Атайсал
8 Мая , 10:07

Ватанының ысын патриоты булды

Ирек Йомабай улы Аблаевтың тыуыуына – 80 йыл

Был көндәрҙә беҙ күренекле дәүләт эшмәкәре, һоҡланғыс кеше яҡташыбыҙ Ирек Йомабай улы Аблаевты иҫкә алабыҙ. Ул замандаштары хәтерендә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең дәүләтселеген нығытыу буйынса күп эшләгән оло шәхес булып һаҡлана. Ирек Йомабай улына 80 йәш тулған булыр ине, ул 1946 йылдың 9 майында Ейәнсура районының Үрген ауылында донъяға килә. Атаһы менән әсәһе икеһе лә районыбыҙҙың Ҡарабәрҙе ауылынан. Йомабай Вәли улы Үргендә уҡытыусы һәм балалар йорто завучы булып эшләй, 1947 йылда ҡаты ауырыуҙан вафат була. Йәтим ҡалған, береһенән – береһе бәләкәй өс балаһын, балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләгән әсәләре Алмабикә Хәбипҡолой ҡыҙы, күтәрә алмаҫтай ауырлыҡтарҙы еңеп, кеше итә. Ҡыҙҙары Ләлә апай – табиб, улдары Радик ағай ветеринария табибы һөнәрҙәре алалар. Ирек Аблаев хеҙмәт юлын, 1963 йылда Үрген урта мәктәбен тамамлағас, Яңы Себенле һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы булып башлай. 1964 йылда БДУ-ның физика-математика факультетына уҡырға инә. Уны 1969 йылда тамамлап, БДПИ-ла физика уҡытыусыһы булып эшләне. Артабан Ирек Аблаев СоветАрмияһы сафтарында хеҙмәт итте.

1971 йылдан сирек быуат Ирек Йомабай улының эшмәкәрлеге Дәүләт именлеге органдары менән бәйле булды, полковник Аблаев Башҡортостандың Именлек министры урынбаҫарына тиклем ҡатмарлы һәм лайыҡлы юл үтте.

1995 йылдың сентябрендә ул Республика Премьер-министры урынбаҫары – Мәскәү ҡалаһында Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡаршыһындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнә. Был вазифала Ирек Аблаев республиканың дәүләт власы органдарының федераль үҙәк менән хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә һәм киңәйтеүгә тос өлөш индерҙе.

2006 йылдың 10-12 апрелендә Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы рәсми сәфәр менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә була. Уның составына Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Р.И. Байдәүләтов һәм И.Й. Аблаев та ингән.

Бөтә эш урындарында ла Аблаев үҙен юғары профессионализмға һәм яуаплылыҡҡа эйә булған оҫта ойоштороусы итеп күрһәтте. Коллегалары уның иҫ киткес хеҙмәт һөйөүсәнлеген, белемлелеген һәм кешелек сифаттарын юғары баһалайҙар ине.

Ирек Йомабай улы ғәрәп һәм инглиз телдәрен бик яҡшы белде. Ул оҙаҡ йылдар Йәмән Ғәрәп республикаһы һәм Ираҡ дәүләттәрендәге СССР илселектәрендә, Сит илдәр министрлығында, СССР Фәндәр Академияһының Көнсығыш илдәр институтында яуаплы вазифалар башҡарҙы.

Нәжиб Асанбаевҡа 85 йәш тулыу уңайынан «Ағиҙел» журналында донъя күргән «Драматургиябыҙҙың «Паша»һы» исемле мәҡәләлә фәһемле иҫтәлек бар. Мәшһүр совет илсеһе Кәрим Хәкимов тураһында драма әҫәре яҙыу ниәте менән рухланып, Нәжиб Асанбаев 1981 йылдың ноябрендә Төньяҡ Йәмән Ғәрәп Республикаһының баш ҡалаһы Санаға юллана. – Ғәрәп иленә минең сәфәремдә СССР-ҙың Төньяҡ Йәмәндәге илселегендә атташе булып эшләүсе Ирек Аблаевтың ярҙамы күп тейҙе, – тип һөйләгән Нәжиб ағай, көньяҡ ярымшарҙағы ғәрәп иленән йөрөп ҡайтҡас. – Ул беҙҙең яҡташ булып сыҡты – Ейәнсура районында тыуып үҫкән…

Ирек Йомабай улының оҙайлы һәм емешле эшмәкәрлеге лайыҡлы баһаланды. Ул Рәсәй Федерацияһының «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалының өс дәрәжәһе менән дә бүләкләнде, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» исеменә лайыҡ булды.

Ирек Аблаев 2011 йылдың 11 ғинуарында 65-се йәшендә генә ҡапыл вафат булып, хәрбиҙәр, рәсми кешеләр һәм башҡалар хөрмәтендә Мәскәүҙә Мосолмандар зыяратында ерләнә.

Ирек Йомабай улы ҡатыны Люциә Шәрифйән ҡыҙы менән Азамат исемле ул үҫтерҙеләр. Ул, атаһы кеүек дипломат һөнәрен һайлап, бер нисә Европа дәүләтендәге илселектәрҙә эшләне. Бөгөн Рәсәйҙең II рангтағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Азамат Аблаев Сит илдәр министрлығының Кадрҙар департаменты директорының урынбаҫары вазифаһын биләй.

Төпкөлдәге башҡорт ауылында ябай ғаиләлә тыуып үҫкән һәм артабан ҙур уңыштарға өлгәшкән хөрмәтле яҡташыбыҙ Ирек Йомабай улы Аблаев тураһында яҡты иҫтәлек халҡыбыҙ хәтерендә оҙаҡ һаҡланһын ине.

Юлай СОЛТАНБАЕВ.

Читайте нас