Бөтә яңылыҡтар

Доктор

40 йылдан ашыу медицинаға тоғро Миңзада Ғәни ҡыҙы Иҙрисова (Мәхиәнова) - юғары категорияла акушер-гинеколог, БР Һаулыҡ Һаҡлау отличнигы, РФ Һаулыҡ Һаҡлау министрлығы Почет Грамотаһына эйә. Миңзада Ғәни ҡыҙы 1950 йылдың 9 апрелендә Ейәнсура Иҫәнғол ауылында ябай эшсе ғаиләһендә тыуып-үҫкән.

Миңзада Ғәни ҡыҙы Иҙрисова (Мәхиәнова) - юғары категорияла акушер-гинеколог, БР Һаулыҡ Һаҡлау отличнигы, РФ Һаулыҡ Һаҡлау министрлығы Почет Грамотаһына эйә.

Миңзада Ғәни ҡыҙы 1950 йылдың 9 апрелендә Ейәнсура Иҫәнғол ауылында ябай эшсе ғаиләһендә тыуып-үҫкән. Иҫәнғол беренсе һанлы мәктәбенең математик йүнәлештә алып барылған башҡорт класын тамамлап, артабан табиплыҡҡа уҡыу хыялы менән йәшәй. Әхирәтенең өгөтләүе буйынса шулай ҙа Өфө авиация институтына, приборҙар төҙөү бүлегенә уҡырға инә йәш ҡыҙ Миңзада, әммә бер аҙҙан двигателдәр менән эш күңеленә ятмауын аңлап, тыуған яғына ҡайтып китә.Сәмле һәм тырыш ҡыҙ район редакцияһына корректор булып эшкә урынлаша, өс йыл уңышлы эшләй. Ваҡытында һөнәр алырға, уҡырға кәрәклеген аңлап, ҡыҙ Башҡорт медицина институтына уҡырға инә,1977 йылда ҡулына диплом ала. 4 -се курстан һуң практиканы Иҫәнғол район дауаханаһында үтә, ул саҡта бер үҙе эшләгән акушер-гинеколог Вил Манһаж улы Батталов үҙенең профессияһына һөйөү уята, үҙе белгән оҫталыҡ серҙәрен өйрәтә һәм Миңзада Мәхиәнованы уҡып бөткәс үҙенә ярҙамға эшкә ҡайтырға өндәй.Шулай итеп, йәш табип ҡыҙ тыуған ауылына эшкә ҡайта, акушер-гинеколог булып эшләй башлай, торараҡ интернатура ярты йыл Республика клиник дауаханаһында үтә, артабан 40 йыл өҙлөкһөҙ район дауаханаһында хеҙмәт итә.

1995 йылда Узи табибы булараҡ та махсус белгеслек ала, 2012 йылға тиклем ошо эште лә алып бара. Элек табиптар етешмәү сәбәпле, ҡабул итеүҙә лә, бүлектә лә эшләй.

Поликлиника мөдире булып өс йыл эшләй, 2005 йылдан — акушерлыҡ бүлеге мөдире. Операциялар яһай.

Институтты тамамлағас класташына кейәүгә сыға. Ике ҡыҙы бар. Өлкәне стоматолог, мединститут бөткән, ике бала әсәһе. Кесе ҡыҙы БДАУ тамамлаған, Торлаҡ-коммуналь хужалығын күҙәтеү һәм төҙөлөш Дәүләт Комитетында әйҙәүсе белгес.
Читайте нас: