Атайсал
5 Июнь , 09:08

Йөҙ ҙә беренсе шишмә – Абзанда

Туҙан бөртөгө ҡәҙәр генә изге эшкә лә Аллаһы Тәғәлә үҙенең әжәр һауабын бирер, тиелә Ҡөрьән аятында.   

Йөҙ ҙә беренсе шишмә – АбзандаЙөҙ ҙә беренсе шишмә – Абзанда
Йөҙ ҙә беренсе шишмә – Абзанда

Районда барған шишмәләр төҙөкләндереү конкурсында Абзан биләмәһе ауылдары ҙа әүҙем ҡатнашты: бында ете шишмә тәртипкә килтереледе. Бәйге тамам, әммә эштәр дауам итә. Быйыл биләмәлә – һигеҙенсе, район буйынса йөҙ ҙә беренсе инеш яңы һулыш алды. Был изге эш әле Өфөлә йәшәгән Абзан егете Азамат Назаровтың башланғысы менән башҡарылды.

– Элек, беҙ йәш саҡта байрамдарҙа йыйылғанда ошо шишмә яны өсөн талаш була торғайны. Урыны шул тиклем матур: шишмә янындағы йылғаға матур ғына итеп барып ҡушыла. Ул элек янындағы Аҡман тауы исеме менән йөрөтөлгән. Ваҡыт үтә килеп, Беляйкаға әйләнгән, – Азаматтың атаһы Хәлил ағай шишмәнең тарихын һөйләй. – Ҡайһы берәүҙәр килеп әйтеп тә йөрөнө, ни эшләп ундай исем ҡуштығыҙ тип. Ә былай Беляйка исеме ҡасандыр ветлечебницала эшләгән ветеринарҙың фамилияһынан ҡалған.

– Эйе, мин дә уны Беляйка тип беләм. Ә һин үҙеңдең фамилияңды ҡалдыр бында, – тип һүҙгә ҡушыла Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтдин олатай. Беҙгә уның менән бергәләп шишмәне барып күреү бәхете тейҙе.

Егерме көн эсендә шишмә сыҡҡан ерҙе ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙан таҙартып, тимер бағаналар ултыртып, профлист менән кәртәләп алғандар. Янында япма аҫтында ныҡлы таҡтанан өҫтәл дә ҡуйылған.

– Иң ауыры – ҡоҙоғон эшләү булды. Ҡаҙып, тупһа эшләүең була, һыу һарҡып ағып килеп сыға. Башынан аҙағына тиклем дуҫым Рәил эшләште инде, егерме көн буйы йөрөнө. Беренсе майҙа күп сыҡтылар өмөгә, Ғәлим Усманов улы, ейәне менән килде. Таштарын улы менән Рәмил Ҡылысбаев һалышты. Зөфәр Бикмөхәмәтов, Илдус Назаров ныҡ ярҙам күрһәтте. Уҡытыусы Сәриә Азат ҡыҙы үҙенең класын алып килде ярҙамға. Ярҙамға килгәндәр күп булды, һәр береһенә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Йәштәргә “был һеҙгә ҡала, тәрбиәләп йөрөгөҙ, артығыҙҙан таҙалап китегеҙ”, тип әйтә йөрөнөк инде.

Кәрәк – тирәкте йыға, күмәк көс менән  эштең осона сығалар. Һәм 15 майҙа уны тантаналы асалар. Шишмәгә илткән юлды грейдер тигеҙләп сыҡҡан. Әле янында машиналар ҡуйыр өсөн урынды ла хәстәрләйҙәр.

Был Азамат Хәлил улы төҙөкләндергән тәүге шишмә түгел. Өфөлә “Сбербанк”тың үҙәк офисында эшләгән егет үҙ инициативаһы менән “Тере шишмәләр” проекты булдырып, ике районда шишмә төҙөкләндергән булған. Ә “Беляйка” тыуған райондағы беренсе шишмәһе, ауылына матур бүләге.

Шундай тыуған яғына, уның яҙмышына битараф булмаған ир-уҙамандар күберәк булһын ине.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас