Ҡартая икән шул... Маңлайҙар һырланғанын да, сәстәр ағарғанын да көтмәй башланы. Кинәт кенә ҡыҫып ала, йығып һала, тамаҡтан сығырҙай булып, һабантуйҙа алдан елдереп сапҡан айғырҙай, дөп- дөп килеп саба... Уйламағанда-көтмәгәндә үҙенең төп бурысын үтәүҙән туктап, мәңгелеккә тынып та ҡала.Кистән йоҡларға ятып, иртәнсәк йоҡонан уятмай, ҡәҙимге генә атлап китеп барған ерҙән теҙләндерә. Донъя күргән ҡартты ла, йәш, әле йәшәп өлгөрмәгән, фани донъяла эшләр эше күпте лә. Нишләп 80 - 90 йәшкә еткәнде, был фани донъяла илең, йәмғиәт,ғаиләалдындағы бурыстарҙың үтәлгәнен дә көтмәй башланы һуң әле? Күкрәккә һыймай – шартлай, киҫелә, яралана, ҡатып ҡала? Нишләп тыңлауһыҙға, сирлегәәйләнде әле хәҙерге заманайөрәктәре?
Башҡортостанда бөгөнгө көндә иң күп үлемгә килтереүсе сир – ҡан әйләнеше системаһы һәм йөрәккәбәйле сирҙәр, тип хәбәр бирә “Башинформ” Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә таянып. Был сирҙе иҫкәртеү ниәте менән диспансеризация аша республика халҡының сәләмәтлеге торошон асыҡлау һәм сәләмәт йәшәү образын пропагандалау аша халыҡтың иҫәнлеген нығытыу күҙаллана, тиелә. Былар барыһы ла – хуплана торған һәм кәрәкле саралар.Бөгөнгө көндә бигерәк тә был сирҙәрҙең ныҡ йәшәреүен күҙаллаһаҡ,йәштәрҙе лә аяуһыҙ ҡырғанын уйлаһаҡ,был бик актуаль һәм етди һөйләшеү талап итә торған тема.Сәләмәт йөрәкле кеше – йәмғиәттең дә, ғаиләнең дә таянысы, бөгөнгөһө, киләсәге. Мин дә ошо профилактика сараларына үҙемдең өлөшөмдөхалыҡ медицинаһы күҙлегенән индерәйем әле, тигән ниәт менән яҙырға булдым.
Һәркем үҙ йөрәге өсөн үҙе яуаплы, уның насар торошо өсөн ул ғына ғәйепле һәм йөрәк сәләмәт булһа, улғына маҡтауға лайыҡ. Тимәк, әгәр ҙә беҙ йөрәгебеҙҙең һәр тибешен аңлап, уның беҙҙән нимә көткәнен һиҙеп, уның сигналдарын ишетеп, ваҡытында саралар ҡабул итһәк, беҙҙең йөрәк тибә лә тибә. Бары тик уға дөрөҫ эшләргә ҡамасаулама! Ә ҡамасаулаусы кем? Әлбиттә, беҙ үҙебеҙ. Көндәлек тормошта йөрәгебеҙ тәүлек әйләнәһенә туҡтамай, беҙҙең өсөнтипһен тиһәк, йөрәктең сәләмәтлеге нимәнән тора тигән һорауға ла яуап табыу бик һәйбәт булыр.
Беҙҙең тәнебеҙҙә бөтөн ағзалар бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә торалар.Бер ағзаның эшсәнлеге икенсеһенекенә ныҡлыбәйле.Күп кеше йөрәкте иң мөһим орган тип уйлай. Йүгереү, йөҙөү, фитнесҡа йөрөүҙәр менән нығытырға тырыша.Был да мөһим. Тик йөрәктән дә мөһим органды белер өсөн, йөрәктең эшсәнлегеҡайһы ағзанан бойондороҡло(зависимый) һәм улниндәй ағза тигән һорауға яуап табайыҡ әле. Йөрәк ул– насос. Уның вазифаһы – көнө-төнө бер яҡтан ҡанды һурыу, ә икенсе яҡтан сығарыу.Тимәк, йөрәк иң төп ағза түгел, ә ярҙамсы.Уның сәләмәт булыуы ул һурып торған ҡандың сифатынан тора.Ә ҡандың сифаты иң беренсе бауыр эшсәнлегенә бәйле!!! Ғөмүмән, йөрәк сәләмәт булһын өсөн, иң беренсе бауырҙың көнө-төнө үҙ вазифаһын тайпылышһыҙ үтәүе мөһим.Электән үк әйтелә торған бер әйтем бар. ”Сирле йөрәк, ләкин сәләмәт бауыр менән 100 йәшкә хәтле йәшәргә була, ә бына сирле бауыр һәм сәләмәт йөрәк менән оҙаҡ йәшәү – юҡ”. Тимәк, әгәр ҙә йөрәгебеҙ кинәт кенә туҡтап, шартлап, киҫелеп китмәһен тиһәк, иң беренсе бауырҙың сәләмәт торошон тәьмин итергә, уның ниндәй хәлдә икәнен һиҙергә тейешбеҙ.Йүгергәндә лә, һикергәндә лә, йөҙгәндә лә, көндәлек физик ауырлыҡтарға йөрәксыҙамлы, түҙемле булһын тиһәк, бауырҙы сәләмәт тоторға кәрәк.Был йырсыға ла, спортсыға ла, уҡытыусыға ла – һәммәбеҙгә, йәшкә лә,ҡартҡа лаҡағыла!
Бауырҙың вазифаларына күҙ һалһаҡ, хайран ҡалырлыҡ.Йөрәк кеүек ҡанды һурып һәм сығарып ҡына тормай, ул көнө-төнө ейгән ризығыбыҙҙы беҙгә файҙалы итеп эшкәртеп, кәрәкле матдәләргә әйләндереп сығарға ярҙам итә.Ул беҙҙең иң ҙур орган, ауырлығы –1.5 кг. Шуныһы ҡыҙыҡлы: ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында бауырҙың хатта 75 процентын ҡырҡырға тура килһә лә, үҙе яңынан туҡымаларын,күҙәнәктәрентергеҙеп, кире үҙ хәленә ҡайта ала. Самовосстанавливающийся орган! Ә уның биш йөҙҙән артыҡ функция үтәүе ғәжәйеп хәл! 500 функцияһын белеп бөтөрмәһәк тә,иң мөһим 5 функцияһын улбер тайпылышһыҙ үтәргә тейешлегенбелергә тейешбеҙ.
1. Фильтр. Ул бөтөн мөһим органдарҙы, ҡанды ризыҡ менән ингән зарарлы матдәләрҙән, ағыуҙарҙан һаҡлап, таҙартыптора, йәғни ул көнө-төнө беҙҙе сиргә еткерә торған хәлдәргә ҡаршы барьер ролен үтәй. Ул иң оло орган ғына түгел, ә бөтөн ағзалар өсөн яуаплы, ул ауырый башлаһа, бөтөн ағзаларҙа тайпылыш башлана.Беҙ ашаған ризыҡтың, эскән шыйыҡсаның зыянын ул үҙе аша үткәреп, бер аҙын үтҡыуығы, бераҙын бөйөрҙәр аша сығарып тора.Әгәр ҙә был функция үтәлмәй башланһа, беҙ бысырай, ағыулана башлайбыҙ.Ә ҡайһы осраҡта була һуң был хәл? Психологик сәбәптәрҙе ҡараһаҡ, ул күп осраҡта нерв кҡсҡргәнешлегендә йәшәү, үпкә һаҡлап йөрөү, асыулы булыу, артыҡ йомоҡ булыу һ.б. Был хәлдәр бауырҙың ҡыҫылыуына, уның ҡатыуына килтерә. Майлы, ҡыҙҙырылған, яһалма тәмлекестәр, шәкәрменән яһалған ризыҡтар, сөпрә менән бешкән ҡамыр ризыҡтарын күп ашау, сифаты насар булған һыу эсеү,араҡы, һыра, тәмәке,дарыуҙарбауырҙың эшсәнлегенә зыян һала.Ҡыҫҡаса әйткәндә, беҙ үҙебеҙҙе шул хәтлем бысратабыҙ, фильтрыбыҙ тығылып, беҙҙе таҙалап өлгөрмәй. Бына шунда инде төрлө сирҙәргә юл асыла, бауырҙаташтар, майҙар, хатта паразиттар үрсей башлай.Тәнгә таҙартылмаған ҡан китә.Йырымдарындағы торғонлоҡтар ташҡа, плесенгә әйләнә. Бауыр эшсәнлеге насарайһа, үт ҡыуығында торғонлоҡ булып,таш, ҡом барлыҡҡа килә,ашҡаҙан аҫты биҙенә лә ауырлыҡ килеп, шәкәр сиренә юл асыла. Тамаҡ аҫты биҙе(щитовидка)эшсәнлеге лә бауырға бәйле икәнен барыбыҙ ҙа белеп бөтөрмәйҙер.Ул бүлеп сығарған йод бауырға барып еткәс кенә, беҙгә кәрәкле йодҡа әйләнә.Тимәк, тамаҡ аҫты биҙендәтайпылыш башланһа, иң беренсе бауырҙы сәләмәтләндерергә кәрәк. Хәтер, күҙҙәр насарая, сәс ҡойола. Ә тән тиреһе ҡартая, һырҙар менән ҡаплана.Ә йөрәк был осраҡта, ғөмүмән, насар эшләй.Сөнки ул даҡан насарайыу сәбәпле, көсһөҙәләнә, хәлһеҙләнә, уның стенкаларына, мускулдарына кәрәкле ризыҡ килмәй башлай.Йөрәк көнө-төнө сифаты насар булған ҡанды үҙе аша үткәрә лә үткәрә.Ә бауыр тығылған, май баҫҡан, ҡатҡан...Тығылып, быуылып, һаҙлыҡ хәленә етә башлаған һыуҙы эскән һымаҡ була, бындай ҡандың сифатынанбик файҙа юҡ.Хатта улбеҙгә үлем ҡурҡынысы янай башлай. Һарғайып, кибеп бөтөүгә барабыҙ.Бауыр таҙартмағас, ҡан беҙҙең өсөн ағыуға әйләнә, беҙҙе ағыулай башлай.
Ашҡаҙан эшкәртә тип уйлайбыҙ.Ашҡаҙанға төшә ризыҡ, соляная кислота бүленә, ул беҙҙең ризыҡтағы микробтарҙы үлтерә, ризыҡ ашҡаҙанда бераҙ онтала, шунанкитәэсәккә, ризыҡ килде эсәккә тип сигнал килеүгә, бауыр йәшел үт тигән шыйыҡсаны (тәүлегенә 500млҙан 1,200 мл.хәтле үт бүленә) эсәккә үт ҡыуығы аша сығара, үт ашаған ризыҡты тарҡата, шунһыҙ ризыҡ эсәктәр аша беҙҙең организмға һеңмәй йәки эсәктәр аша һурылмай.Тимәк, ашаған ризығыбыҙ эсәктә беҙҙең организмға файҙа килтерерлек хәлгә еткерелә.Ҡалған кәрәкмәгән ризыҡ тышҡа сығып китә.Әгәр ҙә бауырҙың был функцияһы боҙолһа, беҙ ашаған ризыҡ файҙалы түгел, ә зыянлыға әйләнә. Тимәк, бауыр беҙ ашаған һайын, үт бүлеп сығара, ул үт сыҡмаһа, беҙҙең тән ризыҡ аша кәрәкле матдәләрҙе ала алмай.Ризыҡ тулыһынса эшкәртелмәй, сығып бөтмәй, зыян ғына һала беҙгә.Тимәк, ашаған ризығыбыҙ еңел, файҙалы, тәбиғи, төрлө витаминдарға бай булырға тейеш. Еңел тип юҡҡа ғына яҙманым. Беҙ ашаған һайын ауыр, майлы, ҡыҙҙырылған, ҡоро ( сухомятка) ризыҡ ҡорһаҡҡа ырғытабыҙ икән, ул эшкәртелә алмай.Ни өсөн? Сөнки беҙҙең ағзаларҙың да ресурс тигән нимәһе бар.Улар бит беҙҙе һаҡлап тора, беҙҙең турала ҡайғырта, ә хужа уйлап та бирмәй.Ағзалар бүлеп сығара торған фермент тамсылап ҡына сыға, һыу урынына аҡмай. Етмәҫкә лә мөмкин! Сөнки Аллаһы Тәғәлә беҙгә бик юғары аҡыл эйәләренә хас була торған тән биргән, шул тәнде аңларға тейешле юғары аҡыл биргән. Ул тән шул хәтлем идель төҙөлгән, унда бер ниндәй ҙә тайпылыш булырға тейеш түгел. Тимәк барыһына ла үҙебеҙ ғәйепле.Нишләптер аңламай башланыҡ үҙебеҙҙе. Аңлаһаҡ, шуның хәтлем сиргә батмаҫ инек!Сиргә үҙебеҙҙе үҙебеҙ еткерәбеҙ.Сит сәбәптәр эҙләйбеҙ, табиптарҙы ғәйепләйбеҙ, тик үҙебеҙҙе түгел.Ә тәндең хужаһы кем? Кеше!
Был функцияһы бауырҙың ғөмүмән мөғжизәле хәләт.Ул беҙҙе энергия менән тәьмин итә(беҙҙең тел менән әйтһәк, электростанция), үҙе шәкәрҙең барлыҡҡа килеүен, йыйылыуын, сығарылыуын тикшереп тора.Беҙ ашаған ризыҡтың глюкозаһын беҙгә файҙалы гликогенға әйләндерә, үҙендә йыя, кәрәк саҡта бирә.Шулай уҡ бауыр үҙендә май йыя (май баҫҡан бауыр тигән осраҡ менән бутамағыҙ, ул кеше кәрәгенән артыҡ майлы ризыҡ ашаған, уны бауыр ҙа артығын йыйған, сығарып бөтөрә алмаған тиергә була.) Бауыр майҙы кетонға әйләндерә, ул беҙҙең мускулдар өсөн яғыулыҡ материалы булып тора, шулай уҡ шәкәр етмәгәндә ҡулланыла.Тимәк, әгәр ҙә диабет тигән ауырыу ишек ҡаҡһа, иң беренсе бауырҙы сәләмәтләндереү тураһында уйланырға кәрәк, ә тиҙерәк инсулинға ултырыу түгел.Сәбәбен аңлап, бауырҙы сәләмәтләндерһәк, диабет та китеп барыр.Сөнки бауыр сәләмәт булмаһа, ашҡаҙан аҫты биҙенә ауырлыҡ килә. Сөнки ул да беҙ ниндәй ризыҡ ашауыбыҙға ҡарап, уны тарҡатырға кәрәкле ферменттар сығара.Ул уникеле эсәккә тоташҡан.Бауыр менән икеһе беҙҙең ашаған ризыҡты беҙгә файҙалы итеп бирер өсөн тырышалар.Тик береһе ауырыһа, икенсеһенә ауырлыҡ ике тапҡыр арта.
Бауыр үҙендә шәкәр, май, тимер (гемоглобин), холестерин, витаминдар, микро һәм макроэлементтар йыя, беҙгә самалап бирә.Кәрәк саҡта.
Ә улар витаминдарҙы, минералдарҙы, гармондарҙы,майҙарҙы транспортировкалау өсөн дә яуаплы.Бик күп мөһим аҡһымдар бауырҙа йәшәй.Гармондар, ферменттар. Улар ҡан ойошоу һәм иммунитет өсөн яуаплы факторҙар. Ошонан башҡа бауырҙың тағын өҫтәмә 495 функцияһы бар.Иҫкиткес! Тимәк, бауырыбыҙ сәләмәт булғанда ғына, беҙҙең йөрәк тә сәләмәт була.Ә йөрәктең ҡыҫҡартылыу һәм расслабление тигән ике функция әйбәт булһын өсөн, уның үҙенә лә ҡан менән кәрәкле микроэлементтар талап ителә.Шул ваҡытта ғына уның стенкалары ныҡ була. Ә бәлйерәп төшмәйҙәр. Ундай йөрәкте йөҙөү, һикереү, атлау, йүгереү һәм башҡа спорт төрҙәре менән нығытып торһаң, уның мускулдары ла ныҡ була. Ә бына бауыр ауырыу булғанда, физик күнегеүҙәр зыянға булырға мөмкин.Был осраҡта йөрәк физик нагрузкаларға әҙер түгел. Бауырҙың хәлен УЗИ үтеп, анализдар биреп белергә була. Етешһеҙлектәр булған осраҡта тиҙерәк дарыу ашай башлауфайҙа бирмәҫкә мөмкин, иң яҡшыһы – бына ашау рационын ентекләп тикшереп үҙгәртеү. Хатта ҡайһы берҙә тотороҡло гемоглобин күтәрелмәгән осраҡтар бар.Кеше әллә ниндәй железосодержащий препараттар ашап ҡарай.Йә ваҡытлыса күтәрелә, шунан төшә.Ә бына бауырға тюбаж яһап, уны торғонлоҡтан таҙартып ебәргәс, гемоглобин да күтәрелә.Сөнки уның да барлыҡҡа килеүе ашаған ризыҡҡа һәм бауыр эшсәнлегенә бәйле.
Һығымта яһап, шуны яҙырға була.Әгәр ҙә йөрәк сәләмәт булһын тиһәң, спорт менән шөғөлләнеү генә етмәй, ә йөрәккә менән бәйле булған бар ағзаларҙың эшсәнлеген, бер-береһенә бәйле булыуын аңларға кәрәк.Уларҙың эшсәнлеге иң беренсе ашаған ризыҡтың сифатына, уның дөрөҫ эшкәртелеүенә, эшкәртелгәненең ваҡытында сығарылып барыуына бәйле. Тәнебеҙҙә ниндәй процесс барғанын аңларға өйрәнеү – күп сирҙәрҙән профилактика булып тора.
Йөрәк темаһына әйләнеп ҡайтһаҡ, беркешенеңябай ғына ысулдар менән йөрәкте өйкәп торған сирҙәрҙән ҡотолғаны тураһында яҙып китәм.
Күп йылдар таксист булып эшләүсе Альбина исемле ҡатын беҙҙең ҡасабала йәшәй. Бер көндө ул бик хафаланып минең янға килде. “Зәүхиә апай, давление 180, хатта 200-гә хәтле күтәрелә, ә йөрәк вообще никудышныйға әйләнде.Йөрәк менән күптән дауахана юлын тапайым. Гел баш әйләнеп йөрөгәс УЗИ үтергә барған инем, алты аҙналыҡ миома, түштә, һөт биҙҙәрендә киста тинеләр.Иртәнсәк көскә торам.Йөрәк менән давление йылдан артыҡ йонсота.Көнгә икешәр-өсәр тапҡыр дарыу эсә башланым.Рейсҡа сығырға ҡурҡам хәҙер. Әҙ генә хәүефле хәл булһа рулдә ултырғанда, китә йөрәгем һикереп, битем-башым ҡып-ҡыҙыл була. Табип та инсульт һуғырға мөмкинлегенә ишара яһаны, шуға дарыу эсеп кенә торам.Ә эсеп өлгөрмәһәм.... Юл ҡырыйына сығып ултырып тынысланам.Етмәһә, тәндең тиреһе бигерәк насарға әйләнде, баҡсала оҙон еңле кофта кейеп эшләйем.Әҙ генә сыбыҡ тейеп китһә лә, шунда уҡ киҫелә.Әле ике аяҡ та шешенә.Былай эшләй алмайым. Алла һаҡлаһын, рулдә бер-бер хәл булһа. Өҫтәүенә әллә ниндәй таптар тәнемә сыға башланы...”– тине ул.
Альбина менәнһөйләшеп ултырҙыҡ.Йәшләй генә ире үлгән гепатиттан, әсәһе рактан мәрхүмә булған, апайы ғөмүмән йәшләй йөрәк өйәнәгенән китеп барған.Апайы артынан еҙнәһе лә. Малайын аяҡҡа баҫтырыр өсөн ял белмәй эшләүсе әсәй бөгөн үҙе лә көскә аяҡта баҫып тора.
Ейән-ейәнсәрҙәреңде күргең киләме? – тип һораным мин унан. Еще как! – тине ул урыҫсалап. Тимәк, шул маҡсатҡа ярашлы программа төҙөйбөҙ, тип хәл иттек.Иң беренсе уны нимә бындай хәлгә еткергәнен асыҡлай башланыҡ.Тыумыштан түгел бит, тимәк ниндәйҙер сәбәптәр еткергән! Дарыуҙарҙы ҡәҙимге генә ашаған. Тик файҙаһын бик күрмәгән.Табиптар ғәйепле тип уйлау дөрөҫ түгел.Улар был осраҡта ниндәй дарыу тейешле – шуны яҙғандар. Тик әҙәм балаһына баш һәм уның эсендә мейе юҡҡа бирелмәгән бит.Әҙерәк уйланырға кәрәк.Сирҙең килеп сығыу сәбәбен эҙләү мөһим. Ә сәбәп бик ябай ине.Ашау! Көндәлек физик хәләт. Шыйыҡса эсеү режимы! Һ.б.
Альбинаның ашауы теләһә кемде аяҡтан йығырлыҡ һәм теләһә ниндәй сиргә алып барып еткерерлек ине.Иртәнсәк бер стакан кофе эсеп сығып китә, төшкө аштыашханаға инеп, ә кискеһен ҡайтҡас, ныҡлап ултырып ашай.Күп осраҡта төнгөлөккә ашау ғәҙәткә ингән. Ә көндөҙ ашай ҙа таксиға сығып ултыра. Әҙ генә лә ашағаным һеңһен әле, бераҙ йәйәү йөрөп алайым, тигән уй юҡ башта. Ә көндөҙ ашағанда тағын күберәк кофе эсә.Йоҡо килмәһен тип. Машинала һыу йөрөтә.Тик күп осраҡта эсергә лә онота. Һыу эсеү юҡ дәрәжәһендә.Эсе ҡатып та интегә.Салаттар яһап ашарға өлгөрә алмай, ашханала булғанын ғына ашай. Ял көндәрендә лә үҙен ҡарарға ваҡыт ҡалмай.Аҙна буйы йыйылған эште эшләргә кәрәк. Һөҙөмтәлә – ул ваҡытынан алда туҙған, эстәге бар запастар ҡулланылған, бирешкән, әнейем мәрхүмә әйтмешләй “күтәрткән”.Бына шулай йәшәй һәм эшләй замана ҡатындары. Альбина хәлендә ҡалған ҡатындар күп.
Нишләнек һуң Альбина менән? 1)“Иртәнге ризыҡты үҙең аша,” – ти халыҡ мәҡәле.Көндә иртәнсәктән организмға һәр бер эскән һыу, ашаған ризыҡ бары тик файҙа бирергә, уға көндәлек кәрәк энергияға етергә һәм үҙен нормаль хәлдә тоторға запас та ҡалырға тейешле режимға күсерҙек. Иң беренсе ашауҙы үҙгәрттек.Йоҡонан торғас,1 стаканйылы һыу эсәбеҙ. Икенсе стаканға лимон согы һығабыҙ.Ул эсәктәрҙәге кисә ашағандан ҡалған ҡалдыҡтарҙы ҡыуалай. Эс ҡатыубулмай. Лимон, онталған ҡәнәфер, имбирь сиратлашып барҙы. Теләгән дә өсәр стакан да эсте.Был бик мөһим процедура.Кисәге көндән ҡалған ҡалдыҡтарҙы, серей башлаған ризыҡтарҙы йыуҙырып сығарабыҙ, улар инде файҙаһыҙ, зыян ғына.Шунан инде һеперәбеҙ.Бының өсөн көн дә иртәнсәк үҙебеҙҙә үҫкән татлы, һутлы кишерҙе, сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Уға үҫемлек майы һалып тәмләп ашайбыҙ.Был салат батшалар салаты тип атала.Уны көндә ашаған кешенең йөҙө матур, тиреһе сәләмәт, сәстәре ебәк кеүек була.Сөнки улар барыһы ла беҙҙең ашауға һәм эсәктәрҙең эшсәнлегенә бәйле. Ә был йәшелсәләр витаминға бай, тәбиғи антибиотик көсө бар, ә иң мөһиме эсәктәрҙең перистальтика тигән функцияһын һаҡлайҙар. Шулай уҡ теләгәндә бүтән йәшелсәләрҙе лә ашарға мөмкин.
“Көндөҙгө ашыңды дуҫтың менән бүлеш”.Ашханала ашауҙы файҙалыға әйләндерҙек.Үҙе менән үлән сәйҙәре термоста йөрөтә башланы.Ашарға ингәнсе үлән сәйҙәре эсә, ашҡаҙанын ашауҙы ҡабул итергә әҙерләй, лимфалар эшләп китә.Ашханала күберәк йәшелсә аштары, балыҡ, салаттар менән туҡлана.Ашағас, урамда бераҙ йөрөп ала, ашағанын һеңдерә.Эске органдарға ауырлыҡ килтермәй, уларҙы ҡыҫып, ҡатып ултырмай. 3.”Киске ашты дошманыңа бир”. Альбина ҡорһаҡ тултырып ашап, йоҡларға ятыуҙы туҡтатты.Кискеһен еңелсә генә ашарға күнектерҙе үҙен.Сөнки организм төндә йоҡларға һәм ял итергә тейеш.Ә төнө буйы аш ҡайнатып, уны эшкәртеп хәле бөтөп, бөтөн ағзалар арып- талып килеп торорға тейеш түгел.Бындай хәлдә төндә йөрәк менән дә әллә нимәләр булырға, ҡан баҫымы ла кинәт кенә һикерергә мөмкин.
4. Ашаған ризығын үҙенә файҙалы итеп үҙгәртте.Салаттар. үлән сәйҙәре, кипкән емеш- еләк, бал, балыҡ, йәшелсә аштары, бутҡалар, сәтләүектәр, йәшелсәләр, емеш – еләктәр..
5. Оҙаҡ йылдар дөрөҫ туҡланмай иң беренсе бауырға ныҡ зыян биргән ине.Йөҙөнөң һары төҫө, тән тиреһенең шул хәтлем насарайыуы, йөрәктең хәле булмауы бауырҙың сәләмәт булмауын күрһәтә. Атнаға икешәр тапҡыр тюбажяһап, торғонлоҡтан бауырҙы таҙарттыҡ (тюбаж тураһында интернеттан уҡырға тәҡдим итәм). Көслө үләндәрҙән төнәтмәләр ҙә эсеүҙе индерҙек.Сөнки миома, кисталар үҫкәс, тимәк тәндә зарарлы бактериялар, паразиттар үҫешкән тип һығымта яһаныҡ.Йәй буйына дегәнәк япрағыныңһутын һығып, көндә ашарға ярты сәғәт ҡала бер-ике аш ҡалағы эсте. Йоҡлар алдынан әрем үләне төнәтмәһен ярты стакан ҡайнар һыуға сәй ҡалағының өстән берен һалып төнәтеп эсте. Эс ҡатыу уның тәнендә паразиттарҙыңбарлыҡҡа килеүенә уңай шарттар тыуҙырғанын онотманыҡ.
Бер аҙна тигәндә Альбинаның ҡан баҫымы нормаға төштө.Ошо ваҡытта йөрәк дарыуы кәрәкмәй башланы.Берәр айҙан нерв көсөргәнеше бөттө.Эс ҡатыу борсомай.Тән тиреһе матурланды. Шешенеп ҡыҫылып бөткән күҙҙәре, асылып, нур бөркөп тора башланы.Атлауы еңелләнде. Аналыҡтан да бик ныҡ таҙарыныу процессы булды. Миома ла, кисталар ҙа бәләкәйләнә башлаған тип күрһәткән УЗИ. Альбина сәләмәт йәшәү образына ныҡлап тотондо, үҙаллы бик күп нимәләрҙе өйрәнеп йәшәй башланы...
Ер йөҙөндә Аллаһы Тәғәлә бар нимәне лә камил итеп, шуның хәтлем теүәл яһаған. Кешене лә.Һәр ағзаһының тайпылышһыҙ үтәй торған роле бар.Улар бер- береһенә иҫкиткес ныҡ бәйләнгән. Бары тик шул бәйләнеште аңлау ғына беҙгә сәләмәт тәндә - йәндә,камил аңда йәшәргә бирә. Беҙ ниндәй генә аппарат һатып алһаҡ та, уның инструкцияһы була.Әгәр ҙә беҙ дөрөҫ итеп ҡулланмаһаҡ, ул да ватыла. Ә тәндәге тайпылыштар инде үкенесле хәлдәргә алып килә...
“Ашау өсөн йәшәмә, йәшәү өсөн аша,”тигән мәҡәл менәнбыл мәҡәләгә һығымта яһарға булалыр. Көндәлек тормошта һау- сәләмәт тәндә йәшәргә, камилаҡылда булырға, мал табырға, шатланып йәшәргә, спорт менән шөғөлләнергә, ғәиләңде ҡарарға һәм башҡа бик күп эштәргә сыҙамлы йөрәк кәрәк.Ә йөрәк үҙенән-үҙе сәләмәт була алмай.Уның өсөн тәнебеҙҙәге һәр ағзанын теүәл эшләүе кәрәк. Бары тиктән хужалары – үҙебеҙҙең ошо теүәллекте тәьмин итеүсе икәнебеҙҙе тәүлек әйләнәһенә онотмауыбыҙ бик тә мөһим.