даны иленән, халҡы менән еренән, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, абзыйымдың яҡты энергияһы, изге уйҙары тирә-яҡты, халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Илем, халҡым, ерем тип йәшәгән Ғабделхаҡ Ҡәҙербаков үҙ исемен тыуған яғы тарихына лайыҡлы эштәре менән яҙҙы.

Зәүхиә Ҡәҙербәкова – Низамиева.

Автор:
Читайте нас