Бөтә яңылыҡтар

ЯМАН ШЕШКӘ ИЛТЕР ТУРА ЮЛ

16 ноябрь – Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө

16 ноябрь - Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө. Табиптар был көндө тәмәкеселәрҙе насар ғәҙәттәренән бер көнгө булһа ла баш тартырға саҡыра. Шул маҡсаттан сығып, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы инициативаһы менән 2002 йылдан алып, ноябрҙең һәр өсөнсө кесаҙнаһы Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө булараҡ билдәләнә.
Статистика буйынса, тәмәке тартыусыларҙың 20 проценттан аҙырағы беренсе ынтылыштан уҡ тартыуын ташлауға өлгәшә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, тәмәке – донъя буйынса үлемгә килтереү осраҡтары буйынса икенсе урынды биләгән һәм уға ҡаршы торорлоҡ мөмкинлек булған төп сәбәп. Уның арҡаһында ер йөҙөндәге йыл да 5 миллион кешенең ғүмере өҙөлә. Тәмәке тартыу ғүмер оҙонлоғон уртаса 10 йылға ҡыҫҡарта. Әгәр ҙә тәмәкегә ҡараш кире яҡҡа үҙгәрмәһә, 2020 йылға никотин йылына 10 миллион кешенең ғүмерен өҙөүе күҙаллана.
Тәмәкенең зыяны уны тартыусыға ғына түгел, уның янындағыларға ла тәьҫир итә. Тәмәке тартҡан бинала 1,5 сәғәт булған тартмаған кешенең организмында никотин концентрацияһы 8 тапҡыр артыуы, ә был үҙ сиратында үпкә яман шешен барлыҡҡа килтереүе иҫбат ителгән.
Рәсәйҙә йыл һайын һәр кешегә, яңы тыуған сабыйҙарҙы ла иҫәпкә алып, яҡынса 300 млрд, йәки 103 ҡап тәмәке тартыла. Дөйөм алғанда, ил буйынса ирҙәрҙең – 77, ҡатын-ҡыҙҙарҙың – 27, балалар һәм үҫмерҙәрҙең 42 проценты тәмәкесе.

Күҙәтеүҙәр буйынса, тәмәкеселәрҙең 10 проценты ауырый һәм яман шештән донъя ҡуя. Көнөнә яҡынса бер ҡап тартҡандар өсөн был күрһәткес 20 процентҡа барып етә. Унан тыш, тәмәке тартыу бик күп башҡа сирҙәрҙең (йөрәк-ҡан тамырҙары, ашҡаҙан-эсәк юлдары, тын алыу юлдары һ.б.) сәбәбе булыуын иҫәпкә алып, тәмәкеселәрҙең дүрттән бере үҙ ғүмерҙәрен үҙҙәре ҡыҫҡарта, тип әйтергә була.

Тәмәке һәм уның төтөнөндәге 3000-дән артыҡ химик матдәнең күпселеге яман шештең төрлө формаһын барлыҡҡа килтереүсе һәм күҙәнәктәрҙең генетик материалын зарарлаусы канцерогендар. Был насар ғәҙәт сәбәп булған сирҙәр араһында күпселекте үпкә яман шеше – яман шештең иң таралған төрө тәшкил итә. Был сирҙән тотош донъя буйынса йыл да 1 миллиондан ашыу кешенең ғүмере өҙөлә. Тәмәкенән баш тартыу яман шештең был төрөнән үлем һанын кәметеүҙең берҙән-бер сараһы булып тора.

Тәмәке менән үпкә яман шешенең бәйлелеге тартыусы һәм тартмаусылар араһында сирләү осраҡтарына аналитик тикшереүҙәр үткәреп, иҫбат ителгән. Тәмәкеселәрҙә тартмағандарға ҡарағанда үпкә яман шеше хәүефе 25 тапҡырға йышыраҡ. Хәүеф дәүмәле бер көндә тартҡан тәмәке һанына бәйле. Мәҫәлән, көнөнә 15-тән аҙыраҡ тәмәке тартыусыға хәүеф дәүмәле – 8, 15-24 тәмәке тартыусы өсөн – 13 һәм 25-тән артыҡты тартҡандарға 25-те тәшкил итә. Эпидемиологияла факторҙарҙың һәм эҙемтәнең, был осраҡта тәмәке тартыу менән яман шештең, бындай бәйләнешен “доза-эффект” тибындағы бәйләнеш тип атайҙар. Тамаҡ, йотҡолоҡ, ашҡаҙан аҫты биҙе һәм бәүел ҡыуығы яман шештәрендә лә “доза-эффект” бәйлелеге асыҡланған. Мәҫәлән, көнөнә 15, 15-29 һәм 30-ҙан артыҡ тәмәке тартыусыла тамаҡ яман шеше хәүеф дәүмәле, ярашлы рәүештә – 2, 4, 8.

Тәмәкесе яман шеш сире барлыҡҡа килеүгә тәмәке тартыу “стаж”ы ла йоғонто яһауын белергә тейеш. Оҙаҡ тартҡан һайын – яман шеш хәүефе юғарыраҡ.

Фильтрлы тәмәкенең һаулыҡ өсөн зыяны фильтрһыҙға ҡарағанда әҙерәк, тип иҫәпләйҙәр. Ысынлап та фильтрлыһын тартҡанда үпкә яман шеше хәүефе фильтрһыҙ тәмәке тартҡанға ҡарағанда кәмерәк. Әммә, фильтр яман шештең башҡа төрҙәре, йөрәк-ҡан-тамырҙары сирҙәре барлыҡҡа килеүе хәүефен кәметмәй. Трубка һәм сигара тартыусыларҙа ирен, ауыҙ ҡыуышлығы, тамаҡ, йотҡолоҡ яман шеше хәүефе юғары.

Тәмәке тартыу алкоголдең һәм башҡа зыянлы факторҙарҙың канцероген эффектын арттыра. Алкоголле эсемлектәрҙән ауыҙ ҡыуышлығы, тамаҡ, йотҡолоҡ яман шеше барлыҡҡа килеү хәүефе тәмәкеселәрҙә тартмағандарға ҡарағанда юғарыраҡ. Мәҫәлән, сит ил тикшереүселәре мәғлүмәте буйынса, көнөнә 1,6 унция (1 унция – 28,35 г) таҙа алкоголь ҡабул иткән, әммә тәмәке тартмаған кешелә ауыҙ ҡыуышлығы яман шеше хәүеф дәүмәле 2,3 булһа, алкоголде шул уҡ кимәлдә ҡабул итеп, көнөнә 20-30 тәмәке тартыусыла был хәүеф дәүмәле – 9,6, ә 40 тәмәке тартыусыла 15,5-те тәшкил итә.

Тәмәкене йәштән тарта башлағандарҙа яман шеш барлыҡҡа килеү хәүефе юғары. Мәҫәлән, 55-64 йәштәрҙә үпкә сире менән сирләү осрағы 25 йәштә тарта башлағандарға ҡарағанда, 15 йәштә башлаусыларҙа 3 тапҡырға йышыраҡ күҙәтелә.

Яман шеш хәүефе тәмәкесегә генә түгел, уның янындағыларға ла янай. Һуңғы йылдарҙа ирҙәре тартҡан ҡатындар үпкә яман шеше менән йышыраҡ сирләй. Япония мәғлүмәттәре буйынса, ире көнөнә 14-тән күберәк тәмәке тартҡан ҡатындарҙа үпкә яман шеше хәүефе дәүмәле – 1,4, 15-19 тәмәке тартһа – 1,6, 20-нән артыҡты тартҡанда 1,9-ға тигеҙ.

Шулай итеп, эпидемиология һәм эксперементаль онкология өлкәһендәге тикшеренеүҙәр тәмәке кеше өсөн канцероген булыуын дәлилләне. Унан тыш, тәмәкесе үҙенең генә түгел, янындағы тартмаған кешеләрҙең дә һаулығына зыян килтереүен иҫендә тотһон ине. Тартмағандар араһында тәмәке көйрәтеү – бик йәмһеҙ, асоциаль күренеш. Тартмаған кешегә тәмәке төтөнөн һулау ваҡытлыса уңайһыҙлыҡ ҡына түгел, һаулыҡ өсөн етди зыян.

Был насар ғәҙәттән баш тартыу өсөн бар көстө
һалырға кәрәк. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, тәмәкене ташлау – яман шештән үлем осрағын 30-35 процентҡа
ҡыҫҡартасаҡ. Бындай һөҙөмтәгә әлегә иң алдынғы һәм ҡиммәтле дауаланыу менән дә өлгәшеү
мөмкин түгел.
Читайте нас: