Рәсәй Президенты Владимир Путин киҙеүгә ҡаршы прививка яһатыуы тураһында белдерҙе һәм Премьер-министр етәкселегендә бөтә Хөкүмәт ағзаларын да унан өлгө алырға саҡырҙы.
Хөкүмәт ағзалары менән үткәрелгән кәңәшмәлә Владимир Путин һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцованың киҙеүҙән вакцина ҡаҙатыу тураһындағы докладын тыңланы. “Һеҙ хәүеф төркөмөнә ингәндәрҙе һанап үттегегеҙ. Улар – медицина, мәғариф, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре. Хөкүмәт ағзалары был төркөмгә ҡараймы?” – тип ҡыҙыҡһынды Президент. “Һеҙ нимә тип әйтәһегеҙ инде, Владимир Владимирович”, – тип яуапланы Скворцова. “Беҙ кешеләр менән эшләйбеҙ, шуға күрә Хөкүмәт ағзаларын да хәүеф төркөмөнә индерергә кәрәктер”, – тине дәүләт башлығы.
Президент министрҙар араһынан кемдәрҙең киҙеүгә ҡаршы прививка яһатыуы менән ҡыҙыҡһынды. “Хөкүмәт Рәйесе прививка эшләттеме? – тип һораны Путин. – Юҡ. Ә Президент Хакимиәте етәксеһе, Хөкүмәт ағзалары?” Бер нисә кеше вакцина яһатыуын белдереп, ҡулын күтәрә. “Бер, ике, өс. Йәмғеһе өс кеше, – тине Владимир Владимирович. – Минең менән дүртәү. Киҙеү менән сирләп китһәләр, тимәк, үҙҙәре ғәйепле, сөнки алдан сара күрмәгән, мөмкинлекте файҙаланмаған. Был турала уйланһағыҙ ине”.
Президент әйтеүенсә, һуңғы 13 йылда киҙеү менән сирләгән рәсәйҙәр һаны 13 тапҡырға кәмегән.