"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Илле кг ташлаған

Өфө ҡыҙы илле кг ташлаған

Алина кейәүгә йөҙ кг ауырлыҡта сыға, күпмелер ваҡыттан һуң ябығып, матурланып алырға тигән хыял менән

көнөнә бер алма, бер һауыт кефир менән генә туҡланып, йә әҙ генә ҡарабойҙай боламығы ашап бер ай эсендә илле ауырлығын кг ташлай. Тиҙҙән хәлһеҙләнеүен тойоп, ҡаты сирләй башлағас,ҡәҙимгесә туҡлана башлай һәм элекке ауырлығын ҡабат йыя.

Әле ҡыҙға егерме биш йәш, ул аҡыллы диетаға ултырған һәм яңынан һомғол кәүҙәле. Алинаның туҡланыуы ябай, әммә һөҙөмтәле - һыуҙа бешкән бутҡа, ит, балыҡ, емеш-еләк, йәшелсә, көнөнә дүрт-биш тапҡыр туҡлана. Көнөнә ун саҡрым йәйәү үтә, бассейнға, велотренажерға күнекмәгә аҙнаһына алты көн йөрөй. Аҡһымы бармы-юҡмы телефонындағы махсус ҡушымтанан һәр ашамлығының миҡдарын даими үлсәй, ашауҙа сама белә.

Алина һеҙгә бары тик аҡыллы диетаға ултырырға кәңәш бирә, үҙенең тәүге тәжрибәһен ҡуллана күрмәгеҙ, тип киҫәтә!
Фото: Уфа1.ру сайтынан
Читайте нас: