"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Табипҡа яҙылыу өсөн мобиль ҡушымта эшләй башланы

Республикала Берҙәм медицина порталының «К-Врачу» рәсми мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы.

Табипҡа яҙылыу өсөн мобиль ҡушымта эшләй башланы
Республикала Берҙәм медицина порталының «К-Врачу» рәсми мобиль ҡушымтаһы эшләй башланы. Ул «Һаулыҡ һаҡлау системаһының берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм цифрлы контур булдырыу» милли проекты нигеҙендә сафҡа инде тип хәбәр итә төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ҡушымта менән теркәлеүһеҙ ҡулланырға мөмкин. Шәхси кабинетҡа инеү өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталының учет яҙмаһы логинын һәм паролен яҙырға кәрәк. Сервис аша үҙең нығытылған медицина учреждениеһын иҫәпкә алып табипҡа яҙылырға, шулай уҡ медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса мәғлүмәт менән танышырға була.

Шәхси кабинет белгес табиптарҙың эш теҙмәһе менән танышырға; медицина учреждениеһы тураһында белешмә алырға; үҙең нығытылған дауахана, мотлаҡ страховкалау полисы буйынса мәғлүмәт; йәшәгән урын буйынса участок табибын табыу; электрон медицина картаһын ҡарау мөмкинлеген бирә. «Медицинская карта» бүлегендә 2017 йылдың 1 ғинуарынан алып күрһәтелгән бар медицина хеҙмәттәрен һәм уларҙың хаҡын тикшерергә мөмкин. Мобиль ҡушымтаны телефонға ҡуйыу өсөн itunes йәки Google play ҡулланығыҙ.
Читайте нас: