Яратҡан эшеңде эшлә, яратҡан эшеңдә эшләй алмаһаң, эшләгән эшеңде ярат, тигән әйтем бар. Ҡайһы саҡта яратып һайлап алған һөнәрең буйынса эшләй алмаҫҡа ла мөмкинһең. Әммә эшләгән эшеңде яратып, күңел биреп эшләп була. Шул саҡта хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен дә күрәһең. Резеда Вәхит ҡыҙы ла ғүмерлеккә һайлап алған һөнәрен яратып башҡарып, күптәрҙең хөрмәтен ҡаҙанған.
Байыш ауылында тыуып, буй еткергән ҡыҙ бәләкәйҙән үк шәфҡәт туташы булырға хыяллана. Байыш урта мәктәбен уңышлы тамамлағас, Салауат ҡалаһына медучилищеға уҡырға инә.1991 йылда шәфҡәт туташы һөнәрен алып сыҡҡас, ул Таулыҡай фельшер-акушерлыҡ пунктында эш башлай. Һуңынан хеҙмәт юлын Аҡдәүләт ауылында дауам итә.
“Тыуғандан алып, ахыр көнгәсә ғилем алыуҙан туҡтама”, тиелгән динебеҙҙә лә. Резеда Вәхит ҡыҙы ла белемен камиллаштыра, 2001-2002 йылдарҙа әҙерлек курсы үтеп, фельдшер дипломын ҡулына ала. Ҡайһы саҡта тормош юлдары уйламаған яҡҡа ла боролоп китә. Тормош йомғағын Мәзит ауылында һүтермен, тип Резеданың да башына ла килмәгәндер. 2010 йылдан алып Мәзит ауылында донъя көтә ул. Яратҡан эшенән башҡа үҙен күҙ алдына килтерә лә алмаған Резеда 2014 йылдан Үрге Муйнаҡ ауылында ла фельдшер булып эшләй. Ә инде Өмбәт фельдшер- акушерлыҡ пунктында оҙаҡ йылдар эшләгән Дилә Зәйнетдин ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас, 2016 йылдан йылдан Өмбәттә эшләй. Үҙенә тиклем халыҡтың һөйөүен, ихтирамын яулап, оло хөрмәткә лайыҡ булған, һөнәрен яратып башҡарған Дилә Үркенбаеваның урынына эшкә килгәс, Резеда бер аҙ ғына ҡурҡыңҡырап та ала. Ләкин ул үҙенең эшенә бик яуаплы ҡарауы, ауырыуҙарға, ғөмүмән, ауыл халҡына ихтирамлы, иғтибарлы булыуы, яғымлы, йылы һүҙе, яҡты йөҙө менән бик тиҙ арала хөрмәт ҡаҙана. Мәзит ауылынан йөрөп эшләһә лә, һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, бер ваҡытта ла эшкә һуңламай, киреһенсә, иртә менән килеп, ауырыуҙарға үҙе шылтыратып, хәлдәрен белешә, уколға саҡыра. Эштән һуң өйгә саҡыртыуҙарға ла килеп етә. Һуңламай, ваҡытында медицина тикшереүе, диспансеризация үтһендәр өсөн пациенттарын һәр саҡ иҫкәртеп тора.
“Дилә Зәйнетдин ҡыҙына рәхмәтлемен. Ул миңә ныҡлы терәк, таяныс. Һәр ваҡыт уның һүҙ ярҙамын да, эш буйынса ла ярҙамын тойоп торам”, – ти Резеда Вәхит ҡыҙы.
Яуаплы, тыңғыһыҙ эштә эшләһә лә, Резеда ике ҡыҙына ла матур тәрбиә бирә алған. Ҙур ҡыҙы Юлиә әсәһенең юлын дауам итеп, Медногорск медколледжын тамамлаған. Хәҙергә көндә тормош иптәше менән Норильск ҡалаһында йәшәйҙәр. Кесе ҡыҙы Регина Үрге Муйнаҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең туғыҙынсы класын тамамлай.
Бына шундай, һайлаған һөнәренең оҫтаһы ул беҙҙең фельдшерыбыҙ.