Ирен алып китеүсе машина артынан күҙҙәре тулы йәш менән, ирендәрен ҡаната тешләп, үкһеп ебәреүҙән саҡ тыйылып ҡарап ҡалды Шәһиҙә. Уның да балалары кеүек шарылдап илап машина артынан йүгергеһе,йәиһә ҡәйнәһе кеүек ҡаҡ ерҙә тәңәрәп, үкереп олойһо килде. Тик ярамай ине уға, урам тулы халыҡ араһында дуҫың бар, дошманың бар тигәндәй үсәүселәре лә барҙыр тип тыйылды. Ауыҙың тулы ҡан булһала төкөрмә, һырың һынһа ла һыртың һынмаһын тип йәшәй. Күрә алмаусыларҙың булыуы ла ғәжәп түгел. Татыу йәшәнеләр ире менән. Береһен береһе ҡыуып үҫеп килгән ике малайҙары, өйҙәренең йәме ҡыҙҙары бар. Ҡәйнәһе лә һәр саҡ балаларын ҡурсалап, аҡыллы кәңәштәрен биреп, килене еткермәгән ерҙе еткереп, бөтәшмәгәнен бөтәштереп ултырҙы.
Бөгөнгө көндөң килерен һиҙемләп, йөрәгенә ҡауға төшөп көттө Шәһиҙә. Иренең һуңғы ярты йылда кәйефе йыш ҡына тиктомалдан үҙгәреп торҙо. Йә сәғәттәр буйы өнһөҙ ҡалып бер нөктәгә төбәлеп ултырһынмы, йә булмаһа ҡапыл ҡысҡырып көлөп ебәрһенме. Илап ебәргән осраҡтары ла булманы түгел. Тынысһыҙ йоҡлай, һаташып ҡысҡыра, ашауға ла насарайҙы. Хафаға төшкән Шәһиҙә бер нисә тапҡыр һөйләшергә лә тырышып ҡараны уның менән. Нисектер ят итеп ҡарап арыуға һылтанды.Ҡәйнәһе лә:
- Һин килен, бик тызыма Хәйбулланы, эше ауыр былайҙа,нирмыһы туҙып бөттө балаҡайымдың, шул быригат булып эштәп, – тип тыйып ҡуйҙы.
- Һуң арыһа ял алһын, көнө-төнө сапһа ла совхоздың бөтә тишеген ямап бөтә алмаҫ, ал юҡ, ял юҡ, балалары атай төҫөн күрмәй.
-Ҡалайтһын, шул баллар көтәм тип йөрөй бит инде, төнәтмәләр эштәп эсерһәм тынсыр нирмылары улғынамдың.
Ысынлып та ниндәйҙер үләндәр, тамырҙар ҡайнатып эсергәндән һуң Хәйбулла һәйбәт йоҡлай, яҡшы ашай башланы, балаларына ла иғтибары артты. Шәһиҙә лә тынысланды. Тик шулай ҙа иренең ҡарашында ниҙер үҙгәрә барғанын һиҙҙе. Сәйер итеп, ҡаршыһындағы кешене күрмәгәндәй аша ҡарай, күҙҙәрендә ҡурҡыу сағылып китә. Шулай ҡараған сағын күрһә йөрәгенә йәнә ҡауға төшә ине ҡатындың.
Ә бер нисә көн элек атын саптырып, асыҡ торған бәләкәй ҡапҡанан килеп инде. Атынан һикереп төшөп уны бикләп ҡуйҙы. Унан һуң кемдәргәлер ҡаты ҡысҡырып йоҙроҡ күрһәтте, әсе итеп һүгенде. Ишек алдында уйнаған балалар ҡоттары осоп әсәләренең итәгенә һыйынды. Ул арала өйҙән ҡәйнәһе йүгереп сығып улын йәһәтләп өйгә әйҙәне, уныһы һүҙһеҙ генә әсәһенә буйһондо. Күргәндәренән шаҡ ҡатып ҡалған Шәһиҙә лә, балалар ҙа, оҙаҡ ҡына өйгә инергә ҡыйманы. Хәйбулла йоҡлай ине улар ингәндә. Ҡәйнәһе шым ғына илай, үкһеү аша, "бәлә килә, бәлә", тигәнде генә аңғарҙы килен кеше.
Иртәнсәк һыйырҙарын һауып, малдарҙы көтөүгә ҡыуып ингәндә лә ире уянмағайны әле.
- Йоҡлай бирһен, уятма, – тине ҡәйнәһе.
- Эшкә һуң, эшенә бармаймы?
- Эш ҡайғыһы китте килен, ауырыны балаҡайым, күпме тырыштым һаҡлай алманым улымды,–тине Сафура әбей ҡалтыранған тауыш менән.
- Һин үҙең бар эшеңә, һуңлап ҡуйма, Нәғимәң көтәлер унда сыпрандап.
Яратып еткермәй ҡәйнәһе килене менән бергә эшләгән ҡатынды, эшенән хәбәре күп, һин нисек эштәйһеңдер аны менән, мин бер көн сыҙамаҫ инем тип ебәрә хатта.
Тауыҡ фермаһында эшләй Шәһиҙә. Нәғимәнең ней шул туҡтамай хәбәр һөйләүе лә, сабырһыҙлығы бар инде, уныһы уртаҡ эшкә зыянлы түгел.
- Ништәп һуңданың әй, заффирмы килеп китте яңы ғына. Буш торған ояны яҡшылап таҙартығыҙ, өҫтәп тауыҡтар әпкиләбеҙ, тине. Мин ояларҙан йомортҡаларҙы йыйып алдым. Һыуҙарын алыштырып, ем һалдым. Һине көтәүәлләп аҫтарын таҙартып йөрөйөм. Ауыҙын асып һүҙ әйтһә илап ебәреүенән ҡурҡып, йәһәтләп өҫтөн алыштырып эшкә тотондо Шәһиҙә.
- Әй ошоно, ауыҙына һыу ҡабып ала ла йөрөй, һы ла юҡ, мы ла юҡ, мин кемгә һөйҙәйем – тип көйөп тә китте сабырһыҙ Нәғимә.
- Тешем һыҙҙай –тип ҡотолорға уйлағайны ла тегенеһе сурытып алып китте.
- Эй әттәгенәһе, сразы әйтһәң бумаймы шуны, йөрөйһөң атыу ыпыҡ һымаҡ. Һарымһаҡ ҡыҫтырманыңмы тешеңә, самагун урттаһаң да килешә тей ул. Ҡәйнә әбейеңдең үләндәре лә етерҙек инде улай тиһәң. Теш һыҙҙауҙан да алама ауырыу юғинде ул, әхирәт, дошманыма бир тип телә. Шулай тиһәң дә үтә ул. Үҙ һүҙҙәренән үҙе көлөп ебәрҙе лә, яуап биреүсе булмағас ихласлап эшкә кереште.
Ҡатындар ояларҙы таҙартып бөтөүгә, яңы тауыҡтар алып килделәр. Уларҙы һанап ҡабул итеп, урынлаштырғансы төш етте. Йәһәтләп емдәрен, һыуҙарын өҫтәнеләр ҙә ашығып төшкөлөктө ашарға ҡайттылар. Нәғимәнән айырылып үҙ урамына боролғаста күрҙе өйҙәре эргәһенә йыйылған халыҡты Шәһиҙә.
Ҡотолғоһоҙ бәлә килгәнен аңлап, аҙымдарын ҡыҙыулата төштө. Тик бындай хәлде күрермен тип уйламағайны. Ирен, уның ғәзиз балаларының атаһын, ике ҡулын артҡа шаҡарып ҡапҡаға бәйләп ҡуйғандар. Бер нисә көн элек кенә әле талапсан етәксе, бөтә бүлектең эшен ойошторған алдынғы бригадир, хәҙер меҫкен хәлендә. Үҙе менән ни булғанын да аңламай, йыйылған халыҡҡа йәлләткес итеп ҡарай. Йөҙөнән күҙ йәштәренә ҡушылып, шыбаҡшып тир, ауыҙынан шайығы аға.
- Ысҡындырығыҙ, сисегеҙ ҡулдарын – тигән әсе тауышты ишетеп, йыйылған кешеләр терләп китте.
- Ярамай, ярамай уны ысҡындырырға – тине кемеһелер.
- Саҡ тотоп бәйҙәнеләр, ҡотороп күҫәк тотоп ҡыуҙы Ғәйфулланы, урамда уйнаған балларға таш таштаны. Милицияға, район балнисына шылтыраттыҡ, хәҙер килеп етерҙәр – тине конторҙың йыйыштырыусыһы Мәрзиә.
Әйтеүҙәренсә Ғәйфулла урамға инеү менән һарайҙан килеп сыҡҡан Хәйбулла күҫәк алып уға ташлана, урам буйлап ҡыуып йөрөтә. Тауышҡа килеп сыҡҡан күрше тирәгә күмәкләп тотоп алып бәйләп ҡуйыуҙан башҡа сара ҡалмай. Ғәйфулла колхозда илке-һалҡы эшләп, күпселек урам буйында кәләп һалып, осҡартын ятҡан нәмәләргә айыу майы һөртөргә күп һорамай торған кеше. Күрше-тирә уның ғәҙәтен белеп бөткән, урамда күренеү менән ҡапҡаларын яба һалалар. Бөгөн дә шул кәсебенә сыҡҡайны, асыҡ торған ҡапҡа аша бригадирҙың аты күренмәгәс, моғайын. хужалар эштәлер тип килеп ингәйне, саҡ күҫәк эләкмәне. Сослоғо етте ялтанып өлгөрҙө.
Шәһиҙә ипләп кенә янына килде хәләленең. Туҙған сәстәренән һыйпап, ҡулъялығын сығарып битен һөрттө.
- Ысҡындырығыҙ, йыуындырайым исмаһам, алып китеп барһалар, таҙа кейемдәрен кейҙерәйем, – тине.
Ҡатынының ҡулдарын тойғас Хәйбулла бөтөнләй тынысланды. Быға тиклем ейәндәрен ҡосаҡлап тупһала үкһеп илап, ни сара ҡылырға белмәй ултырған Сафура әбәйгә лә йән инде. Йәһәтләп килеп балаһын бәйләп ҡуйған арҡанға йәбеште. Быны күреп йыйылған халыҡ һерлегешеп сығып ҡапҡа тышына теҙелде. Икәүләшеп сырмалған арҡанды сисеп алғас,Сафура ҡарсыҡ тиҙләп ҡапҡаны ябып бикләп ҡуйҙы. Шәһиҙә ирен кисә генә яғылған, әле һыуынып та өлгөрмәгән мунсаға индереп, бала кеүек итеп йыуындырҙы. Таҙа кейемдәрен кейҙерҙе. Хәйбулла ҡатынына бер ҡаршылыҡ күрһәтмәй өнһөҙ буйһондо.
Туҡылдатып та тормайынса, ишекте шар асып өйгә милиция хеҙмәткәре һәм аҡ халатлы өс кеше килеп инделәр. Тыныс ҡына ашап ултырған Хәйбулла һикереп тороп ҡорбанына ташланырға әҙер януар ҡиәфәтен алды.Йоҙроҡтарын йомарлап, ызғырып инеүселәргә уҡталды. Уға бер ниҙә ҡылырға ирек бирмәйенсә милиция хеҙмәткәре һәм бәһлеүән кәүҙәле ике ир, ҡапыл ташланып Хәйбулланы ике ҡулын шаҡарып тотоп алдылар. Олораҡ күренгән, йәтешерәк кәүҙәле өсөнсөһө уға буйлы-буйлы оҙон күлдәк кейҙерҙе. Күлдәктең оҙон еңдәрен кәүҙәһен уратып ике осонан арҡаһына бәйләп тә ҡуйҙылар. Был хәл шул тиклем көтөлмәгәнсә булды, өйҙәгеләр ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә өлгөрмәй ҡалды.
- Мин район больницаһының психиатры Байбулов булам. Аурыуҙың документтарын бирегеҙ миңә, – тип өндәште Шәһиҙәгә шул йәтеш кәүҙәлеһе.
- Машинаға алып сығығыҙ, – тине теге ике егеткә.
Улары аптырап,йыуашайып ҡалған Хәйбулланы елтерәтеп алып сығып та киттеләр. Улар артынан шарылдашып илап балалары, ҡәйнәһе ынтылды. Башы тубалдай булған Шәһиҙә иренең документтарын алып биргәс теге врач:
-Уның менән бергә барыу кәрәкмәй, – тине ҡатындың ни һорарын алдан белеп, нисәмә йылдар эшләгән бындай хәлдәрҙе күп күргән тәжрибәле врач. - Үҙебеҙҙә тикшереү үткәрәбеҙ башта, аҙаҡ әгәр кәрәк тип тапһаҡ Өфөгә ебәрәбеҙ. Килеп йөрөргә кәрәкмәй. Файҙаһы булмаҫ. Сельсоветығыҙға шылтыратып әйтербеҙ хәлен.
Бөтә кәүҙәһен ҡалтырау алған Шәһиҙә телен әйләндереп бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Быуынһыҙ ҡалған аяҡтарын саҡ ҡыбырлатып врач артынан сыҡты. Ерҙә тәңәрәп, үкереп илаған ҡәйнәһенә эләгеп ҡолай яҙҙы. Абынып–һөрөнөп ҡапҡанан килеп сығыуына,машина Байбулов ултырыу менән, ҡуҙғалып та китте. Балаҡайҙары әсе ҡысҡырып, илашып машина артынан югерҙе. Шәһиҙә берсә балалары артынан уҡталды, берсә ерҙә аунаған ҡәйнәһенә ынтылды, берсә тамаша ҡарарға килгәндәй йыйылған халыҡҡа ҡарап тештәрен ҡыҫты.
Көндә тиерлек сельсоветҡа йөрөнө ҡәйнәһе, шылтыратманылармы, нимештәттеләр икән баламды тип сәркәтип ҡыҙҙың теңкәһен ҡоротто. Эшкә бармаҫҡа ярамағанға ғына барҙы Шәһиҙә, үҙен көсләп алып йөрөнө.Балаларҙа күберәк өйҙә, ҡартәсәләре янында уралдылар. Ҡапҡа тышына сығып күренеү менән күрше-тирә малайҙары мыҫҡыллап ҡысҡыра башлайҙар.
- Әһә, алйот балаһы сыҡты, алйот балаһы. Шатлыҡ һүнде өйҙәрендә, ҡара һөрөм ҡапланы күңелдәрен.
Ә бер айҙан сельсовет председателе үҙе саҡыртты Шәһиҙәне. Талапсан, тура һүҙле,уҫал ҡатын, тип белә ул Сабированы. Шөрләнкерәп килеп инде кабинетына. Телефондан һөйләшә ине Кәшифә Кәбировна. Үтеп ултырырға ишара яһаны ла, бер килке кем менәндер һөйләшкәндән һуң,трубканы һалды. Унан Шәһиҙәгә тура ҡарап
- Ауыр хәбәр еткерәм һеҙгә апай, иптәшегеҙ вафат булып ҡалған. Район больницаһында тикшереү үткәреп, йүнәлмәҫлек тип тапҡандан һуң Өфө ҡалаһына ебәрелгән булған. Беҙгә бөгөн генә хәбәр иттеләр, – тине.
Ишеткәненән шаҡ ҡатып ҡалды Шәһиҙә. Мейеһенә барып етмәне, аҡылы аңларға теләмәне. Кәшифә Кәбировна алдында торған графиненән һыу ҡойоп эсергәс кенә
- Ҡасан әпкиләләр? – тип кенә һорай алды.
Тауышы ят булып, күкрәгенән ҡыҫылып ҡына сыҡты.
- Апай, өс көн элек ауырыуҙар ятҡан ерҙә төнөн янғын сыҡҡан. Бик күптәр, шул иҫәптән һеҙҙең ирегеҙ ҙә һәләк булған. Янғын көслө булғанлыҡтан ауырыуҙар танырлыҡ булмағандар. Шуға күрә уларҙың барыһында бер ҡәбергә ерләгәндәр. Документтары килһә балаларығыҙға пенсия сығарып бирербеҙ. Ныҡ булығыҙ инде апай, бар хәлебеҙсә ярҙам итербеҙ.
Нимә тип ҡайтып инер, нисек итеп ҡәйнәһенең күҙҙәренә ҡарар. Йөрәген ярып килгән ҡайғыны ҡалай итеп күтәрер. Илай алһа еңелерәк булып ҡалыр ине лә, Хәйбуллаһын алып киткәндән алып таштай ҡатты. Көсәнһә лә күҙҙәренең йәше сыҡмай. Уйҙарынан башы тубалдай ҡатып, аяғын саҡ һөйрәп атлап килә ине
- Шәһиҙә килен, кил әле, бер аҙ ултырып кит, - тип өндәшеүгә терт итеп ҡалып боролоп ҡараны. Үҙҙәренән өс өй аша йәшәгән, Шәкирә инәй ҡулын иҙәп саҡырып ултыра икән.
- Ишетеп ҡайтып киләңдер инде ҡара хәбәрҙе, килен, аптырама иртәнсәк Кәшифә ҡыҙыма йомошом төшөп барғайным. Шу мәлдә шылтыратып әйттеләр бит райундан. Ишеткем килмәһә лә ишеттем дә ҡуйҙым шул.
Ике ҡулы менән битен ҡаплап үкһеп иланы ла ебәрҙе Шәһиҙә, быуаһы йырылды.
- Ҡалайтайым, нисек итеп түҙермен икән, инәй, – тип һөйләнде йәш аралаш.
- Түҙәһең инде, күрәсәгең шул булғас, күрәсәкте күрмәйенсә инеп булмай гүрҙәргә, килен. Сабыр бул, бауыр баҫҡандай балаларың бар, Аллаға шөкөр. Егәрлеһең, һауһың, бирешмәҫһең, донъяның кәрәген биреп көтөрҙәй сағың. Бер кәңәшем бар һиңә асыуланмаһаң, - тип арҡаһынан һөйҙө Шәһиҙәне.
– Әйт, Шәкирә инәй, нишләп асыуланайым тей һиңә, - тине илап бер аҙ тынысланған ҡатын.
- Үҙ ауылыңа ҡайт һин йәшәргә, туғандарың янына. Унда донъя көтөү еңелерәк булыр һиңә, балларыңды ла ҡыйырһытыусы булмаҫ. Әле күрә, ишетә йөрөйөм күҙҙәрен астырмай үсекләйҙәр бит малай-шалайҙар. Мына мин дә ҡырҙан төшкән килен. Ғүмер буйы ерһенмәнем ошо ялан яҡтарын. Олатаңдан ҡалғас та ҡайтып китмәгәнемә үкенәм. Биш баламды бер үҙем аяҡҡа баҫтырҙым. Хәҙер мына ултырам яңғыҙ, онотҡанда бер ҡайтып урайҙар, - тип йәшләнгән күҙҙәрен һөрттө лә, - Хәйбуллаңдың ҡырҡын уҡытҡас та ҡуҙғала башта. Йылын көтһәң, ҡайта алмаҫһың –тип өҫтәне йәнә.
- Дөрөҫ әйтәһең дә ул, инәй, тик ҡәйнәм нимә тир бит әле, уны йәлләйем.
- Ҡәйнәң бирешкәндәй түгел әле, бүтән баллары бар ауылда. Үҙеңде уйҙа. Ә хәҙер һинең менән бергә барайым һеҙгә, ҡәйнәңә хәбәрҙе үҙем еткерермен.
- Икәүләшеп инеп киләһегеҙ, нимә, насар хәбәр әпкиләһегеҙме. Әйтмәһәгеҙ ҙә белеп торам, юҡ Хәйбуллам. Өс көн элек төшөмдә күрҙем, атаһы ут эсенән алып, атҡа ултыртып алып китте балаҡайымды. Ҡауғаланмаһын тип һиңә әйтмәй торҙом, килен. Үҙен килеп ҡосаҡлап, сыулап илаған киленен тыйҙы.
- Сеү, балаларҙы ҡурҡытырһың. Яҙмыштан уҙмыш юҡ, маңлайға яҙғанды күрәбеҙ инде, килен, ни хәл итмәк кәрәк. Иртәгә, Алла бирһә өсөн, етеһен бер юлы уҡытырбыҙ мулла саҡырып. Шәкирә апай, һин дә инерһең, – тине мыш-мыш килеп тын ғына илап ултырған күршеһенә.
Нисек итеп, ниндәй йыуатыу һүҙҙәре табып өндәшергә белмәй ултырған әбей йәнләнеп китте.
- Аһ-аһ инермен, ништәп инмәй тей, ошондай ваҡытта. Ғөмөр буйы ҡайғы-шаттығыбыҙ уртаҡ булды.
Иренең аяттары үткәнсе үҙен тотоп йөрөнө Шәһиҙә, балалар һиҙмәһен тип тырышты. Бик түҙеме бөткәндә мунсаға, йә һарайға инеп күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Бөгөн дә бер килке илап арығандан һуң, ныҡлы ҡарарға килде. Үҙ ауылына, туғандары яғына ҡайтырға. Ҡәйнәһенең ай-уайына ҡарап тормай ҡайтырға кәрәк уға.
Әйткәнен алдына алмай торған холҡо, әрһеҙлеге менән бирешмәй йәшәне ошоғаса. Иң тәүлә ғариза яҙып совхоздан сыҡты, эшен тапшырырға кәрәкмәне алмашсылар менән эшләгәс. Үҙенә, тейеш малды һатыу ҙа ауыр булманы. Малдары һәр саҡ ҡараулы, тәрбиәле булғас көр, һыйрҙары һөттө мул бирә, һарыҡ-кәзәләре лә йыл аша тигәндәй игеҙ бәрәсләп тора.
Яратып, һөйөп кенә һауған аҡбаш һыйырын әхирәте телдәр Нәғимә алды.
– Һыйырыңды үҙемә генә һат, әйкәйем. Һөттө күп биргәненә ҡыҙығып берәй башмағыңды алып көтөп һыйыр итермен тип йөрөй инем. Борсолма һис тә, һәйбәт ҡарармын, үҙеңде һағынғанда серҙәремде һөйҙәрмен. Эй һағынырмын инде, әхирәткәйем, – тип ҡосаҡлап илап ебәрҙе.
Шулай илай-һыҡтай хушлашты Шәһиҙә йәшләй килен булып төшкән ере менән. Иң ауыры ҡәйнәһе менән айырылышыу булды. Башта килене ҡайтыу тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас бер нисә көн үҙ алдына һөйләнеп, илауҙап йөрөнө. Шунан бер көн янына саҡырып ултыртып ризалығын белдерҙе.
- Ҡайтһаң ҡайтаһың инде килен, ни хәл итәһең, яңғыҙ әбей булып йәшәргә яҙғандыр инде миңә. Ҡайтып ҡабат ерһенеп йәшәп китеү еңел бумаҫ һиңә лә. Ейәндәремде һағынырмын инде, улар минһеҙ ҡалайта?
- Һуң ҡәйнәм, һағынһаң ҡунаҡҡа килерһең, сит илгә китмәйбеҙ ҙә.
- Ярай ҙа һыйып йәшәп китһәгеҙ. Ағайҙарыңа күптән еңгәләрең хужа. Еңгәләр, еңгәлеген итер. Улар һиңә апай бумаҫ.
- Үҙ ауылым, үҙ ауылым булыр әле. Хәл иткәнмен, кире уйҙау юҡ, ҡәйнәм
- Әләйгәс, үҙең беләһең, кире илап килһәң, муже индеремен, ейәндәрем хаҡына.
Ҡайтарып өндәшеп торманы Шәһиҙә, йәһәтләп ҡайтырға әҙерләнде.
- Анда ғайтып, ҡайҙа баш төртмәк булаң өс балаң менән. Кешелә айҙап-йылдап ята алмаҫһың, – тип һүҙ башланы ҡәйнәһе йәнә, ул был ҡаралдыһын төйнәп йөрөгән килененә ҡарап.
- Барый ағайымдарҙың күршеләре, ҡырҙан күсеп килгән бабай менән әбей былтыр бер-бер артлы ғына үлеп ҡалғандар. Балалары юҡ. Күше ауылда бабайҙың ҡустыһы йәшәй, шул кешенән өйҙө белешеп ҡуйырмын тигәйне ағайым аятҡа килгәндә.
- Һай- һай, аҫтыртын ғына эш бөтөрөп ҡуйғанһың икән, ярай, мәйелең улай булғас, үҙе йығылған иламаҫ тигәндәр, – тип ҡәйнәһе үпкәләп сығып китте.
Балаларына пенсия сығартып алып, башҡа ваҡ-төйәк эштәрен бөтөргәс, бер һарыҡты күрше бабайҙан һуйҙырҙы. Итен тоҙлап бер өлөшөн ҡәйнәһенә ҡалдырып, ҡалғанын күсеп ҡайтҡас ашарбыҙ тип йәтеш ҡаҙанына һалып алды. Шулай итеп ниәтләгән көн дә килеп етте. Шәһиҙә юлға таң менән сығырға булды, иртәнге һалҡында юл ыратып ҡалырға ине иҫәбе.
Һандығын, ул-был монаятты кистән үк ат арбаһына тейәп ҡуйғайны инде. Ат тигәндәй, Хәйбуллаһы ҡолон сағынан ғына һатып алып үҫтереп еккегә, менгегә өйрәтеп ҡуйғайны. Рәхәтләнеп менеп йөрөргә яҙманы үҙенә. Килененең ат беҙгә булһын тейеүенә Сафура әбей ҡулын ғына һелтәне. Ҡалған ҡаралтыны, "ҡайтҡас ашарһығыҙ" тип ҡәйнәһе әҙерләгән ашантыны сығарып һалғас, балаларын берәмләп йоҡоларын бүлмәй генә әҙерләнгән урынға сығарып һалып өҫтәрен япты. Күҙҙәренә йәш алып, әрнеп ҡарап торған ҡәйнәһен ҡосаҡлап арҡаһынан һөйҙө. Үҙ сиратында Сафура әбей ҙә үкһеп ебәреүҙән тыйылып киленен һөйҙө лә йәһәтләп барып ҡапҡаны асты:
- Йәгеҙ, хәйерле сәғәттә, имен-һау барып етегеҙ, урынлашҡас хат яҙырһың. Мәтри, килен, балаларҙы зарыҡтырмай көт. Ул-былыңды ишетһәм, барып күшкәңде һыҙырып ҡайтырмын.
- Ярай, ҡәйнәм, һау бул, ул-былды кисә һөйләшеп бөттөк бит инде, борсолма, – тип Шәһиҙә арбаға һикереп менеп ултырып атын юлға төшөрҙө.
Ауыл осон сығып ҡына еткәйнеләр, арттан:
- Туҡтаа, туҡта килеен – тигән әсе тауышты ишетеп артына боролоп ҡараһа, башына ябынған яулығы һыпырылып, сәсе-башы туҙған ҡәйнәһе килә. Тирләгән йөҙөнә һылашҡан сәстәрен дә һыпырмай, килеп етеү менән:
- Алып китмә, ҡалдыр, айырма мине ейәндәремдән – тип сеңләп илап ебәрҙе.
- Һуң ҡәйнәм, мәңгегә айырылышмайбыҙ бит, ҡунаҡҡа килерһең, үҙебеҙ килеп торорбоҙ, Бар ҡайт инде, юл кешеһенең юлда булғаны яҡшы тип әйтәһең бит үҙең гел генә.
- Ярай, бар юлығыҙҙа булығыҙ. Тик шуны бел. Яҙмыштан ҡасып ҡотолорға уйлайһыңдыр, ҡаса алмаҫһың. Ҡайҙа барһаң да ҡара һаҡалың артыңдан ҡалмаҫ. Күңелеңде аяп әйтмәгәйнем, тоҡом сире ул Хәйбуллаңдың ауырыуы, тоҡом сире. Атаһы ла, ҡартатаһы ла шунан үлде. Мин дә ҡаса алманым, үҙ ауылымда ла килеп тапты зәхмәт.
Шаҡ ҡатты Шәһиҙә, бер мәлгә күҙенә ҡәйнәһе әкиәттәге Мәскәй әбей булып күренде. Ҡасырға, тиҙерәк ҡотолорға бынан тине эске уйы. Ҡулдары йәһәтләп дилбегәне ҡаҡты. Юртып киткән ат артынан эйәрмәне Сафура әбей, төйөлгән йоҙроғон болғап:
- Тоҡом сире был, ишеет, тоҡом сире, – тип ҡысҡырҙы ла ҡапыл ергә тәңәрәп, ҡулдары менән ерҙе тырнап: - Ейәндәреем, ейәнсәреем, –тип олоп ятып ҡалды.
Ҡәйнәһенең һуңғы һүҙҙәренән һеңгәҙәп бик оҙаҡ уңды-һулды айырмай, атын ҡыуырға ла онотоп барҙы ла барҙы Шәһиҙә. Ярай әле аты аҡыллы хужабикәһенең ҡыуғанын көтмәй бер килке һеркелдәп юртып барҙы. Унан артыҡ ҡабаландырмайҙар әле тинеме икән, атлауға күсте. Алда селтерҙәп кенә ағып ятҡан шишмә, шишмә янында ыуаҡ ҡыуаҡлыҡтар күренде. Ерәнсәй (атына яратып шулай өндәшә ине хужаһы) түҙемһеҙләнеп һыуға ынтылды. Ҡулынан тартылып дилбегәһе шылып киткәнгә һиҫкәнеп асылына ҡайтты Шәһиҙә. Ялан ерҙәрен үтеп, инде урман-таулы үҙ яҡтарына сыҡҡандар имеш. Арбанан төшөп атының арҡалығын бушатты, тирләп өлгөрмәгән иркенләп эсһен әйҙә. Шишмә янына килеп бит-ҡулын сайғас, услап алып ләззәтен татып, яйлап ҡына һыу эсте. Күптән татылмаған тәмде тойоп күҙенән йәштәре сыҡты. Оҙаҡ килеүҙән талсыҡҡан тәне яҙылып, рәхәт булып китте. Ул арала ҡыҙы, Сәриәһе уянып тауыш бирҙе.
- Әсәй, беҙ ҡайҙа китеп барабыҙ? Кәлтәсәй ҡайҙа?
- Һуң, кисә әттем бит ҡыҙым, минең тыуған ауылыма ҡайтабыҙ тип, ҡартәсәйең һуңғараҡ килә.
-Унда матур, йылғалар, күлдәр күп, тағы ла еләк күп, мин күүп итеп балыҡ тотам, эвит, әсәй? - тине һеңлеһенең тауышына уянып тороп ултырған Хәйрулла.
-Тоторһоң, улым, тоторһоң, ана ҡысҡырышып Сәйфулланы уяттығыҙ. Хәҙер йыуынып, ашап-эсеп алабыҙҙа ҡуҙғалабыҙ, төнгә ҡалырға ярамай беҙгә.
Атын туғармай ғына үләнгә ҡушты ла үләнгә бәләкәй балаҫ түшәп, ашъяулыҡ тирәләп балаларын ултыртып ашатып алды. Тамағына аш бармаһа ла үҙе лә бер аҙ ҡапҡыланы. Ҡәйнәһенең һуңғы һүҙҙәре ҡолағынан, ҡиәфәте күҙ алдынан китмәһәлә, оноторға, уйламаҫҡа тырышты.
Юлда тағы ла бер нисә тапҡыр туҡтап ял итә-итә, эңер төшөүгә саҡ ҡайтып еттеләр Турғайға. Исеме есеменә тап килеп торған ике урамлы бәләкәй генә ауыл. Тирә яғын урман, күлдәр уратып алыуы ғына етмәгән, ауылдың ситенән Һаҡмар йылғаһы аҡһа, ике урамды уртаға бүлеп йәй көндәре тауыҡ кисеп сыҡмалы, яҙ етһә даръяға әйләнә торған Именлек аға.
Бер-береһенә ҡара ҡаршы өйҙәрҙә йәшәй ағайҙары. Өлкәне, Әмир ағайының ғаиләһе ишле, өйө лә йәтеш. Шуға ла уларҙы борсоп тормаҫҡа булды Шәһиҙә. Бәләкәй ағайы Барыйҙың балалары икәү, өйө лә ҙур. Берәй аҙнаға һыйҙырырҙар әле, тип атын уның ҡапҡаһына борҙо. Тәмәкеһен быҫҡытып ҡапҡа төбөндә торған ағаһы:
- Ҡалай самай килдегеҙ, инеп кенә китергә тора инем, – тип ҙур ҡапҡаһын асып, атты теҙгененән алып урам эсенә индерҙе.
Шунан ғына көрәктөй усын һуҙып ҡарындашы менән күреште. Тауышҡа өйҙән килеп сыҡҡан еңгәһе сөсөләнеп, сөңкөлдәп килеп күрещте лә, арбала йоҡлап ятҡан балаларҙы күреп ауыҙын баҫа һалды.
Юлда арып килгән балаларын еңгәһе һалған урынға индереп һалды ла, таҡта аласыҡҡа сыҡты. Сәй эргәһенә бер яртыһын асып, инде бер аҙ эсеп тә алған ағаһы:
- Әйҙә, һалғанды тотоп ҡуй ҙа, ҡарындаш, ашап ал, иртән барып Ыстипан белеште әпкилермен өйҙө һөйҙәшергә, - тип Шәһиҙәнең алдына араҡылы стакан ултыртты.
- Ҡуй, ағай, эскәнем юҡ та ул минең, – тиһә лә, еңгәһе лә ҡыҫтағас, эсеп ебәрҙе. Ауыҙына ут ҡаптымы ней, сәсәй яҙып ҡорот үрелеп ҡапты. Бер аҙҙан эскәне башына йүгерҙе, тәндәре яҙылып рәхәт булып китте. Фәғилә еңгәһе аш бешергән икән, рәхәтләнеп ашап, ҡоротлап һурпа эскәс, нисәмә көн йүнле ял күрмәгән ҡатынды йоҡо баҫты.
- Һин бар, бикәс, инеп ят, арыуың йөҙөңә сыҡҡан, –тийеүенә, шурпылдап аш эсеп ултырған ағаһы ла башын ҡаҡты.
Һуңлап ҡына торҙо Шәһиҙә йоҡонан. Күптән былай рәхәтләнеп йоҡлағаны юҡ ине, төш тә күрмәне хатта.
"Уй, Хоҙайым, йоҡлап тик ятамсы", - тип сәс-башын йыйыштырып тупһаға килеп сығыуына ҡолағына зың-зың иткән сепарат тауышы сағылды.
Еңгәһе аласыҡта һөт айырта, Барый ағаһы урта йәштәрҙәге бер урыҫ менән тәмәке көйрәтеп ҡапҡа тышында тора. Тимәк һеңлеһе йоҡлаған арала ағайы күрше Бирҙәш ауылына барып та әйләнгән. Ул арала юл аша ғына йәшәгән Әмир ағайы килеп етте улар эргәһенә. Шәһиҙә ирҙәр янына барырға ҡыймайынса аласыҡҡа инде. Еңгәһе менән ул-был хәбәр һөйләшеп ҡашығаяҡ йыуғансы, ир-ат һөйләшеп, килешеп аласыҡҡа килеп инделәр.
- Фәғилә, ҡана беҙгә килешеүҙе йыуырға берәй нәмәңде ултырт та, үҙегеҙ ана бикәсең менән өйҙө ҡарап килегеҙ, – тине Барый. Һүҙгә Әмир ағаһы ла ҡушылып:
- Өй һәйбәт, ҡарындаш, мейестәре лә быйылға түҙгәндәй, кәртә-ҡураның ауышҡан урындарын төҙәтербеҙ, Аллаға шөкөр, яңғыҙ түгелһең, – тип кеҫәһенән асҡыс алып бирҙе.
Өй ҡатындарға ла оҡшаны, тик бына алғы өйҙөң яртыһын алып торған урыҫ мейесен генә килештермәнеләр.
- Ыста, быға ҡалайтып утын еткерәм инде? – тине Шәһиҙә.
- Тапҡанһың ҡайғырыр нәмә, ағайыңдар бар, урман өҫкә ауып тора. Инеп сыға торғайным мин әбей менән бабайға, өйҙәре гел йылы булды. Әйҙә ҡуй юҡҡа аптырап торма, күрше-тирә ҡатындарға өмә итәйек тә йыуып, йышып сығарайыҡ, – тине өтәләк еңгәһе.
Еңгәһе әйткәнсә тиҙ генә булманы шулай ҙа. Аҡлайһы ерен аҡлап, буяйһы ерен буяп, йыуаһы ерен йыуып өйгә сыҡҡансы аҙналай выҡыт үтте. Күрше-күлән дә ихлас ярҙам итте. Берәү ҙә йәненә инеп артыҡ нәмә төпсөнмәне. Илгә ҡайтыуҙың ояты юҡ. Бергә-бергә йәшәрбеҙ, Алла бирһә, тинеләр.
Тормош ыңғайлаһа юлы асылып тора ул тей торғайны әсәһе. Уйламағанда һыйырлы ла булды Шәһиҙә.
- Теге Ыстипан ызнаком танаһын һата, алһа, көтәсәккә бирәм, тей. Ал ҡарындаш, һәйвәт танаһы, үҙем күрҙем, ҡышҡа быҙаулай тип торҙо, – тине бер көн Әмир ағайы.
- Ал кәнишнә. Яйҙап түләрһең әле. Көҙ ана һарыҡ фирмаһына эшкә сығырһың еңгәң эргәһенә. Балларың бер-береһен ҡарарға эшкенеп килә, – тине Барый ағайы ла.
Үҙәген өҙөп торған шул балалары инде былай ҙа. Бер миҙгел онотолоп йөрөй ҙә ҡәйнәһенең һуңғы һүҙҙәре, йөрәген ярып ҡабат иҫенә төшә. Кемеһе, ҡайһы балам, ҡасан ауырып китер тип өҙгөләнә башлай. Ә улары көнө буйы рәхәтләнеп йәшел үләндә тәгәрәп уйнайҙар. Хәйруллаһы малайҙарға эйәреп Һаҡмарға һыу инергә йөрөй хатта. Сәриәһе башта ҡартәсәһентаптырып аптыратҡайны, хәҙер ана Әмир ағайының ҡыҙҙары менән мәж килеп ҡурсаҡ уйнай. Сәйфуллаһы ла апайынан бер тотам ҡалмай тағылып йөрөй.
Ҡәйнәһенең һуңғы ҡылығын аңлай алмай ҡаңғырһа ла үҙе лә һағынды Сафура әбейҙе. Һеҙ барып урынлашыуға артығыҙҙан барып етермен тип ҡалғас көтәүәлләгәйне лә Шәһиҙә, көтөүҙәре бушҡа булғас хат яҙып һалды. Инде күсеп ҡайтыуҙарына ике ай була, үҙе лә юҡ, хаты ла.
Төштәре лә боларып тора был арала, берсә ҡәйнәһен, берсә Хәйбуллаһын күрҙе. Икеһе лә бер иштән кейенеп урам буйлап барҙылар ҙа, ҡапыл төтөн кеүек булып юҡҡа сыҡтылар. Иртәнсәк торғас та төплө ҡарарға килде Шәһиҙә, колхоздың үҙәге булған Үрген ауылы почтаһына барып Кәшифә Кәбировнаға шылтыратып ҡәйнәһенең хәлен белешергә кәрәк. Мөмкин булһа үҙен саҡыртып һөйләшергә.
Почтала кеше күп түгел ине бәхетенә күрә.
-Ҡыҙҙар миңә Йәнгил сельсоветына шылтыратыр кәрәк ине, – тиеүенә:
-Номерын белһәгеҙ шылтыратығыҙ, беҙҙең ваҡыт юҡ. Ауылдарҙан почтальондар килә, гәзит-журналдарҙы, хаттарҙы айырып ҡуйырға кәрәк, – тине береһе тоҡтарҙы бушата башлап.
Икенсеһе, үҙен почта начальнигы тип таныштырған йәш ҡатын, телефонды Шәһиҙәгә ҡарай шылдырҙы ла:
-Оҙаҡ һөйләшмәгеҙ, үҙәк почтанан шылтыратыуҙары бар, – тине ҡоро ғына итеп. Әлдә генә номеры иҫтә ҡалған тип уйлап нисәмә тапҡыр йыйып ҡараны Шәһиҙә, әммә теге яҡтан трубканы алыусы булманы.
- Телефонды оҙаҡ тотмағыҙ апай, бөгөн былай ҙа элемтә насар. Баймаҡтан шылтыратһалар, беҙҙе әрҙәтәһегеҙ, – тип начальник ҡатын телефонды алып уҡ ҡуйҙы. Ул арала төрлө йәштәге почта таратыусы ҡатындар, уларҙың артынан Турғай ауылының почтальоны Ғәле ағай бер-бер артлы килеп инделәр. Шаулашып-көлөшөп һәр кем үҙенә тейеш гәзит, журналдарҙы һанап ала башланылар. Ултырып ҡайтырға кеше булды, тип ҡыуанды Шәһиҙә.
- Ғәле ағай, ултыртып апҡайтаңмы мине? – тип һораны.
- Йыбанмаһаң көт, мин тиҙ генә ҡайтмайым әле, магазинға, конторға инәм, – тине ауылға килгән хаттарҙы ҡарап ултырған килеш.
Кәйефе төшкәнен һиҙҙермәҫкә тырышып Шәһиҙә тышҡа ашыҡты, ишекте асҡан ыңғайҙа
-Туҡта, һеңдем, хатыңды ал – тип Ғәле ағай кире борҙо.
Ҡәйнәмдәндер тип ҡыуанғайны ла, хат әхирәте Нәғимәнән булып сыҡты. Ҡайтҡас яйлап уҡырмын тип кеҫәһенә һалып алғайны ла, сабырлығы етмәне, ауылды сығыу менән хатты асып уҡый башланы.
“Бына нимә, әхирәткәйем, ауыр хәбәр еткерәм һиңә, кисә ҡәйнәң үлеп ҡалды бит. Ишеткәс тә һиңә хәбәр итәйем тип почтаға йүгереп барҙым. Индем дә, мин әйтәм, ҡанағыҙ әле ҡыҙҙар Үргенгә шылтыратайым. Шәһиҙәгә ҡәйнәһенең китеп барғанын хәбәр итәйем, килеп бәхилләшеп ҡалыр исмаһам тейем. Ҡабаланып инеп аңғармағанмын Фәхриямал ҡайынбикәң ултырған икән. Ҡәйнәңдең пенсияһын алам тип барғандыр әле, нишана. Ажғырып килеп йәбеште әйкәйем, шылтыратырһың мына шылтыратмай ҙа тей, аяғыңдың берен баҫма мында, ышпуйын тип эткеләп сығарҙы. Ышпуйын булып мин аға нимештәгән. Илап китеп барҙым да, туҡта мин әйтәм Кәшифәгә инәйем, силсәүиткә. Инһәм, Фәхриямалдың бикәсе ултыра, Шәмсениса, маңҡаһын һөртөргә лә эшкенмәй йөрөй торғайны, хәҙер сикритар булып алған, мыҡты кеше. Персидәтел отпускала, мин уның урынында тей. Ҡана мин әйтәм, шылтыратайым әле Үргенгә. Другуй районға ни полужены, бар, эш туҡтатып йөрөмә тей, эшем кешеһе. Шу тикте ғәрҙәндем әй, шунан хат яҙып булһала һалайым тинем..."
- Тырр, әйҙә ултыр апай алып ҡайтам, – тигән тауышҡа терт итеп башын күтәрҙе Шәһиҙә.
Йәш кенә егет йылмайып атын саҡ тыйып арбаһында ултыра. Нәғимәнең хатындағы хәбәрҙәрҙән шаңғып килгән килеш, тамағына ултырған төйөрҙө саҡ йотоп ебәреп, егеткә рәхмәт әйтергә уҡталды ла туҡта, ҡайтып өйҙә яйлап уҡырмын тип арбаға ултырҙы. Кеше алдында сер бирмәй, күҙ йәше сығармай йәшәү тәртибе был юлы ла ярҙам итте. "Кем улыһың, ҡустым, әлдә ултырттың әле, аяғым талғайны", тигән булып, "тиҙ апҡайтып еткерҙең, рәхмәт инде", тип урам осонда төшөп ҡалды. Егеттең кем улы булыуын аҙаҡ уйлап ҡараһа ла, иҫенә төшөрә алманы.
Өйөнә килеп инеү менән үҙенә килеп һырынған балаларын арҡаларынан һөйөп, тамаҡтарын туйҙырҙы. Унан тупһаға сығып ултырып, әхирәтенең хатын ҡулына алды.
“...Бер ике көн алдан ғына, нимештәп ята икән әбеюшкә, туҡта хәлен белеп сығайым, тип ингәйнем, ҡыуанып китте. "Рәхмәт инде, хәл белешеп йөрөүеңә, буш сығармайым", тип сәй ултыртты. "Хат яҙһаң киленгә, минән сәләм яҙ, рәнйетеп әйтмәҫ һүҙҙәремде әйтеп ҡалдым, ғәфү итһен мине, һәйбәт булды киленем. Мин унан шул тиктем ризамын, бәхиллегемде бирәм", тине. Үҙең ништәп хат яҙып һалмайың, мин әйтәм, барып ҡайтһағыҙ ҙа була инде, кейәүҙәрең апарыр ине тейем. "Апармаһалар ярар ине, ҡустыбыҙҙың атын ништәп биреп евәрҙең, ништәп малды һаттырҙың, Хәйбулланың малында беҙҙең дә өлөшөбөҙ бар, тип әрҙәнеләр. Фәхриямалдың пуштыла эштәгәнен беләң бит инде. Килен хат яҙған булған икән, шул хатты әпкилеп күҙ алдымда йыртып ырғытты. Мына Нәғимә, үҙе буғың үҙеңә яу тигәне шу була инде..."
Шулай әхирәт, мине аптыратып, үҙе илап ултырып ҡалғайны ҡәйнәң. Һин инде киләм тип ыҙалама, әрҙәлеп кенә ҡайтырһың, үҙегеҙҙең муллағыҙҙан аят уҡыт та ҡуй. Хатымды районға барған берәйһенән биреп ебәрәм. Теге албаҫты үткәрмәҫ барыбер. Йә, хуш, әхирәт, оноторға тырыш һин был яҡты, үҙ тормошоң менән йәшә. Юл төшһә, үҙем барып ҡайтырмын, Алла бирһә”.
Һығылып ултырып иланы Шәһиҙә, йә ҡайынбикәләргә ниндәй зыяным тейҙе икән. Килһәләр табан түшәк булып ҡунаҡ иттем, бүләктәр бирҙем. Кәрәк ваҡытында йүгереп йөрөп эштәрен эшләштем. Хәйбуллаһының аты булмаһа ул ҡалайтып өй алыр ине. Арбаһы ние менән атын, һыйырын һатҡан аҡсаһын биреп саҡ еткерҙе былайҙа. Хәйруллаһы илап югерҙе Ерәнсәйе артынан. Еләнсәй, еләнсәй тип ҡысҡырҙы Сәриәһенә тиклем. Арығансы, буҫыҡҡансы иланы ла Шәһиҙә тороп битен йыуып, бөттө ошо һуңғы илауым булһын, балаларҙы ла үҫтерермен, донъяһын да көтөрмөн тип үҙенә һүҙ бирҙе.
Йылдар үтте. Балалары бер-бер артлы мәктәпкә барҙы. Яңғыҙ донъя көтөргә өйрәнде Шәһиҙә лә. Яңғыҙ тигәс тә, ике ағаһы утын-бесәнһеҙ итмәне. Үҙе лә әрһеҙ булды. Ҡайырып бесәнен дә сапты, утынын да ярҙы. Һарыҡ фермаһында алдынғы булып, маҡталып эшләне. Эшләгән тешләгән тигәндәй аҡсаһы ла килеп торҙо. Малы ла ишәйҙе. Ауылда яңғыҙ ҡатындар араһында бер үҙе гөбөрләтеп ике һыйыр һауҙы. Еңгәләре менән йылына бер нисә тапҡыр Магнит баҙарына дебет, һарыҡ йөнө, йомортҡа һатырға йөрөнөләр. Унан кейем-һалым, кәрәк-яраҡ алып ҡайттылар. Аҡсам бар әле, тип балаларын шаштырманы, кеше ашағанды ашап, кеше кейгәнде кейеп үҫтеләр. Тотонғандан ҡалған аҡсаһын Хәйруллам әрмегә барып ҡайтһа, өй һалырбыҙ, тип йыя барҙы. Аллаға шөкөр, балалары ҡара эшкә әрһеҙ булып үҫтеләр. Улар үҫә биргәс йорт-ҡура араһында бөтөнләй эш тигеҙмәнеләр әсәләренең ҡулына. Малайҙар мал-тыуар ҡараһа, ҡыҙы өйҙәге эште ҡулынан алды. Хәйруллаһы менән Сәриәһе мәктәптә лә йөҙәнә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр. Тик бына Сәйфуллаһының уҡыуға барымы булманы бөтөнләй. Биш-алты йыл кластан класҡа ҡала-ҡала, уҡытыусыларҙан әрләнә-әрләнә йөрөп ыҙаланы ла, мәктәпкә барыуҙан бөтөнләй баш тартты. Мәктәп директоры махсус интернатҡа ебәрәбеҙ, тип ҡарағайны ла, Шәһиҙә риза булманы. Колхозға көтөүсе лә кәрәк, тине. Һарыҡ фермаһында әсәһенә бәрәс ҡарашып, өйҙәге малды ҡарап, мыҡты егет булып буй еткерҙе.
Хәйруллаһы әрмелә ике йыл хеҙмәтен тултырып ҡайтыуына әҙер бура һатып алып ҡуйғайны Шәһиҙә. Беренсе йылы өмә итеп күтәртеп, башын ҡалай менә яптырып ҡуйҙылар. Улының хеҙмәттән шофер һөнәре алып ҡайтыуы бик ҡулай булды. Ҡайтып бер аҙна ла ял итмәне эшкә төштө.
- Берәй йыл ултырһын әле баҫылып, ишек-тәҙрәләрҙе икенсе йыл ҡуярбыҙ, – тине ағайҙары.
Йәй башынан тотоноп көҙгә ҡарай мейес сығарып, торба үткәртергә килеп терәлде эш. Өй тип бушҡа әйтмәгәндәр икән, өйәһең дә өйәһең, тип Шәһиҙә торба үткәрергә оҫталар белешә башлағайны. Яр аҫтынан яу сыҡҡан тигәндәй, ҡыҙы кейәүгә сығам тип хәбәр һалды.
Сәриәһе мәктәпте тамамлағандан һуң ашнаҡсы һөнәре алып яҡындағы ял йортонда эшләп йөрөй ине. Ҡайһы арала табышҡандар ҙа,ҡайһы арала килешкәндәр тигән. Егете шул уҡ ял йортонда шофер булып эшләй икән. Киләбеҙ, әйттерәбеҙ тип сәләм ебәреп ята буласаҡ ҡоҙалары.
Ҡыҙ кешене урыны сыҡҡанда биреп ҡалыу яҡшы ла ул, тик мына өй әҙер түгел. Кеҫә яғы ла һай тип аптыраған Шәһиҙә туғандарын кәңәшкә саҡырҙы.
- Яңғыҙ ҙа, малһыҙ ҙа түгелһең, бер-ике һарығыңды, һуғымға ҡалдырған танаңды һуйып, яртыһын һатырһың туй расхутына. Һандығын тултырғанһыңдыр, моғайын. Беҙ ҙә ҡулғамыттыҡ итербеҙ. Бишәр ярты араҡы, яулыҡ-таҫтамал, ит бирербеҙ. Һис аптырама, – тине туғандары.
- Туйҙы ниприминны яңы өйҙә үткәрәбеҙ, - тине Барый ағаһы.
-Сәриәнең бирнәһе әҙер ҙә ул, тик мына өйгә тәүҙә аят уҡытырмын тигәйнем бит әле.
- Эшен бөтөрөп, күскәндә уҡытырһығыҙ аятты, – тип кенә ҡуйҙылар.
Туйҙың үҙе түгел, була тигәне ҡыҙыҡ тигәндәй, зыҡ ҡубып әҙерләнә башланылар. Тотонаһы мал тотонолоп, алаһы нәмәләр алынып бөткәс, яңы өйгә өҫтәлдәр, эскәмйә, ултырғыстар ташылды. Тәҙрәгә ҡорғандар элеп, эскәмйәләргә буй юрғандар түшәлде. Шәһиҙәнең ҡыуанысын арттырып әхирәте Нәғимә килеп төштө. Хатлашып хәбәрләшеп тә, телефондан һөйләшеп тә торҙолар үҙ-ара. Элекке кеүек түгел хәҙер, фермаларҙың ҡыҙыл мөйөштәренә телефон үткәрҙеләр.
Көҙгө алдынан китә алмай, былай ҙа матур сәстәрен йүнәтеп аҙапланған ҡыҙына һоҡланып ҡарап торҙо ла, аласыҡҡа сыҡты. Еңгәләре, Нәғимә әхирәте менән көлөшөп, мәрәкәләшеп сәк-сәк, бауырһаҡ бешерәләр, оло ҡаҙанда ит ҡайнай. Ауыл осона ҡоҙа ҡаршыларға билдәләнгән егеттәрҙе тағы бер ҡат киҫәтәйем әле, һуңлап ҡуймаһындар тип ҡапҡа тышына сығыуына, арбаға аяҡтарын һоноп ултырған оло йәштәрҙәге ике ҡатын, дилбегә тотҡан йәш егет атын Шәһиҙәнең ҡапҡаһына борҙо. Былары кемдәр тағы тип текләңкерәп ҡарағас саҡ ултыра төшмәне. Ике ҡайынбикәһе Фәхриямал менән Шәмсиямал, имеш.
-Ана, уңған киленебеҙ сығып ҡаршылап та тора, – тип ойоған аяғын саҡ яҙып, туйтаңлап атлап, ике ҡулын һуҙып килеп күреште Шәмсиямал ҡайынбикәһе.
-Саҡырмаһаң да килдек әле, Нәғимәң беҙгә әйтмәй ҡасып китһә лә барыбер ишеттек. Килһәк ней, хаҡыбыҙ бар, ҡустыбыҙҙың балларын һағынып килдек. Йә һаумы, бирешмәгәнең әле шугөйөһөң, – тип ҡоро күҙҙәрен һөрткән булып һыңар ҡулын ғына биреп күреште Фәхриямал. Улар килеп туҡтағаны бире ауыҙынан бер һүҙе сыҡмаған Шәһиҙәнең эргәһенә йәш егет килеп баҫҡас теле сиселде.
- Эээй, Фирғәт ҡәйнешем, үҫеп туйға килергә эшкингән бит, – тип ҡосаҡлап һөйөп, атты урам эсенә етәкләп индерҙе.
Ҡайынбикәләре һылыу булып буйға тартылып үҫеп, егет булған Хәйбулла ҡустыларының уландарын Хәйрулла менән Сәйфулланы күреп, илап ебәрҙеләр хатта.
- Йә инде, тас ҡына аталары булып торалар бит әле, – тине лә Шәмсиямал, өйҙән сығып килгән Сәриәне күреп:
- Ҡарале Фәхриямал, хас ҡына әсәйҙең йәш сағы. Рәхмәт инде, килен, балаларҙы матур итеп үҫтергәнһең, –тине.
Башҡа ваҡыт булһа әсе телен һалыр ине Шәһиҙә. Буласаҡ туй, ҡыҙының бәхете хаҡына өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе. Шулай ҙа Фәхриямалдың кәртә-ҡураны, өйҙәрҙе байҡаштырып тороуон абайлап.
- Мына инде ҡустығыҙҙың ат-арбаһын, һатылған һыйырҙың аҡсаһына алынған йорт-ҡура, ә яңы өйҙө малайҙар тырышлығы менән өлгөртөп киләбеҙ, – тип ҡуйҙы.
- Әллә нимәләр ишетеп үпкәләп ятаһыңдыр инде, килен, йән көйгәндә нимә әйтмәйһең, үткәнгә шырпы, онотайыҡ – тине ҡайынбикәләре.
Ул арала урамдан туй килә, туй тигән тауыштар ишетелеп бөтәһе лә туй ҡаршыларға сыҡты.
Туй бик матур үтте. Ике яҡ та бер-беренә һынатманы. Ҡайынбикәләре лә ҡат-ҡат рәхмәт әйтеп, үҙҙәренә саҡырып ҡайтып киттеләр. Мул итеп күстәнәс, бүләктәрен биреп оҙатты уларҙы Шәһиҙә. Нисәмә йылдар күңелендә йөрөгән ҙур шеш тишелеп аҡҡандай булды.
Өйҙәренең эшен бөтөрөп, заманына ярашлы йорт йыһаздары алып, күсенеп сығыуға, шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп ҡыҙының улы тыуҙы. Ишетеү менән күстәнәстәрен тейәп барып ҡайтты Шәһиҙә. Дамир тип исем ҡуштылар, шалҡандай таҙа ейәнем бар тип ҡыуанып һөйләне ҡайтҡас.
Тик ҡайғы менән шатлыҡ йәнәшә йөрөй, тип белмәй әйтмәгәндәр икән боронғолар. Уландарын эшкә оҙатып, һөт айыртып ултыра ине. Аһылдап йүгереп, ҡобараһы осҡан Сәйфуллаһы килеп инде аласыҡҡа. Йәй башында ғына Бирҙәш МТС-на эшкә төшөп, арыу ғына эшләп йөрөй ине.
- Әсәй, улар мине үткәрмәйҙәр Бирҙәшкә, – тип ҡысҡырып ебәрҙе инеү менән.
- Кемдәр, нисек инде үткәрмәйҙәр, нишәп? – тип ырғып торҙо аптырап киткән ҡатын.
- Ике ағай кеше, өс көн инде тау башында көтөп торалар ҙа, Бирҙәшкә тиклем артымдан эйәреп килеп, тороп ҡалалар ине. Бөгөн тау итәгендә үк ағастан һикереп килеп төштөләр ҙә үткәрмәйҙәр.
Был бала эшкә бармаҫ өсөн шулай ҡылана ахыры, тимер эше туғайҙа мал көтөү түгел инде тип уйлап:
- Ҡана әле, үҙем барып кәрәктәрен бирәйем, ул нимеуйҙап һине үткәрмәй торған булалар икән, – тип ҙур таяҡ тотоп алып, асыуланып сығып китте Шәһиҙә. Теләр*теләмәҫ кенә Сәйфулла ла эйәрҙе артынан. Тау итәгендә лә, тау башындала бер кемдә осраманы. Бирҙәш күренгәс, улы ҡапыл:
- Әсәй, һин ҡайт, улар ошонан ары бармайҙар ул. Мин йүгерәм, эшкә һуңланым, – тип йүгереп тә китте.
Аптыранған ҡатын бер килке балаһы артынан ҡарап торғас, кире боролдо. Нимә булды әле был, әллә, юҡтыр-юҡтыр, бығаса бер ҙә һиҙелмәне бит. Уйлаған уйынан үҙе ҡурҡып, эстән генә уҡынып ҡайтты. Кискә тиклем улын ут йотоп көттө. Уныһы тыныс ҡына ҡайтып инеп, ашап алып мал ҡаршыларға сығып киткәс тыныслана төштө. Шулай ҙа тағы бер нисә көн улын тау башына тикле оҙатып ҡалды. Унан һуң да әле аҙна тирәһе Сәйфулла үҙе барып, ҡайтып йөрөнө эшенә. Инде бөтөнләй үк тынысланған Шәһиҙә, көндәгесә уландарын эшкә оҙатҡас, сепараттан һөтөн айыртып, һарҡытҡан ҡоротон табаҡҡа ауҙарып, тоҙ һибеп тансҡаны ла, йомарлап ылашҡа теҙеп һалды. Ҡорот тоғон бер юлы йыуайым тип тасҡа һыу ҡойорға ынтылды ла, туҡта әле өйҙә бысылдап торғансы, Һаҡмарға төшөп сайҡайым тип йылға буйына төштө.
Тоғон яҡшылап сайҡап, бит ҡулын йыуып тора ине, Сәйфуллаһының Һаҡмар аръяғынан ҡысҡыра- ҡысҡыра йүгереп килгәне күренде. Килә бирә лә артына әйләнеп таш ташлай, әсе итеп һүгенә үҙе. Йылғаға килеп етте лә аяҡ кейемен сисеп тә тормайынса шаптыр-шоптор килеп сыҡты. Шаҡ ҡатып үҙенә текләп торған әсәһен күреп ҡысҡырып ебәрҙе:
- Әсәй, күрҙеңме ана тегеләр, Бирҙәшкә еткән ерҙән, ауылға индермәй баҫтырҙылар. Әһә ҡурҡтығыҙмы, йылға аша сығалмайығыҙ шул. Мә, алығыҙ тағы! - тип ҙур ғына ташты йылға аша елгәрҙе. Һаман өнһөҙ торған әсәһенә ҡарап:
- Ҡурҡтыңмы әллә, әсәй, әйҙә ҡайттыҡ, бөгөн барыбер эшкә үткәрмәҫтәр, уҫалланып алғандар...
Ә Шәһиҙәнең башында бер генә уй һулҡылдай: “тоҡом сире” тоҡом сире, тоҡом сире. Тоҡло тасты күтәреп улы артынан атлағанда, әлдә бер кем дә булманы йылға буйында. Сәйфулланың күренмәгән кешеләргә таш ташлағанын бер кем дә күрмәне, тип уйланы.
Арып, ҡобараһы осоп ҡайтҡан улы аласыҡҡа инеп ятып йоҡлап киткәс, оҙаҡ уйланып ултырып бер ҡарарға килде. Иртәгә үк Баймаҡҡа больницаға алып барырға кәрәк Сәйфулланы. Атаһы кеүек итеп тейәп алып киткәндәрен йөрәге күтәрмәйәсәк. Төшкө ашҡа ҡайтҡан Хәйрулла ҡустыһының мәлһеҙ йоҡлап ятыуына аптырап һораулы ҡарашын әсәһенә төбәне.
- Ауырып китте бит ҡустың, балаҡайым, атайың кеүек, – тип илап ебәрмәҫ өсөн ауыҙын баҫты Шәһиҙә.
Ҡустыһына йәлләп ҡарап торған Хәйрулланың күҙҙәре йәшләнде. Бигерәк тә нескә күңелле шул ул. Күҙ алдына ҡапҡа бағанаһына бәйле торған атаһы, уҫал, ят кешеләр. Һеңлеһе менән икәүләп, шарылдап илап атайҙарын алып киткән көплө машина артынан йүгереүҙәре килде. Әсәһенең ағайҙары менән бышылдашып һөйләшкәндәрен ишетеп ҡалып, ауырыуҙың тоҡомдан килгәнен аңланы. Шуға күрә лә өйләнергә ҡурҡып йөрөй. Әсәһенең:
- Иртәнге автобусҡа алып сығырһың иртәгә, врачҡа апарып күрһәтеп ҡайтайым, - тиеүенә өнһөҙ генә башын ҡаҡты.
- Ярай балам, бар эшеңә, маңлайға яҙғанды күрәбеҙ инде, - тигәс башын баҫып эшенә сығып китте.
Табип-психиатр Иҫәнбаев бик ихлас ҡабул итте Шәһиҙәләрҙе. Икеһенең дә һөйләгәндәрең тыңлағандан һуң Шәһиҙәгә сығып торорға ҡушып, Сәйфулланың үҙен генә ҡалдырҙы. Бер аҙҙан шәфҡәт туташы, нимә тирҙәр икән тип ҡурҡып ултырған ҡатынды эскә саҡырҙы.
- Бына нимә, апай, улығыҙҙы больницаға һалабыҙ, анализдар алып тикшергәндән һуң Өфөгә интернатҡа ебәрәбеҙ, – тине.
- Нисек инде интернатҡа? Быныһын да үлтерәһегеҙме, ебәрмәйем, үлһә, өйҙә үлһен - тип ҡысҡырып илап ебәрҙе Шәһиҙә.
- Тынысланығыҙ апай, кем һеҙгә уны үлә, тине. Хәҙер медицина йылдан-йыл көсәйеп бара, бер нисә йылдан ҡайтарып ебәреүҙәре лә мөмкин. Өс көндән машина була, теләһәгеҙ оҙатып бара алаһығыҙ.
Графиндан шәфҡәт туташы ҡойоп биргән һыуҙы эсеп саҡ тынысланған ҡатын:
- Барам, барам, ҡайтып һыйырҙы һауырға күршеләргә әйтеп, ағайын иҫкәртеп киләйем, – тип үҙенә мөлдөрәп ҡарап ултырған Сәйфуллаһының арҡаһынан һөйҙө. Әлдә генә врач һәйбәт тура килде, еңелерәк булыр балама тип уйланы үҙе.
Өфөгә төнгә ҡарай ғына барып еттеләр. Ҡаланан ситтәрәк ағастар араһында урынлашҡан икән интернат. Шөкәтһеҙ урындыр инде тип ҡурҡып барғайны Шәһиҙә. Ҡәҙимге ике, өс ҡатлы йорттар, бер ҡатлылары ла бар. Бейек кәртә менән уратылған, ҡапҡаһы төбөндә бәләкәй генә аласыҡ кеүек бүлмәлә ҡарауылсы ултыра. Ауырыуҙар янына килеүселәр өсөн айырым йорт булғанын әйтеп асҡыс тотторҙо ҡатынға.
Улын оҙата килгән шәфҡәт туташы ҡыҙ:
- Апай, иртәгә сәғәт ун берҙән ҡалмай ҡайтырға сығабыҙ. Беҙҙең менән ҡайтырға теләһәгеҙ, тороп ҡалмағыҙ, – тип иҫкәртте.
Күҙенә йәш алып хушлашты Сәйфуллаһы:
- Сәләм әйтерһең ағайыма, апайыма, һорағандарға, – тигән булды.
- Әйтермен балаҡайым, әйтермен, үҙем килеп ҡайтырмын, тик һин йүнәл генә, – тип ҡосаҡлап арҡаһынан һөйөп, сәстәренән үпте.
Нисек кенә арыған булһа ла төнө буйы керпек тә ҡаҡмаған Шәһиҙә, таңға ойоп китеп төшөндә Хәйбуллаһын күрҙе. Матур итеп йылмайып, килдеңме һөйөклөм, мин яҡында ғына бит, ағас араһында, тип тора имеш.
Ишек асылған тауышҡа һиҫкәнеп уянып китте. Өлкән генә йәштәрҙәге башҡорт ҡатын, йыйыштырыусы икән.
- Ғәфү итегеҙ, уяттым, шикелле. Иртәрәк йыйыштыра башламаһаң, өлгөрөп булмай. Ҡайҙан килдегеҙ, тәүгәме? – тип ҡыҙыҡһынды.
- Тәүгә шул, һеҙ бында ҡасандан эшләйһегеҙ? Элек ошонда ауырыуҙар янып үлгән, тигәйнеләр, ишетмәнегеҙме? – тип һораны Шәһиҙә.
- Ишетеү генә түгел, күрҙем, тик беҙгә ул турала һөйләргә ҡушмайҙар, Алла һаҡлаһын. Ун минут эсендә ҙур йорт тотош янып бөттө, төн ине бит. Бик һирәктәр генә ҡотолдо. Берәй яҡының булды мәллә?
- Булғайны шул, ҡайҙа ерләнеләр икән үлгәндәрҙе, апай.
- Бик алыҫ түгел ул ҡәберлек, ҡарауылсынан һора, өйрәтеп ебәрер – тип артабан эше менән булды йыйштырыусы.
Барып тапты Шәһиҙә иренең ҡәберен. Ҡапҡанан алыҫ түгел урында, дөйөм ҡәберлектә тутыға төшкән ҡалайға исемдәре теҙеп яҙып ҡуйылған. Иң өҫтә Хәйбуллаһының исеме. Яҙыуҙы ҡулы менән һыйпап илап ебәрҙе.
- Таптым, таптым, ҡәҙерлем, мин һине. Улыбыҙы алып килдем бында, аурыны бит ул да тоҡом сире менән. Һин уны зинһар ҡурсала. Һеҙҙе бит яҡындарын һаҡлап йөрөй тип әйтәләр. Балаларҙы ҙурайттым, Хәйрулла шофер, Сәриәбеҙ кейәүҙә, ейәнебеҙ бар. Их Хәйбуллам, күрә алманың балаларың үҫкәнен. Бәхил бул инде, ҡәҙерлем.
Бер генә миҙгелгә ағастар шаулашып, "Хуш бул, хуш бул", тигәндәй булды Шәһиҙәгә.
Уйланып, яйлап барып саҡ тороп ҡалманы машинанан.
- Ҡайҙа йөрөйһөгөҙ, апай, һеҙҙе генә көтәбеҙ – тип һуҡранып ҡаршы алды шәфҡәт туташы.
- Рәхмәт инде, һеңлем, ғәфү итегеҙ. Аллаға шөкөр, әлдә генә ҡайҙа барһам да яҡшы кешеләр осрап тора, – тип ҡыҙыҡайҙы һөйөп алды Шәһиҙә.
Нисек кенә булһа ла, иңеңә ниндәй генә һынауҙар төшһә лә тормош дауам итә. Шәһиҙә лә күнде яҙмышына. Үҙәге өҙөлөп һағынып китһә Сәйфуллаһын барып күреп ҡайта. Улы ла өйрәнде инде йәшәгән еренә. Барһаң, өйҙәгеләрҙе һорашып ала ла, үҙе тураһында һөйләй. Нимә эшләргә өйрәнгән, кем менән эшләй. Тик барыбер күҙҙәре моңһоу балаҡайының, хушлаша башлаһаң йәш менән тула. Күҙҙәренә тура ҡарамаҫҡа тырышып хушлаша ла, юлға сыҡҡас илап ебәрә меҫкен ҡатын.
Әйткәндәй, уйламағанда Хәйруллаһы өйләнеп ташланы. Көҙгө муллыҡта, алыҫ райондарҙың береһенә ярҙамға ебәргәйнеләр колхоздан бер нисә егетте. Бына шунан кәләшле булып ҡайтты, бирнәһе уты менән бер юлы ултыртҡан да ебәргәндәр.
- Әсәй, таныш бул, һиңә килен алып ҡайттым – тип, һылыу ғына бер ҡыҙҙы етәкләп торған улын күреп саҡ ултыра төшмәне Шәһиҙә.
- Лира булам, – тип күрешергә ҡулын һуҙҙы ҡыҙ кеше.
- Аһ-аһ, әйтмәй-итмәй кеше кәләш аламы, кәңәшһеҙ-нейһеҙ, – тин аптырап ҡалған әсәһенә хәлде яйлап аңлатты Хәйрулла.
Ырҙын табағында үлсәүсе булып эшләгән ҡыҙҙы бер күреүҙә оҡшатып, шаяртып һүҙ ҡушҡан. Ҡыҙ ҙа ыңғай яуап биргән. Шулай итеп, эш бөтөп ҡайтыр мәлдәре еткәс, Хәйрулла ҡыҙҙы алып ҡайтырға теләге барлығын белдергән. Лира ҡыуанып риза булған. Килен баланың еңгәһе сельсоветта эшләй икән, сиратһыҙ ғына никахтарын рәсмиләштереп тә ҡуйған. Туғандары ҙур ғына урын биләйҙәр икән районда, алыҫҡа барып туй үткәреп йөрөргә ваҡыттары юҡ. Атай-әсәйем өлкән йәштә, тип аңлатты килен кеше. Туй үткәреп, шартына килтереп килен төшөрөрмөн тигән өмөтө өҙөлһә лә, риза булды Шәһиҙә. Ҡаршы тороуҙан файҙа юҡ.
- Ярай үҙегеҙ табышҡанһығыҙ, үҙегеҙ ҡауышҡанһығыҙ, бәхетле йәшәгеҙ, - тип, үҙенең туғандарын йыйып ҡунаҡ үткәрҙе шулай ҙа.
Йылмайып-көлөп, йүгереп йөрөп ҡунаҡ һыйлаған килен оҡшаны барыһына ла. Үҙ ара килешеп, һәүетемсә йәшәп китте йәштәр. Өйҙәге байтаҡ мәшәҡәт иңенән төштө Шәһиҙәнең. Тик килен кешенең мин-минлеге арта башлағанын тойҙо. Хәйруллаға тауышын күтәреп өндәшһенме, йә һис юҡтан һалҡын ҡараш ташлаһынмы. Тора-бара ысын йөҙө асылыр микән был килендең тип уйлап ҡуйғыланы. Ә Хәйруллаһы кәләшенә мөкиббән киткән. Йыл тигәндә малай ҙа табып биргәс, бөтөнләй түбәһе күккә тейҙе.
Элегерәк тә йөрәге сәнсеп ҡуя ине Шәһиҙәнең, бер нисә көн корвалол эсеп йөрөһә, үтеп китә ине. Был юлы улай булманы. Бирҙәшкә участка больницаһына барып күренгәйне, һалып уҡ ҡуйҙылар. Ике аҙна ятып ҡайтты.
- Йөрәгегеҙҙе һаҡларға кәрәк, апай, көйәләнмәй йәшәргә кәңәш итәм, артыҡ ныҡ ҡыуаныу ҙа килешмәй, – тине дауалаусы табип ҡатын.
- Бер ниндәй хис-тойғоһоҙ йәшәргәме атыу миңә?
- Сама менән, апай, сама менән генә, – тип ҡуйҙы.
Ейәне Илмирҙың бер йәшен үткәрәбеҙ, тип Сәриәләрҙе лә саҡырҙылар. Уларының инде малайҙары Дамирға иш булып Сабирҙары тыуғайны. Был көндәрҙе лә күрәһем бар икән тип ҡыуанды Шәһиҙә. Кинәнеп ейәндәрен иркәләтте, һөйөп туйманы.
Аллаға шөкөр донъям теүәлләнде тип ҡыуанды. Инде Сәйфуллама барып ҡайтһам тип, юлға йыйына башлағайны, йөрәк өйәнәге ҡуҙғалды. Үҙен больницаға алып барған Хәйруллаһына:
- Ваҡыт табып Сәйфуллаға һин барып ҡайтырһың инде, балам, туғандарыңдың терәге һин хәҙер, – тип ҡушты.
- Борсолма әсәй, йүнәлеп сыҡһаң, икәүләп барып ҡайтырбыҙ.
- Йә, шулай итербеҙ, балам, – тип ғәзиз балаһының сикәһенән һөйөп хушлашты Шәһиҙә.
- Әсәйегеҙҙең хәле ауыр, йүнәлеп сығыуы икеле, – тине табип ҡатын ауырыуҙы ҡабул иткәс.
- Баймаҡҡа ебәрегеҙ, үҙем алып барам машинағыҙ булмаһа – тип ныҡышты Хәйрулла.
- Юлды күтәрә алмаясаҡ, ҡулыбыҙҙан килгәнен эшләрбеҙ бында, – тип китергә ашыҡты табип.
Йүнәлеп сығып, үҙ аяҡтары менән ҡайта алманы был юлы Шәһиҙә. Аҙна тигәндә, инде йүнәлер тип өмөт итеп йөрөгәндә, килеп алырға ҡушып шылтыраттылар больницанан. Ҡайғынан бөгөлөп төшкән балалары, туғандары, бөтә ауыл һыҡтап оҙатты һуңғы юлға уңған, ғорур ҡатынды.
Ҡанаты һынды Хәйрулланың ғәзиз кешеһен юғалтҡас. Донъның бөтә ҡыҙығы юҡҡа сыҡҡандай булды. Ҡатынының үҙенә ҡарата һыуына барғанын да һиҙмәне. Уныһы уҙынғандан уҙынды. Йомош менән ингән күрше-күләнгә лә арты менән әйләнде. Әсәһенең инде васыят булып ҡалған һүҙен иҫләп Өфөгә, ҡустыһына барып ҡайтырға булғас, оло ҡауға сығарҙы.
Ҡатыны һүҙенә ҡарап торманы Хәйрулла үҙ һүҙен һүҙ итеп барып күреп ҡайтты ҡустыһын. Тик күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап торған туғанына әсәһенең үлемен әйтә алманы, ауырып китте, тине. Ныҡ итеп ҡосаҡлашып, көс-хәл менән айырылышты бер-беренән егеттәр.
Ен алыштырҙымы ней ҡатынын әсәһе үлгәс. Юҡтан тауыш сығарҙы, аҡырҙы ла баҡырҙы. Йүнләп тамаҡ бешермәне. Хәйрулла колхоз ашханаһында ашап йөрөргә мәжбүр булды.
- Нимә мәмәйләнеп йөрөйһөң, киленде өҫтөңдән йөрөй тип һөйләй күршеләр, – тине бер көнө Барый олатаһы.
Күп ваҡыт иҫерек йөрөгән кешенең һүҙен ысынға алманы Хәйрулла, ҡул һелтәп кенә ҡуйҙы. Ә иртәгәһенә эшенән иртәрәк ҡайтҡайны, өйҙә улы үҙе генә йоҡлап ята. Ҡатыны аласыҡта ла юҡ, баҡсала ашҡа картуф соҡоп ала микән, тип арт яҡҡа сыҡты. Унда ла күренмәгәс, баланы яңғыҙ ҡалдырып ҡайҙа йөрөй икән был бисә, тип кире боролғайны, баҡса осондағы былтырҙан ҡалған кәбән эргәһендә кемдер барлығын шәйләп ҡалды. Яҡыныраҡ барып ҡарағас, иҫе китте. Ҡатыны, уның һинһеҙ бер көн дә йәшәй алмайым тигән Лираһы - күршеһе Шәһиттең ҡосағында. Ирен күрҙе Лира, тик һис тә ҡурҡып ырғып торманы, ә мыҫҡыллы йылмайып, һөйәренең муйынынан һығып ҡосаҡланы.
Ул оялмағанға үҙе оялды Хәйрулла. Әсәһенең холҡоноң һис тә төбөнә төшә алмайым ошо килендең, бер күрһәтер, инде тигәне иҫенә төштө. Әсәһенең ҡайғыһына, ҡустыһы менән күрешкәндән һуң күңелендә ҡалған юшҡындан арына алмай йөрөгән кешегә яңы әрнеү өҫтәлде. Аңҡы-тиңке булып лапаҫ эргәһенән үтеп барғанында күҙенә арҡан салынды. Был тиклем мәсхәрәне күтәрә алмаҫмын тип уйланымы, йәшәүҙән төңөлөпмө ҡулы арҡанға үрелде.
Хәйрулла бер ни өндәшмәй боролоп киткәндән һуң:
- Күрҙе бит теге беҙҙе, – тип шыбырҙаны Лира һөйәренең ҡолағына.
- Кем? - тип һиҫкәнеп китте Шәһит
- Кем булһын, Хәйрулла инде, – тине Лира иҫе китмәй генә.
- Нимәә??? Харап булды башым, һиңә бәйләнеп, - тип кейемдәрен йомарлап алып кәртә аша үҙенең яғына һикерҙе Шәһит. Өйөнә инеп кейемен алыштырҙы ла, баҡса аша ғына ауылдан сығып һыпыртты.
- Ҡурҡаҡ, кругом быҙау йәшәй был ауылда, – тип һөйләнеп баҡсанан ишек алдына сыҡты Лира. .
Хәйрулла бер ерҙә лә күренмәй, машинаһы ҡапҡа алдында тора. Ипләп кенә өйгә инде, улы уянмаған. Ҡайҙа китте икән был быҙау, туғандарын алып килеп ҡыуып сығарһа, тип шөрләй төштө. Асыҡ ҡалған артҡы ҡапҡаны ябырға тип барған ерҙән һарай тәҙрәһенә күҙе төштө. Эстә Хәйрулланы аҫылып торған килеш күрҙе.
Үҙен эстән ғәйепле тойоп, иренең туғандарының әр-битәр һүҙҙәрен, күршеләрҙең ауыр ҡарашын өнһөҙ-һүҙһеҙ күтәрҙе. Хәйрулланың ҡырҡы үткәнен бер кем менән аралашмай, көндәр һанап көтөп үткәрҙе. Аят уҡытҡан көндөң икенсе төнөндә ағайҙары ике ҙур машина менән килеп, булған мал-тыуарҙы, йорт эсендәге барлыҡ йыһазды тейәп, Лираны алып ҡайтып киттеләр.
Илдә үҙгәрештәр башланып колхоз-совхоздар бөтөрөлгәс, Сәриәләр эшләгән ял йорто ла ябылды. Инде арыу уҡ ишәйгән ғаилә бер нисә йыл буш торған өйгә ҡайтып төпләнде. Бәләкәй ауылда бөтөнләй эш юҡ, фермалар ябылғас халыҡ мал көсө менән йәшәй. Хәленән килгән ир-ат Себер тарафтарына юл алһа, ауылда ҡалғандар ваҡ-төйәк эш менән, ҡалым эшләп көн күрә. Ауылда бал ҡойоп, самагон ҡыуып һатыусылар күбәйҙе.
Һуғым, һарыҡ ҡырҡыу, ҡаҙ өмәләре сәмәйһеҙ үтмәй. Унан ҡалһа, тыуған көндәр, зубок тип бәпәй тояғын йыуыуҙар, айға һуҙылған килен сәйҙәре. Билгеле инде был өмә-ҡунаҡтарҙа Ирек менән Сәриә лә ҡатнашмай ҡалманы. Электән дә эсеүгә әүәҫ булған Сәриә өйҙә үҙе генә лә эсә башланы. Ире лә ҡуй тимәй. Килгән һайын иҫерек килендәрен, ҡыҙмаса булған ҡустыларын күреп, Иректең апайҙары аптырауға ҡалды. Әйтеп-әйтеп тә тыңлата алмағас, бер көн килеп ҡустыларын балалары менән ҡуша алып ҡайтып киттеләр. Бер бөртөк ҡустыбыҙҙың да, уның балаларының да юҡҡа сығыуын теләмәйбеҙ, тинеләр. Ә Сәриәгә нимә, көндә тамаҡ таптырып ултырыусылар, әрләүсе юҡ, кешенең ул-был эшен эшләп эсеп йөрөүгә ҡулай.
Үҙгәртеп ҡороуҙың касафаты инвалидтар өсөн булған йорт-интернаттарға ла ҡағылмай ҡалманы. Яңы хөкүмәт үҙ аяғында, үҙ йомошона үҙе йөрөй алған, социаль яҡтан хәүефле булмаған ауырыуҙарҙы бушлай ҡарарға теләмәне. Яңы ҡарарға ярашлы төҙөлгән исемлеккә Сәйфулла ла эләкте. Бөтә халыҡты шаҡ ҡатырып, ауылға ҡайтып төштө. Өйөнә ҡайтып инеп, апайы менән күрешкәс, әсәһе менән ағайының юҡлығын ишетеп, күрешергә килгән күрше-күләнде йәлләтеп, бала кеүек үкһеп иланы. Сәриәгә эйәреп зыяратҡа барғас, Әмир олатаһы менән инәһенең, тағы ла күп ауылдаштарының ҡәберҙәрен күреп ғәжәпкә ҡалды.
Иҫе дөрөҫ саҡта күп ваҡытын әсәһе, ағаһы, ауылдаштары менән һөйләшеп ҡәберлектә үткәрҙе. Яңылышып киткән сағында ауыл буйлап әсәһен, й әиһә урман-ҡырҙарҙы ҡыҙырып мал-тыуарҙарын эҙләне.
Сәриә өсөн ҡустыһының ҡайтыуы эсеү өсөн яңы сығанаҡ булды. Пенсия көндәре бушлай эсергә яратыусылар өсөн байрамға әйләнде.
Апайының эсеүе Сәйфулла өсөн оло яза булды. Ваҡытында ашап-эсеп өйрәнгән кеше, аслы-туҡлы йәшәүгә түҙмәй берҙән-бер дуҫы булған Сәлимйәнгә бара. Бер туған олатаһы Барый тупһаһына ла баҫтырмай.
Эсә торғас ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтен юғалта барған Сәриә тамам түбәнгә тәгәрәне. Ҡышҡы селләлә ауыл буйлап эсергә эҙләп сығып китеп, өйөнә ҡайтып етә алмай ҡолап, туңып үлеп ҡуйҙы.
Бер ҡатлы, сабый холоҡло Сәйфулланы ауылдың әптек-һәптеге баҫты. Аҡсаһын тартып алып, өйөндә ятып эстеләр. Ялға ҡайтҡан араһында дуҫы Сәлимйән килеп эскеселәрҙе ҡыуып сығарып, аҙыҡ-түлек алып биреп китә.Ул китеү менән, йылыға йыйылған тараҡандай тегеләре йәнә килеп тула. Барый ҡарт та инеп сыҡҡылай яндарына. Тамам йонсоттолар Сәйфулланы. Яҙ етеп көндәр йылынғас теге эскеселәрҙән ҡасып, ваҡытының күберәген ҡырҙа йөрөп үткәрә башланы. Шулай бер көн урмандан ҡайтып инеүенә өй урынына янып ятҡан торонбаштар, көл-күмер генә тороп ҡалғайны. Нимәнән ут сыҡҡан, кем яндырған, тикшереп йөрөүсе булманы, электр сымдарынан сыҡҡандыр инде тип фараз иттеләр.
Аптыранған, тамам алйыған Сәйфулланы Сәлимйәндең ҡатыны Мәрйәм саҡырып индереп, тамағына ашатып, аласығында йоҡлап йөрөргә рөхсәт итте. Нимә эшләй алһын меҫкен хәлендә ҡалған бисара. Хәленән килгәненсә Мәрйәмгә эш эшләшә, йә булмаһа әсәһен эҙләп ауыл ҡыҙыра. Бер көн шулай Барый олатаһы осрап:
-Һаман әсәйеңде эҙләйһеңме, ул бит Баймаҡта балниста ята, – тине.
-Ысын әйтәһеңме, олатай, ысын булһа, барам мин Баймаҡҡа, – тип ҡыуанып китте бала хөкөмөндәге егет.
-Ысын канишна, ана магазин алдында алма һатыусылар тора, аҡса бирһәң апарып таштарҙар. Күҙ көйөгө булып йөрөмәҫһең исмаһам, кемдеке шуныҡы булып, – тип һөйләнгәнен Сәйфулла тыңлап бөтмәне. Түш кеҫәһендә йәшереп һаҡлаған аҡсаһын ҡапшай-ҡапшай магазинға ҡарап йүгерҙе.
Машинаға ултырып киткәнен бер кем дә күрмәне Сәйфулланың. Ике-өс көн килеп күренмәгәс, Мәрйәм халыҡҡа йәүкәләне. Тирә-яҡты, һыу буйҙарын һөҙөп эҙләү нәтижә бирмәне. Барый ҡарт бер кемгәлә өндәшмәне, күршеләре менән бергә йөрөп эҙләште. Шулай итеп зым-зыя юҡ булды бахыр. Һәр кем үҙ мәшәҡәте менән булып онотоп та баралар ине инде меҫкенде. Үрген ауылылынан бер уҡытыусы больница урамында Сәйфулланы күреп таныған. Ултыртып алып ҡайтырға тәҡдим иткән. "Яҡ, ҡайтмайым әле, балнис урамын һеперәм, әсәйемде эҙләйем", тип тороп ҡалған. Ҡыш еткәс кемдәрҙер подвалдарҙа йоҡлап йөрөүен ишетеп ҡайтып һөйләгән. Вахтанан ҡайтҡан араһында Сәлимйән дуҫы бер нисә тапҡыр барып эҙләп тә ҡараны, таба алманы. Милиция менән эҙләтмәһәм булмай инде, туңып үлеп ҡуйыр, тип Үргендә участковыйға ингәйне. Уныһы Сәлимйән йомошон әйтеп бөтөр бөтмәҫтән:
- Әле генә Баймаҡтан шылтыраттылар. Буранбаев Сәйфулла подвалда үлеп ятҡан, тинеләр, хәҙер алып киләләр, – тип шаҡ ҡатырҙы.
Ярай әле ат менән килгәнмен, тип йоп-йоҡаҡ, еп-еңел булып ҡалған дуҫын санаға һалып ауылға алып ҡайтты. Туп-тура Барыйҙарға алып барғайны ла уныһы ҡапҡаһын да асманы.
- Ас, ағай, йыуып, тәрбиәләп ерләргә кәрәк бит...
- Уны нимә йыуып торорға, алыпар ҙа күм шугөйө, нашурт, – тип өйөнә инеп китте.
Аптыраған Сәлимйән атты үҙ ҡапҡаһына борҙо. Ирен тәҙрәнән күҙәтеп торған Мәрйәм йәһәтләп ишеген элде. Ике ҡуллап дуҫын күтәргән Сәлимйән ишекте тибеп:
- Ас, Мәрйәм – тип ҡысҡырҙы.
- Асмайым, ҡурҡам мин, алып бар туғандарына.
- Ах, эт бисә, бер тартһам һыпыра тартам бит инде келәңде. Дуҫты иҙәнгә һалырға йәл, – тип дуҫын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып һыңар ҡулы менән тартып ҡараны ишекте. Туң балыҡ һымаҡ шыуып төшөп бара уныһы.
-Ас, тәҙрәне ярам хәҙер, - тигәс кенә асты ишекте Мәрйәм.
Бөтә ауыл оҙатырға сыҡты Сәйфулланы. Эре-эре итеп ҡар яуа ине. Ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, ҡалын болот араһынан күренер күренмәҫ булып, оҙатырға сыҡҡан халыҡты шомға һалып, ҙур бер ҡош саңҡ-саңҡ тип ҡысҡырып уҙҙы. Ул әллә Сәйфулланың, әллә бөтә балалары янына йыйылған Шәһиҙәнең йәне булды.
Был тауышҡа иң ныҡ шомланған кеше Барый ҡарт булды ахыры. Эскән ваҡытында иҫе алышынып өй беренсә Сәйфулланы эҙләп йөрөй башланы.
- Күрмәнегеҙме шул баланы, берәй ерҙә туңып ятмаһын...
Яҙ етеп көндәр йылына төшкәс, урманда йөрөй ҙә ята торған, ҡарап ҡайтайым тип сығып киткән. Кис әйләнеп ҡайтмағас, Фәғиләһе күрше-күләнгә әйтеп эҙләп ҡарағандар. Өс көн тигәндә Һаҡмар йылғаһының Бирҙәшкә ҡарай боролған ерҙә, тау буйынан табып алып ҡайтып ерләп ҡуйҙылар.
Сәйфулла бахырҙың күҙ йәше төштө, тине халыҡ.
Гөлдәр Кәримова, Баймаҡ ҡалаһы.