"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

ТАТЛЫ СИР АНАТОМИЯҺЫ

14 ноябрь - Шәкәр диабеты менән көрәш көнө

Кеше организмы аҙыҡтан углевод, аҡһым һәм май ала. Был матдәләр бауырҙа төп энергия сығанағы – шәкәргә, йәғни глюкозаға әйләнә. Глюкоза кимәленең юғары булыуына яуап итеп, ашҡаҙан аҫты биҙенең махсус күҙәнәктәре ҡанға инсулин гормонын бүлеп сығара. Шул инсулин глюкозаға күҙәнәк эсенә үтеп инергә, шулай уҡ бауырҙа һәм мускулдарҙа гликоген, йәки глюкоза запасы тупларға булышлыҡ итә.
Нимә ул диабет?
Диабет – шәкәр сирен дөйөмләштереп шулай тип йөрөтәләр. Был хроник сиргә ҡандағы шәкәр кимәле юғары булыуы хас. Диабет – инсулин бүленеүенә бәйле, йә организм күҙәнәктәре уны ҡабул итмәүе сәбәпле, күҙәнәктәрҙең энергия асығыуы. Был сирҙе 1-се һәм 2-се төргә бүләләр. 1-се төрөн элек инсулинға бәйле тип йөрөтәләр ине. Ул, күпселек осраҡта, бала саҡта барлыҡҡа килә һәм сирҙең ауыр төрө һанала. Ә 2-се төрө йышыраҡ өлкәндәрҙә осрай һәм инсулинға бәйле түгел. Диабеттың был төрө – иң йыш таралғаны һәм башлыса 40 йәштән өлкәндәрҙә теркәлә. Диабеттың тағы ла – йөклө ҡатындар шәкәр диабеты тигән төрө лә бар. Ул ҡатындар ауырға ҡалғас килеп сыға ла, бала табыу менән үтә. Әммә уны кисергән ҡатындар 2-се төр шәкәр диабеты хәүефе янаған төркөмгә ҡараясаҡ.
Сәбәптәре
Шәкәр диабетының 1-се төрөндә ашҡаҙан аҫты биҙе инсулинды етәрлек кимәлдә бүлмәй йәки бөтөнләй бүлмәй. Бының сәбәптәре әлегәсә асыҡланмаған, шулай ҙа биҙҙең махсус күҙәнәктәре әүҙемлегенә генетик, экологик факторҙар, йоғошло сирҙәр һәм башҡа күп төрлө факторҙар йоғонто яһауы мөмкин. Был үҙгәрештәрҙән организм ашҡаҙан аҫты биҙен “сит” тип ҡабул итә һәм уға иммунна күҙәнәктәре ябырылып, уның туҡымаһын зарарлай.
Шәкәр диабетының 2-се төрөндә ашҡаҙан аҫты биҙе етерлек инсулин бүлеп сығара. Әммә күҙәнәктәр уға тейешенсә тәьҫир итеү һәләтен юғалта. Диабеттың был төрө яйлап барлыҡҡа килә, сөнки ашҡаҙан аҫты биҙе башта күҙәнәктәрҙең ҡаршылығын еңергә маташып, инсулинды күберәк бүлеп сығара башлай һәм торараҡ хәлһеҙләнеп, инсулин бүлеп сығарыу һәләте кәмей.
Һимереү – 2-се төр шәкәр диабетын барлыҡҡа килтереүсе төп хәүеф факторы. Һуңғы йылдарҙа йәштәр һәм балалар араһында артыҡ ауырлыҡтан яфаланыусылар арта барыуы сәбәпле, шәкәр диабетының был төрө лө йәшәрә бара. Һимереүҙе оҙатып барыусы юғары ҡан баҫымы, физик әүҙемлектең түбәнлеге шулай уҡ хәүеф факторы булып тора. Нәҫел дә ҙур әһәмиәткә эйә: ғаилә тарихында шәкәр сирлеләр булыуы уның барлыҡҡа килеү хәүефен арттыра.
Билдәләре
Шәкәр диабетының билдәләре , ғәҙәттә, ҡанда шәкәр кимәленең күтәрелеүенә (гипергликемия) бәйле һәм:
– сарсау;
– асығыу;
– кесе йомош менән йыш сығыу;
– күҙ алды томанланыу;
– хәлһеҙлек менән билдәләнә.
Инсулин, шулай уҡ, шәкәрҙең гликоген запас булараҡ формалашыуы өсөн дә яуап бирә. Шуға күрә шәкәрҙең аҙыҡтан етерлек кимәлдә килмәүе гипогликемия, йәғни ҡанда шәкәр кимәленең түбәнәйеүен барлыҡҡа килтерә. Ул:
– ҡалтыраныу һәм тирләү;
– асығыу;
– баш ауыртыу;
– йөрәк эшмәкәрлеге боҙолоуы;
– насар күреү һәм яй һөйләшеү менән ҡылыҡһырлана.
Әгәр гипер- йәки гипогликемия ҡапыл, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә барлыҡҡа килһә, кома ихтималлығы арта һәм тейешле ярҙам булмаған осраҡта, ул ҡотолғоһоҙға әйләнергә мөмкин.
Диагностика
Ҡабул итеүҙә табип һеҙҙең үҙегеҙҙе нисек тойоуығыҙ, үткәргән ауырыуҙарығыҙ, ғаиләгеҙҙә шәкәр сире менән сирләүселәр барлығы хаҡында һорашып, диабет барлығын ҡылыҡһырлаған билдәләрҙе тикшереп, анализға йүнәлтәсәк. Әгәр ҙә һеҙҙә билдәләргә өҫтәп, ҡан плазмаһында глюкоза 11 ммоль/л-ҙан артыҡ булһа, шәкәр сире булыуы мөмкин. Әммә был ас ҡарынға бирелгән глюкоза кимәлен билдәләгән анализ менән тағы ла раҫлауҙы талап итә.
Ас ҡарынға плазма глюкозаһы >7,0 ммоль/л – шәкәр сирен раҫлаусы критерий. Был осраҡта һуңғы ризыҡланыу анализ тапшырыу мәленән 8-12 сәғәттән дә кәм ваҡытта булмаҫҡа тейеш.
2 сәғәтлек тест (глюкозотолерантный) үткәргәндә плазма глюкозаһы >11 ммоль/л – пациентҡа билдәле күләмдә глюкоза иретмәһе эсерәләр һәм 2 сәғәттән уның ҡандағы кимәлен билдәләйҙәр.
Гликирогемоглобин (HbA1c) ҡандағы шәкәр кимәленең 2-3 айҙағы үҙгәрешен күрһәтә. Был анализды дауаланыу барышын күҙәтеү өсөн һәм шәкәр сирен билдәләү өсөн дә ҡулланырға мөмкин.
Башҡа, күҙ төбөн ҡарау, бөйөр эшмәкәрлеген билдәләү, холестерин кимәлен тикшереү кеүек күҙәтеүҙәр хәүеф факторын йәки өҙлөгөү хәүефен билдәләү өсөн ҡулланылыуы мөмкин.
Дауаланыу
Шәкәр сирен дауалағанда төп маҡсат – глюкоза кимәлен мөмкин булған кимәлдә тотоу. Был сирҙең билдәләрен кәметеү, өҙлөгөүгә юл ҡуймау һәм ғүмерҙе оҙонайтыу өсөн эшләнелә. Пациент өсөн шәхси план төҙөлө, унда түбәндәгеләр инә:
– Белем – диабеттың ниндәй сир булыуы һәм ҡанда шәкәр кимәле нимәгә ҡарап үҙгәреүе хаҡында аңлатыу;
– Сәләмәт туҡланыу – һеҙ нимә һәм ниндәй йышлыҡта ашауығыҙҙы контролләү. Татлы һәм майлы аҙыҡты кәметеп, өҫтөнлөктө йәшелсә-емештәргә бирергә.
–Ҡанда шәкәр кимәлен мониторлау – портатив глюкометр ярҙамында көнөнә бер нисә тапҡыр шәкәр кимәлен тикшереү. Был дауалаусы табипҡа дауалауҙы күҙәтеп, кәрәк булһа үҙгәртергә лә ярҙам итә. Шулай уҡ HbA1c кимәлен күҙтергә кәрәк.
1-се төргә ҡараған пациенттарға көн дә инсулин инъекцияһы, ә 2-се төргә ҡарағандарға дарыуҙар ҡабул итергә, ҡан баҫымын, холестерин кимәлен күҙәтеп тороу мөһим.
Нимә көтөргә?
Шәкәр диабетына бик етди ҡарарға кәрәк. Сөнки ҡанда шәкәр кимәленең ҡапыл күтәрелеп йәки төшөп китеүе комаға килтереү хәүефе бар. Әммә дауаланыу планын тейешенсә үтәгәндә (был бик ҡатмарлы буласаҡ, сөнки сирҙең билдәләре тиҙ юҡҡа сыға, кеше шәбәйҙем тип ышанып, дауаланыуға еңел ҡарай башлай), өҙлөгөүҙәргә юл ҡуймай, тулы ҡанлы тормош алып барыу мөмкин.
Читайте нас: