Бөтә яңылыҡтар

Һыуҙы нисек дөрөҫ эсергә?

Бөгөн, Халыҡ-ара һыу көнөндә, кеше тәнен барлыҡҡа килтереүсе күҙәнәктең 80 проценты һыуҙан тороуын иҫкә төшөрәйек тә кардиологтар кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.

Һыуҙы нисек дөрөҫ эсергә?

Бөгөн, Халыҡ-ара һыу көнөндә, кеше тәнен барлыҡҡа килтереүсе күҙәнәктең 80 проценты һыуҙан тороуын иҫкә төшөрәйек тә кардиологтар кәңәшенә ҡолаҡ һалайыҡ.

Уянғас та 2 стакан йылы һыу эсеү эске органдарҙы әүҙемләштереп ебәрә.

Ашар алдынан 30 минут алда 1 стакан һыу эсеү аш һеңдереүҙе яҡшырта.

Ванна/мунса инер алдынан 1 стакан һыу эсеү ҡан баҫымын кәметергә ярҙам итер.

Йоҡлар алдынан 1 стакан һыу эсеү инсульт йә йөрәк өйәнәгенән аралар. Шулай уҡ йоҡлаған-да аяғығыҙ ҡорошмаҫ.

Һыу организмға һәм сәләмәтлеккә файҙа килтерһен өсөн ҡайһы бер нәмәләргә иғтибар итеү мөһим. Күптәр әйткәнсә, барыһына ла көнөнә 2 литр һыу эсеү мотлаҡ түгел. Нәҡ һеҙгә күпме һыу кәрәклеген бик еңел билдәләргә була: 1 кг тән ауырлығына 30 мл һыу кәрәк, йәғни әгәр һеҙ 60 кг тартһағыҙ, һеҙҙең тәүлек норма – 1,8 литр. Тәүлек норманың күберәк өлөшөн көндөң тәүге яртыһында эсергә кәрәк. Кискә табан сикләү яҡшыраҡ. Был айырыуса бөйөр һәм йөрәк сирлеләргә ҡағыла.

Һыуҙы әҙ-әҙләп, яйлап күбәйтә барып ҡулланыу мөһим. Әгәр бығаса 2 литр һыу ҡуллан-мағанһығыҙ икән, тәүге көндө үк үҙегеҙҙе йонсотмағыҙ. Организмығыҙҙы тыңлағыҙ.

Уянғас та 1-2 стакан һыу эсеүҙе ғәҙәт итеп алығыҙ. Төнө буйы организм ҡорғаҡһый, шуға ла запасты тулыландырыу мотлаҡ.

Инфаркт һәм һыу

Беҙ белеп бөтмәгән нәмәләр һәр ваҡыт була. Ни өсөн төнөн кешеләр ныҡ ҡыҫтала тип уй-лайһығыҙ? Кешеләр вертикаль хәлдә (ғәҙәттә көндөҙ) булғанда, ауырлыҡ көсө һыуҙы тәндең аҫ яғында тота, хатта аяҡтар шешенә. Ә йоҡларға ятҡанда, тәндең аҫҡы өлөшө

бөйөр тәңгәлендә була һәм бөйөрҙәргә эшмәкәрлектәрен бойомға ашырыу еңелерәк.

Шулай итеп, торғас та бер стакан һыу эсегеҙ. Тик бер тына ла түгел, ә ваҡ йотомдар менән эсегеҙ, сөнки 15 минут эсендә организм 200 мл ғына һыуҙы үҙләштерә. Һыу һәр ваҡыт янығыҙҙа булһын. Ашағы килһә лә һыу эсегеҙ, сөнки сарсауҙы беҙ йыш ҡына асығыу тип ҡабул итәбеҙ – организм ул тойғоно айырмай. Эскән һыуығыҙға саҡ ҡына лимон һуты та-мыҙһағыҙ, күп кенә сирҙәргә баш ҡалҡытырға бирмәҫһегеҙ, май кәмеүгә булышлыҡ итер. Ашағас та һыу эсмәү яҡшыраҡ, аш һеңдереү ферменттарына тулы эшләргә мөмкинлек бире-геҙ. Ә 2-2,5 сәғәттән һуң рәхәтләнеп эсегеҙ.Туалетҡа барып килгән һайын һыу эсергә ғәҙәтләнегеҙ. Эштә лә ярты йә бер сәғәт һайын һыу эсеп, тәнәфес яһап алығыҙ. Физик эш ал-дынан, эш ваҡытында, эшләп бөткәс – мотлаҡ һыу эсегеҙ.

Йылы һыуҙы организм тиҙерәк үҙләштереүен, һыуһын тиҙерәк ҡаныуын онотмағыҙ.
Читайте нас: