

Йәшәү һутын ала тыуған еренән
Тормоштоң иң матур, иң емешле осорҙарының береһе – биш тиҫтә ғүмерҙе ваҡлап, ир уртаһына еткән йәш. Был йәштә кеше үҙенең үткән юлына баһа бирә, бөгөнгө хеҙмәтенән ләззәт ала, киләсәккә ышаныслы ҡарай. Ир уртаһы йәшенә еткән Шамил Ишемйәров – тыуған яҡҡа тоғролоҡ, намыҫлы хеҙмәт һәм юғары профессионализмдың сағыу өлгөһө. Бөгөн ул – миллионлаған тамашасының күңелен яулаған, коллегаларының ихтирамын ҡаҙанған шәхес.
...1 сентябрь 1984 йыл. Мәктәп ишек алды гөр килә. Яңы директор килгән, ҡатыны ла уҡытыусы икән. Етмәһә, береһенән-береһе бәләкәй ике улы бар имеш. Мәктәп уҡыусылары кемуҙарҙан ярышып яңылыҡтар һөйләй. Муйнаҡ урта мәктәбенең 2-се класына уҡырға килгән Шамил Ишемйәров менән танышыу шулай башланды. Булат һәм Көнһылыу Ишемйәровтарҙы район етәкселеге Үрге Муйнаҡ ауылына эшкә тәҡдим иткәс, улар, һис икеләнмәй, яңы урында эш башлай. Сығыштары менән Ейәнсура районынан булған Булат Шәрифҡол улы (Үтәғол ауылынан) , Көнһылыу Юлбарыҫ ҡыҙы (Байдәүләт ауылынан) ең һыҙғанып Муйнаҡ мәктәбендә директор, рус теле һәм математика уҡытыусылары булып эш башлай. Шамил һәм Азамат улдары тиҙ арала уҡыусылар менән уртаҡ тел табып, класташтары менән яҡын дуҫтарға әүерелә.
Шамил Булат улы мәктәптә уҡыған йылдарында әүҙем, яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе менән иҫтә ҡалған. Район кимәлендә уҙғарылған олимпиадаларҙа , спорт сараларында ҡатнашыу, уҡыуҙан тыш сараларҙы ойоштороусы булараҡ та иптәштәренең ихтирамын яулай. Муйнаҡ урта мәктәбен тамалап өлгөргәнлек тураһында аттестат алғас , уны белем алыу теләге Өфө ҡалаһы, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына алып килә. Ғәмһеҙ студент осоро, сессиялар, киләсәккә яңы пландар ҡороу.
Октябрь,1998 йыл. Башҡортостан телевидениеһының хәбәрҙәр тапшырыуында эш башлаған ябай хәбәрсенән төп мәғлүмәт программалары редакцияһы етәкселегенә тиклем юл үткән, республикала киң билдәле тележурналист, “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының телевидение студияһы буйынса директор урынбаҫары Шамил Булат улының хеҙмәт кенәгәһен тик телевидение вазифалары ғына биҙәй. Үҙ эшенең оҫтаһы Шамил Ишемйәров әлеге ваҡытта телевидение студияһын етәкләй һәм Башҡорт спутник телевидениеһы эфирында сыҡҡан бөтә телевизион тапшырыу өсөн яуаплылыҡ тота. Башҡортостандың төп телеканалы, күп миллионлы аудиторияһы менән төбәктәге башҡа телеканалдар араһында юғары рейтингҡа эйә – был уның етәкселеге аҫтында коллектив тарафынан алып барылған тапшырыуҙар һөҙөмтәһе. БСТ телеканалы проекттары бик йыш Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара тармаҡ конкурстары еңеүселәре була, улар араһында тележурналистарҙың иң абруйлы конкурсы – «Тэфи-регион» да бар.
Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре Шамил Ишемйәров бөгөн – Башҡортостан телевидениеһының терәге, ышаныслы етәксеһе һәм остазы. Уның етәкселеге аҫтында БСТ телеканалы миллионлаған тамашасының күңелен яулай, ә тапшырыуҙары республикабыҙҙың рухи байлығын, мәҙәниәтен һәм күп милләтле халҡының берҙәмлеген бөтә донъяға таныта. Телевидениеның һәр тапшырыуы – ябай хәбәрҙән алып ҙур проекттарға тиклем – йөрәк йылыһы һәм яуаплылыҡ менән һуғарылған.
Шамил Булат улына алдағы йылдар тағы ла күберәк ҡыуаныс, яңы идеялар һәм уларҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре алып килеүен, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, ижади уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ. Тыуған яғығыҙ – Ейәнсура ере – һеҙҙең менән ғорурланһын, ә хеҙмәтегеҙ халҡыбыҙҙың рәхмәтен яулаһын.
Г.Ҡунаҡбаева. Фото шәхси архивтан.