Һыуҙы «зарядлап» һауыҡҡан
Беҙ бал ҡортон беләбеҙме? Был һорауҙы балаларға бирһәң: «Беләбеҙ, улар бал бирә һәм ныҡ итеп ауырттырып саға», – тип яуаплай. Ололарҙың да күптәре бал ҡорттары тураһында ошонан артығын белмәйҙер. Мин сирек быуатҡа яҡын умартасы булып эшәһәм дә, йылдан-йыл үҙем өсөн уларҙың ошоғаса билдәһеҙ, яңы яҡтарын асам. Бына шуларҙың береһен яҙып китергә булдым.
Үткән йылдың көҙгө бер көнөндә ауылыбыҙ аҡһаҡалы Сулпан ағай Тайсин телефондан шылтыратты. Бер аҙ хәл-әхүәл һорашып, донъя мәшәҡәттәре тураһында һөйләшеп бөткәс, әңгәмәсем: «Фәрхинур апайың (ҡатыны) рәхмәт әйтә», – тине.
Мин аптырап: «Миңә ни өсөн рәхмәт?» – тийем. Ул: «Теге ваҡытта һин өйрәткән ысулды ҡулланғайны, бына, 20 көн инде шәкәре юҡ», – ти. Шунда минең иҫкә төштө. Сулпан ағайҙар кәзә аҫрайҙар. Фәрхинур апай һауа, ҡымыҙ эшләй. Быны ишетеп, мин уларҙан йылы көйө генә һөт ала инем. Бер барғанымда апай өҫтәл янында ултырған да, ҡулына ниндәйҙер аппарат алып, ниҙер эшләп ултыра. Мин: «Апай, нимә эшләйһең ул?»– тигән һорауыма ул: «Шәкәр ауырыуы менән этләнәм бит, шуның кимәлен үлсәп ултырам, кәрәкһә, инсулин ҡабул итәм» , – тине.
Фәрхинур апайға шәкәр ауырыуын дауалай беләм, тип, «Пасека России» гәзитендә баҫылған «Биовода» исемле мәҡәләнең ҡыҫҡаса эстәлеген һөйләп бирҙем. Унда умартаның ҡапҡасын асып, яҫтыҡ аҫтына шешә менән һыу һалып, шуны көн дә эсәһең, тип әйтелә.
Сулпан ағайҙың бал ҡорттары бар, улар мин әйткәнсә эшләгәндәр. Һәм Фәрхинур апайҙың ҡанындағы шәкәр кимәле күтәрелеүҙән туҡтаған. Шуның өсөн ул миңә рәхмәт әйткән икән.
Диабет – шәкәр ауырыуы, киң таралған сир. Унан дауаланыу өсөн күпме көс һәм дарыуҙарға аҡса китә. Бәлки, бал ҡорттарының файҙаһы күберәк булыр?
Шул турала уйлап, элекке гәзит-журналдар араһынан ошо темаға ҡағылған ике мәҡәлә таптым. Береһе – Мәләүез районы гәзите, 2001 йылдың 21 авгусында сыҡҡан һанында чех умартасыһы Йозеф Станектың мәҡәләһе. Икенсеһе Тамбов өлкәһенән Юрий Драгель авторлығында «Пасека России» гәзитендә (2008 йылдың 7-се һаны) сыҡҡан мәҡәлә.
Был умартасылар дауаланыу өсөн ошоларҙы тәҡдим итәләр: «Ҡайнамаған эсәр һыуҙы 0,5-1 литр быяла йәки пластмасс шешәләргә ҡойоп, умартаның ҡапҡасын асып, йылытҡыс яҫтығы аҫтына һалаһың. Ике сәғәт үткәс, алып, көнө буйы яйлап эсәһең».
Й.Станек мәҡәләһенән өҙөк:
«Умартасының диабет менән ауырыусы 67 йәшлек ҡатынының ҡанындағы шәкәр кимәле умартаға һалынған һыуҙы ярты йыл эскәндән һуң 32 берәмектән 7,1 берәмеккә тиклем төшкән. Сирлене табип даими конролдә тотҡан. Уның ире бер йыл буйына баш ауыртыуынан һәм быуындары һыҙлауҙан ҡотола алмаған. Ошо һыуҙы эскәндән һуң бер ай эсендә ауыртыныуҙарынан ҡотолған».
Ю. Драгель түбәндәгеләрҙе яҙа:
«Терапевт менән кәңәшләшкәндән һуң ҡанындағы шәкәр бер кимәлдә торған өс кешене һайлап алғандар. Сирле В.-ға – 52 йәш, уның шәкәре 8,5 берәмек, сирле Н.-ға – 54 йәш, 9 берәмек, сирле А.-ға – 56 йәш, 8,5 берәмек тәшкил иткән. Улар барыһы ла бергә умарталыҡҡа килгәндәр, 0,5 литр һыуҙы умарталар эсенә ҡуйып алғандан һуң эскәндәр. ¤с айҙан һуң уларҙың ҡандарынан алынған анализдары норманы күрһәткән».
Тағы ла бер гәзиттә Драгелдең бер мәҡәләһе бар ине, уны таба алманым. Унда һүҙ эскән һыу күләме тураһында бара ине. Тәжрибәне үҙендә эшләгән. Бер көндә эсәр һыуҙы 0,5 литрҙан башлаған һәм 3 литрға тиклем алып барып еткергән. Ләкин 3 литрҙы эсеп бөткәндән һуң уға ауыр булған. Шунан һуң ул көндәлек норманы 0,5 литр тип тәҡдим иткән.
Й. Станектың яҙыуы буйынса, бал ҡорттары хатта косметик кремдарҙың, медицина майҙарының һәм бальзамдарының дауалау көстәрен арттырыуы мөмкин.
Мин үҙем үрҙә яҙылған мәҡәләләрҙе уҡығас, йәй көндәрендә һыуҙы умарталарға ҡуйып эсеп ҡарағаным булды. Ләкин тәнгә ниндәй ҙә булһа тәьҫир булғанын һиҙмәнем. Ул ваҡытта йәшерәк инем һәм дауаланыуҙың кәрәген күрмәгәнмендер инде. Быйыл иһә һыуҙы ҡулланып ҡарарға уйым бар. Ябай эсәр һыуҙың зыяны юҡтыр, моғайын. Ә ҡалғандар үҙҙәре ҡараһын, һәр кемдең иркендә.
Дауалау препараттарының рекламаларында: «Кире тәьҫире булыуы ихтимал. Табип менән кәңәшләшегеҙ», тип яҙыла. Был мәҡәлә реклама түгел, шулай ҙа табиптар менән кәңәшләшеү артыҡ булмаҫ.
Фуат Толомбаев. Сирғол ауылы.