Саҡмағош спортсмены, бына тигән һау-сәләмәт егет армияла казарма емереклектәре аҫтында ҡалып, ғүмерлеккә аяҡтарын юғалтыуын Башҡортостан халҡы ауыр кисергәйне, артабанғы яҙмышы өсөн борсолдо. Әммә һынауҙар егетте сыныҡтырғаны ваҡыт күрһәтте. . Көслө рухлы Рөстәм Нәбиев бөгөн кәләше менән ҡыҙ үҫтереп, төрлө спорт олимпиадаларында ҡатнашып, еңеүҙәр яулап, бер тигән итеп йәшәп ята. Ул ғына ла түгел, интернетта даими сәхифәләрен яҙа. Ошо көндәрҙәге кәңәштәренең береһен күңел төпкөлөнә һалып ҡуйығыҙ. Барыһынан - тормоштан, аҡса етмәүҙән, сәләмәтлек булмауҙан, һөйгән йәр ташлауҙан, йә яҡыныңды юғалтыуҙан, эскелектән, ҡыҫҡаһы, арыған кешеләргә ул үҙ тәжрибәһенән сығып, арыһағыҙ, яй ғына алға барығыҙ, әммә туҡтамағыҙ. Аңлағыҙ - һеҙ барыбер үҫәһегеҙ. Ҡасан да булһа ошо үҫеш һеҙҙе рухландырасаҡ, ти.