Бөтә яңылыҡтар

Алтынға тиң боланут(иван-чай)

Халҡыбыҙ электән төрлө үләндәрҙе ҡулланып, хуш еҫле сәй эсеп, һаулығын нығытҡан, ауырыуҙарға бирешмәгән. Файҙалы дарыу үләндәре араһында боланут (иван-чай) айырым бер урын алып тора. Элек Рәсәйҙә боланут сәйе күпләп етештерелгән булған, хатта сит илдәргә сығарылған. Шуға ла уны «урыҫ сәйе» тигәндәр. Урыҫ телендә «иван-чай», ғилми исеме – «кипрей узколистный» булған был үҫемлек алтынға бәрәбәр.

Алтынға тиң боланут(иван-чай)
Халҡыбыҙ электән төрлө үләндәрҙе ҡулланып, хуш еҫле сәй эсеп, һаулығын нығытҡан, ауырыуҙарға бирешмәгән. Файҙалы дарыу үләндәре араһында боланут (иван-чай) айырым бер урын алып тора.
Элек Рәсәйҙә боланут сәйе күпләп етештерелгән булған, хатта сит илдәргә сығарылған. Шуға ла уны «урыҫ сәйе» тигәндәр. Урыҫ телендә «иван-чай», ғилми исеме – «кипрей узколистный» булған был үҫемлек алтынға бәрәбәр. Боланутта файҙалы матдәләр, бигерәк тә С витамины күп. Органик кислоталар, пектин, лектин, тимер, баҡыр, марганец, калий, кальций, фосфор һәм башҡа кеше организмы өсөн файҙалы матдәләргә бай боланут сәйе.
Составында кеше һаулығы өсөн бик файҙалы кальцийҙы үҙләштерергә ярҙам иткән магнийҙың күп күләмдә булыуы был үҫемлекте уникаль итә. Билдәле булыуынса, магний – организмға иң кәрәкле матдә, ул булмаһа, кальций үҙләштерелмәй. Шуның арҡаһында һөйәктәр, тештәр насарлана, йөрәктең хәле бөтә, аяҡ-ҡулдар ойой, уларҙы көҙән йыйыра. Айырым әйтке килә: бер шәшке сәйҙә магнийҙың кешегә кәрәкле тәүлек күләме бар. Боланут баш мейеһе эшмәкәрлеген яҡшырта, ябығыуға булышлыҡ итә. Йоҡонан уянғанда бөтә кәүҙәлә еңеллек тояһың. Дөрөҫ туҡланмау арҡаһында организмда шлактар, төрлө паразиттар барлыҡҡа килә. Шунлыҡтан туҡландырыусы матдәләр кәрәкле урынға барып етә алмай. Ғөмүмән алғанда, организм үҙе ауырыуҙарға ҡаршы тора алһын өсөн, боланут сәйе барлыҡ булған файҙалы витаминдар, минералдар, микро-, макроэлементтар бирә.
Боланут – вирус, инфекцияларға, эндокрин системаһы ауырыуҙарына ҡаршы тора, хатта яман шештең барлыҡҡа килеүен тотҡарлай. Уның енси ҡеүәткә ыңғай тәьҫир яһауы, простата ауырыуҙарын дауалауҙа һәйбәт һөҙөмтә биреүе лә билдәле. Күкрәк һөтө менән баланы оҙағыраҡ имеҙеү өсөн (был осраҡта табип менән кәңәшләшеп) дә боланут сәйен эскәндәр.
Сәйҙе нисек дөрөҫ әҙерләргә?
Йәшел сәй әҙерләү
Июнь башында иң ҡиммәтле, элиталы пуэр сәйен йыйыу башлана. Августың икенсе яртыһында йәшел сәй әҙерләнә. Дауаланыу өсөн боланут япраҡтары сәскә атҡан ваҡытта (сәскәләре мамыҡ осорғанға тиклем) июнь уртаһынан август уртаһына тиклем төшкә ҡәҙәр ҡояшлы көндә йыйыла, күләгәле урында киптерелә. Бирсәткә кейеп сәскәһенән аҫта 3 - 4 япраҡ ҡалдырып, аҫҡа тиклем һыпырып төшөрәбеҙ. Үләнде сүп-сарҙан таҙартып ҙур һауыттарға һалып, өҫтөн ҡаплап, йылы урында бер тәүлеккә тирләтергә ҡуябыҙ. Һуңынан йомшара төшкән унлаған япраҡты бергә тотоп, әҙ генә һуты сығырлыҡ кимәлдә ике ус менән әүәләп, таяҡсалар эшләйбеҙ. Ошо һут япраҡтарҙы әсетә һәм шулай эшләгән дә генә болануттың бөтә файҙалы үҙенсәлектәре һаҡлана. Таяҡсаларҙы ҡағыҙ тартмаларға тигеҙ итеп теҙеп сығабыҙ ҙа өҫтөн ҡаплап, быҡтырабыҙ.
Япраҡтар көрөн төҫкә ингәс, керамик бысаҡ менән (тимер ярамай!) балдаҡлап киҫеп, пергамент ҡағыҙ йәйелгән ҡалайға теҙеп ҡуябыҙ. Ҡыҙыу булмаған асыҡ мейестә киптерәбеҙ, әйләндергеләп торабыҙ. Кипкән япраҡтарҙы ҡул менән ыуалап, бер аҙ ваҡлайбыҙ.
Ҡара сәй әҙерләү
Был әҙерләү өсөн күберәк көс, ваҡыт талап ителә. Таҙартылған япраҡтарҙы ҙур һауытҡа һалып, ҡамыр баҫҡан кеүек ҡара төҫкә ингәнсе, оҙаҡ итеп иҙеп, һутын сығарабыҙ. Уны ла йылы мейестә киптерәбеҙ. Батмустарға теҙеп, бүлмәлә бер көн елләтәбеҙ ҙә, быяла һауыттарға һалып, ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ. Был сәйҙең һаҡланыу ваҡыты – ике йыл.
Сәйҙе нисек дөрөҫ бешерергә
Һыу ҡайнап сыҡҡас, 10–15 минут самаһы һыуытып сәйҙе бешерһәң, һәйбәт була. Һөт ҡушмай, баллап эсһәң – тик файҙаға ғына. Ҡарағат япрағы, мәтрүшкә һәм башҡа үләндәрҙе лә ҡушып бешерергә мөмкин. Боланут сәйен ҡайнар килеш йә һыуыҡ килеш эсһәң дә, тәмен юғалтмай. Ҡалған сәйҙе түкмәгеҙ, бер нисә көн торған сәйҙең файҙаһы күберәк тә була.
Читайте нас: