Ҡайһы ғына йоланы, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәттәре йәшәйештең асылы булған. Һәр ваҡытта ла кешелек ғаиләһен һаҡларға, балаларын ата-әсәле итеп үҫтерергә тырышҡан.
Ауылдарҙың киләсәге – тырыш, ә милләттең киләсәге ишле ғаиләләр ҡулында. Был йәһәттән Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Дәүләтбәковтар күптәргә өлгө булып тора. Ҡояшлы урамында йәшәүсе был ғаиләлә үҙҙәре лә ҡояш кеүек нур бөркә – йөҙҙәре яҡты, ишектәре лә һәр кемгә асыҡ. Икеһе лә күп балалы ғаиләлә тыуып-үҫкән Зәйтүнә һәм Азамат 16 йыл элек сәстәрен сәскә бәйләп, хәҙер инде үҙҙәре өс бала тәрбиәләй.
Үтәғол егете менән Иҙәш һылыуы күрше ауылдарҙа йәшәһәләр ҙә, Зәйтүнә – студент, ә Азамат Малиновкала уҡытыусы булып эшләгән саҡта осрашалар. Ҡыҙ йәш белгескә курс эшен яҙыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.
- Азамат минең телефонды һаҡлаған да аҙаҡ хәл белгән, уҡыуҙы һорашҡан булып шылтыратты. Шулай аралашып киттек. Эшлекле, дуҫтарса мөнәсәбәттән торараҡ мөхәббәт хистәре тыуҙы. 2010 йылда уҡыу йортон да тамамланым, туй ҙа гөрләттек. Бына инде ун алты татыу ғүмер итәбеҙ. Азамат минең терәгем, бөтә һорауҙарҙы үҫ өҫтөнә ала, ҡурсалай. Ғаиләлә беҙҙең ролдәр бүленгән, донъя арбаһын икәү һөйләшеп-кәңәшләшеп алға һөйрәйбеҙ, – ти йылмайып Зәйтүнә Иманғол ҡыҙы.
Ғаилә башлығы Азамат Фәиз улы 25 йыл педагогик стажлы уҡытыусы – ул гимназияла, 2-се мәктәптә һәм уның Яңы Петровкалағы филиалында информатика алып бара. Быйыл тәжрибәле белгес «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» район бәйгеһендә еңгән һәм уның фотоһы иң-иңдәр араһында – район хакимиәте алдындағы Хөрмәт таҡтаһында. Зәйтүнә лә ғүмерен балалар менән бәйләгән – М. Бураҡаева исемендәге башҡорт гимназия-интернатында тәрбиәсе. Ул 2010 йылдан үҙенең һөнәренә тоғро ҡала.
Ғаиләлә өс бала үҫә. Өлкәне – Ләйсән, 7-се класс уҡыусыһы. Йырға маһир ҡыҙ гимназияның «Ауаз» төркөмөндә вокал менән шөғөлләнә. Улдары Илнарға 12 йәш, ул уҡыуҙан тыш, сәнғәт мәктәбендә думбырала уйнау нескәлектәрен өйрәнә. «Көнһылыуҙа ҡунаҡта» конкурсында район кимәлендә беренсе урын алған, «Дуҫлыҡ күпере» гала-концертында ла ҡатнашҡан. Кинйәләре Гәлсәргә 5 йәш, “шуҡ ҡына ҡыҙсыҡ үҫеп килә, әле үҙен күрһәтер әле”, тип шаярта ата-әсә. Әйткәндәй, Дәүләтбәковтарҙың мөхәббәт емештәренең өсөһө лә апрелдә донъяға килгән – яҙ балалары.
Ғаилә бер нисә йыл элек шатлыҡлы ваҡиға кисерә – ниһайәт, улар өй туйлай. Ике ҡатлы, ҙур йорт урам йәме булып әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Өйгә инеү менән ниндәйҙер йылылыҡ, нур бөркөлә. Дәүләтбәковтар өйҙәрен заманса итеп эшләгән. Бөтәһе лә тиерлек Азамат Фәиз улының үҙ ҡулдары менән рәткә килтерелгән. Бына бит, егеткә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ!
- Беҙгә ата-әсәйҙәребеҙ өлгө. Икебеҙҙекеләргә лә бергә йәшәүҙәренә ҡырҡ йылдан артыҡ. Ярҙамдарын һәр саҡ тоябыҙ. Үҙебеҙ ҙә иғтибарҙы йәлләмәйбеҙ, айына бер-нисә ҡайтып әйләнергә тырышабыҙ. Улар өсөн ишегебеҙ һәр ваҡыт асыҡ, – ти ғаилә башлығы Азамат. – Йәштәр ғаилә ҡороп, бала үҫтерергә ҡурҡмаһын. Заман ауырлығына һылтанмай, дәртләнеп, бер-береңде хөрмәтләп, бер-береңә ярҙамлашып, тормош көтһәң, донъя йәмле.
Ысынлап та. Ғаилә... Биш хәрефтән генә торған һүҙҙә ниндәй тәрән мәғәнә ята. Районыбыҙҙағы Дәүләтбәковтар кеүек ғаиләләргә балалар тәрбиәләп, тормош юлына баҫтырып, үҙҙәре бәхетле ҡартатай, өләсәй булып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп ғүмер кисергә яҙһын.
Дилә ДӘҮЛӘТШИНА.