Бөтә яңылыҡтар

СИРЕН ЙӘШЕРГӘН – АУЫРЫМАЙ ҮЛГӘН ЙӘКИ ВАҠЫТЫНДА ТИКШЕРЕЛЕГЕҘ!

Бөгөнгө йәшәү темпы, экология, дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәтләнеү, тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр ҡулланыу сәләмәтлегебеҙгә ныҡ тәьҫир итә һәм күп кенә етди сирҙәрҙең, шул иҫәптән яман шештең дә барлыҡҡа килеүенә сәбәп булып тора.

Бөгөнгө йәшәү темпы, экология, дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәтләнеү, тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр ҡулланыу сәләмәтлегебеҙгә ныҡ тәьҫир итә һәм күп кенә етди сирҙәрҙең, шул иҫәптән яман шештең дә барлыҡҡа килеүенә сәбәп булып тора.
Яман шеш сирен башланғыс стадияһында һәм йөрәк-ҡан тамырҙары, шәкәр диабеты, тын алыу органдарының хроник сире барлыҡҡа килеү хәүефе барлығын асыҡлау өсөн 21 йәштән өлкәндәргә 3 йылға бер тапҡыр диспансерлаштырыу үтеү ҡаралған. Быйыл иһә был медицина тикшереүенә1920,1923, 1926, 1929. 1932,1935, 1938. 1941, 1944, 1947, 1950, 1953. 1956, 1959, 1962, 1965, 1968, 1971, 1974, 1977, 1980, 1983, 1986, 1989, 1992, 1995, 1998 йылдарҙа тыуғандар йәлеп ителә.
Унан тыш 2 йылға бер тапҡыр өҫтәлмә тикшереүҙәр: тиҙәк анализы һәм маммография ҡаралған. Быйыл анализды 1946, 1948, 1952, 1954,1958, 1960, 1964, 1966, 1970 йылдарҙа тыуғандар тапшырһа, маммографияны 1949, 1951, 1955, 1957. 1961, 1963, 1967, 1969 йылдарҙа тыуған ҡатындар үтә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә пациенттар был тикшереүҙәргә еңел ҡарай. Әммә быйыл етенсе тапҡыр үткән диспансерлаштырыу барышында ашҡаҙан-эсәк юлы һәм күкрәк биҙҙәре яман шеше йыш асыҡланыуын иҫтән сығарырға ярамай.
Тиҙәктәге ҡанды ябай күҙ менән генә күреп булмай. Анализ тапшырып, уның һөҙөмтәһе ыңғай була ҡалһа, был ашҡаҙан-эсәк юлы ҡанауы хаҡында һөйләй һәм пациенттан мотлаҡ һәм етди тикшеренеү талап итә. Әгәр эсегеҙ, уң йәки һул ҡабырға аҫты ваҡыты-ваҡыты менән ауыртып алһа, күңелегеҙ болғанһа, ҡоҫторһа, үҙәгегеҙ көйһә, эсегеҙ ҡатһа, йә киреһенсә йомшарһа, тән ауырлығығыҙ, аппетитығыҙ кәмеһә, тән температурағыҙ күтәрелһә, тикшеренеүҙе айырыуса оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Ашҡаҙан-эсәк органдарының яман шешен асыҡларға булышлыҡ иткән был ысул сей яра колитын һәм Крон сирен диагностикалауҙа ла мөһим.
Анализ биреүгә әҙерләнеү һәм уны тапшырыу ҡатмарлы түгел. Анализ бирерҙән өс көн алда туҡланыу рационынан ит, балыҡ, бауыр, йәшелсә һәм емештәр (айырыуса сөгөлдөр, черника), йәғни “төҫ индереүсе”, йомшартыусы аҙыҡ-түлектәрҙе алырға, тимер элементы булған препараттарҙы ҡабул итеүҙе туҡтатырға. Ҡатын-ҡыҙҙарға, һөҙөмтә яңылыш булмаһын өсөн, анализды күрем ваҡытында һәм унан һуң 3 көн үтмәйенсә бирергә ярамай. Анализ өсөн махсус пластик һауытты аптеканан (27 һум) һатып алырға була. Анализды оло ярау иткәндән һуң, тиҙәктең төрлө өлөшөнән алырға һәм махсус һауытта үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының 416-сы кабинетына алып килергә кәрәк. Анализдар йома һайын Стәрлетамаҡҡа ебәрелә.
Әгәр организмдың торошо нормала булһа, кеше тиҙәгендә ҡан ҡушымталары булмай. Әммә ҡан ҡушымталары була ҡалһа, был ниндәйҙер етди патология барлығын күрһәтә. Етмәһә, яман шеш, сей яра колиты кеүек сирҙәр башланғанда билдәләре һиҙелмәй, уларҙы башҡаса ысул менән асыҡлап булмай.
Анализ ыңғай һөҙөмтә биргән осраҡта, 7 көн эсендә колоноскопия үтергә, йәғни тура һәм йыуан эсәкте махсус зонд ярҙамында тикшертеү кәрәк. Йыуан эсәк яман шеше бик тиҙ үҫешә һәм онкологиянан үлем сәбәбенең иң таралғаны. Шуға ла диспансерлаштырыу үтеүҙе һәм сәләмәтлегегеҙ өсөн мөһим булған анализды тапшырыуҙы оҙаҡҡа һуҙмағыҙ.
Икенсе етди тикшереү – ҡатын-ҡыҙҙың түш биҙҙәре маммографияһы. Маммография – түш биҙе яман шеше менән көрәшеүҙең айырылғыһыҙ һәм дөрөҫ күрһәтеүсе өлөшө. Тикшереүҙә нурланыу кимәле бик аҙ, шуға ла был ысул хәүефһеҙ.
Түш биҙҙәре яман шеше ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң таралған онкологик сир. Йыл да донъяла 1 млн-дан артыҡ ҡатын-ҡыҙҙа яман шештең ошо төрө асыҡлана. Уның өстән бер өлөшө 40 йәшкә тиклемгеләргә тура килә. Статистика буйынса, даими тикшерелгән ҡатын-ҡыҙҙарҙа түш биҙе башланып тороуы асыҡланған осраҡта, дауалауҙың 95 процентты уңышлы була.
Түш биҙе онкологияһы төрлө йәштә лә барлыҡҡа килергә мөмкин. Шуға ла уны иҫкәртеү маҡсатында маммография үтеү һәм маммологҡа күренеү бик мөһим. Маммографияны йәш ҡыҙҙарға, шулай уҡ күрем циклының икенсе өлөшөндә үтергә ярамай. Был осраҡта мамографияға тик яман шеш хәүефе булғанда йүнәлтәләр.
Түш биҙе яман шешен булдырыусы сәбәптәр бихисап. Шул ваҡытта һәр кемдең сәләмәтлеге үҙе ҡулында булыуын оноторға ярамай.
Читайте нас: