Бөтә яңылыҡтар

ШӘКӘР ДИАБЕТЫН НИСЕК БУЛДЫРМАҪҠА?

14 ноябрь – Бөтә донъя шәкәр диабеты менән көрәш көнө

Шәкәр диабеты – инсулин етерлек кимәлдә бүленмәү сәбәпле, ҡанда глюкоза кимәле артыуына бәйле барлыҡҡа килгән ауырыу.
Шәкәр диабетын ике типҡа бүләләр. Беренсеһе – ашҡаҙан аҫты биҙенең инсулинды тейешенсә бүлеп сығармауына бәйле булһа, икенсе типта инсулин тейешенсә бүленеп сыҡһа ла, туҡымаларҙың күҙәнәктәре уларҙы үҙләштермәй.
Шәкәр диабеты барлыҡҡа килеүгә нәҫелдә булыуы, һимереү, йыш стресс кисереү, йоғошло ауырыуҙар һәм йөрәктең ишемик сире, артериаль гипертензия сәбәп булыуы мөмкин.
I типтағы шәкәр диабетын иҫкәртеү мөмкин түгел, әммә ҡайһы бер кәңәштәр уның үҫешен тотҡарлар.
Иҫкәртеү саралары:
– Туҡланыу. Ҡулланған аҙыҡ-түлектә яһалма өҫтәлмәләр миҡдарына иғтибар итергә, консерваланған, үтә майлы һәм углеводҡа бай ризыҡтар менән туҡланыуҙы кәметергә кәрәк.
– Йоғошло һәм вируслы сирҙәрҙе иҫкәртеү. Тап улар шәкәр диабетына килтереүсе сәбәптәрҙең береһе булып тора.
– Алкоголь ҡулланыуҙан, тәмәке тартыуҙан баш тартыу.
Диабет менән сирләүселәргә, ниндәй тип булыуына ҡарамаҫтан, диета тотоу кәрәк. Әммә I һәм II тип диабеты араһында билдәле бер айырмалар бар.
I типтағы диабет булғанда – инсулин терапияһы мөһим. Әгәр был талапты инҡар иткәндә, ҡандағы шәкәр кимәлен кәметеүгә тырышыу файҙа бирмәйәсәк. Шәкәр диабетының I тибы булғанда, сирҙең аҙаҡ аҙып китеүен иҫкәртеү өсөн, түбән, йәғни,1 кг тән ауырлығына 25-30 калориялы диета тотоу урынлы.
II типтағы диабет дарыу терапияһына можтаж түгел. Башта сирлегә тән ауырлығын кәметергә булышлыҡ итеүсе диета тәҡдим ителә. Динамика ыңғай булһа, дарыуҙар бөтөнләй талап ителмәүе лә бар.
45 йәште үткән, шулай уҡ туғандары араһында шәкәр диабеты менән сирләүселәр булғанда, II типтағы шәкәр диабеты барлыҡҡа килеүе мөмкин. Ул кеше хәүеф төркөмөнә ҡарай. Был осраҡта ҡандағы шәкәр кимәлен йылына кәм тигәндә бер тапҡыр тикшереп тороу кәрәк. Сирҙе башланғыс стадияһында асыҡлау ваҡытты юғалтмай дауаланыуҙы башларға мөмкинлек бирә.
Шәкәрҙең ҡандағы кимәле ас ҡарынға – 3,3-5,5 ммоль/л, ашағандан һуң 2 сәғәттән 7,8 ммоль/л булһа – нормала тип иҫәпләргә була.
Нәҫелдән күсеүсе был сирҙең үҫеүенең төп сәбәбе – һимереүҙә. Шуға ла II типтағы сирҙе иҫкәртеү өсөн туҡланыуға иғтибар бүлеү мөһим. Асығыу һәм үтә ҡаты диеталар ҡулланыу бөтөнләй урынһыҙ. Көн дауамында йышыраҡ, бер ваҡытта һәм аҙ-аҙлап ашарға кәрәк. Ашағы килмәгәндә, көсләп ашау кәрәкмәй. Менюны төрләндереп, рационды йәшелсә-емештәр менән байытыу яҡшы. Шәкәр, бал, аҡ икмәк, ҡаластар, торт-пирожныйҙар, кәнфиттәр, туңдырма һәм башҡа татлы аҙыҡтар, майлы ит, майлы балыҡ, сало, дөгө, манный, кукуруз ярмалары, татлы емештәр һәм кипкән емештәр (банан, финик, виноград һ.б), һатып алынған һуттар һәм нектарҙар, татлы йогурттар һәм өҫтәлмәле һөт аҙыҡтары, ыҫланған, тоҙланған, әсе ризыҡтар, юғары сортлы бойҙан ононан макарондар, алкоголь, татлы газлы һыуҙар – хәүеф төркөмөнә ҡараған кешенең дошманына әйләнергә тейеш.
Шәкәр диабеты һөҙөмтәһендә кешенең күреү һәләте юғалыуы, йөрәк-ҡан тамырҙары сиренә дусар булыуы, бөйөр эшмәкәрлеге боҙолоуы бар. Спорт менән шөғөлләнеү, көндәлек физик күнегеүҙәр шулай уҡ шәкәр диабетын иҫкәртеү сараһы булып тора. Физик күнегеү эшләгәндә матдәләр алмашыныуы яҡшыра, ҡан күҙәнәктәре яңыра, составы яҡшыра. Мускулдарҙың әүҙем эшләүе уларҙың инсулинды ҡулланыу һәм глюкозаны йотоу һәләтен арттыра. Тик ултырыу – сиргә булышлыҡ итә. Телевизор менән компьютерҙы һүндерегеҙ ҙә, йышыраҡ хәрәкәт итегеҙ! Ете ҡат тир сыҡҡансы шөғөлләнеү ҙә кәрәкмәй. Мәҫәлән, көн дә ярты сәғәт йәйәү йөрөү II типтағы диабет барлыҡҡа килеү хәүефен 30 %-ҡа кәметә.
Оҙайлы стресс, күңел төшөнкөлөгө, көйәләнеү ҙә организмға насар тәьҫир итә. Тимәк, күңел күтәренкелеге лә яҡшы иҫкәртеү сараһы булып тора.
Тән ауырлығы йөклө булғанда 17 кг-дан артып киткән, сабыйҙары 4,5 кг һәм унан да ауырыраҡ булып донъяға килгән ҡатындар ҙа хәүеф төркөмөндә. Бындай ҡатындарға бала тапҡас та үҙҙәрендә сирҙе булдырмау өсөн иҫкәртеү сараларын күрә башлау кәрәк. Сөнки әле генә үҙен һиҙҙермәһә лә, бер нисә йылдан был мәкерле сир килеп сығыуы бар. Шуға ла иң һәйбәте – сәләмәт тормош рәүеше алып барыу.
Балаларҙа иһә бындай сирҙе иҫкәртеү өсөн тыуғас та сара күрергә кәрәк. Мәҫәлән, яһалма һөттәрҙең составында һыйыр һөтөнөң аҡһымы күп. Уны имеү баланың ашҡаҙан аҫты биҙенә насар тәьҫир итә. Шуға ла сабыйҙарға әсә һөтөнән дә файҙалырағы юҡ. Етмәһә, ул баланың иммунитетын нығыта, йоғошло сирҙәргә ҡаршы тороусанлығын арттыра. Грипп, ҡыҙылса кеүек сирҙәрҙән иҫкәртеү – шәкәр диабетын да иҫкәртеү булып тора.
Йылдан-йыл шәкәр диабеты менән ауырыусылар һаны арта барыуын иҫәпкә алып, уны иҫкәртеү сараларын һәр кем ҡулланһын ине. Сәләмәт булығыҙ!
Читайте нас: