Бөтә яңылыҡтар

Күмер шулай файҙалымы?

Белгестәр әйтеүенсә, активлаштырылған күмер һәр ваҡыт ҡул аҫтында булырға тейеш, сөнки ул күп осраҡта, бигерәк тә ағыуланғанда, организмға ярҙамға килә ала.

Белгестәр әйтеүенсә, активлаштырылған күмер һәр ваҡыт ҡул аҫтында булырға тейеш, сөнки ул күп осраҡта, бигерәк тә ағыуланғанда, организмға ярҙамға килә ала.


Ул эс ташҡанда, эскә һауа тулғанда бик ныҡ ярҙам итә. Ашарҙан алда бер нисә төймә күмер эскән кеше бындай проблеманы ғүмер буйы белмәҫ.


Ҡандағы холестеринды кәметә. Ул юғары булһа, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефе ҙурая икәнлеген барыһы ла беләлер. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, даими рәүештә актив күмер эскән кешегә бындай ҡурҡыныс янамай.


Бөйөрҙөң сәләмәт булыуына тәьҫир итә. Бөйөрҙәр һәр көн 115-140 литр ҡанды таҙарта, тик май, тоҙ, шәкәр, консерванттар ҡулланыу был мөһим органдың эшмәкәрлеген ҡатмарлаштыра, төрлө сирҙәр барлыҡҡа килә. Был ваҡытта ла беҙгә ярҙамға актив күмер килә ала: ул бөйөрҙө токсиндарҙан таҙартып, уның сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай.


Аҙыҡ-түлектән ағыуланғанда, уҡшыуҙан, эс китеүҙән, ауыртыныуҙан һаҡланыу һәм иң мөһиме токсиндарҙы нейтралләштереү өсөн тиҙ генә күмер эсер кәрәк.


Активлаштырылған күмерҙе шулай уҡ битте таҙартыусы, сәсте нығытыусы, теште ағартыусы, ауыҙҙағы насар еҫте бөтөрөүсе косметик сара, эскесене һауыҡтырыусы әжәл дарыуы булараҡ та ҡулланалар.


Һәр саҡ һау һәм яҡшы кәйефтә булырға теләһәгеҙ, аш эшкәртеү системаһын йыш таҙартып торорға кәрәк. Был ваҡытта ла активлаштырылған күмер иң ҙур ярҙамсы булыр.
Читайте нас: