Атайсал
28 Мая , 06:24

Ейәнсураның иң оло сик һаҡсыһы

“Пограничник булыуым менән ғорурланам”, - ти Ейәнсураның иң оло сик һаҡсыһы Ғүмәр Күскилдин. Ул Иҙәш ауылында йәшәй.

Ейәнсураның иң оло сик һаҡсыһыЕйәнсураның иң оло сик һаҡсыһы
Ейәнсураның иң оло сик һаҡсыһы

Мин барғанда ул велосипедта йөрөй ине.

– Олатайың һаман да һаҡта, ул хәҙер ихатаны һаҡлай, – тип көлөп ҡаршы алды ул.

88 йәшлек Ғүмәр Ғәзәйер улы пограничник булыуы менән сикһеҙ ғорурлана. Ул әрме хеҙмәтен 1956-1960 йылдарҙа СССР (Аджария АССР-ы) менән Төркиә сигендә үткән.

– Армия йылдары һис оноторлоҡ түгел: өс йыл буйы туғандарыңды һәм яҡындарыңды һағынаһың, төрлө һынауҙар аша үтәһең. Ә сик буйында тороу бигерәк тә иғтибарлылыҡ һәм һиҙгерлек талап итә – һәр төрлө хәлгә әҙер торорға кәрәк. Мин Хичаури ҡасабаһында булдым. Башта бик еңелдән булманы, һуңынан өйрәнеп киттәһең. Үҙебеҙҙән һуң килгән йәш һалдаттарҙың ҡурҡҡанын күреп, мин бында килгәндә һеҙҙән дә йәшерәк инем, ти тынысландыра  торғайным.

Беҙҙең заставала сик боҙоусылар булманы. Беҙ төрөктәр менән, үҙебеҙҙең мосолман тип, ярамаһа ла, осрашҡанда ҡул күтәреп сәләм бирешә торғайныҡ, – тип хәтерләй сик һаҡсыһы.

Армиянан ҡайтҡас Салауат исемендәге колхозда малсы булып эшләй. Ҡатыны Гөлсирә инәй мәрхүмә менән алты балаға: Әнүәр, Әнүзәр, Шәйнур, Гөлсөм, Илдар, Гөлбикәгә ғүмер биргәндәр. Үкенескә күрә, Шәйнурҙары МХО-ла башын һалған.

– Һуғыш берәүҙе лә аямай шул. Яҙмышы шулай булғандыр инде улымдың, – ти олатай. Яңыраҡ ҡына Шәйнур ағайҙың улы Данирҙы әрмегә оҙатҡандар. – Тыныс ергә эләкһен инде, – тип теләй ҡартатай.

Донъя яңылыҡтарын телевизор, радио аша, гәзиттәр уҡып белеп тора ул. “Ейәнсура таңдары”, “Йәшлек” гәзиттәренә йыл да яҙылмай ҡалмай икән.

– Район гәзитенең һәр номерын көтөп уҡып барам, оҡшай. Әллә нисә йыл йыйған гәзиттәрем дә ята әле минең, – ти Ғүмәр олатай. Хәрәкәттә – бәрәкәт тип, велосипедта ла, йәйәү ҙә йөрөп килә ул. Ағас күләгәһендәге эскәмйәгә ултырып, саф һауала ял итергә ярата.

Олатайҙы ауылдың сик һаҡсылары йыл да байрам көнөндә килеп ҡотлап китә. Беҙ ҙә Ғүмәр Ғөзәйер улын байрамы уңайынан ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, ҡәҙерле ҡартлыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ!

 

 

 

 

Фотола ауылдашы Фәрит Уразов менән.

- Райондаштар күп булды мин хеҙмәт үткән ерҙә, - ти Ғүмәр олатай.

Сик һаҡсылары көнөндә.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас