Хатта Башҡортостанда бал ҡорттары өсөн төп бал биреүсе булған йүкә ағастары самаһыҙ ҡырҡыла, йылдан-йыл юғалтыу күләме арта. Ә бит тап ошо йүкә һуты балға ҡабатланмаҫ тәм, хуш еҫ һәм шифалы үҙенсәлектәр бирә, ти умартасылар. Тап ошо ағас арҡаһында “Башҡорт балы” бренды бөтә донъяла билдәлелек яулаған.