Бөтә яңылыҡтар

Икеләтә ҙур яуаплылыҡ талап иткән һөнәр

Ҡала еренән айырмалы булараҡ, ауылда фельдшер булып эшләү икеләтә ҙур яуаплылыҡ һорай торған һөнәрҙәрҙең береһе. Сөнки, сер түгел, бер үк ваҡытта уларға педиатр ҙа, күҙ табибы ла, хирург та булырға тура килә. Тик, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙаныр өсөн, белемле булыу өҫтөнә асыҡ йөҙлө, тәмле телле, ҡурҡыу белмәҫ һәм тәүәккәл булыу ҙа бик мөһим. Шөкөр, Үрге Муйнаҡ ауылының фельдшерлыҡ пунктында эшләүсе Рәүфә Риф ҡыҙы Аҙнабаева тап шундайҙарҙан. Ул хеҙмәтләндергән дүрт ауылда 710 кеше йәшәй.

Икеләтә ҙур яуаплылыҡ талап иткән һөнәр
Ҡала еренән айырмалы булараҡ, ауылда фельдшер булып эшләү икеләтә ҙур яуаплылыҡ һорай торған һөнәрҙәрҙең береһе. Сөнки, сер түгел, бер үк ваҡытта уларға педиатр ҙа, күҙ табибы ла, хирург та булырға тура килә. Тик, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙаныр өсөн, белемле булыу өҫтөнә асыҡ йөҙлө, тәмле телле, ҡурҡыу белмәҫ һәм тәүәккәл булыу ҙа бик мөһим. Нәҡ бына фельдшер ауырыуҙы беренсе булып ҡабул итә, беренсе ярҙам күрһәтә. Диагноз ҡуя, яраһын бәйләй, ҡан баҫымын үлсәй, ауыртыуҙы баҫа торған дарыу бирә.
Шөкөр, Үрге Муйнаҡ ауылының фельдшерлыҡ пунктында эшләүсе Рәүфә Риф ҡыҙы Аҙнабаева тап шундайҙарҙан. Ул хеҙмәтләндергән дүрт ауылда 710 кеше йәшәй. Ниндәй генә ауырыу менән мөрәжәғәт итмәйҙәр уға: юғары баҫым, остеохондроз, шәкәр ауырыуы һ.б. Хатта клизма яһарға ла саҡыралар икән. Рәүфә Риф ҡыҙы һәр береһен ентекләп ҡарай, тикшерә, кәрәк булһа, табиптарға йүнәлтмә менән ебәрә. Ә өйҙәренә саҡыртһалар, ике тәгәрмәсле транспортына атлана ла, елдереп барып та етә. Кәрәк булһа, һораған дарыуҙарын дарыуханан алып ҡайтып бирә. Шөкөр, халыҡ та унан ҡәнәғәт.
Рәүфә Риф ҡыҙы ҡасандыр “тоҙлап ҡуйған” дипломының кәрәге тейер тип ул уйлаймай ҙа. Үрге Муйнаҡ ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ Сибайҙа медучилищеның фельдшерлыҡ бүлеген 1989 йылда тамамлай һәм уны ул ваҡытта начмед булып эшләгән Яубаҫаров Әлебайға эшкә ебәрә. Был ауылда оҙаҡ эшләргә тура килмәй уға, инде халыҡҡа өйрәнеп бөттөм тигәндә генә күрше Мөхәмәтйән ауылына кейәүгә сыға, унда колхозда фельдшер булып бер-ике йыл эшләй. Унан йәш ҡатын донъя көтә, балалар тәрбиәләй, ирен эшкә оҙатып ҡаршы алып тора. Тормош иптәше колхозда Әсғәт Аҙнабаев тракторҙа эшләй. Шулай 20 йыл үткәндән һуң Рәүфә Риф ҡыҙы үҙәк район дауаханаһы баш табибы фазифаһын башҡарыусы Денис Ғәбәүетдиновҡа эш һорап килә. Ул, әгәр уҡып, фельдшерлыҡҡа сертификат алып ҡайтһағыҙ, эш булыр, ти. Рәүфә апай ике ай курста уҡып, инде онота башлаған белемдәрен иҫкә төшөрөп, үҙенең тыуған ауылына Үрге Муйнаҡ фельдшерлыҡ пунктына эшкә ҡайта. Муйнаҡта мәктәп булыуы 9-сыла уҡыған ҡыҙы Йәмиләгә лә һәйбәт була. Ҙур балалары инде үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫҡан: Илгиз Мәскәүҙә төҙөлөштә, ҡыҙы Раушания Сочиҙа ресторанда эшләп йөрөй. Тормош иптәше Әсғәт ағай ҡырҙа эшләп йөрөй.
“Өр-яңынан башлап китеүе ҡыйыныраҡ булды. Күп нәмә онотолған. Донъя бер урында тормай бит, яңылыҡтар шул тиклем күп, – ти фельдшер. Һәм районда демографик хәле өсөн борсола ла ул. – Элек ауылдарҙа балалар күпләп тыуа торғайны. Беҙҙә 2017 йылы тыуым бөтөнләй булманы, 2018 йылда – ике, 2019 йылда икәү донъяға килде, берәү оҙаҡламай тыуасаҡ”.
Июлдән мөдирлек бурысын елкәһенә һалған Рәүфә апайҙың Үрге Муйнаҡта эшләүенә дүрт йыл булып та киткән. Ул халыҡты хеҙмәтләндереп кенә ҡалмай, фельдшерлыҡ пунктындағы ремонт эштәрен дә үҙе башҡара. Эйе, фельдшер хеҙмәтенең ыңғай ғына түгел, кире яҡтары ла бихисап. Уларҙы һанап бөтөрөп булмайҙыр. Зарланмай, халыҡҡа хеҙмәт итеүенән риза булып эшләгән Рәйфә Риф ҡыҙына еңел булмаған эшендә сабырлыҡ, ауырыуҙарҙың әҙ, сабыйҙарҙың тыуып тороуын теләйбеҙ.
Читайте нас: