Ауыл фельдшеры... Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренә был һөнәр. Ләкин ауыл фельдшерының иңдәрендә икеләтә яуаплылыҡ, оло бурыс ята. Сөнки ул ауылда хирург та, терапевт, балалар табибы ла, ашығыс ярҙам хеҙмәткәре лә... Һәр кем ярҙам һорап, ҙур өмөттәр менән иң беренсе ауыл фельдшерына килә.
Байыш ауылы фельдшер-акушерлыҡ пунктында бишенсе йыл инде Назарова Сажиҙә Мөхәмәт ҡыҙы эшләй. Ул Мөхәмәт Хөббула улы һәм Маһибәҙәр Ғилаж ҡыҙы Назаровтарҙың ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Улар ғаиләлә 8 бала үҫә. 1981 йылда Сажиҙә Мөхәмәт ҡыҙы Байыш урта мәктәбен тамамлай. Бер йыл мәктәптә эшләй, ләкин медицинаның тартыу көсө нығыраҡ булып сыға. Ул Хәлиҙә апаһының юлынан китә. Сөнки Хәлиҙә Мөхәмәт ҡыҙы 1980 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай, юғары белемле балалар табибы була. Ул Ҡаҙағстандың Экибастуз ҡалаһында 40 йылға яҡын табиб булып эшләй. Сажиҙә Мөхәмәт ҡыҙын хыялы Нижнекамск медицина училищеһына алып килә. Ул училищены ҡыҙыл дипломға тамамлай. Хеҙмәт юлын Күмертау ҡалаһында башлай. Йәш белгес ҡала дауаханаһының неврология бүлегенә шәфҡәт туташы булып урынлаша. 1987 йылдан 1993 йылға тиклем Хабаровск ҡалаһындандағы теген фабрикаһын хеҙмәтләндереүсе һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында эшләй.
2014 йылдан ул Байыш фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй. Ул Байыш ауылында 527 кешене хеҙмәтләндерә. Йәнә Байыш мәктәбе уҡыусылары һәм “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре – уның ҡарамағында. Сажиҙә Мөхәмәт ҡыҙы үҙ эшен яратып башҡара, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Ул үҙенең иңдәрендә оло бурыс ятҡанлығын яҡшы аңлай. Сөнки ул кеше ғүмере өсөн яуаплы. Ауырыуға иң беренсе ярҙамды ла ауыл фельдшеры күрһәтә. Кемдеңдер яраһын бәйләй, ҡан баҫымын үлсәй... Ярҙамсыл да, тәүәккәл дә Сажиҙә Мөхәмәт ҡыҙы. Ауыл ерендә фельдшерҙың эш ваҡыты билдәле сәғәт менән генә сикләнмәй. Уға көнөн дә, төнөн дә ауырыуҙар янына барырға тура килә.
Шулай уҡ балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйҙарҙың, мәктәп уҡыусыларының һаулығын тикшереп, хәстәрләп торорға кәрәк. Балалар менән дә уртаҡ тел тиҙ таба фельдшер. Кескәйҙәр Сажиҙә апайҙарын яраталар, өлкәндәр хөрмәт итәләр.
“Эшемде бик яратам. Кешеләргә ярҙам итә алһам, уларҙың хәлдәрен еңеләйтһәм, бик ныҡ ҡыуанам. Эш башлағанда миңә Юлдыбаева Гөлгөнә, Байназарова Алмира апайҙар үҙҙәренең кәңәштәре менән ярҙам иттеләр. Шулай уҡ класташтарым – Сәғит ауылында фельдшер булып эшләүсе Ҡотошова Хәйерниса, Элмәле ауылы фельдшеры Дәүләтшина Фәрҙәнә ауыл фельдшерының эш серҙәренә төшөндөрҙөләр. Беҙ 3 класташ, мәктәп йылдарындағы кеүек, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, кәңәшләшеп эшләйбеҙ,”- ти Сажиҙә Мөхәмәт ҡыҙы.
Сажиҙә Мөхәмәт ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ул - Байыш ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә. 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса Сажиҙә Назарова ҡыҙы Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Беҙҙең ауыл фельдшеры кешеләрҙе дарыу менән генә түгел, ә үҙенең йылы һүҙе менән дә дауалай. Ҡан баҫымы күтәрелеп йәки ауырып медпунктҡа килгән кешегә фельдшерҙың йылы һүҙе, хәстәрлекле тауышы – үҙе дауа.