Бөтә яңылыҡтар

ҮЛӘНДӘР ҺӘМ ДИЕТА МЕНӘН ДАУАЛАУСЫ

“Яман шешкә ҡаршы дәррәү ҡуҙғалып дөрөҫ туҡланыу революцияһы иғлан итергә кәрәк, – ти Зәүхиә Ғәзизйән ҡыҙы

Зәүхиә Ғәзизйән ҡыҙы Ҡәҙербәкова-Низамиеваны мин – бер осорҙа уҡыған (параллель класта) мәктәптәшем, биштирәктәр һуңғы бер нисә йыл рәттән ҡайтып ауылдаштарына ҡорбан салып, байрам кәйефе өләшеүсе, балаларға спорт кәрәк-яраҡтары бүләк итеүсе, майҙансыҡ эшләтеүсе изгелекле яҡташ тип белә, гәзит уҡыусыларға ул Байыш мәктәбенә 100 йыл тулыу уңайынан яҙылған “Яҙмыш сылбыры” тип аталған иҫтәлектәре менән таныш. Әле йәшәп ятҡан ерендә – Татарстанда иһә ул халыҡ медицинаһы менән дауалаусы булараҡ билдәле. Уның хаҡында татар матбуғатында мәҡәләләр ҙә донъя күргән. Зәүхиәнең заман сире – яман шеш тураһындағы фекерҙәре ныҡ ҡына уйландырҙы. Һеҙҙе лә битараф ҡалдырмаҫ тигән ниәттән сығып, уларҙы һеҙҙең хөкөмгә тәҡдим итәбеҙ.
“Яман шешкә ҡаршы дәррәү ҡуҙғалып дөрөҫ туҡланыу революцияһы иғлан итергә кәрәк, – ти Зәүхиә Ғәзизйән ҡыҙы. – Сирҙе дауалай ала торған мөғжизәле препарат уйлап сығарасаҡтарына ышанып, ҡырылып ятмайыҡ әле. Ул була торған хәл түгеллеген, уйлап ҡараһаҡ, үҙебеҙ ҙә аңлай алабыҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе ер йөҙөнә йәшәргә ебәргәндә үк беҙгә дауаһын да ебәргән. Мулдан. Бушҡа. Барыбыҙға ла етерлек итеп. Беҙ, Әҙәм балалары ғына тайпылғанбыҙ шул дөрөҫ юлдан. Мөлдөрәшеп, беҙҙе көтөп ултырған, беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған, үҙебеҙҙең иҙеп атлап йөрөгән ерҙең шифаһын беҙгә һурып алып биргән үләндәр, ҡыуаҡтар, емештәр янынан ғорур ғына ҡиммәтле машиналарҙа йәки ығы-зығы уйҙарҙан арына алмайынса, донъя ҡыуабыҙ тип, әллә кем булып, сабыулап уҙып китәбеҙ. Телдәре генә юҡ... Булһа, беҙгә әйтер һүҙҙәре ғәләмәт тә күп. Ләкин телһеҙ мөғжизәләрҙе, хикмәтте аңларға тип беҙгә аң бирелгәнен онотмаһаҡ ине.
Бөтә донъя онкологтары саң һуға: яҡындағы 10 йылда яман шеш ишек шаҡымаған бер генә йорт та ҡалмаясаҡ. Әлеге ҡурҡыныс ауырыу менән ауырыусылар һаны бермә-бер артасаҡ. Был һанға бар йәштәге, хатта яңы тыуған сабыйҙарҙың да инә барыуы хәүефләндерә. Бигерәк тә был сир йәтмәһенә зләккән кешеләрҙең бик һирәктәренең иҫән ҡалыуы барыбыҙҙы ла борсой. Алға киттек, юғары технологиялар менән генә йәшәйбеҙ, дауаланабыҙ тип маҡтанған заманда был нисек була һуң? Сәбәп нимәлә һәм беҙҙең, балаларҙың, ейәндәрҙең киләсәге шулай уҡ өмөтһөҙмө? Был сир һәр бер өйҙөң ҡапҡа төбөндә һаҡлап торамы, тәҙрәне, ишекте ҡағырға әҙерме? Әллә уны булдырмау мөмкинме, ул ҡурҡыныс сир килә ҡалһа, уны еңеп, тулы тормош менән йәшәп буламы?”
Бик һирәк табиптар ғына бындай күңелһеҙ статистика менән бергә был яман ауырыуҙан ҡотолоу юлдарын да тәҡдим итә. Биштирәк ауылында тыуып үҫкән, бөгөн Татарстандың Әлмәт районында йәшәүсе, үләндәр һәм диета менән дауалаусы Зәүхиә Ҡәҙербәкова иһә сихәтле ҡулдары менән күптәрҙе аяҡҡа баҫтырған. Уның фекеренсә, бөгөнгө көндә һәр ғаиләлә рак сирен булдырмау хаҡында ныҡлап уйланырға кәрәк. Ул сиргә ҡаршы профилактика бик күп сирҙәрҙән кешеләрҙе ҡотҡарасаҡ, тип фекерләй ул. Бөгөнгө көндә бик ныҡ йәшәргән инсульт, инфаркт, ныҡ тарала барған аллергия, псориаз, астма һәм бихисап башҡа сирҙәрҙән дә. Был сирҙе булдырған юлдан тиҙ арала айыҡ аҡыл менән сығыу – ғаиләне, милләтте, илде ҡотҡарып алып ҡалыуға тиң, тип уйлана ул. Нимәнән башларға һуң?

Иң беренсе – аҡылды дауаларға
– Әгәр беҙ бөгөндән үк ракты килтереп сығарған сәбәптәрҙе аңламаһаҡ, уны булдырмау беҙҙең үҙебеҙҙән торғанын аңламаһаҡ, ҡаршы бергәләшеп көрәшмәһәк, ул яҡын киләсәктә халыҡты аяҡтан тулыһынса йығасаҡ, – тип ҡабатлай Зәүхиә. Бәләкәйҙән үҙендә дауалау һәм тойомлау һәләте барлығын асыҡлаған дауалаусы әлеге ауырыу тураһында тыныс ҡына һөйләй ҙә, яҡын-тирәһендә тиҫтәләгән таныш-белеше фани донъя менән хушлашҡанда ҡул ҡаушырып ҡына йәшәй ҙә алмай. Уның төп маҡсаты – халыҡты әлеге ауырыу буйынса белемле итеү һәм ракты дөрөҫ итеп дауалағанда еңеп булғанлығына төшөндөрөү, һәр ғаиләлә уны булдырмауға кәртә ҡуйыу мөмкинлеген билдәләй.
– Мин егерме йыл тирәһе инде халыҡ медицинаһы нигеҙендә дауалау менән шөғөлләнәм.Ә бына онкология тураһында, был сир әсәйемде алып киткәс, ныҡлап уйлана башланым. Табиптарҙың: “Һуңлағанһың, һеңлем, тиҙерәк алып ҡайт, яҡындары менән бәхилләшһен”, – тигәне әле лә ҡолаҡта. “Әсәйемдең үлеме күптәрҙе ҡотҡарырға тейеш”, – тип ҡарар ҡылдым. Ә бынан ун йылдар элек үк яман шеш беҙҙе тиҙҙән тулыһынса солғап аласаҡ һәм күптәрҙе аяҡтан йығасаҡ, тип әйтә килдем. Әле ул йылдарҙа онкологик үҙәктәр ҙә юҡ һәм был ауырыу ҙа ул ҡәҙәр киң таралыш тапмаған ине. Ләкин беҙҙең йәшәү рәүеше беҙҙең саләмәтлекте ҡаҡшатыуға ул йылдарҙа уҡ йүнәлеш алды. Сит илдәр менән сиктәр тулыһынса асылғас, ниндәй генә ризыҡ һәм тауарҙар индерә башламанылар бит? “Буш боттары”н, тикшерелмәгән дарыуҙарҙы, сифатһыҙ ризыҡты тонналап ташынылар һәм, үҙебеҙҙең сифатлы ризыҡты бөтөрөп, халыҡты юҡлыҡтан рәхәтләнеп уларға эйәләштерҙеләр. Һаттылар беҙҙе рәхәтләнеп сүп-сарға. Сит ил фармацевтикаһын байыттыҡ һәм хәҙер ҙә шул мәғәнәһеҙ юлдан барабыҙ. Телевизорҙы тоҡандырһаң да бөгөн иң йыш осрай торған ролик булып дарыуҙар тора. Маҡтайҙар, тик файҙаһы ғына әллә ни маҡтанырлыҡ түгел шул. Файҙаһы һыналмаған дарыуҙарҙың организмға ысынбарлыҡта ниндәй йоғонто яһаясағын әле йүнләп бер нисә йылдан һуң да белә алмаясаҡбыҙ. Шуға күрә кешенең ауырыуҙарынан алда иң элек аҡылын дауаларға кәрәк, тим. Аҡылыбыҙ сирле тигәнгә гәзит уҡыусылар үпкәләмәһен. Аҡыл зәғифлеге сәләмәтлек ҡаҡшауға килтереп сығарҙы шул.

Холҡобоҙҙоң кире яҡтары – рактың яҡын дуҫы
Белеме буйынса педагог булған Зәүхиә Низамиева- Ҡәҙербәкованың мәғәнәле һүҙҙәренә һәм дөрөҫ фекерләүенә иҫең китерлек! Рактың былай киң таралыуына ла уның үҙ ҡарашы:
– Беренсенән, билдәһеҙ, сифаты түбән ризыҡ ашап организмдың сирҙәргә ҡаршы тороу көсөн кәметтек, ағыулап, ҡанға ла, тәнгә лә файҙаһыҙ матдә тултырҙыҡ. Икенсенән, кейгән кейемдәрҙең һәм уйнаған уйынсыҡтарҙың, өйҙәрҙе биләп алған техниканың, мебелдең һәм башҡа әйберҙәрҙең зыян кимәле йәки сифаты күп осраҡта ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Беҙ алданырға теләгәс, рәхәтләнеп алдайҙар. Ипотека, кредит түләйһе бар тип даими рәүештә стресс йоғонтоһонда йәшәйбеҙ. Өсөнсөнән, шуларҙың һөҙөмтәһе булараҡ беҙ эстән сырхаулана, көсһөҙләнә, хәлһеҙләнә, дөрөҫөн генә әйткәндә, серей барабыҙ. Күпләп. Бындай йәшәү рәүеше ата- бабаларыбыҙҙан быуындан-быуынға күсеп килгән көслө гендарҙы ла бөтөрә, тип уйлайым. Ғорурланып, беҙ көслө, ныҡлы тоҡомдан, беҙҙең ҡартайҙар оҙон ғүмерле, беҙ ҙә шундай тоҡомдан тип һөйләй алырбыҙ микән? Былар янына насар экология ла килеп ҡушылғас, рак рәхәтләнеп ҡалҡып сыҡты.
Был сир беҙҙе үлтерәме, әллә беҙҙең үҙебеҙҙең организмдың аҡыл, физик, рухи, энергетик мөмкинлектәрен белмәү, уның беҙҙән ниндәй дауа көткәнен белмәү бөтөрәме? Минең фекеремсә, рак иммунитеты ҡаҡшаған, кәмегән, уның торғонлоҡ (застой) булған ерендә генә ҡалҡа. Мин иммунитет һүҙе аҫтында күңел байлығын да, яҡшы һыҙаттарҙы ла, рухи байлыҡты ла, физик ныҡлыҡты ла күҙаллайым. Ә организмды көн дә дөрөҫ ашау, эсеү юлы менән нығытып тороу, ашҡаҙанға теләһә ниндәй серетә торған ризыҡ ташламау – иң мөһиме. Ә һәр көн психологик, рухи, физик яҡтан көсәйтелеп торған организмда ул сир барлыҡҡа килеү шарты ныҡ кәмей. Ул диагноз ҡуйылған кеше иһә юғалып ҡала, бәргеләнә- өҙгөләнә башлай, башына насар уйҙар ғына килә. Бына ошо ваҡытта кешенең ниндәй ҡарарға килеүе бик мөһим. Бары тик тиҙерәк химиотерапия, нурланыш алыу, операцияға ятыумы, әллә, киреһенсә, үҙеңде ошо көнгә килтереп еткергән юлдан тиҙерәк сығыумы? Ә был сир килгән организм процедураларҙы күтәрерлек халәттәме, юҡмы? Улар уның һуңғы көсөн алмаймы? Ул һуңынан аяҡҡа баҫып китергә көс табырмы? Әгәр ҙә кешенең был афәт менән көрәшергә көсө, хәле ҡалмаһа? Тимәк, иң беренсе кешегә тәненә был сирҙе килтереп сығарған сәбәптәрҙән ҡкотолорға кәрәк. Организмды сирләткән психологик, рухи, ашау сәбәптәрен бөтөрөргә кирәк. Әгәр ҙә бер нимә лә үҙгәрмәһә, сир китерме? Юҡ!
Ғөмүмән, Зәүхиә Ғәзизйән ҡыҙы ракты иммунитетҡа тулыһынса бәйле ауырыу тип һанай. Эстәге паразиттар, вирустар, беҙгә кәрәк булмаған микроорганизмдар, бактериялар ҙа туранан-тура рак күҙәнәктәренең ҡалҡыуына бәйле булғанын бик күп ғалимдар күптән дәлилләгән. Көрәште лә иң элек иммунитетты күтәреүҙән, организмды эстән таҙартыуҙан, тиҙерәк сәбәптәрен бөтөрөүҙән башларға кәрәк икән.
– Рак менән ауырыусыларға медицина ярҙамынан тыш, рухи, әхлаҡи, психологик һәм физик ярҙам да мәслихәт, – ти ул. – Кеше организмы тулыһынса насар энергиянан да, психологик торғонлоҡтан да арынырға тейеш иң элек. Бер ваҡыт яныма яман шеш арҡаһында аналығын алдырған ҡатын килде. Әсәйенә ғүмере буйы үпкәләп йәшәгәнлеге асыҡланды. Быны үҙенә аңлатҡас, ҡысҡырып илап ебәрҙе. “Рәхмәт, апай, нисә йыл ғәфү итә алмайынса йәшәгән инем”, – тине. Ундай ауыр йөгө булған кешене препарат ҡына дауалай алмай шул. Күп кенә ауырыуҙарҙан ҡотолоу өсөн эстәге үпкәләрҙе бөтөрөргә кәрәк.
– Насар энергия тупланғанлыҡтан да рактың килеп сығыуын инде сит ил ғалимдары ла иҫбатланы бит. – Зәүхиә ханым онкологик үҙәктәрҙең саф һыулы, саф һауалы, матур тәбиғәт ҡосағында, ҡалаларҙан ситтәге урындарҙа төҙөлһә, ауырыуҙар тиҙерәк һәм күберәк аяҡҡа баҫыр ине, ти. – Бындай дауалау комплекстарында ауырыуҙарға психологик ярҙам менән бер рәттән дин әһелдәренең ярҙамы ла бик урынлы булыр. Шулай Әҙәм заты эстәге хис-кисерештәренән, асыуҙарынан, үпкәләренән, кәрәкмәгән рәнйештәренән арыныр ине. Күңел ауырлығы иң ҙур ауырлыҡ бит ул. Унан ҡотолған кешенән сир ҙә тиҙ китә. Шулай уҡ ундай урындарҙа төрлө тренингтар, күңел асыу саралары ла үткәрелһә, кеше үлем хаҡында түгел, ә йәшәү тураһында уйлар. Тиҙерәк һауығыр. Хатта мин кешеләрҙе был сирҙе тормошомдағы хаталарымды төҙәтергә, тағы ла юғарыраҡ сифатта йәшәй башларға тигән саҡырыу итеп ҡабул итергә лә өйрәтәм. Эсендә, ҡан юлында, күңел түрҙәрендә, аҡылында йыйылған торғонлоҡтан сығыу юлы тип.
Ғәҙәттә, рак диагнозын ишеткәс, кешене ҡурҡыу хисе биләп ала. Шунда уҡ күптәр үлем хаҡында уйлана башлай. Әммә бында ауырыу иң элек, ни өсөн миңә был сир килде, тип уйланырға тейеш. Тимәк, ул ҡайҙалыр яңлышлыҡ ебәргән, дөрөҫ йәшәмәгән, туҡланмаған, уйламаған. Үҙемдең пациенттарыма ла иң элек йәшәү рәүештәрен тамырҙан үҙгәртергә ҡушам. Уҙған ғүмерҙе киҫәктәргә бүлеп, тулыһынса йәшәйешеңә анализ яһарға тейешһең. Көнсөллөк, үтәй алмаҫлыҡ бурыстар, күңел төшөнкөлөгө, рәнйеү, дөрөҫ туҡланмау һ.б. – яман шештең иң яҡын дуҫтары ул.

Ҡағиҙәһе – ябай, сихәте – көслө
Ракҡа ҡаршы диетаны ла Зәүхиә Ғәзизйән ҡыҙы юҡтан ғына уйлап сығармаған. Ҙур ҡалаларҙа, бигерәк тә сит илдәрҙә ябай ризыҡтар һәм тәбиғәт ысулдары менән кешеләрҙе ҡатмарлы сирҙәрҙән дауалай торған шәхестәр әле лә бар. Меңләгән кешеләр терелеп сыҡҡан улар ҡулынан. Бөгөнгө көндә уның үҙенә лә мөрәжәғәт итеп, уның кәңәштәрен тотҡан көслө ауырыуҙарҙы еңеп сыҡҡан, шулай уҡ ракты ла, кешеләр бихисап. Был дауалау методикаларының дөрөҫлөгө инде күп тапҡырҙар дәлилләнгән.
Рак диагнозы ҡуйылғандарға һәм был ауырыуҙы булдырмаҫ өсөн сәләмәт кешеләргә лә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.
1) Бер ваҡытта ла эс ҡатыуҙы булдырмаҫҡа. Кеше көндәлек ашаған ризыҡты эсендә серетеп ятҡырырға тейеш түгел, эшкәртеп, көн дә сығарып барырға тейешбеҙ. Эс ҡатыуҙы булдырмау бер ҙә ҡыйын эш түгел. Ябай ғына физзарядка. Иртәнсәк эйелеп-бөгөлөп алыу һәм эсте баҫып торған көйө генә лә арҡаға табан ныҡ ҡына ҡыҫып алыу эсәктәрҙең перистальтикаһын нығыта, престы көсәйтә. Көн дә иртәнсәк ике-өс стакан йылы һыу эсеү тулыһынса эсәктәрҙәге кисәге ашағандан ҡалған серей башлаған тиҙәкте сығара.
2) Көн дә паразиттарға ҡаршы, беҙҙең организмға зыян килтерә торған бактерияларға, микроорганизмдарға, инфекцияларға ҡаршы уларҙы кәметеп тороу, юҡ итеү эше алып барылырға тейеш һәр ғаиләлә. Әгәр ҙә беҙ иртәнсәк эсә торған һыуға лимон һуты һыҡһаҡ, һарымһаҡ турап болғатһаҡ, йәки сәйнәп йотһаҡ, әҙ генә онталған ҡәнәфер ҡушып йотһаҡ (сәй ҡалағы осонда ғына), ул паразиттарға көн бөтә. Ә кешенең тәнендә насар сиргә кәртә көндән-көн ҡуйылып барыла. Күҙ алдына килтерегеҙ, кеше көн дә ауыҙ эсенән алып эсәктәренә хәтле йыуып ҡына тормай, ундағы беҙҙең иммунитетты кәметеүсе, беҙҙең хәлде алыусы, сирләтеүсе хәшәрәттәрҙе юҡ итә. Кемгә насар бынан? Организмға һәйбәт, ә бына беҙҙе ауыр сирҙәргә дусар итеүсе сәбәптәргә көн бөтә.
3) Ваҡ ҡырғыста ҡырып, сей кишер менән сөгөлдөр салаты ашарға ғәҙәтләнһәк, 70-80 % ауыр сирҙәр менән сирләмәйбеҙ тигән гарантия була. Көслө иммунитетты бешмәгән кишер һәм сөгөлдөр салаты формалаштыра. Батшалар салаты ла тиҙәр уны. Уға күңелгә ятҡан үҫемлек майы ҡушһаң, тағы ла шәп. Ул салат тағы ла ашҡаҙанда, эсәктәрҙә йыйылып ятҡан, серей башлаған ҡалдыҡтарҙы алып сыға. Ә составында ниндәй файҙалы мәтдәләр барлығын беләбеҙ. Сөгөлдөр кеүәҫе эскән кешеләрҙә инсульт, инфаркт, ҡан юлдары бысраныуы булмауы, шулай уҡ онкологияның да ситләп уҙыуы иҫбатланған.
4) Ә үҙебеҙҙең яланда шаулап-гөрләп үҫкән үләндәрҙең дөрөҫ итеп ҡулланған саҡта теләһә ҡайһы сирҙе дауалай алғаны инде билдәле. Әрем хаҡында халыҡ былай ҙа белә кеүек. Ябай ғына был үҫемлектең рак күҙәнәктәрен үлтерә алыуын асыҡлаған профессор инде Нобель премияһы ла алды. Беҙҙең яҡтарҙа был үлән салғы менән сабырлыҡ дәрәжәлә күп үҫә. Бынан 15 йыл элек таныштарыма үпкә сире диагнозы ҡуйҙылар. Икеһенең дә бер үпкәһен киҫеп аттылар. Йәшәйһегеҙ килһә, ҡалған үпкәгеҙ серемәһен, яраҡлы булһын тиһәгеҙ, сәй урынына көн дә әрем төнәтмәһе эсегеҙ, тинем. Самаһын әйттем. Береһе минең һүҙгә ҡолаҡ һалды. 10 йылдан артыҡ иҫән. Эшләп йөрөй, ғаиләһе, балалары бар. Ә икенсе танышым үләндәр сихәтенә ышанмайым тип, ҡул һелтәне һәм бер йылдан һуң үлде...
5) Ракка ҡаршы диетаның төп йөкмәткеһен ҡамыр ризыҡтарын сикләү ҙә алып тора. Сөпрәһеҙ бешерелгән икмәккә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Йәки ҡомалаҡ сөпрәһен ҡулланырға. Шәкәр һәм кондитер ризыҡтарҙан дауаланған ваҡытта баш тартып тороу хәйерле. Ҡарабойҙай рак сиренән дауалау һәм уны булдырмау буйынса беренсе урындарҙа тора. Көн дә ашап торһаң да зыянһыҙ. Бына ошо үҙебеҙҙә үҫкән ябай ғына ризыҡтар менән дә хатта ракты ла булдырмаҫҡа була. Һәм күп кенә башҡа ауырыуҙарҙан да арынырға мөмкин.
Үҙемдең туғандарға ла, таныштарға ла ризыҡ хаҡында һүҙ сыҡһа, итле һәм һөтлө һыйырҙы күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, тим. Нимә ашап ул шундай ит туплай һәм һөт бирә? Тимәк, кеше лә шундай темпта йәшәргә тейеш. Тәбиғәткә яҡын, эшкәртелмәгән үҫемлектәр, йәшелсәләргә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Унан мин ас тороуҙың, бигерәк тә ҡоро ас тороуҙың сәләмәтлеккә сихәте ҙур тип һанайым. Хатта яман шеште лә шундай юл менән дауалап була. Ракка, бүтән ауыр сирҙәргә ҡаршы торорлоҡ ризыҡ, үләндәр араһында йәшәйбеҙ һәм ... сирләйбеҙ. Сөнки беҙҙең күҙҙәр ни өсөндөр уларҙы күрмәй. Бөтәбеҙ бер булып, дәррәү рәүештә дөрөҫ туҡланыу революцияһы иғлан итмәһә, ул сирҙәр беҙҙе ситләп үтмәйәсәк, беҙҙе сүпләүҙән туҡтамаясаҡ. Мөғжизә көтөп ултырыу файҙаһыҙ. Һәр кем бына шуларҙы аңлаһын ине!
Аҡ сәскә (ромашка), меңъяпраҡ һәм әрем – был сирҙәргә ҡаршы көслө үләндәр һанала. Зәүхиә Ғәзизйән ҡыҙы уларҙы һәр көн аҙ-аҙлап ҡулланырға кәңәш итә. Киптерелгән ярты ҡалаҡ үләнгә бер стакан ҡайнар һыу һалып төнәтергә кәрәк, ти ул. 15 минуттан әҙер. Самаһын белеп эсһәң, артыҡ булмай. Ә файҙаһы...
Читайте нас: