"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

ӘХЛАҠ ҠЫНА АРАЛАР

ВИЧ-инфекция эпидемияһы таралыуын дауам итә. 2017 йылдың ғинуар-октябрендә беҙҙең республикала 2290 яңы осрпҡ теркәлгән. Күрһәткес 100000 кешегә 56,31 осраҡ тура килә.

Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө йыл һайын 1 декабрҙә билдәләнә. был көндө 1988 йылда барлыҡ илдәрҙең һаулыҡ һаҡлау министрҙары осрашыуы үтә һәм унда аяулыраҡ булырға, ВИЧ / СПИД тураһында мәғлүмәт таратыуға булышлыҡ итергә саҡырыу яңғырай.

ВИЧ-инфекция эпидемияһы таралыуын дауам итә. 2017 йылдың ғинуар-октябрендә беҙҙең республикала 2290 яңы осрпҡ теркәлгән. Күрһәткес 100000 кешегә 56,31 осраҡ тура килә.

Ғөмүмән, ВИЧ тураһында нимә беләбеҙ? Бәпес көткәндә барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙан тәүге сиратта ВИЧ вирусына анализ алалар, мәҫәлән. Был – ҡот осҡос ауырыу, әлегә унан дауа табылмаған икәнлеген, сирҙе көнкүреш шарттарында йоҡтороу мөмкин түгеллеген... Ошоларҙы ғына шикелле.

Илебеҙҙә иһә ВИЧ инфекцияһына бәйле хәл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киҫкенләшә бара. Бынан ун биш йыл элек самаһы СПИД менән сирләүселәр күбеһенсә наркомандар булһа, бөгөн енси юл менән йоҡтороусылар күберәк, һәм улар төрлө социаль ҡатламдарға ҡарай. Быға тиклем ВИЧ социаль йәһәттән түбән баҫҡыста тороусыларҙың (наркомандар, фәхишәләр, асарбаҡтар һ. б. ) мөһөрө тиһәләр, хәҙер иһә белемлеләр, төрлө даирәләрҙә уңышлы эшләүселәр, юғарыраҡ социаль ҡатламдарға ҡарағандар араһында ла сирлеләр бихисап.

Бынан тиҫтә йыл самаһы элек, ВИЧ инфекцияһына ҡаршы көрәште йәйелдергәндә, төп эш наркомандар араһында алып барылды. Ә эскеселәр, аҙғын тормошта йәшәүселәр, енси партнерҙарҙы йыш алмаштырыусылар иғтибарҙан ситтәрәк ҡалды. Ҡыҙғаныс, әммә хәҙер енси юл менән ВИЧ йоҡтороу осраҡтары беренсе урынға сыҡты – был йәмғиәттә әхлаҡи ҡиммәттәрҙең инҡар ителеүенән киләлер. Телевидение һәм Интернет аша аҙғынлыҡты пропагандалаусы мәғлүмәттең бер сикләүһеҙ ағып тороуы тәртипһеҙ бәйләнештәрҙең артыуына булышлыҡ итә, һөҙөмтә булараҡ, ВИЧ йоҡтороу осраҡтары ла күбәйә.

Ә ВИЧ инфекцияһынан һаҡланыуҙың иң ябай ысулы – тәртипле, сәләмәт тормош алып барыу. Эсмәгеҙ (кешеләр теләһә ниндәй мажараларға күпселек осраҡта эскән килеш тарый), наркотиктар ҡулланмағыҙ, зина ҡылмағыҙ, енси партнерығыҙ берәү һәм һыналған булһын!

Нисек кенә булмаһын, әлеге ваҡытта СПИД донъялағы иң ҡәһәрле сирҙәрҙең береһе булып ҡала. Кешеләр Айға ла осто, даръяларҙы ла арҡырыға-буйға иңләп сыҡты, хайран ҡалырлыҡ техник ҡаҙаныштарға өлгәште, мәгәр, кешелеккә янаған алама сирҙәргә ҡаршы һаман дауа табылмай, Ер шарында халыҡтың күләмен кәметеп торорлоҡ теге йәки был сырхауҙар сығып тора.

ВИЧ инфекцияһын, әлбиттә, дауалауҙан бигерәк, иҫкәртеү отошлораҡ. Табип күҙлегенән сығып әйткәндә, бының бер нисә этабы бар. Беренсеһе һау-сәләмәт кешеләргә ҡағыла. Ауырымаҫ өсөн сәләмәт тормош рәүеше алып барыу, һыналмаған партнер менән енси бәйләнеш ваҡытында мотлаҡ һаҡланыу сараларын ҡулланыу талап ителә. Ул ваҡытта һеҙгә ВИЧ ҡурҡыныс түгел!

Икенсе этап – социаль йәһәттән ҡурҡыныс алдында торған төркөм араһында иҫкәртеү эше алып барыу. Исемлеккә наркомандар, гомосексуалистар, фәхишәләр, асарбаҡтар, ҡарауһыҙ үҫмерҙәр, хөкөм ителгәндәр инә.

Өсөнсөһө – ВИЧ инфекциялылар араһында аңлатыу эштәре ойоштороу, уларҙың йәшәү сифатын яҡшыртыу, башҡалар алдында яуаплылыҡ тойғоһо тыуҙырыу (белә тороп ВИЧ йоҡторған кеше енәйәтсе тип иҫәпләнә, һәм ул яуаплылыҡҡа тарттырыла).

Шулай итеп, ябай тел менән аңлатып үтәйек. Һәр кешенең уникаль һаҡлау системаһы – иммунитеты бар. Кеше ҡанында был ролде лимфоциттар үтәй, ошо бәләкәй генә күҙәнәктәрҙе организмдың “һалдаттары” тип атарға мөмкин.

Вирустар донъяла бик күп, шулай ҙа улар араһында иң ҡанһыҙы тип ВИЧ-ты – иммунодефицит вирусын атарға кәрәк. Кеше уны йоҡторған осраҡта ҡәһәрле дошман ҡандағы “һалдаттарҙы” – лимфоциттарҙы юҡҡа сығара башлай, һөҙөмтә булараҡ, кешенең иммунитеты юғала, организм бер сиргә лә, хатта иң ябайына ла ҡаршы тора алмай.

Ҡолаҡ тиштерергә, пирсинг һәм тату эшләтергә теләһәгеҙ, сертификатлы махсус салондарға ғына мөрәжәғәт итегеҙ!


Әйткәндәй
ВИЧ-инфекцияның артабан таралыуын иҫкәртеү маҡсатында 27 ноябрҙән 3 декабргә тиклем Рәсәйҙә «СТОП/ВИЧ/СПИД» акцияһы үтә. Уның маҡсаты: йәштәр араһында ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү, киләсәк быуынды социаль әһәмиәтле сирҙәрҙән һаҡлау. ВИЧ-ҡа тикшеренеүҙе бушлай, конфиденциаль (паспорт, ОМС, СНИЛС) күрһәтеп йәки аноним үтергә мөмкин.
Читайте нас: