Бөтә яңылыҡтар
Һаулығың – байлығың
26 Сентябрь 2019, 11:37

“Һаулыҡ” милли проекты. Урал аръяғында медицина университетының филиалын асыуҙары мөмкин

“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғында Башҡорт дәүләт медицина университетының филиалын асырға тәҡдим иткән. Республика етәксеһе юғары уҡыу йортонда үткән «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» күсмә кәңәшмәһендә ошондай башланғыс менән сығыш яһаны.

“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғында Башҡорт дәүләт медицина университетының филиалын асырға тәҡдим иткән. Республика етәксеһе юғары уҡыу йортонда үткән «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» күсмә кәңәшмәһендә ошондай башланғыс менән сығыш яһаны.
«Беҙ әҙер. Һеҙҙән йөкләмәләр көтәбеҙ», — тине БДМУ ректоры Валентин Павлов.
Шулай уҡ Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры быйыл 1300-ҙән ашыу табиптың юғары уҡыу йортон тамамлауы хаҡында һөйләне. Статистикаға ярашлы, 2024 йылға БДМУ алты меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарырға тейеш. Ике йылдан вуз беренсел звено табиптарына (терапевтар һәм педиатрҙар) ҡытлыҡ мәсьәләһен хәл итергә, биш йылдан республика һаулыҡ һаҡлау системаһында кадрҙарға ҡытлыҡты тулыһынса бөтөрөргә ниәтләй.
Валентин Павлов һүҙҙәренсә, алты йыл уҡығандан һуң күпселек — ординатураға, 500-ҙән ашыу белгес илдең башҡа вуздарына артабан уҡырға китә, 300-гә яҡыны терапевт һәм педиатр булып эшкә урынлаша, ә 10% самаһы һөнәрен ҡалдыра һәм, ҡағиҙә булараҡ, кире әйләнеп ҡайтмай.
Башҡортостан етәксеһе район башлыҡтарына ординатураны тамамларға тейешле белгестәр менән тығыҙыраҡ эшләргә кәңәш бирҙе. Муниципалитет етәкселәре вуз тамамлаусыларҙы район медицина учреждениеларына йәлеп итеүгә яуаплы ҡарарға тейеш, тип билдәләне Радий Хәбиров. Уларға шарттар булдырырға. БДМУ ректоры Баймаҡ, Бәләбәй тәжрибәһен миҫалға килтерҙе, унда дауаханаларҙың баш табиптары районға практикаға килгән ординаторҙарҙы 50 мең һумлыҡ эш хаҡына эшкә урынлаштырған.
Шуға ҡарамаҫтан, Благовар, Мишкә, Дәүләкән, Иглин һәм Хәйбулла райондарында әүәлгесә медицина кадрҙары менән тәьмин ителештең түбән булыуы күҙәтелә. Әле республикала табиптарға матди ярҙам саралары эшләй. «Ауыл табибы» федераль проекты буйынса 99 табипҡа — 1 миллион һум, 10 фельдшерға — 500 мең һум, «Ауыл фельдшеры» республика программаһы буйынса 72 медикка — 500 мең һум, 125 табипҡа 1 миллион һум бирелә.
#национальныепроекты#нацпроекты