Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерова кеүек лечо яһар өсөн кәрәк:
3 кг помидор, 3 кг кишер, 3 кг ташҡабаҡ, 3 кг татлы борос, 1 стакан (200 мл) үҫемлек майы, 150 мл уксус, 2 аш ҡалағы шәкәр, 3 аш ҡалағы тоҙ, 250 мл томат пастаһы.
“Башлайбыҙ. Помидорҙарҙы йыуабыҙ һәм ит турағыс йәки блендер аша үткәрәбеҙ. Ташҡабаҡты йыуып таҙартабыҙ һәм ярым түңәрәк итеп киҫәбеҙ. Таҙартылған татлы борос менән кишерҙе лә бик ваҡламай түңәрәкләп турайбыҙ. Әҙер йәшелсәләрҙе ҙур кәстрүлгә һалабыҙ һәм үҫемлек майы, шәкәр, тоҙ, уксус, томат пастаһы өҫтәйбеҙ. Яҡшы итеп болғатабыҙ ҙа уртаса утҡа ҡуябыҙ. Лечоны 40-50 минут эсендә даими бутап тороп, томалап бешерәбеҙ. (Ҡайнап сыҡҡандан һуң мин 50 минут бешерҙем). Әҙер лечоны алдан стерилләнгән банкаларға һалып ябабыҙ. Уларҙы төрәбеҙ һәм йылы урынға ҡуябыҙ. Лечо әҙер, бер нисә көндән асып, рәхәтләнеп ашарға була.
Бешереп ҡарағыҙ, йәнекәйҙәрем! Бик тәмле, телде йоторлоҡ. Аштарығыҙ тәмле булһын”, – ти ул.