"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Ерек кенә тип ҡарамағыҙ...

Ер өҫтөндә үҫкән бер генә үҫемлек тә бер-береһенә оҡшамаған, һәр береһе үҙенсәлекле. Төрлө формалағы олондары, ҡайырылары, бер-береһендә ҡабатланмай торған япраҡтары, емештәре менән генә түгел, ә үҙҙәренең файҙалы мәтдәләре яғынан да төрлө улар.

Ер өҫтөндә үҫкән бер генә үҫемлек тә бер-береһенә оҡшамаған, һәр береһе үҙенсәлекле. Төрлө формалағы олондары, ҡайырылары, бер-береһендә ҡабатланмай торған япраҡтары, емештәре менән генә түгел, ә үҙҙәренең файҙалы мәтдәләре яғынан да төрлө улар.

Ә бына ер аҫтынан көнө-төнө тамырҙары аша һурған файҙалы матдәләре уларҙың үҫеше өсөн генә түгел, кешеләргә лә кәрәкле. Ул файҙалы матдәләр үҫемлектең бар өлөшөндә лә йыйыла, тик шуныһы ғәжәп, һәр өлөшө үҙенә тейешлене генә йыя. Тәбиғәткә генә билдәле булған был мөғжизәне – үҙгәрмәй торған үҫеш программаһына һалынған код микән тип уйлайым. Үҫемлектәргә кешегә сәләмәт йәшәргә ярҙам итеү, беҙҙең иҫәнлек һағында тороу, кәрәк саҡта тиҙ ярҙамға килеү, тейешле витаминдарҙы, йәшәү өсөн кәрәкле микроэлементтарҙы биреү, сир килһә, сирҙе еңергә ярҙам итеү вазифаһы бирелгән. Ғөмүмән, улар беҙгә ер йөҙөндә сирләмәйсә йәшәргә ярҙам итер өсөн үҫәләр. Тимәк, беҙҙең күҙҙәребеҙҙе нурландырып, тирә-яҡты йәмләп кенә тормайҙар, ә һәр береһе беҙҙең иҫәнлек һағында тороусы табиптар. Ә бына беҙ был турала бик ныҡ уйланып та бөтөрмәйбеҙҙер тиергә була. Уйланһаҡ, Аллаһы Тәғәләнең беҙҙең өсөн тип биргән мөғжизәле үҫемлектәренең һәр береһенең тәғәйенлешен өйрәнеп, уны көн дә ҡулланып торор инек. Ҡайһыбыҙҙың өйөндә киптерелгән үләндәр, ағас ҡайырылары, тамырҙар, уларҙан яһалған төнәтмәләр, майҙар бар? Әлбиттә, барҙыр һәм бик һирәк кешеләрҙә.

Башҡортостан – файҙалы үҫемлектәргә ғәжәйеп бай төбәк. Был байлыҡ араһында йәшәү бик ҙур бәхет. Бары тик уларҙы өйрәнергә һәм дөрөҫ итеп ҡулланырға ғына кәрәк. Ул да хәҙерге көндә ҡыйын түгел. Интернет тигән мәғлүмәт яланы беҙгә был осраҡта тиҙ ярҙамға килә.

Ә мин был яҙмамда беҙҙең иғтибарҙан бөтөнләй тип әйтерлек төшөп ҡалған, онотолған, күҙебеҙгә салынмай ҙа торған үҫемлек – ерек ағасы тураһында һөйләмәксемен. Ҡайын, шыршы ағастары тураһында йырҙар йырлайбыҙ, шиғырҙар яҙабыҙ. Ә бына еректең бик ныҡ файҙалы яҡтары, уның ғәләмәт шифалы көсө тураһында уйланмайбыҙ, маҡтап йырламайбыҙ. Ә ул да маҡтауға лайыҡлы ағас.

Ерек ағасы беҙҙең районда һыу буйҙарында күпләп үҫә. Уны эҙләп йыраҡ бараһы юҡ. Ул йылға буйҙарын, дымлы уйһыулыҡтарҙы ярата. Ул беҙҙең райондың ҙур булмаған йылғаларына йәйге ҡыҙыуҙа кибергә бирмәй, ярҙарына терәү булып тора. Ерек үҫкән ерҙә ҡумырыҡ яһалып, уның төбөндә һәр ваҡыт тейерлек һыу була. Йәйге ҡыҙыуҙа ерек күләгәһендә рәхәтләнеп ултырып ял итеп, хәл йыйып, көс алып китергә мөмкин. Уның аҫтында дымҡыл һауа, еләҫ һалҡынлыҡ була. Йәйен уның ботаҡтарында аҫылынып торған йәшел-һарғылт алҡалар, бәләкәй генә йәшел матур сәтләүектәре күҙгә салына, улар иҫкән елдәр ыңғайына тирбәлеп торалар. Ә ҡыш көндәрендә һәр береһенең тиерлек ботаҡтарын ҡуңғырт төҫлө тубырсыҡтар биҙәй. Улар ҡышҡы һалҡында туңып өҙөлөп төшмәйҙәр, көслө көҙгө, ҡышҡы елдәрҙә лә иҫ киткес ныҡлыҡ менән ботаҡтарға йәбешеп торалар. Ни өсөн икән һуң?

Ғөмүмән алғанда, ерек ағасының бар өлөшө лә файҙалы. Тик япраҡтарын йәшел саҡта июнь-июль, тубырсығын октябрь-ноябрь, ҡайырыһын ҡыш көнө йыйырға һәм ҡояш төшмәй торған, еләҫ, йылы урында киптерергә кәрәк. Ҡайһы ғына өлөшөн йыйһаҡ та, беҙ тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡарашта булырға кәрәклеген онотмаҫҡа тейешбеҙ. Ғөмүмән, ниндәй генә үҫемлекте йыйырға барһаҡ та, беҙҙең сумкабыҙҙа һәр ваҡыт ҡайсы, секатор кеүек киҫә торған инструменттар булырға тейеш. Үләндәрҙе тамыры менән йолҡоп алыу, ағас ботаҡтарын һындырып, япраҡтарын, емештәрен йыйыу, ҡайырыһын балта менән сабып алыу – уларҙы рәнйетеүгә тиң ғәмәл. Ә бына һаҡсыл ҡараш менән йыйыу, киткән саҡта үҙенең файҙаһын биргән үҫемлектәргә рәхмәт әйтеү уларҙың шифа көсөн арттыра тигән фекер ҙә йөрөй. Үҙебеҙ ҙә берәр изгелек ҡылһаҡ, рәхмәт һүҙҙәре ишетергә яратабыҙ бит.

Ерек ағасының шифалы дауаһының исемлеге бик оҙон. Ул ҡан юлдарын таҙарта, ашҡаҙан-эсәк юлдары ауырыуҙарынан файҙа, аллергияға ҡаршы тороуҙы арттыра, эс ҡатыу, эс китеү, ашҡаҙан язваһы, гастрит, колит, ревматизм, артрит, артроз, паразиттарҙы юҡ итеү, беҙҙе ҡырыусы, сирләтеүсе бактерияларҙы, микроорганизмдарҙы юҡ итеү көсөнә эйә. Шулай уҡ һыуыҡ тейгәндә, тире боҙолоу осраҡтарында, геморрой булғанда файҙаһы бар. Еректең йәнә беҙҙең тышҡы ҡиәфәтебеҙ матурлығы һағында тороуы ла билдәле. Уның төнәтмәһен ҡушып сәс сайҡау, битте йыуыу бик файҙалы.
Ерек ағасының файҙаһын күрергә теләгән кеше үҙенең белемен интернет ярҙамында ла, шулай уҡ китаптарҙан да арттыра ала. Ә мин ябай ғына бер нисә рецепт яҙып китәм. Табиптар менән кәңәшләшеп ҡулланыу тағы ла яҡшыраҡ.

1. Файҙалы май (мазь) әҙерләү. Еректең кипкән һәм онталған тубырсығын һәм уҫаҡтың кипкән, онталған ҡайырыһын ҡушып болғатабыҙ. 300 грамм һыуға 3 сәй ҡалағы ҡатышманы һалып әкрен генә утта 20 минут ҡайнатабыҙ. Һыуытып һөҙәбеҙ һәм ул төнәтмәгә 50 грамм араҡы, 4 аш ҡалағы үҫемлек майы өҫтәйбеҙ. Һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Оҙаҡ уңалмай торған яраларға, бешкән урындарға һөртөү файҙалы.

2. Тромбофлебит тигән сир бөгөн бик күп кешене яфалай. Хатта ундай сир менән эшкә лә алмаған ерҙәр бар. Ул сирҙе булдырмау һәм дауалау өсөн файҙалы төнәтмә. Еректең киптереп онталған тубырсығын, кипкән тал ҡайырыһын онталмаһын, юл япрағы, сирень сәскәһе, эт дегәнәге, сөйәл үләне, еҫле һырмауыҡты бер самала ҡушып бутайбыҙ. 10 грамм ҡатышманы 200 грамм ҡайнар һыу һалып бешерәбеҙ. 3 сәғәткә өҫтөн ябып ҡуябыҙ. Өс өлөшкә бүлеп, ашар алдынан ярты сәғәт ҡала эсәбеҙ. Дауаланыу ваҡыты ике ай.

3. Еректең ҡайрыһы ашҡаҙан, эсәк юлдары сирҙәренән һаҡлап тора. Сирләгән осраҡта шифаһы бик ҙур. Еректең ике аш ҡалағы киптереп онталған ҡайырыһын 300 мг һыуға һалып 5-7 минут әкрен генә утта төнәтәбеҙ. 4-5 сәғәттән һуң һөҙәбеҙ. Был төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашарға 30 минут ҡала эсәбеҙ. Эсеү ваҡытын һәр кем үҙе билдәләй. Беҙ үҙебеҙҙең организмды һиҙергә тейешбеҙ.
Тағын бик күп рецептар яҙырға була. Тик эш унда түгел. Бөгөнгө көн барыбыҙҙы ла тәбиғәткә яҡыныраҡ булырға мәжбүр итә. Кешелекте һырып алған дауалап булмаҫлыҡ сирҙәрҙең артыуы – ул беҙҙең тәбиғәттән йыраҡлашыу һөҙөмтәһе. Шуның өсөн үҙебеҙҙең һыу буйҙарын йәмләп үҫеп ултырыусы еректәр янынан ғына түгел, бүтән үҫемлектәр янынан үткәндә лә, күңел күҙебеҙҙе уларға төшөрһәк ине. Ә улар үҙҙәренең мөғжизәле шифалы көстәрен йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә лә беҙгә бирергә әҙер.

Шифалы тәбиғәт ҡосағында йәшәү – ул ҙур бәхет. Был бәхетте аңлау бөгөнгө көндә бик мөһим. Ә бына уны үҙенең иҫәнлеге һағына ҡуйыу – һәр кешенең бурысы. Өйрәнеп, был белемде быуындан- быуынға тапшыра барыу иң ҙур нәҫел байлығын тапшырыуға тиң булһа, беҙ бер ниндәй замана елдәре емермәй торған байлыҡҡа эйәбеҙ.
Читайте нас: