Бөтә яңылыҡтар

ИҪҺЕҘЛЕК СИРЕ

26 июнь – Халыҡ-ара наркотик матдәләр ҡулланыуға һәм уның законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнө

Нимә ул наркомания? «Нарке» боронғо грек телендә «хәрәкәтһеҙлек», «иҫһеҙлек» тигәнде аңлата. Ул көн һайын яңынан-яңы төрҙәре барлыҡҡа килгән наркотик сараларға күнегеү, арынып булмаҫлыҡ һәүәҫлек рәүешендә сағыла. Наркотиктарға бәйлелек алкоголгә бәйлелектән 500 тапҡырға тиҙерәк барлыҡҡа килә, ул шуның менән дә хәүефле.
Наркотик ҡулланыу психик һәм физик бәйлелекте барлыҡҡа килтерә һәм уның үҫеше дүрт этапҡа бүленә.
1-се этап йәки Беренсе тәжрибә. Был башланғыс этапҡа ҡыҙыҡһыныу, “ҡулланып ҡына ҡарайым” тигән теләк, кәйефте күтәреүҙең яңы төрөн эҙләү, “юҡ” тип әйтә белмәү хас. Шулай уҡ химик матдә тураһында төрлө мифтарға ышаныу, компаниялағы дуҫтар араһында “аҡ ҡарға” булырға теләмәү йәки тормош ауырлыҡтарын шундай юл менән “еңергә” тырышыу, үҙ тормошоңа төкөрөп ҡарау йәки, киреһенсә, тормошто “байытырға” теләү ҙә илерткес матдәне татып ҡарарға этәреүе мөмкин. Наркотиктың тәүге дозаларынан уны ҡулланыусының баш мейеһендәге нейрохимик баланс боҙола. Шуны билдәләп үтеү кәрәк: наркотик үҙе ҡәнәғәтлек хисе тойҙормай, ә киреһенсә, организмдан үҙ ресурсын әүҙемләштереүен талап итә.
Беренсе тәжрибәнән һуң юл икәү: ҡулланыуҙы тулыһынса туҡтатыу (50 проценты шулай эшләй ҙә) йәки артабан да ҡулланыуҙы дауам итеү. Һуңғыһы – бәйлелек үҫешенең икенсе этабына алып килә.
2-се этап йәки Бәйлелек ауырыуы осоро. Был осорға кәйефте аңлы рәүештә наркотик ярҙамында күтәреү теләге хас. Кеше үҙенең наркотик ҡулланыуын планлаштыра, төрлө аҡланыуҙар таба, ярашлы компания эҙләй. Наркотик ял итеүҙең, күңел асыуҙың мөһим атрибутына әйләнә. Уны стрестан, төрлө комплекстарҙан дарыу, шулай уҡ аралашыу, сексуаль бәйләнешкә инеү сараһы кеүек ҡуллана башлайҙар. Теләгән тәьҫораттарҙы алыу өсөн талап ителгән доза кимәлен артырыу ҙа ошо этапта күҙәтелә. Организм бер дозаға өйрәнә һәм күберәкте талап итә. Доза законы шулай: ҡулланыусы әҙҙән – күберәккә, көсһөҙҙән көслөрәгенә күсә. Әгәр был этапта ла кеше наркотик ҡулланыуын туҡтатмаһа, артабан бәйлелектең киләһе этабы башлана.
3-сө этап йәки Физик бәйлелек. Наркотик теләгән тәьҫоратты бирмәй, уны организмды нормаль торошҡа килтереү өсөн ҡулланалар. Был этапта наркотикты даими ҡулланыусының сәләмәтлеге менән проблемалар башлана (бахмур, “ломка”, ҡулланғандан һуң насар тойомлау, йоғошло ауырыуҙар). Ул үҙенең тәртибенә контролде юғалта (енәйәт ҡыла, йәрәхәт ала). Наркотик ҡулланыусы өҫтөнлөктө наркомандар менән аралашыуға бирә һәм шул сәбәпле ғаиләһе, дуҫтары менән ыҙғыштар, уҡыуҙа, эштә проблемалар, матди ҡыйынлыҡтар ҙа барлыҡҡа килә. Теләһә-ниндәй тормош алып барыу, енси бәйһеҙлек тә йоғошло сирҙәр, теләнмәгән йөклөлөк кеүек проблемаларға килтереүе бар. Әммә кеше үҙенең проблемалары наркотик ҡулланыуға бәйле булыуын аңламай. Был проблемалар бары артабанғы ҡулланыуына аҡланыу ғына булып тора. Ә ҡулланыуҙы дауам итеү тағы ла яңы проблемалар өҫтәй. Сәбәп һәм эҙемтә урындары менән алмаша. Был этапта наркотиктан үҙ аллы баш тартыу бөтөнләй мөмкин түгел, белгес ярҙамы талап ителә. Әгәр ҡулланыу артабан дауам итһә, бәйлелек киләһе этапҡа күсә.
4-се этап йәки “Һаҙлыҡ төбө”. Был этапта наркоманға:
– наркотиктарҙың даими талап ителеүе;
– әхлаҡи ҡиммәттәрҙе юғалыу;
– апатия, тормоштоң мәғәнәһен күрмәү һәм йәшәргә теләмәү;
– үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыу;
– ғаиләһенән, дуҫтарынан һәм ғөмүмән, йәмғиәттән ситләшеү хас.
Был этапта инде организм тулыһынса наркотикка бәйле була һәм унда тәрән физиологик үҙгәрештәр күҙәтелә. Баш мейеһе нейрохимик балансты үҙ аллы көйләй алмай, шуға ла ул тирә-яҡ мөхитте сираттағы дозаны ҡабул итмәйенсә ҡабул итә алмай. Наркотик ҡабул итеүсе туҡтамаһа, уны үлем көтә.
Читайте нас: