"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

ОҘОН БУЛҺЫН ҒҮМЕРКӘЙЕ БАЛАҠАЙҘЫҢ

Метахроматия лейкодистрофияһы … Мәләүездә йәшәгән 6 йәшлек ҡыҙҙың әсәһе нәҡ ошо һүҙҙәрҙе ишетә. Был сирҙең ни тиклем мәкерле, үлемесле икәнлеген аңлаған һайын, ҡотолғоһоҙ хәлдән, сараһыҙлыҡтан өҙгөләнгән әсә йөрәге нисек түҙгән, күпме күҙ йәштәре түгелгән – беҙ белмәйбеҙ, инде дошманыңа күрһәтмәһен…

Тәбиғәт ҡанунына ярашлы, Аллаһ тәғәлә теләге менән Әҙәм балалары өсөн тәғәйенләнгән Ер йөҙөндәге тормош асылы - Кешелектең яңырыуында, йәғни сабыйҙар тыуа, быуын быуынды алмаштыра һәм һәр ата-әсә өсөн йәшәү мәғәнәһе -уның улы, ҡыҙында дауам итеүендә. Ололар йәштәрҙе түгел, ә балалары, тәбиғи әжәл ваҡыты еткәс ҡәҙерләп, хөрмәтләп, ата-әсәһен баҡыйлыҡҡа оҙатырға тейеш. Эйе, киреһенсә булырға тейеш түгел. Уйлап ҡарағыҙ, сабыйына табиптар ҡот осҡос ҡарар сығарған йәш әсә нимә кисерә!? Күҙ алдына килтереүе ҡурҡыныс, күҙ ҡараһы кеүек ҡәҙерләп, һөйөп үҫтергән, инде тумалған сәскә кеүек һәләттәре асылырға әҙерләнгәндә…
Метахроматия лейкодистрофияһы … Үткән йылдың июнь айында Мәләүез ҡалаһында йәшәгән 6 йәшлек ҡыҙ баланың әсәһе нәҡ ошо һүҙҙәрҙе ишетә. Был сирҙең ни тиклем мәкерле, үлемесле икәнлеген аңлаған һайын, ҡотолғоһоҙ хәлдән, сараһыҙлыҡтан өҙгөләнгән әсә йөрәге нисек түҙгән, күпме күҙ йәштәре түгелгән – беҙ белмәйбеҙ, инде дошманыңа күрһәтмәһен…
Алты йыл элек ҡулына сабыйын алғас, Алина үҙен донъяла иң бәхетле әсә итеп тоя. Аҡыллы, теремек, матур ҡыҙ бала, яҡындарын һөйөндөрөп, тәүге аҙымдарын яһай, йүгерә башлай – ниндәй бәхетһеҙлек һағалауы бер кемдең башына ла инеп сыҡмай. 3 йәштә аяҡтары ауырта башлағас та, әсә саң ҡаға, тик дауаханала врачтар ауырыуҙы асыҡлай алмай. Баланың һыҙланыуын, хәрәкәттәре үҙгәреүен күргән ата-әсә Өфөлә тикшереү үткәрәләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөҙөмтә булмай – дөрөҫ диагноз ҡуйылмай. Тик Мәскәү ҡалаһында Педиатрия фәнни тикшеренеү институтында ғына мәкерле сир асыҡлана. Ауырыу бик тиҙ аҙа, ваҡыттың һәр минуты ҡәҙерле. Врачтар әсә йөрәген ярырҙай ҡарар сығара: “Ауырыу дауаланмай. Әгәр өлгөрә алһағыҙ, донор елеген күсереү (трансплантация костного мозга) буйынса операция яһатырға кәрәк, әлбиттә, бала өсөн был бик ауыр һәм хәүефле!” Ә башҡа сара юҡ. Етмәһә, ваҡыт та юҡ. Күп уйлап тормай, Аделияның ата-әсәһе Мәскәү ҡалаһындағы Рәсәй Балалар клиник дауаханаһына мөрәжәғәт итә. Бында баланы яңынан тикшереп, донор эҙләй башлайҙар. Өс ай ғаилә бына бөгөн, бына иртәгә операцияға саҡыртырҙар тигән өмөт менән йәшәй, әммә тура килгән донор табылмай һәм клиника баш тарта. Күрәһең, үлемесле генетик ауырыуҙың бик тиҙ көсәйеүен һәм баш мейеһе күҙәнәктәрен үлтереүен белгән врачтар, үткән ваҡыт баланың һәләкәтен яҡынайтыуын аңлап, шулай эшләгәндер. Ғаилә сит ил клиникаларына мөрәжәғәт итеп ҡарай һәм Израиль врачтарынан консультацияға килергә тәҡдим алалар. Ошо уҡ осорҙа, Рәсәйҙә бындай диагноз менән ауырыуҙарҙың күбеһенән баш тартҡанын белһәләр ҙә, Мәскәү врачтары кәңәше менән документтарҙы Санкт-Петербург ҡалаһындағы Р.М.Горбачёва исемендәге балалар онкология үҙәгенә лә ебәрәләр. Был юлы һөйкөмлө башҡорт ҡыҙына яҙмыш йылмая – 2017 йылдың декабрендә Петербург врачтары баланы операцияға алырға риза була. Ата-әсә быны мөғжизә, Аллаһ тәғәләнең бүләге итеп ҡабул итә - өмөт уяна! Ғаилә өсөн тағы бер һынау – бала ғүмерен ҡайһы ил врачтарына тапшырырға, нисек яңылышмаҫҡа? Сит илдә үтә ҙур сумма талап ителә, уны йыйыуға күп ваҡыт китә, ә бында һәр сәғәте ҡиммәт – бала ғүмере хаҡы менән иҫәпләнә. Ваҡыт - Аделияның төп дошманы, һәм ата-әсә ғәзиздәренең яҙмышын Рәсәй врачтарына ышанып тапшырырға була. Бөгөн Әҙилә Ҡәйүмованың ғаиләһе түҙемһеҙлек менән донорҙың әүҙемләген һәм һөйәк елеген күсереү (трансплантация костного мозга) буйынса операцияға саҡырыу көтә.
… Хәҙерге көндә Аделия-Әҙилә йүгермәй инде, ололар ярҙамы менән генә йөрөй, үҙе кейенә лә алмай… ҡулдары ҡалтырай, шуға күрә яҙыуы, һүрәт төшөрөүе лә уға ҡыйын. Был бәләкәс ҡыҙсыҡ - шул тиклем һөйкөмлө, матур бала, алсаҡ, нурлы йөҙө, йылмайыуы фәрештәне хәтерләтә. Әйҙәгеҙ беҙ ҙә һөйөү, мәрхәмәтлек нурын уға йүнәлтәйек, Юғары көстәрҙән уның тиҙерәк һауығыуын, яҡындарын шат-сәләмәт көлөүе менән шатландырыуын теләйек!

Читайте нас: