Профессор гастроэнтеролог Алексей Парамонов ҡара икмәк аҡ икмәктән файҙалыраҡ һәм уны шәкәр сиренән интегеүсе кеше теләһә күпме күләмдә ашай ала, тип уйлағандар, яңлыша ,ти.
Аҡ һәм ҡара икмәк составы, углеводтар миҡдары һәм дөйөм калориялылыҡ буйынса айырылмай тиерлек,ти табип. Ҡара икмәктә етмәһә углеводтар арыш оно ҡушылыу һөҙөмтәһендә бар, шуға ла бындай ризыҡ әсерәк килеп сыға.
Ҡара икмәк үҙенсәлеге ашҡаҙан кислотаһының артыҡ күп бүленеп сығыуынан интеккән кешеләргә насар йоғонто яһай, баҡтиһәң. Ҡара икмәк ҡулланыу һөҙөмтәһендә кешенең сире киҫкенләшергә мөмкин, шуға күрә, ҡара икмәк тик шифа ғына , тип иҫәпләү ярамай, ти белгестәр.