Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Июнь 2025, 16:36

ҠОМАҠ (хикәйә)

Әүәлдән үк урындағы халыҡ был төбәкте «Әжәл үҙәне» тип нарыҡлаган... Сөнки бында яҙлы-йәйле түҙеп торғоһоҙ томра. Шәфҡәтһеҙ утлы уҡтар ҡойонона әүерелгән ҡояш нурҙары йәй башында уҡ барлыҡ үҫемлекте аямай яндырып бөтә. Шуға күрә элгәре был ергә әҙәми зат төбәкләнмәгән, хатта юлаусылар ҙа был тирәне урап үтер булған.

Бына ошонда инде, ниндәйҙер ике тиҫтә йыл эсендә, гидрологтар ҡалаһы Нурек ҡалҡып сыҡҡан. Ҡала эргәһендә генә, һыртына эйәр-йүгән теймәгән ҡырағай тарпан һымаҡ шашынып, ҡеүәтле Вахт аға. Тәбиғәттең иң яуыз дошманы Кеше тарафынан юлына һалынған тимер-бетон, ҡороҡ-плотинанан ул әле генә ысҡынған да, күҙенә аҡ-ҡара күренмәҫлек тиҙлектә алға атлыға. Ғәйрәтле йылғаның төҫө төрлө ерҙә төрлөсә: баш, үрге өлөштәре болғансыҡ, ҡарағусҡыл. Ағып төшә килә һыу көрәнәйә, һарғылтлана, асыла, таҙара бара. Ә бында Вахш – аяҙ көндәге болотһоҙ күк һымаҡ зәп-зәңгәр, һыу тап-таҙа, төбөндәге һарғылт таштар ап-асыҡ күренеп ята.

Йылғаға күпме ҡарап торһаң да ялҡытмай. Хатта һыу инеп сығаһы килә. Шулай бер йәйҙең уттай эҫе көнөндә Рәсим алданып Вахшҡа төштө. Ҡайҙа ул һыу ҡойоноу! Йылға төбөндәге таштарға аяҡ баҫырлыҡ түгел. Лайлалы, тайғаҡ. Ағым шул ҡәҙәр көслө! Һыуҙа балтырҙан ғына тороуыңа ҡарамаҫтан ағыҙып алып бара, һалҡынлығы – быуындарҙы һыҙлата.

Рәсим эштән һуң ятағына ҡайтып бара. Ул – Башҡортостан егете. «Бында нисек килеп сыҡҡан?» – тип ҡыҙыҡһыныусыларға боронғолар һүҙе менән яуаплаһаң дөрөҫөрәк булыр: әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә. Күрәһең, мөһабәт тауҙар илендә ейәр ризығы, эсер һыуы булған.

Рәсим кибет янында элекке танышын осратты. Улар бер ятаҡта йәшәгәйнеләр. Былтыр көҙ тәү тапҡыр күргәс, Рәсим был егеткә эстән генә «деловой» тип исем биргәйне. Тышҡы ҡиәфәте был ҡушаматты аҡларлыҡ ине шул: башында йылҡылдап торған шәшке бүрек, өҫтөндә ҡара күн бәлтә, аяғында «Адидас» кроссовкалары, «Леви-Страус» джинсаһын кейеп алған, «Мальборо» тәмәкәһен ҡапҡан. Ҡарашы һауалы, атлауы дорфа.

Оҙаҡламай егеттәр танышты. «Деловой» Сергей исемле урыҫ егете булып сыҡты. Ун алты йәшенән үк төрмәгә эләккән булған. Алты йыл ултырып сыҡҡас, атаһы улының өҫ-башын хәстәрләгән дә, ҡырға эшкә китергә ҡушҡан. Элекке «дуҫтары»нан айырыу өсөн инде.

Әле Рәсим алдында былтырғы «деловой «түгел», бөтөнләй башҡа кеше ине. Өҫтөнә сәскәләре уңып бөткән күлдәк, иҫке трико, аяғына алама күн тәпешкәләр эләктереп алған. Биттәре шешмәк, ҡиәфәте меҫкен.

– Нишләп ултыраһың? – тине Рәсим күрешкәс.

– Хәл юҡ, икенсе көн инде... ашамаған...

– Эшләмәйһең дәме?

– Ай ярым элек ҡыуҙылар... 33-сө статья менән...

– Нишләргә уйлайһың? – тип һораны Рәсим бер аҙ уйланып торғас.

– Бер ҡайҙа эшкә алмайҙар. Оҙаҡламай әрәмтамаҡлыҡ статьяһы менән ебәрерҙәр ул... – Сергей был һүҙҙәрҙе тыныс, хатта битараф сырай менән әйтте. – Төрмәнән сыҡҡас, өйгә әсәйем янына ҡайтырмын әле. Атайым үлгән, уҙған аҙнала хәбәре килде... – Хәйерсегә йылы һүҙ ҡушһаң, ямаулыҡ һорай, тигәндәй, Сергей һүҙҙе кинәт икенсегә борҙо: – Дуҫ, бер-ике тәңкә биреп тор әле, – тип үтенде Рәсимгә меҫкен ҡарашын төбәп.

Рәсим уға өс һумлыҡ тотторҙо ла:

– Ярай, ваҡытым юҡ, ҡабаланам, – тип китеп барҙы.

Был осрашыу егеттең кәйефен ҡырҙы, үҙе юл буйына уйланып барҙы: «Берәй нисек Сергейға ярҙам итеп булмаҫмы икән?. Туҡта, юлына бер йөҙ һум биреп өйөнә ҡайтарып ебәрһәм? Юҡ, файҙаһыҙ булыр... Сергей кеүектәр ятаҡта быуа быуырлыҡ, һәр ҡайһыһына йөҙәр һум тоттора башлаһаң... Биргән аҡсаңды эсеп бөтәүе лә ихтимал. Былай ҙа яңыраҡ бүлмәлә эленеп торған салбар кеҫәһенән илле тәңкәмде сәлдерҙеләр».

Был хәл иҫенә төшкәйне, Рәсим йәнә баш вата башланы: «Аҡсаны кем урлауы мөмкин һуң?!»

Рәсим ятаҡҡа яҡынлашҡанда дүрт ҡатлы бина умарта күсе кеүек геүләп тора ине: шарт та шорт ишек асып ябалар, һүгенеү, ҡысҡырыш, музыка. Ара-тирә тәҙрәнән урамға буш шешәләр оса. Ҡайҙалыр гитараға ҡушылып мөңрәйҙәр. Бөгөн эш хаҡы алыу көнө, шуға шау-шыу бигерәк көслө. Бүтән көндәрҙә лә тыныс түгел, әлбиттә. Тик былай уҡ булмай.

Дүртенсе ҡаттағы тәҙрәнән берәү тышҡа аяҡтарын һәлендереп ултырған да, ҡатлы-ҡатлы әшәке һүҙҙәр менән ҡысҡырып, кемделер һүгә. Күп эсеүҙән шешенгән күкһел йөҙөндә бөткөһөҙ нәфрәт.

Рәсим үҙе йәшәгән өсөнсө ҡатҡа күтәрелгәндә юл ыңғайы йыуыныу бүлмәһенә күҙ һалды. Унда берәү аҡтарып ҡоҫа, икенсеһе ҡулдарын йәйеп рәхәтләнеп таш иҙәндә йоҡлап ята ине.

Бүлмәһенә яҡынлашҡанда кемдәрҙеңдер туҡтауһыҙ сәйер итеп көлөшөүен ишетте. Әммә ғәжәпләнмәне. Ишеген асҡанда күрше бүлмәнән үҙенсәлекле еҫ килгәнен һиҙҙе: унда анаша тарталар ине.

Ятаҡта бүлмәләр дүрт кешелек. Әле улар икәү генә тороп ҡалды. Сөнки командировкаға килгән әрмән дуҫтар кисә ҡайтып китте. Уларҙы һөйләһәң – мәрәкә инде. Килеп төшкәндең иртәгеһенә Рәсимдәргә эйәреп эшкә барған булдылар, һаҡ ҡына тоннелгә инделәр ҙә, сварка төтөнөнән танау-морондарын сирыштырып, эш хаҡын һораштылар.

– Өс йөҙ илле, – тигәс, береһе күҙҙәрен түңәрәкләндереп:

– Дарагой, беҙ Әрмәнстанда тик кенә йөрөп дүрт йөҙ алабыҙ! – тине лә сығыу яғына һыпыртты.

Бынан һуң әрмән дуҫтар эшкә барып маташманы. Ике аҙна тирәһе урындағы ҡатын-ҡыҙҙар менән ресторанда типтергәндән һуң туп-тура ҡояшлы Әрмәнстанға осто. Уларҙы оҙатҡанда Рәсим ҡыҙыҡһына төштө:

– Командировкағыҙ теркәлмәгән, эшегеҙҙә шелтә эләкмәҫме?

Тегеләр бер-береһенә ҡарашып йылмайыштылар ҙа, өлкәнерәге Рәсимдең яурынынан ҡаҡты:

– Э-э-эй, дарагой... разве армян армянина обидит?!

«Аҡсамды шулар сәлдермәнеме икән?» тигән уй ирекһеҙҙән башынан үтте. Тик шунда уҡ үҙен шелтәләй һалды: йүләр, улар минең илле тәңкәгә төкөрҙө, ти...» Урлаған – бер гонаһлы, урлатҡан – мең гонаһлы, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр шул, әллә кемдәрҙән күреп бөтәһең.

Егет йыуынды-сайынды ла, рәхәтләнеп карауатына һуҙылып ятты: «Бөгөн күнекмәләр юҡ, бер аҙ ял итер ҙә, китапханаға барып һуңғы контроль эшен ослап ҡуйыр. Оҙаҡламай сессия... Быйыл нисек тә 1 разрядты үтәргә кәрәк!» – Ошо уйҙар менән ойоп китте.

Рәсим педагогия институтының филология факультетында ситтән тороп уҡый. Быйыл икенсе курсты тамамлаясаҡ. Төҫкә-башҡа уртаса егет. Тиҫтерҙәренән айырылһа, нығыраҡ үҫешкән мускулдары менән айырылалыр. Шулай ҙа тәжрибәле кеше Рәсимдең уйсан ҡара күҙҙәренән күңел төбөндә һаҡланған ниндәйҙер маҡсатҡа ынтылыш, ныҡышмалылыҡ күрер ине. Эйе, уның оло хыялы бар: юғары белем алыу һәм дзюдо буйынса спорт мастеры нормаһын үтәү. Аҙаҡ мәктәптә уҡытыр, бер ыңғайы көрәш секцияһы асып балаларҙы физик яҡтан сыныҡтырыр.

Ул малай саҡтан уҡ көслө булырға хыялланды. Физзарядка яһаны, тимер-томор күтәрҙе. Бәләкәйҙән гер-гантель менән артыҡ мауыҡҡанға күрә буйға бик үҫмәгәндер ҙә инде.

Рәсим «шап» иттереп ишек ябылыуҙан уянды. Бүлмәләше Рифат ҡайтҡан икән. Ярһыған, ауыр итеп тын ала. Күҙ төбө күгәргән, иҫерек.

– Нимә булды тағы? – тип ҡыҙыҡһынды Рәсим иҫе китмәй генә, сөнки Рифаттың күҙеңән күк өҙөлмәй тиерлек. Күршеһе өндәшмәне.

Рифат ҡырҡҡа етеп килгән тәпәшәк буйлы, сәйерерәк холоҡло ир. Өс ай элек төрмәнән сыҡҡандан һуң бында эшкә килгән. Күрер күҙгә тәпеш кенә булғас, уны «зэк» тип һис тә уйламаҫһың. Рәсим уның зонанан сығыу тураһындағы ҡағыҙын уҡығас ҡына ышанды һәм аптыраны. Өс тапҡыр хөкөм ителгән: тәүҙә һигеҙ йыл ултырған, шунан өс, аҙаҡтан бер. Холоҡ-фиғеленең сәйерлеге шунан ғибәрәт: төндәрен бүлмәләрендә шатор-шотор килеп сыйнашып-йүгерешеп маҙаға тейеп бөткән, ғөмүмән, һуңғы арала ятаҡтарында зәрә лә үрсеп киткән ҡомаҡтарҙың береһен аулап тотоп, ҡулға эйәләштерергә хыяллана... Йәнәһе, аҙаҡтан ҡомаҡты үҙенә банктан аҡса урлап ташырға өйрәтеп аласаҡ... Шуға күрә, ул бөтә буш ваҡытын тиерлек бүлмәлә кырниса аулап үткәрә. Тик ҡомаҡтар Рифаттан хәйләкәрерәк, буғай, емен алып ҡасалар – ауына бер ҙә эләкмәйҙәр.

Әлбиттә, был хыялын Рифат Рәсимгә күп төпсөнгәндән һуң оло сер итеп кенә асты...

Рифаттың артынан бүлмәгә атылып Әмир килеп инде. Ул да ҡыҙмаса ине. Рифатҡа асыулы итеп ҡараны ла Рәсимгә өндәште:

– Ҡарале, земляк, бынау дүрәкте! Егеттәр менән һыраханала минең тыуған көндө үткәрә инек. Беләһең бит, мин тәккә эсеп йөрөмәйем, һиңә өндәшмәнем инде, барыбер эсмәйһең. Был дүрәк тә килеп ултырҙы. Бергә эстек, чин чинарем. Ҡайтып киләбеҙ. Тәк торғанда шапаҡҡа тотто ла манды. Тыуған көнөм менән ҡотлауы булғандыр инде... Үҙенә һоҫоп ебәрҙем. Әллә ҡайҙа тәгәрәп барып төштө. Күрәһеңме күҙ төбөн? Һа-һа-һа-һа!

Карауатта тыныс ҡына ятҡан Рифатҡа битенән көлөүҙәре оҡшаманы, һикереп тороп Әмиргә ташланды. Тик тегеһе башын аҙ ғына уңға бороп ялтанды ла, шул ыңғайы киҙәнеп, тос йоҙроғо менән дошманының маңлайына һуҡты. Рифат иҙәнгә ҡоланы. Рәсим Әмирҙең оҫталығына һоҡланып ҡуйҙы. Бер нисә секунд ҡуҙғалмай ятҡан Рифат йәнә ҡаршыһына һикерҙе. Шуны ғына көткән Әмир кинәт кенә һул аяғын күтәреп «Я-аа» тип аҡырған ыңғайы табаны менән Рифаттың эйәгенә типте. Меҫкен бүлмәнең теге осона, өҫтәл янына уҡ барып төштө.

Күҙҙәренә ҡан һауған Рифат һикереп тороп өҫтәлдә ятҡан бысаҡты эләктерҙе:

– Хәҙер ҡорһағыңды ярып эсәктәреңде һурып алам, козёл! – тип ыҫылданы ла, ҡырағай күҙҙәрен зәһәр йылтыратып, яй ғына Әмиргә яҡынлаша башланы. Әмир ҡаушап ҡалды. Күрәһең, бығаса бысаҡҡа ҡаршы торғаны булмағандыр. «Хәҙер төҙәтә алмаҫлыҡ бәлә сығасаҡ, ни булһа ла булыр», – тигән уй менән Рәсим арттан Рифатҡа ташланды. Тегене иҙәнгә йығып ҡоралһыҙландырырға тырышты. Рифаттың һулаҡай беләген аяҡтары менән ҡыҫып, тимер ҡоршау һымаҡ ҡыҫылған бармаҡтарын ҡушҡуллап бысаҡтан айыра башланы. Көс-хәл менән бысаҡты алып тәҙрә аша ырғытты. Рифат бар көсөнә туларға тотондо. Әмир ҡатып тороуын белде.

– Нишләп тораһың? Ярҙам ит! – Рәсим асыуынан аҡырып ебәрҙе. Әмир шунда уҡ иҙәндә көрмәкләшеүселәргә табан һикерҙе лә, Рифатты типкеләй башланы. Рәсим ырғып тороп йән асыуы менән уның яңағына һуҡты. Әмир осоп барып башы менән ишеккә бәрелде. Һуш йыйғас, аҡайған күҙҙәрен Рәсимгә төбәне. Рәсим тора башлаған Рифатҡа йәбеште.

– Нимә күҙеңде аларттың?! Таҫтамал бир тиҙерәк! – тип екерҙе.

Улар Рифаттың аяҡ-ҡулдарын бәйләп, карауатҡа һалдылар. Теге һаман һөрәнләүен белде:

– Үлтерәм! Барыбер үлтерәм!!!

– Нимә, тағы төрмәгә ултырғың килдеме? Һиңә бының өсөн ун биш йылдан да кәм бирмәйәсәктәр, – тине уға Рәсим.

Рифат шымып ҡалды.

– Ярай, Рифат, тыныслан. Беләһең бит, һин үҙең ғәйепле. Башлап һуҡмаҫҡа кәрәк ине. Һеҙгә ни етмәгәндер инде, икегеҙ ҙә башҡорт егеттәре, – ул Әмиргә «сығып кит!» тигәнде аңлатҡан ишара яһаны.

Рифат бер аҙ тыныслана төшкәс, Рәсим китапханаға йыйына башланы. Ишеккә ыңғайлағанын күргәс, Рифат уға өндәште:

– Брат, туҡта әле, – тине ул йыуашайған тауыш менән, – мине ысҡындырып кит инде...

Рәсим иғтибар менән күршеһенә текәлде. Рифат айнып бөтә яҙғайны. Шулай ҙа Рәсим һорай ҡалды:

– Ысҡындырһам, Әмирҙе барып һуяһыңмы?

– Үлтерер инем мин уны. Тегендә эләкке килмәй шул...

– Ҡара уны...

Рәсим Рифаттың аяҡ-ҡулын систе лә сығып китте.

Рәсим китапхананан ҡайтҡанда бүлмә тулы кеше ине. Эсеп ултыралар. Тын алырлыҡ түгел, күкһел-зәңгәр тәмәке төтөнө. Рифат быға тиклем бер ни булмағандай, бирелеп гитарала уйнап йырлай:

Люби меня пока я на воле,

Пока я на воле я твой.

Тюрьма нас разлучит,

Я буду жить в неволе,

Тобой завладеет другой...

Хискә бирелгән Рифат уйнауҙан туҡтап; иптәштәренә өндәште:

– Эх, егеттәр, минең кәнтәй ҙә бит, төрмәлә бер йыл да ултырып өлгөрмәнем, кейәүгә сыҡты. Ул саҡта миңә нисек ауыр булғанын белһәгеҙ икән! Биш йыл ғазапландым. Шунан яйлап онотолдо. Бер тапҡыр ҙа күрмәгән ҡыҙыма ун биш йыл алимент түләйем! Һигеҙ йыл элек барғайным, күрһәтмәне, хайуан.

– Ҡуй, браток, ҡайғырма. Әйҙә, лутсы, берәй күңелле көй уйнап ебәр! – тине Коля йылмайып, һүҙҙе икенсегә бороу ниәте менән.

Коля тураһында бер кәлимә һүҙ әйтеп китергә кәрәктер. Сөнки ул Рәсимде бик ныҡ ғәжәпләндергән кеше. Уға ҡырҡ йәштәр барҙыр. Ҙур, ҡалын кәүҙәле, шаҡмаҡ эйәкле. Кеше менән һөйләшкәндә йөҙөндә ихлас йылмайыу һүнмәй. Бер ваҡытта ла әңгәмәсеһенең һүҙен бүлдермәй, һүгенгәнен ишетмәҫһең. Кешеләрҙә үҙе тураһында бик яҡшы фекер ҡалдыра белә. Уны бөтәһе лә маҡтай. Рәсим Коля менән бер-ике һөйләшкәндән һуң ошондай һығымтаға килде: «был ағай бик һәйбәт кешелер». Уның төрмәлә егерме йылдан артыҡ ултырған бур-рецедивист икәнен ишеткәс кенә таң ҡалды.

– Юҡ, Колян, күңел илағанда шатлыҡлы йыр уйнай алмайым! – тип яуапланы Рифат.

– Бир гитараңды, үҙем уйнайым! Тапҡан мыжыр сәбәп. Мейеңә һеңдер: весь мир бардак, все бабы б.... Эх, сәсрәп китһен донъяһы! Ростов таҡмаҡтарын тыңлағыҙ! – Ныҡлы ҡыҙмаса булып алған Паша Рифаттан гитараны тартып алып ҡатын-ҡыҙ хаҡында әшәке таҡмаҡтар йырлай башланы. Куплет бөткән һайын шешәләштәре эстәрен тотоп һаһылдашты.

Паша – ерән сәсле, шешмәгерәк битле, зәңгәр күҙҙәре гелән шаян йылтыраған, утыҙға етеп килгән егет. Ул да ике ай элек кенә зонанан сыҡҡан. Уйнап бөткәс, гитараны карауатҡа ырғытты:

– Суҡынып китһен бисәләр! Әйҙәгеҙ, булмаһа, берәрҙе кәгәйек!

Иптәштәре был тәҡдимде дәррәү күтәреп алды. Барыһы ла эскәндән һуң Паша Рәсимгә өндәште:

– Ә һин, карифан, ниңә эсмәйһең? Беҙҙе хөрмәт итмәйһеңме ни?

Рәсим бер аҙ ҡыйынһынып яуап бирҙе:

– Хөрмәт итәм, тик эсмәйем. Мин үҙемә һүҙ бирҙем.

Паша стаканға араҡы һалып Рәсимгә һондо:

– Беҙҙе хөрмәт итеүеңде күрһәт!

Рәсим, ни тип яуап бирергә белмәйенсә, юғалып ҡалды. Барыһы ла уға төбәлде. Бүлмәлә шомло тынлыҡ урынлашты. Ярай әле уға Коля ярҙамға килде:

– Бәйләнмә, Паша, һин уны белмәйһең. Уға эсергә ярамай...

Рәсимгә, ысынлап та, эсергә ярамай шул. Төшөрөп алһа, холҡо еңел. Кисекмәҫтән берәй мажараға эләгә, һирәк-һаяҡ, сама белеп эсһәң – араҡы дарыу, артыҡ китһә – зәһәр ағыу икәнен аңлай ҙа бит. Тик һалып алһа – сама менән артыҡ араһындағы сикте шәйләмәй ҡала. Һуңғы тапҡыр эскәндә, оятыңдан ер тишегенә кереп китерһең, айнытҡысҡа эләкте. Унда милиционерҙарға буйһонмайынса оло ғауға күтәрҙе. Аптырағас, тегеләр күмәкләп егеттең аяҡ-ҡулдарын тышап һалдылар. Иртәгеһенә ун биш тәүлек сәпәргә иткәйнеләр, ғәфү үтенеп саҡ ҡотолдо. Ошо мажаранан һуң эскенән тулыһынса ваз кисте.

Һүҙ ҡала яңылыҡтарына күсте.

– Теге аҙнала беҙҙең менән бергә эшләгән Володя Курковтың фатирына төшкәндәр, – тине береһе.

– Яңыраҡ Рәсимдең дә илле тәңкәһен сәлдерҙеләр ҙә ул, – һүҙгә икенсеһе ҡушылды.

– Кисә төндә автовокзал янында бер ирҙе талағандар, – тип өсөнсөһө хәбәр сылбырын ялғап ебәрҙе. Шул саҡ Коляның күҙҙәре йылтырап китте.

– Эй, был нәмә.. Үәт беҙҙең Ростовта, исмаһам, эштәр башҡаралар! –т ип ғорурланды Паша.

– Беҙҙекеләргә еткерә алмайҙар барыбер, – Рәсим дә һүҙһеҙ ҡалманы. – Яңыраҡ дуҫымдан хат алдым. Ҡурҡыныс нәмәләр яҙа, ысынмы-бушмы, кеше үлтереп, баштарына ҡара ҡапсыҡ кейҙереп ташлап китәләр, ти...

– Уларға бынан ни файҙа һуң? – тине уйға ҡалған Паша.

– Юҡҡа ғына шул тиклем хәүефле эшкә бармайҙарҙыр. Тотһалар бит – вышка! Тимәк, кемдәрҙер уларға бик күп аҡса түләй. Әҙәм балаһы аҡса өсөн нимә генә ҡылмай?! – тине Коля иҫе китмәй генә. Шунан ҡапыл Рәсимгә боролоп: – Бына, мәҫәлән, һин. Егерме мең аҡса бирһәләр, бындай эшкә бармаҫ инеңме ни?!

Коляның Рәсимгә төбәлгән күҙҙәрендә ҡыҫҡа ғына мәлгә йыртҡыслыҡ уттары емелдәп үтте. Рәсимдең бөтә тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ул ни әйтергә лә белмәне.

– Үәт шулай шул, – тине Коля ихлас йылмайып, – йәшәйештең төп ҡануны ошо: көслө көсһөҙҙө ашарға тейеш. Закон – тайга, медведь – хозяин.

– Дөрөҫ әйтәһең, Колян! Төрмәлә лә, иректә лә – бөтәһе лә шул законға буйһона! – тип хупланы уны Паша. Шунан йәнләнеп китеп: Әйҙәгеҙ, минең ике шешә бормотуха бар, типтергәс – типтерәйек!

Улар сығып киткәс, Рәсим һуҡрана-һуҡрана тәҙрәне асып бүлмәне елләтте.

«Спортзалда тир түгәһең түгәһең дә, бында ҡайтып тәмәке төтөнө йотаһың! – тип асыуланды. Тәүҙәрәк бергә торған иптәштәренән коридорға сығып тартыуҙарын талап итеп ҡарағайны. Тегеләр ризалашманы. «Барыһы ла бүлмәлә тарта, ышанмаһаң, ятаҡ буйлап йөрөп сыҡ», – тинеләр.

Йоҡларға ятты, тик йоҡлай алмай яфаланды. Сөнки бөгөн ул үҙе менән ҡәнәғәт түгел ине. Паша һәм Коля алдында ҡаушап ҡалыуына һарыуы ҡайнаны. Тегеләргә яуап итеп әйтерлек бик шәп һүҙҙәр әле башына килә лә бит... Тик һуң инде. Ошо уйҙар менән Рәсим йоҡоға талды...

Иртәгеһен Рәсим, һәүетемсә, сәғәт етелә уянды. Ғәҙәте буйынса йүгереп физзарядка яһап килергә уйлағайны, бөгөн ял, шәмбе көн икәне иҫенә төштө. Сәғәт ундарға тиклем рәхәтләнеп йоҡларға мөмкин!

Сәғәт туғыҙҙарҙа уны ҡаты итеп ишек шаҡыу уятты.

– Шымыраҡ булмаймы ни?! Рәсим асыуланып ишекте асты. Кисә бергә эсеүселәр өндәшмәй генә бүлмәгә үтте. Биттәре шешенгән, кәйефтәре юҡ.

Паша ишекте эстән бикләп алды ла асыуҙан ҡалтыранған тауыш менән шешәләштәренә:

– Кисә мин иҫереп йығылғас, кемегеҙҙер кеҫәмдән өс йөҙ һум аҡсамды урлаған. Яҡшылыҡ менән әйтәм: аҡсаны кире бирегеҙ! Уйларға биш минут ваҡыт! – тип екерҙе.

Паша мәғәнәле ҡиәфәттә сәғәтенә ҡарап алды. Аҙап ҡалған бүлмәләгеләр бер-береһенэ ҡарап алдылар ҙа, геүләшә башланылар.

– Шауламағыҙ! Уйлағыҙ! Өс минут ваҡыт ҡалды! – тип аҡырҙы Паша.

Тәҙрә янында торған Коля мыҫҡыллы йылмайып, кисә бергә эскән иптәштәренең барыһын да һынаулы ҡарашы менән байҡап сыҡты.

Паша һуҡ бармағы менән сәғәтенә төртөп алды:

– Биш минут үтте! Тимәк, яҡшылап әйткәнде аңламайһығыҙ, – тине ул яй ғына.– Улайһа, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ... Паша тегеләргә яҡынлаша башланы.

– Һеҙҙең арала ҡомаҡ бар. Беҙ уны барыбер тотасаҡбыҙ, – тине Коля тыныс ҡына.

– Бер кырниса арҡаһында барығыҙ ҙа туҡмаласаҡһығыҙ!

Паша шешәләштәренә берәр тапҡыр һуғып сыҡты. Карауатта ятҡан Рифатты һөйрәп иҙәнгә бәрҙе лә ауыҙына типте.

– Әйтегеҙ, ҡәбәхәттәр. Кем алды аҡсаны?!

Туҡмалыусыларҙың һәр береһе: «Мин түгел, миңә тәккә һуғаһың», – тип ялбарҙы.

– Эшләп тәүге тапҡыр шул ҡәҙәре аҡса алдым, кемегеҙҙең ҡулы барып урланы?! Хайуандар! Ҡыҙып алған Паша иптәштәрен бөтә көсөнә дөмбәҫләне. – Әйтегеҙ, сусҡалар, кем алды аҡсаны?!

Паша хәлдән тайып туҡтаны. Бур табылманы.

– Эх һеҙ, һаҫыҡ кәзә тәкәләре! Кеше түгел һеҙ. Бергә ултырып йырлашып эс тә – иптәшеңдең кеҫәһенә төш инде... Паша «лас» иттереп иҙәнгә төкөрҙө.

Иғтибар менән бүлмәләгеләрҙе күҙәткән Коля былай тине:

– Күбегеҙ төрмәлә ултырған, бының өсөн зонала ни эшләткәндәрен яҡшы беләһегеҙ. Ҡомаҡты барыбер тотасаҡбыҙ. Тик яза бүтәнсәрәк буласаҡ, сөнки беҙ иректә. Ҡомаҡ хәҙер үк ғәйебен танып аҡсаны ҡайтарһа – дөйөм екһенеү менән генә ҡотола...

Бүлмәләгеләр өндәшмәне.

* * *

Ял көндәре ғәҙәттәгесә үтте. «Кырниса» табылманы. Дүшәмбе көн эштән һуң Рифат ҡайҙалыр йыйынды.

– Ҡайҙа бараһың? – тип ҡыҙыҡһынды Рәсим.

– Сберкассаға барып аҡсаны һалам, – тине күршеһе эшлекле ҡиәфәттә.

– Тәүҙә кырниса тотоп өйрәтер инең, – тип дуҫтарса көлөмһөрәп төрттөрҙө Рәсим, – ҡомаҡ кассаға үҙе генә барып йөрөр ине...

Эш хаҡы алған һайын Рифат ашарлыҡ аҡса ҡалдыра ла, ҡалғанын һаҡлыҡ кассаһына илтеп һала. Әлеге лә баяғы шул инде: бөтә хыялы арыу ғына аҡса туплау. Тик килеп сыҡмай. Аҙна-ун көн эсендә ҡалған «мөлкәтен» өлөшләп кире алып эсеп бөтөрә.

– Йөрөйһөң инде шунда үҙеңде лә, кассирҙарҙы ла мәшәҡәтләп. Алып эсеп бөтөрәһең бит барыбер...

– Бөтөрмәйем шул... – Рифат һыңар күҙен хәйләле ҡыҫыңҡыраны. – Минең хәҙер йөҙ егерме тәңкә йыйылды инде. Бөгөн һалһам, ике йөҙ егерме була. – Шунан Рәсимгә мәғәнәле итеп ҡараны ла: – Кем белә, бәлки күберәктер ҙә... – тип өҫтәне.

Былай ҙа күршеһенән шикләнеңкерәгән Рәсим бөтәһен дә аңланы. «Яңылыш һананың. Минең илле тәңкә, Пашаның өс йөҙ. Барлығы биш йөҙ етмеш була бит, – тип әйткеһе килде. Тик ҡыйманы. Паша менән Коляға ла өндәшмәҫкә булды.

Рифат менән бергә йәшәй башлағас та егеттә уға ҡарата йәлләү тойғоһо уянғайны. Өйрәтелгән ҡомаҡ тураһында сәйер хыялы... Хатта ҡалҡыуыраҡ күренергә тырышып башын сөйөбөрәк йөрөүе лә Рифатты меҫкен итеп күрһәтә ине шул.

Рифат ҡәнәғәтлек менән күңелле көй һыҙғыра-һыҙғыра паспортын, һаҡлыҡ кенәгәһен пинжәгенең кеҫәһенә һалды. Тәмәке ҡабыҙып, ишеккә йүнәлде.

– Бынау эҫе көндә пинжәк кейәһең, бешерһең ул, – тине Рәсим уға йылмайып ҡарап.

– Һин нимә, туған. Пинжәкһеҙ йөрөргә мин бит тегендәй-бындай егет түгел... – Рифат эре ҡиәфәттә өҫ-башын һыпырып ҡуйҙы.

– Туҡта, мин дә күнекмәгә барам. Бергә сығырбыҙ.

Улар ятаҡтан сығып киттеләр. Рифат аҡсалары, ҡомаҡ аулап өйрәтәсәге тураһында уйланы, Рәсим был бисара үҙе тотолһа нимә буласағын күҙ алдына килтереп һағайҙы.

Кискә табан Рәсим күнекмәнән ҡайтып сәй ҡайнатып эсте. Kүршehe һаман юҡ ине. Оҙаҡламай бүлмәгә Рифат атылып килеп инде. Ныҡлы тулҡынланған, йөҙөндә серле йылмайыу балҡый.

– Ниңә ауыҙыңды йыраһың? Спортлото билеты буйынса ун мең оттоңмо әллә? – тип ҡыҙыҡһынды Рәсим, сөнки Рифат күптән инде ошо лотереяның барлыҡ отошло һандарын һыҙырға ниәтләнә. Уйнамай бер тиражын да ҡалдырмай. Рифат өндәшмәй генә йылмайып тороуын белде.

– Аҡса таптыңмы әллә тағы? – Рәсим, яңыраҡ тегенең ашханала биш тәңкә табып алып көнө буйы атҡа менгәндәй ҡыуанып йөрөүен иҫенә төшөрҙө.

Рифат һаман ауыҙын йыйып алалманы. Рәсимдең асыуы ҡабарҙы.

– Йә, әйтһәң әйт тә нимә булғанын, әйтмәһәң, иҫәр кеше һымаҡ торма ауыҙыңды йырып...

Рифат әкрен генә тауыш менән серле итеп теҙеп китте:

– Кассанан ҡайтып килгәндә бер ҡатын менән таныштым. Йәш, сибәр, ҡыҫҡаһы, һыуһыҙ ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ. Киноға барҙыҡ. Аҙаҡ оҙатып ҡуйҙым. Үптем, һи-һи-һи – Рифат ҡәнәғәт итеп хихылдап ҡуйҙы. – Иртәгә тағы осрашабыҙ. Ярай, мин свиданиеға әҙерләнәйем әле, кәстүмде үтекләйем.

Рифат күңелле көй һыҙғыра-һыҙғыра ишеккә йүнәлде. Ошо мәл бүлмәгә Коля менән Паша килеп инде.

– Һин бөгөн кассаға барғанһың, һаҡлыҡ кенәгәңде күрһәт, – тип бойорҙо Паша етди итеп.

Рифаттың йөҙөнә яҡтылыҡ биргән серле йылмайыу һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты. Яңы ғына бүлмәлә орсоҡ кеүек өйөрөлөп күрешеүгә әҙерләнеп йөрөгән кеше буйһоноулы ҡиәфәт менән һүлпән генә атлап барып пинжәк кеҫәһенән һаҡлыҡ кенәгәһен алып Пашаға һондо. Паша мышнай-мышнай кенәгәне ентекләп тикшергәндән һуң кире бирҙе. Коля менән Паша Рифатҡа төбәлде. Рифат ҡойолоп төшмәне, тегеләрҙең ауыр ҡарашын күтәрә алды. «Тикшереүселәр» сығып китте.

Теге ҡатын менән танышҡан көндән алып Рифат ныҡлы үҙгәрҙе: элекке һымаҡ аҙнаһына ике-өс тапҡыр түгел, көн һайын ҡырына башланы, йәшел эшләпә, ҡыҙыл галстук, «шипр» одеколоны һатып алды, ғөмүмән, өҫ кейемен таҙа, үтекле тотто. Эсеүен ҡырҡа ҡыҫҡартты, хатта ҡомаҡ аулау ғәҙәтен ташланы... Элек күбеһенсә аҡса, ҡомаҡтар тураһында һөйләп Рәсимдең ҡолаҡ итен ашаһа, хәҙер инде теге ҡатынды маҡтап бөтә алманы. Егеттә ныҡлы ҡыҙыҡһыныу уянды: шул тиклем матурмы икән ни теге ҡатын?

Шулай бер көн серле тауыш менән: «Хәҙер мин һиңә бер нәмә күрһәтәм! – тине лә ғорур, тантаналы ҡиәфәт менән Рәсим алдына өҫтәлгә ниндәйҙер ҡап ҡуйҙы. Уның эсендә ялтыр пластмассананмы, быялананмы яһалған муйынса ине.

– Зояға бүләк. Ун биш тәңкә тора, – тине, һуңғы һүҙҙәренә баҫым яһап. Шунан бүләген һаҡлыҡ менән ҡулъяулыҡҡа төрөп кеҫәһенә һалды ла сығып китте.

Төн уртаһы уҙғас, Рифат осоноп бүлмәгә килеп инде. Тулҡынланған, шатлығы йөҙөнә сыҡҡан. Бәхетле йылмая. Нур һибеп торған ҡарашын Рәсимгә төбәне лә, ниндәйҙер эске көс менән:

– Мин бөгөн иң бәхетле кеше! – тине. Рәсим уға ғәжәпләнгән һәм һораулы ҡарашын төбәне. Рифат карауатына һуҙылып ятып ҡәнәғәт төҫ менән кирелеп алды ла, күршеһенә өҫтөнлөк менән ҡарап:

– Бөгөн Зоя минеке булды, – тип белдерҙе.

– Өйләндеңме ни?

Рәсимдең һаман төшөнмәүенә йәне көйгән Рифат һикереп тороп ултырҙы. Шунан аты-юлы менән аңлатып бирҙе...

Иртәгеһен Рәсим Рифат менән Зояны фонтан янында осратты. Эҫе көнгә ҡарамаҫтан, Рифат үҙенең берҙән-бер һоро костюмының барлыҡ төймәләрен эләктергән. Зәңгәр сәскәле күлдәгенең яғаһын ҡыҙыл галстук менән шыҡырайтып ҡыҫып бәйләгән. Ғорур сөйөлгән башында йәшел эшләпә. Барлыҡ ҡиәфәтендә – сикһеҙ ҡәнәғәтлек. Рифатты утыҙ йәштәр тирәһендәге мөләйем генә, ләкин ярайһы уҡ таушалып өлгөргән ҡатын ҡултыҡлаған. Әлбиттә, уға ҡарата бик теләһәң дә, «һыуһыҙ ҡашыҡҡа һалып йоторлоҡ» тип үк әйтеп булмаҫ ине.

Эйе, бөгөн дә Рифат иң бәхетле кешелер, моғайын. Бәхет өсөн әҙәм балаһына әллә ни күп нәмә кәрәкмәй шул. Әммә бәхетле минуттарҙы имәнес итеп ҡомаҡ сыйнауы өҙҙө. Ул Рәсимдәрҙең бүлмәһенең асыҡ тәҙрәһенән ишетелә ине. Ниһайәт, «хәйләкәр» ҡомаҡтарҙың береһе Рифаттың тоҙағына эләккән икән...

Флүр ҒӘЛИМОВ.

Читайте нас