Бөтә яңылыҡтар

Тәнең йә йәнең ауыртһа – ашама

Ас тороу... Был ике һүҙҙе ишеткән күп кенә кешеләр ҡурҡып ҡала. Уны ҡайһы берәүҙәр хатта кинәт кенә үлеп китеү ҡурҡынысы янаған күренеш, хәләт тип уйлай. “Ярты көн дә ашамайынса тора алмайым, ҡайҙа ул бер-нисә көн ас тороу!!!”

Тәнең йә йәнең ауыртһа – ашама

Ас тороу... Был ике һүҙҙе ишеткән күп кенә кешеләр ҡурҡып ҡала. Уны ҡайһы берәүҙәр хатта кинәт кенә үлеп китеү ҡурҡынысы янаған күренеш, хәләт тип уйлай. “Ярты көн дә ашамайынса тора алмайым, ҡайҙа ул бер-нисә көн ас тороу!!!” Был һүҙҙәрҙе миңә егерме йылдан артыҡ халыҡ медицинаһын ҡулланып дауаланыу тәҡдим иткән ваҡытта күп кенә кешеләрҙән ишетергә тура килде. Был беҙҙең аңыбыҙҙың ниндәй көслө дәрәжәлә ризыҡ ҡолона әүерәлгәнен, шуның арҡаһында үҙебеҙҙе контролдә тотоу көсөн юғалтҡаныбыҙҙы күрһәтеүсе фактор. Хатта өҙөлөргә торған ғүмерҙе ялғап ебәреү өсөн ризыҡтан баш тартып торорға кәрәк икәнен аңлау дәрәжәһен юғалтабыҙ. Бары тик ашҡаҙанға көнө буйы ризыҡ ташлап торһаң, беҙ сәләмәт булабыҙ тип уйлайбыҙ. Ә бына ҡайһы берҙә тәүлектәр буйына ашамайынса торһаҡ, һаулыҡ нығынып, аң асылып, тәндә башланған күп кенә сирҙәрҙең юҡҡа сығыуы тураһында уйламайбыҙ. Әгәр ҙә инде системаға һалып, бер тәртип яһап, ваҡыт-ваҡыт ашауҙан туҡтап, организмға эстәге беҙгә тыуғанда уҡ Аллаһы Тәғәлә бүләк иткән үҙ-үҙен дауалау резервтарын ҡулланып, үҙ-үҙен сәләмәтләндерергә мөмкинлек бирһәк, беҙ ғәләмәт ҙур аҡыл эйәһе булыр инек. Әлбиттә, ҡайһы берҙә ошо кәртәне уҙа алмайынса, беҙгә өҫтән бирелгән мөмкинлектәрҙе ҡулланмайынса интегеп, сирләп, ер йөҙөндә үк тамуҡ ғазаптарын күреп йәшәйбеҙ. Теге донъяларға ла шул асырғаныс хәлдә китәбеҙ. Шулай уҡ ҡурҡыныс, беҙ түҙеп тора алмаҫлыҡ микән ас тороу? Ас торғанда кешегә кинәт кенә үлеү, приступ булыу, йәки бүтән күренештәр янаймы?

Бөтөн ер йөҙөндәге мосолман халҡы өсөн иң изге ай тип иҫәпләнгән Рамазан айында ураҙа тотоу һәм уның файҙаһы тураһында, был айҙа ураҙаны тотҡан кешенең аңы асылып, йәне, тәне сәләмәтләнеп, күңеле таҙарынып ҡалғаны бик күп тапҡырҙар иҫбатланған, уның тураһында меңәрләгән китап яҙылған. Был фекерҙе ураҙа айында дөрөҫ итеп, ашауҙан тыйылып торған һәр кем дәлилләй ала.

Был яҙмала һүҙ тәүлек буйына, йә бер нисә тәүлек ашауҙан тыйылып тороу, тәнебеҙ, йәнебеҙ сирләгән вакытта ас тороу юлы менән шифа алыу һәм уны нисек дөрөҫ итеп үткәреү, ниндәй хаталар ебәрмәү тураһында һүҙ бара. Ас тороу ниндәй сирҙәрҙе еңә ала һәм ни өсөн еңә ала тигән һорауҙарға яуап яҙаһым килә. Был һорауҙарға яуапты үҙемдең нисә йылдар буйы йыйған тәжрибәмә таянып бирермен. Ә уның менән уртаҡлашыу теләге тирә-яғыбыҙҙа яҡындарыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы ҡырыусы сирҙәрҙең күбәйеүе, һуғышта ҡырылған һымаҡ ҡырылыуыбыҙҙы күреп, шифаханаларҙа ла аҡ простыняларҙа, аҡ түбәләргә ҡарап сереп ятыуыбыҙҙы күреп йән тетрәнеүе арҡаһында хәл ителде. Бәлки беҙ үҙебеҙ медицина тәҡдим иткән дауалауҙар менән бергә диета тотһаҡ, халыҡ медицинаһын да ҡулланһаҡ, дауалау араһына ас тороу көндәрен дә индерһәк, сәләмәтләнеү процесы тиҙерәк барыр ине.

Ас тороу бер ҡыйынлығы, бер ниндәй ауырлығы булмаған, һәр беребеҙ үтәй алырлыҡ хәләт ул. Бары Аллаһы Тәғәлә беҙгә биргән аң тигән иң ҙур көстө дөрөҫ йүнәлешкә бороп, уйҙы ғына үҙгәртеп ебәрһәк, икенсе төрлө уйлаһаҡ, организм шуға буйһона. Уй барыһын да эшләтә. Организм үҙе үк эсебеҙҙә беҙгә ҡурҡыныс яһаусы күренештәр булыуына сигнал бирергә тотона, ас торорға ваҡыт еткәнен үҙе һиҙҙертә, талап итә башлай. Мәҫәлән сереү процесы башланһа, эсәктәрҙә, ашҡаҙанда беҙгә кәрәкмәгән бактериялар үрсеп китһә, тәнебеҙ ҡортлай башлаһа, шештәр үҫә башлаһа, ул төрлө юлдар менән мотлаҡ сигнал бирә башлай, үҙебеҙгә иғтибар итергә талап итә. Йә тирегә төрлө наростар сыға, йә кинәт зс китә, ҡата, баш әйләнә, ҡан баҫымы һикерә, хәл бөтә һ.б. Организм бик аҡыллы. Ул шул хәтлем идеаль яһалған. Уны аңлаһаң, дөрөҫ итеп етәкселек итһәң, эшләй ҙә эшләй. Әгәр ҙә беҙ ауырый ашлаһаҡ, уның яҡынса бына ошолай өнһөҙ тауышы яңғырай: ”Туҡта инде, бирән, ашап үләһең бит, минең үҙемде дауаларға ваҡытым юҡ, көнө-төнө һин ауырыу тәнеңә ырғытҡан ризыҡты эшкәртәм, ҡайнатам. Шуға хәлем, ваҡытым китә…” Ә беҙ уны ишетмәйбеҙ. Был тауышты ишетергә тейеш аң төрлө алдауыстар менән арбалған шул. Донъя ҡыуыу, мин-минлек, ваҡыт юҡҡа һылтаныу… Ә шул ваҡытта сәғәттәр буйына диванда ятып, төрлө шоу ҡарау, сериалдар менән мауығыу һәм меңләгән буш сәбәптәргә ваҡыт артығы менән етә.

Бына ошо ерҙә ас тороу ҡасан зарур, нимәһе менән файҙалы, ҡайһы осраҡта ас торорға кәрәк, хатта мөһим икәне тураһында һөйләшеп китәйек әле.

Ас тороу өсөн ҡайһы берҙә әллә ниндәй етди сәбәптәр организмда булмаһа ла ярый. Организмды сәләмәт тотоу һәм алдан уҡ профилактика өсөн ас тороп организмды көсәйтеп, беҙҙең тәнгә хас булмаған һәм кәрәкмәгән бактерияләрҙан ҡотолоп торорға мөмкин. Ә ҡайһы бер ҙә ғүмереңде өҙөрлөк ҡурҡыныс сир килгәндә унан да йоғонтолораҡ даулау булмаҫҡа ла мөмкин.

Ас тороуҙың күп төрҙәре бар. Миңә күп ваҡытта алйып, төрлө дауалауҙар алып ҡарап, аптырап, килгән кешеләр күберәк. Уларҙың күбеһенең ғүмер сәғәттәре һуңғы айҙарын һуға...Ошондай ҡыҫынҡы ваҡытта ҡоро ас тороуҙан башҡа эффектлы дауа юҡ. Сөнки организмды яулап алған, уны һәр яҡлап емереүсе сирҙәрҙән арыныу өсөн ашауҙан тиҙерәк туҡтарға, организмға үҙен ремонтларға, бөтөн булған потенциалын йыйып, зарарланған, сирләгән органдарҙы дауаларға йүнәлтергә кәрәк. Ул шулай була ла. Мотлаҡ сир булған тән өлөшө яна, һыҙлана, көйһөҙләнә башлай. Ҡайһы берҙә тәндең ул өлөшөндә температура күпкә юғары, эҫерәк була. Ас тороуҙан сыҡҡас ҡәтғи диета, үлән төнәтмәләре тәҡдим ителә.

Ас тороу тураһында мәғлүмәт яланыкиң, интернет селтәренә инергә мөмкинлек бер кемгә лә тыйылмаған. Мин тулыһынса ас тороу, нисек инеү, сығыу тураһында яҙып тормайым. Теләгән кеше инеп уҡый ала.

Минең үҙемә ас тороу бер ҡыйынлығы булмаған күренеш. Минең күҙәтеү аҫтында тиҫтәләгән кешеләр ас тороп ниндәй ҡурҡыныс ауырыуҙарҙы еңеп сыға алғандарын, уларҙың уйҙарының икенсе төрлө йүнәлеш алып, тормошта ҡамасаулап торған тиҫкәре яҡтарын еңеп, йәшәп ятҡандар тураһында яҙып та китермен.

Мин үрнәктәр генә яҙып китәм. Бәлки был үрнәктәр ҡайһы берәүҙәрҙә өмөт уятыр. Бәлки: “Их, дөрөҫ юлын белһәм, ас тороп дауаланыр инем“, – тигән уйҙа йөрөгәндәргә ярҙам булыр. Ә бәлки ҡайҙа барып, ҡайҙан дауа табайым тип өҙгәләнгән кешеләргә мөмкинлек булыр. Инде эсмәгән дарыуым, алмаған уколым, һөртмәгән мазь ҡалманы тип, ғәйрәте сиккәндәргә һуңғы ышаныслы дауаланыу ысулы булыр.

Бөйөк табип Әбуғалисина (Авиценна) былай тигән:”Йәнең, тәнең сирле булһа – ашама” .

Ашауҙан туҡта ла, үлгәнсе ашама, тигән һүҙ түгел ул. Ашамайынса, ас тороп башта сәләмәтлән, эске ағзаларыңды ашағаныңды эшкәртерлек итеп йүнәт, тип әйтәһе килгән ул беҙгә. Машина ватылһа, бер ҙә ремонтламайынса ултырмайбыҙ. Йөрөй ҙә алмайбыҙ. Һәр бер сәбәбен табып, төҙәтеп, етешһеҙлектәрен бөтөрөп кенә йөрөп китә алабыҙ. Организм да шуны талап итә.

Әйҙәгеҙ, ас тороу юлы менән йәнен, тәнен сәләмәтләндергән, бөгөнгө көндә иҫән-һау йәшәп, донъя көтөп, эшләп йөрөүсе кешеләрҙең яҙмыш тарихына күҙ һалайыҡ.

Рөстәм,47йәш. Уң аяҡтың бер бармағы ҡырҡылған. Икенсеһе серей башлаған. Уңалмай торған яра. Ҡазан, Мәскәү, Ҡытай, Алтай... Дауалауҙар бик файҙа бирмәгән.Шәкәр сире. Инсулинда. Уң аяҡ, былай барһа, тулыһынса ла киҫелер. Бауыр насар хәлдә. Уның менән һөйләшеүҙе диалог формаһында яҙып китәм.

– Зәүхиә апай, берәр нисек туҡтатып буламы был сереүҙе, яра, етмәһә, бөтәшмәй. Малай Израилгә барып ҡарайыҡ, тип әйтә. 6 йәшлек ҡыҙым бар икенсе ҡатындан. Беренсе ҡатын рактан үлде. Ул ғаиләнән өс балам бар. Минең әле бабай (ҡартай) булаһым килә, – тине. (Был изге маҡсат. Аллаһы Тәғәлә ярҙам итер, тип уйланым. Ғөмүмән, минең янға килгән кешенең ниндәй маҡсат менән терелергә теләүе минең өсөн бик мөһим.)

– Был хәлдә бары тик ас тороу еңә ала, ҡалған ысулдар менән бик оҙаҡҡа китәсәк, хатта эффект ваҡытлыса ғына булырға мөмкин.

– Мин бит ас тора алмайым, ярамай, мин бит инсулинда.

– Кем әйтте ярамай тип?

– Врач.

–Һинең организмға һин генә бойороҡ бирә алаһың. Мин ас торам, һин миңә мөмкинлек бир, тиһәң, бирә. Бер юлы шәкәр сиренән дә ҡотолорһоң, аяғыңдың сереүе лә туҡтар .Бауыр ҙа һәйбәтләнер.

– Килеп сығыр микән?

– Үҙең гарантия бирһәң үҙеңә, сығыр. Иң беренсе Аллаһы Тәғәләнән ғүмер юлын оҙонайтыуҙы һорайһың, уны нисек итеп йәшәргә йыйынаһың, пландарыңды һөйләйһең. Был көнгә ни өсөн килеп еттең, шуларҙы уйлайбыҙ. Тапҡан аҡсаңды ни өсөн сир йыйыуға юнәлттең? Рәнйеткән кешеләрең булһа, ғәфү үтенәбеҙ, үҙеңде рәнйеткәндәрҙе кисерәбеҙ. Ошо йәшкә етеп ни өсөн үҙеңдең тәнеңде аңларлыҡ белем йыйманың? ”Если человек к 40 годам не стал врачом для себя, то он зря прожил”. Был һүҙҙәрҙе беҙгә бөйөк медицина аҡһаҡалы Гиппократ яҙып ҡалдырған. Ә күренекле Америка табибы, натуропат, сәләмәт йәшәү образын пропагандалаусы Пол Брегг былай тип яҙған: “Кеше 40 йәштә – үҙ- үҙенә йә доктор, йә дурак”.

– Аңлашылды.

Әлбиттә, минең әйткән һүҙҙәр уға ниндәйҙер әкиәттән өҙөк һөйләүгә, хатта уйҙырма һымаҡ та яңғырағандыр. Әле ас тороуҙоң рәсм медицина күҙлегенән сығып та, шәкәр сире менән сирләгән кешегә бармай торған варианты – көнө буйы көйләнгән бер тәртиптә укол ҡаҙап ҡына йәшәп ятҡан кешегә бөтөнләй ас тороу тәҡдим ителә. Йәғни ашамау, эсмәү. Ләкин көймәң ҡомға терәлһә, баш та эшләй башлай, кәүҙә лә шуға буйһона. Өҫтәүенә барып дауа таба торған бүтән ер ҙә ҡалмаған. Булһа, аҡсаһыҙ кеше түгел, түләп табыр, ниндәйҙер халыҡ медицинаһы менән дауалаусы янына килеп ултырмаҫ ине.

Уның осрағында бүтән ысулдар һәләкәттән ҡотҡарып та алып ҡала алмаҫҡа мөмкин. Ваҡыт тигән нимә бик ҡыҫылған. Ғүмер ана өҙөләм, бына өҙөләм тип тора. Рөстәм иҫ киткес эшсән, тәүәккәл, ныҡымыш, белем йыйырға яратыусы кеше булып сыҡты. Нимәләр эшләнек һуң?

1). Иң беренсе доғалар.

2). Әйбәт итеп клизма.

3). Кинәт кенә ас тора башламайһың. Организмды күнектерәбеҙ. Бер аҙна ас тора башлағансы диетаға ултырҙыҡ. Ҡамыр, ит, колбаса, тәмле ризыҡтар, майлы ризыҡтар, макарондар, бәлештәр, ҡоймаҡтар елгә осто. Үлән сәйҙәре, әрем, меңьяпраҡ төнәтмәләре, салаттар, йәшелсә аштары, кишер, сөгөлдөр, ҡабаҡ һуттары, үлән майҙары көнгә ике-өс ҡалаҡ эсергә, әҙләп кипкән емештәр, самалап бал(ҡорт продукцияһын әҙләп бөтөнөһөн индерҙек: перга, прополис, маточное молочко һ.б.),сәтләүектәр. Ҡатыҡ, кефир. Ҡарабоҙай, чечевица. Ит ашағыһы килһә, ат итенән котлеттар. Ат ите дауалай.

4). Уҡырға. Ҡоро ас тороу (Сухое голодание. Вход и выход. Правильное питание. Излечение от всех болезней голоданием). Сөнки уҡыған меңде, уҡымаған берҙе йығыр.

5). Физзарядка. Йәйәү йөрөү. Гел яҡшы нимәләр тураһында уйлау, киләсәккә план ҡороу. Кәрәкмәгән һүҙҙәрҙән тыйылыу.

Шулай итеп, бер аҙнанан ул бер тәүлеккә ас торорға инде. Был ваҡытҡа хатта уның шәкәре нормалләшеп китте. Ни өсөн тигәндә ул бит үҙе организм менән эшләй башланы, уға бойороҡ бирҙе, программа төҙөнө. Баш тигән штабта стратегия ла, тактика ла ҡоролдо. Ә тән уға буйһондо. УЙ ҮЛТЕРӘ, УЙ ЙӘШӘТӘ. Әлбиттә, уның шәкәр ауырыуы барын онотманыҡ. Көн үҙәгендә шәкәр үлсәнеп торолдо. Әгәр ҙә әҙ генә критик нөктәгә менһә йә төшһә, сараһын күрәбеҙ. Сәй эсәбеҙ, күтәрәбеҙ. Йә төшөрәбеҙ. Ләкин шәкәр сире ул көндәрҙә борсоманы. Диета ла ярҙам иткәндер. Рөстәм беренсе тәүлекте һәйбәт тотто. 24 сәғәт ас торҙо. Беренсе тапҡыр оҙаҡ тормайбыҙ. Фанатизм кәрәк түгел. Иң мөһиме дөрөҫ тотоу. Ашаманы, эсмәне. Тик көн үҙәгендә телде таҙартып торорға кәрәк. Сөнки бик ныҡ ҡандағы беҙ йыйған бысраҡтар телгә сыға. Тел ағарған һайын таҙартырға. Юғиһә үҙеңдең ағыуыңды үҙең кире йотаһың. Ас тороуҙан сыҡҡанда иң беренсе туйғансы таҙа йылы һыу эсәһең. Шунан бик әсе булмаған кефир, ҡатыҡ эсә алған хәтлем. Бер аҙҙан үлән сәйе. Шунан салаттар, йомшаҡ ҡына итеп бешкән ҡарабойҙай бутҡаһы. Былай ас тороуҙың бер көнө өс көнлөк һыу менән тороуға тиң. Артабан да шул уҡ башлаған диета тотола. Күберәк сөгөлдөр ашына, кишер һәм сөгөлдөр салаттарына, һуттарына өҫтөнлөк бирелә. Сөнки улар клетчаткаға һәм организмға кәрәкле витаминдарға бай. Иң мөһиме сөгөлдөр бауыр, үт ҡыуығы, ашҡаҙан аҫты биҙе юлдарын таҙарта, аса, эластик итә. Кефир,ҡатыҡ ризыҡтары ла эселә. Бер тәүлек ас тороп та ул инсулин ҡаҙаманы, шәкәр күтәрелмәне, борсоманы.Сөнки организм ас торғанда бөтөн ағзаларын дауалай башлай, бөтөн сирҙәрҙе йолҡҡолай,тәндән сығарырға тырыша, бик көслө этә тышҡа табан. Тәндә, йәндә ниндәй сир булһа, шул сирҙәр ҡуҙғала һәм дауалана башлай. Ни өсөн? Сөнки организм баштан уҡ үҙен-үҙе дауалауға ҡоролған. Мөмкинлек кенә бир.Ял иттер. Эскә йыйылған бысраҡты сығарырға, күҙәнәктәрҙе көсәйтергә, уларға көс бирергә мөмкинлек бир. Күңелеңә йыйылған ауырлыҡтарҙан ҡотол. Аллаһы Тәғәлә менән һөйләшеп ал. Етешһеҙлектәреңдән арын.

Бер аҙнанан Рөстәм ике көнгә ас торорға инде, тағын бер аҙнанан өс көнгә. Шунан ике аҙнанан 4, тағы ике аҙнанан 5 көнгә. Дүрт һәм биш көн ас торорға ул ышаныслы инде, сөнки шәкәр күтәрелмәй, тотороҡло нормала ине. Дүрт һәм биш көн торғанда душ аҫтына инеп сайынып сығырға ярай, урманға сығып, еүеш һауа менән тын алырға, һыу буйҙарында йөрөп ҡайтырға була. Бик ныҡ эсәһе килгәндә ауыҙҙы сайҡарға мөмкин. Кемдең улай ҙур сроктарға ас торорға мөмкинлеге юҡ икән, ул ваҡытта бер-ике тәүлек тә бик әйбәт. Эшкә йөрөргә кәрәк икән, ял көндәре бик ҡулай. Ас торғандан һуң тулыһынса хәл йыябыҙ. Ашауҙы рәтләйбеҙ. Барлыҡ органдарҙың функцияларын нормалләштерәбеҙ. Былай тәртип менән, фанатизмға бирелмәйенсә, “с бухты барахты” башлап тотмағас, барыһы ла һәйбәт үтте.

Рөстәмдең хәле әйбәтләнгәндән әйбәтләнде, шәкәр сире юҡҡа сыҡты. Анализдар ашҡаҙан аҫты биҙе эшләүен күрһәтте (Врач ышанмайынса ике тапҡыр анализ бирҙертте). Бармаҡ сереүҙән туҡтаны, яра ябылды. Беҙҙең танышҡанға өс йылдан артыҡ ваҡыт үтте. Рөстәм эшкә сыҡты, иҫән-һау эшләп йөрөй. Инсулинды шунан бирле яһамай, сөнки шәкәр күтәрелмәй. Был сирҙән ҡотолдо. Миллиондар түләп Израилгә бараһы булманы. Бары тик бирән ҡорһаҡты еңеп, баш тигән нимәне эшләтеп, яңы фекер генә индерҙе. Үҙ тәнен үҙ уйына буйһондорҙо. Ашҡаҙанына серетә торған ризыҡты ырғытмай башланы. Үҙ еребеҙҙең иҫкиткес файҙалы ябай ғына үләндәре, үҫемлектәре менән шулай үлеп барған тәненә йән өрҙө. Бөгөнгө көндә намаҙ уҡып, хатта аят аштары үткәрерлек дәрәжәлә мәсеткә йөрөп, уҡып белем алып йәшәп ята. Әлмәттең бик ҙур ойошмаһы етәксеһенең уң ҡулы булып эшләгән кешенең: «И, Зәүхиә апай, үҙемде-үҙем ошондай сирҙәргә алып барып еткергәнемә һаман да аптырап йәшәйем. Бигерәк аңғыра булғанмын. Етмәһә кандидат наук”, – ти ул көлөп. Ул хәҙер йәй көнө үлән йыя, киптерә. Баҡсаһында тәгәрәп-тәгәрәп ҡабаҡтар, түтәл- түтәл кишер, сөгөлдөр үҫтерә. Үҫтереп кенә ҡалмай, актив ҡуллана. Көн һайын “царский салат” ашарға икәнен бер көн дә онотмай.(Иҫкә төшөрөп китәм. Көн дә иртәнсәк ваҡ ҡырғыс аша ҡырып бешмәгән кишер һәм сөгөлдәр салатына йә зәйтүн, йә таҙартылмаған көнбағыш майы, йә киндер майы һалып ашайһың. Был салатҡа батшалар салаты тигән исемде юҡа ғына бирмәгәндәр. Фән уны ашап торған кешенең эске органдарында бер ваҡытта ла шештәр үҫмәүен, сереү процесы булмауын иҫбатлаған. Бына ниндәй витаминға бай ғына йәшелсә түгел икән, ә иҫкиткес көслө антисептик та икән кишер һәм сөгөлдөр ). Ә уға хәтле иртәнсәк көн дә ике стакан йылы һыу эсәһең. Ярты лимон һуты йәки өстән бер өлөш сәй ҡалағы онталған кәнәферҙе ҡушып. Салат ашар алдынан кипкән емештәр менән үлән сәйе. Хәҙер кипкән емештәр кәнфиткә ҡарағанда арзаныраҡ та әле.

Рөстәмдең хәле көндән-көн яҡшыра бара. Сөнки ул сәләмәтләндем, булды, етте тип, диетаны ташламаны. Ул хәҙер ғүмер буйы ошолай туҡланырға тейешмен, ти. Яңынан-яңы файҙалы ризыҡ рецептарына таянып туҡлана. Насармы ни? Интегеп тапҡан аҡсаңды сүп-сарға түгел, ә файҙалы майҙарға, сәтләүектәргә, кипкән емештәргә, йәшелсә-емештәргә түгәһең. Бер ҙә ҡиммәткә төшмәй, киреһенсә, дарыуға аҡсаны әҙерәк түгәһең. Хәҙер сит илдән индерелгән сүпрәләрҙән бешкән икмәк ашамай. Ҡомалаҡтан ғына бешерәләр. Йәшәрҙе. Матурайҙы. Үлә инде был тип уйлағандар аптырабыраҡ ҡарайҙар, ти. Организм ас тороп та, диеталар менән, ябай ғына ризыҡтар менән үҙ клеткаларын сәләмәтләндерҙе, көсәйтте, шештәрҙе киптерҙе, үлтерҙе, сереүҙе туҡтатты.

Бигерәк тә ас тороу организмда үрсей башлаған, урыны менән тамыр йәйгән сирҙәрҙе киптерҙе, тамыры менән өҙөп алды. Ағзаларҙың сереү процесын туҡтатты. Ул хәҙер ҙә яңынан-яңы үлән төнәтмәләре яһай, файҙалы үләндәр үҫтерә. Бик оҫта баҡсасыға әйләнде. Шулай итеп, уйҙың үҙгәреүе уны күпме бәләләрҙән ҡотҡарҙы, тормошта яңы мөмкинлектәр бирҙе. ”Иң мөһиме, Аллаһының минең өсөн, мин сәләмәт булһын өсөн бөтөн мөмкинлектәр биргәнен аңланым. Тик маңлай күҙем һуҡыр булған, мин-минлек көслө булған”, – ти ул. Әле ул һуңынан да күп тапҡырҙар 1, 2, 3 тәүлек ас торҙо. Был шифалы һәм бер ниндәй сығымдар талап итмәй торған дауаның файҙаһын ул яҡшы белә. Эйе,у л ас торған ваҡытта ныҡ ҡына ябыҡты. Ләкин хәлһеҙләнеп ята торған ябығыу булманы. Ул 5 көн ас торғанда ла көнө-төнө ятып торманы. Эшләне, прогулкаға йөрөнө. Ул ябығыу түгел, ә эскә йыйылған шлактарҙың китеү һөҙөмтәһе. Организм үҙенә файҙа бирмәй, энергия бүлмәй торған ҡатламдарҙан ҡотолорға тырыша һәм дөрөҫ итеп ас торһаң, бөтөн йыйылған кәрәкһеҙ шлак ҡатламдары сығып бөтә. Һуңынан яңы сәләмәт ҡатлам тәнгә үҫә. Ул ҡатлам энергия бирә, көс индерә. Рөстәм хәҙер, миндәге энергия йөҙ кешегә етерлек, ти. Иң мөһиме, ул дауаланыу курстары үткәндә ҡыҙы кейәүгә сыҡты, малай тапты. Рөстәмдең изге теләге томошҡа ашты: ул ҡартай булды.

Ас тороп сәләмәтләнеү системаһын ҡулланып бөтөн сирҙәрҙе еңеп була. Ул, дөрөҫ тотҡанда, организмға бер ниндәй ҙә зыян һалмай. Иҫкиткес ҙур дауалау көсөнә эйә. Тик ҡырҡылған ағзалар ғына үҫмәй. Әммә бик уйлап, самаһын белеп, үҙеңдең хәлеңде контролләп үткәрергә кәрәк. Бөгөн ишеттем дә иртәгә үк ас тора башланым тигән һүҙ түгел. Организмды мотлаҡ диетаға индерергә, еңеләйтергә, эстән таҙартырға. Ныҡлы ҡарарға килергә, уҡырға, нимә эшләгәнеңде белеп эшләргә.

Ҡыҫҡаса ғына тағын бер-нисә кешенең тарихын яҙып китәм. Күбеһенең ас тороу тәртибе бер төрлө. Тик сирҙе еңгәнсе төрлөһөндә төрлөсә ас тороу сроктары.

Рәсих, 55 йәш. Туры эсәктә 10см оҙонлоғонда 4-се стадия рак шеше. Яҙмаһам да аңлашыла нимә көткәне. Өс йыл үтте. Рәсих ракты еңеп йәшәп ята. Ас та торҙо, ҡәтғи диета тотто. Бишәр көн ашамай-эсмәй, күп тапҡырҙар торҙо. Үҙҙәре уҡып, ракты еңә торған ниндәй генә үләндәр эсмәнеләр. Ҡатыны ғәжәйеп эшсән булып сыҡты. Шеше ныҡ бәләкәйләнгәс, метастаза бөткәс, шеш полип формаһында ҡалғас, ябай операция яһатып, алдырҙы. Эшләп йөрөй.

Ринат. Рак предстательной железы. Метастаза башланған. Анализдар насар. Тиҙ арала операция. Химиотерапия .Нурланыш курстарына тиҙ барырға. Бик ныҡ юғалып ҡалған ине. Кинәт кенә башҡа төшкән бәлә. Ҡатыны медсестра. Бәлки миңә ышанып та бөтмәгән булырҙар ине. Бер ярты йыл элек эшләп йөрөгән еренән ҡыҙҙарының хәтере бик насарайып, кинәт хәле бөтөп киткәнгә аптырап барғас, бауыр насар хәлдә булып сыҡҡан. Оҙаҡҡа сыҙамай был бауыр, тигән врач. Уны танышы миңә ебәргән. Ярты йылдан бауырында бер ниндәй ҙә сирен ҡалдырманыҡ. 7-8 тапҡыр көнбағыш майы, лимон һуты, грелка менән тулған ай көндәрендә бауыр таҙарттыҡ. Уралып-уралып сыҡҡан ҡорттарҙы күреп, саҡ аңын юғалтманы. “Я в шоке,” –тине. Бауыр ҡортлап бөтә яҙған. ”Нисек йәш башың менән ҡортҡа баттың?” – тип һорағас, “Бер ултырғанда ярты кг шоколад ашап бөтөрә алам. Тортты башлаһам, көн үҙәгендә ашап бөтөрәм,” – тине. Тәмле ашаған тартышҡан шул. Тағы шул бирәнлек. Һәм шуның арҡаһында бәләкәй генә ике сабыйын ҡалдырып, саҡ яҡты донъя менән хушлашманы. 1, 2, 3-әр тәүлек ас та торҙо. Еңеп сыҡты. Хөҙер инде әтейендә рак. Ринатҡа уны нимә көткәнен һәйбәтләп аңлаттым. Аңланы. Башта анализдарҙы һәйбәтләйбеҙ, организмды нығытабыҙ, эстәге сереүҙе туҡтатабыҙ. Шунан барып теләһә операция яһатабыҙ, тик химия алмайбыҙ, нурланыштан баш тартабыҙ. Ринат барыһын да эшләне. Бик көслө кеше булып сыҡты. Ас тороу уға ғөмүмән еңел бирелде. Үләндәрҙең төрлөһөн эсте. Ашауҙы баштан уҡ көйләнек. Бөтөн анализдары һәйбәтләнгәс, Ҡазанга барып операция яһатты. Тик химия һәм нурланыш алманы. Ваҡыт-ваҡыт һөйләшеп торабыҙ. ”Бында бер көндә алты кешегә операция яһанылар. Өс кеше 300000 түләп яһатты. Икеһе кеҫәгә генә һалды. Мин махсус бөтөнөһөнөң дә телефон номерҙарын алдым. Һорашып торам. Бөгөнгө көндә иң һәйбәт хәл миндә. Ярам да тиҙ уңалды. Шешә лә аҫып йөрөмәнем”, – ти. Йәшәреп, матурайып китте. Эшкә сыҡты.

Мин юҡҡа ғына йәшәреп, матурайып китте, тип яҙмайым һәр береһе тураһында. Ысынлап та, дөрөҫ итеп ас торһаң, организм йәшәрә, һомғоллана, умыртҡа һөйәге турая, кеше бейегәйеп, буйы төҙәйеп китә. Сөнки беҙҙең хәлде алып торған, беҙҙе ауырыу яһаған, серетеп торған ҡорттар үлә, шештәр кибә, ҡан таҙарына, инфекциялар кибә, микробтар юҡҡа сыға. Ә быларҙан ҡотолған организм нишләй һуң? Әлбиттә, йәшәрә, матурая. Сөнки эске таҙалыҡ ҡына беҙгә сәләмәтлек бирә.

Ҡыҫкаса ғына ҡоро ас тороу тураһында яҙып киттем. Бындай үрнәктәр күп. Ләкин миңә уныһы мөһим түгел. Иң беренсе әйтәһе килгән фекерем шул. Хайуандарҙан үрнәк алып, шуны аңлаһаҡ ине. Организмды ауырытыусылар беҙ үҙебеҙ. Теләһәк, терелтеүсе лә үҙебеҙ була алабыҙ. Хайуандарҙан үрнәк алайыҡ тигәнгә асыуланмағыҙ берүк. Ә хайуандар ауырыһалар, ашамайҙар. Ышанмаһағыҙ, күҙәтергә була. Йәндәре, тәндәре сәләмәтләнгәнсе ас торалар. Аллаһы Тәғәлә тирә-яғыбыҙҙы уратып алған бөтөн тере һәм тере булмаған әйберҙәрҙе беҙгә ярҙам итергә һәм беҙҙе дөрөҫ юлдан алып барырға биргән икән, тип һығымта яһарға була. Хатта быуылып ятҡан шишмәнең юлынан сүп-сарҙы алып ташлап таҙартып ебәрһәң, селтерәп аға башлай, һыуы таҙарып китә.


Зәүхиә Ҡәҙербәкова.

Биштирәк – Татарстан.
Читайте нас: