"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда ҡул-аяҡтар травмаларынан һуң балаларға реабилитация комплекстары эшләй башлаясаҡ

Республикала “Сәләмәтлек” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡул-аяҡтарҙың ҡатмарлы травмаларынан һуң балаларға реабилитация комплекстары эшләй башлаясаҡ.

Республикала “Сәләмәтлек” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҡул-аяҡтарҙың ҡатмарлы травмаларынан һуң балаларға реабилитация комплекстары эшләй башлаясаҡ. Улар республиканың 11 медицина ойошмаһы нигеҙендә барлыҡҡа киләсәк.

Төбәк Сәләмәтлекте һаҡлау министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тәүге реабилитация йыһаздары комплекттары республикаға килә башлаған да инде. Комплекс тренажерҙың бер төрөн хәтерләтәсәк, унда өлкәндәр ҙә, балалар ҙа шөғөлләнә аласаҡ. Аппарат быуынды эшләтеп ебәрергә, уның нормаль хәрәкәтен тергеҙергә ярҙам итә, был операцияларҙан һәм травмаларҙан һуң ҡатмарлыҡтарҙы еңергә мөмкинлек бирәсәк.

“Бындай ысул ауырыуҙың пассив хәрәкәттәр эшләүен күҙаллай, һөҙөмтәлә быуындың хәрәкәтсәнлеге тергеҙеләсәк, шеш ҡайтасаҡ, ҡан әйләнеү яҡшырасаҡ, ауыртыу юҡҡа сығасаҡ”, - тип аңлаттылар ведомствола.

2019 йылда Башҡортостан “Сәләмәтлек” милли проектын тормошҡа ашырыуға 5 млрд һум аҡса тотонасаҡ. Бюджет аҡсалары иҫәбенә төбәктә авария хәлендәге фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәрен алыштырыу ниәтләнә. Ҡан тамырҙары бүлексәләрен йыһаздандырыу өсөн 300 млн һумдан ашыу суммаға һигеҙ контракт төҙөлгән. Медицина учреждениеларына йыһаздар ҡайтартыла. Республиканың онкология бүлексәләре лә 257 млн һумға йыһаздар аласаҡ.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Яңылыҡ сығанағы: http://www.bashinform.ru/
Читайте нас: