Бөтә яңылыҡтар

Сәләмәтлек сығанағы ул - ҠЫМЫҘ

“Ашаған ризығың – дарыу, ә дарыуың ашаған ризығың булһын” “Их, әнейем яһаған ҡымыҙҙы бер кәсә тултырып эсһәм ине”, – тип ҡуям ҡайһы берҙә. Ҡымыҙҙың тәнде земберҙәтеп, бер аҙ тирләтеп ебәргәнен, быуындарға төшөп киткәнен ысын башҡорт ҡымыҙын эскән кеше бер ваҡытта ла онотмай. Унан һуң донъя нисектер тағы ла яҡтырып, күңелгә, йөрәккә рәхәт булып китә. Табандарға тиклем төшә уның тәьҫире, ҡуҙлы күмергә баҫҡан һымаҡ булаһың. Әнейем белмәй әйтмәгән...


“Ашаған ризығың – дарыу, ә дарыуың ашаған ризығың булһын”


“Их, әнейем яһаған ҡымыҙҙы бер кәсә тултырып эсһәм ине”, – тип ҡуям ҡайһы берҙә. Ҡымыҙҙың тәнде земберҙәтеп, бер аҙ тирләтеп ебәргәнен, быуындарға төшөп киткәнен ысын башҡорт ҡымыҙын эскән кеше бер ваҡытта ла онотмай. Унан һуң донъя нисектер тағы ла яҡтырып, күңелгә, йөрәккә рәхәт булып китә. Табандарға тиклем төшә уның тәьҫире, ҡуҙлы күмергә баҫҡан һымаҡ булаһың.


Әнейем белмәй әйтмәгән...

Был тәьҫораттар минең фантазия емеше түгел. Ейәнсура районында ул йылдарҙа ауыл һайын тигәндәй йылҡы һарайҙары бар ине. Беҙҙең Биштирәк ауылында ла утыҙлаған баш йылҡы малы булғанын хәтерләйем. Минең әнейем оҙаҡ йылдар бейә һауҙы һәм ҡымыҙ яһаны. Район үҙәгенән дә, тирә-яҡ ауылдарҙан да һабантуйҙарға, төрлө сараларға шифалы эсемлекте килеп алғандарын хәтерләйем. Хатта бер нисә йыл тракторсыларға ла алып сығып, сәсеү-урыу осоронда эсерҙеләр.


Ул ваҡытта шәхси хужалыҡтарҙа ла йылҡы малы бар ине. Күп кенә ауылдарҙа үҙҙәре өсөн дә ҡымыҙ яһаусылар, артып ҡалғанын һатыусылар ҙа булды. Әнейем эштән туҡтап, үҙе яһамай башлағас, беҙ ҡайтҡан саҡта кешеләрҙән һатып алдыҡ.

Ғаиләлә ҡымыҙға ни өсөн шулай ҙур иғтибар биргәндәрен ул ваҡытта уҡ яҡшы аңлай инем. Иртәнсәк тороуға ҡымыҙ булһа, тәүҙә ҡымыҙ эсәбеҙ, шунан ғына ашарға ултыра инек. Әней: “Ҡымыҙ эскән кешенең йөрәге сәләмәт була, эсе ҡортламай; бейәләр тау битендә тәмле үлән генә ашай, беләһеңме уның һөтөндә күпме витамин?!” – ти ине. Ни тиклем хаҡлы булған ул! Паразиттар әсе ҡымыҙға нисек сыҙаһын, йөрәккә лә бик ныҡ файҙа килтергәнен аңлап була. Ә йөрәгебеҙ, ысынлап та, ныҡ булған. Йәй баҡсаға һыу һипкәндә, икешәр күнәк күтәреп ташып һибә инек. Күрше Хәмдиә апай менән һанай-һанай бер кистә йөҙәр күнәк ташыйбыҙ. Ә бит баҡсанан башҡа ла эш күп! Эшләйбеҙ, “ых” та итмәйбеҙ... Хәҙерге заман балаларының умыртҡа һөйәктәре зарарланып бөтөр ине, моғайын, шул тиклем эшләһәләр. Картуф утау, мал ҡарау, бесән әҙерләшеү, утын бысыу, совхоз эштәренән дә ситтә ҡалмайбыҙ. Кисен уйынға ла сығабыҙ. Бер кем арыным тимәй, табандар әсеткәнсе бейейбеҙ, дыу килтереп уйнайбыҙ. Йөрәге насар үҫмерҙәр ошо тиклем эшләй аламы? Әлбиттә, юҡ. Ә бит беҙгә ел һулап көс инмәгән, ашау һәм эсеү сифатлы булған.


Еленә лә һүҙ тейҙереп булмай, саф булған, бер уйлаһаң. Экологик яҡтан таҙа ел! Хәҙер ҡала ерендә, ана, машина күплектән, заводтар гөрләтеп эшләгәндән халыҡ тонсоғоп бөтөп бара, форточканы асырға ҡурҡып торалар.

Шифаһы ҙур, тәме тылсымлы

Тимәк, беҙгә көс биргән, беҙҙе ныҡлы иткән ризыҡтарҙың береһе ҡымыҙ булған. Ҡымыҙ тураһында яҙған саҡта уның әскелт тәме иҫкә төшөп, тамаҡты ҡытыҡлай, нисектер йөрәк ярһыбыраҡ тибә башлай. Башҡорт ҡымыҙының оло көскә эйә булғанын беҙҙең ата-бабалар яҡшы белгән, шуның өсөн йылҡы аҫрау кәсебе быуындан-быуынға күсеп килгән, уның серҙәрен бер быуындан икенсеһенә ҡиммәтле йәдкәр кеүек тапшырғандар, сөнки оло быуын ҡымыҙ эскән кешенең тәне сирҙәргә бирешмәҫен, уны төрлө ауырыуҙар урап үтәсәген яҡшы белгән. Мин үҙем дә атай-әсәйем менән бесән сабырға сыҡҡанда туҡтап ҡымыҙ эсеп алғандарыбыҙҙы хәтерләйем. Шунан инде хәл инеп китә, һыуһын ҡана, “ых” та итмәй артабан тирләп-бешеп эшләйбеҙ.


...Башҡорт тиһәң, иң беренсе беҙҙең данды яңғыратҡан кәрәҙле бал, моңло ҡурай, әсе ҡымыҙ күҙ алдына килә бит. Тик бөгөн маҡтанырлыҡ ҡымыҙыбыҙ бармы икән? Ауылдарҙағы йылҡы һарайҙары урынында елдәр уйнай, малдары инде күптән юҡҡа сыҡты.


Фән дә шифаһын иҫбатлай


Ошо урында мин фәнни яҙмаларға күҙ һалдым. Ҡымыҙ тураһында факттар бына ниндәй: “Уның составында минералдар һәм витаминдар күп, улар еңел үҙләштерелә торған формала. Әммә был ғына үҙенсәлектәр ҡымыҙҙың файҙалы сифаттарын тулыһынса асып бөтмәй. Шуныһы мөһим: был аҙыҡ-түлек – әүҙем матдәләрҙең сығанағы, эстәге сереү процестарын туҡтата торған тәбиғи антибиотиктар фабрикаһы.

Ҡымыҙҙың шифалы сифаттары – бәхәсһеҙ, шуға ла уны халыҡ медицинаһында һәм шифаханаларҙа медицина препараты һымаҡ ҡулланалар. Антибиотиктар етештереү барлыҡҡа килгәнгә тиклем был эсемлекте хатта туберкулезды дауалау өсөн файҙаланғандар. Һуғышта иһә, препараттар етмәгәндә, уны яраларҙы эшкәртеү өсөн тотонғандар һәм улар йүнәлгәне билдәле.

Шулай итеп, ҡымыҙ кеше өсөн нимәһе менән файҙалы? Ул дарыуҙар ҡулланыуҙан арынырға һәм үҙеңде бына тигән формала тоторға ярҙам итә, эсәк-ашҡаҙан юлы һәм башҡа ағзаларҙың эшмәкәрлеген бермә-бер яҡшырта”, – тип яҙылған етди сығанаҡтарҙа.


Бына ниндәй байлыҡты, ниғмәтте юғалта яҙғанбыҙ... Йылҡы малын бөтөрөүе тиҙ, ә бына ул тармаҡты элекке кеүек гөрләп эшләрлек итеп нисек яңынан тергеҙергә, мөмкинлекте ҡайҙан табырға? Ҡасандыр һәр ауылда тигәндәй булған йылҡысылыҡ фермаларын халыҡты хәстәрләп хөкүмәт астырған бит инде. Бәлки, шуғалыр ҙа халыҡ сәләмәт тә, дарманлы ла, көслө лә булған. Ә бөгөн ҡымыҙ менән бергә милләттең һаулығы ла юғалып бара һымаҡ. Элегерәк замандарҙа әлеге ҡурҡыныс сирҙәр тураһында ҡолағыбыҙҙың сите менән дә ишеткәнебеҙ булманы. Ни өсөн тигәндә, һәр кем ҡымыҙ, айран (ул да бик файҙалы эсемлек), әсе ҡорот, ҡатыҡ эсеп-ашап торған. Шулар торған милләттең сәләмәтлеге һағында! Ә бер ҙә улар урынына ҡалған, аҙым һайын асылған дарыуханалар түгел...


Ҡымыҙ кешенең эсендәге сереү процестарын туҡтата, тип үрҙә әйткәйнек инде. Унан тыш, был эсемлек организмдың иммунитетын юғары дәрәжәлә тоторға ярҙам итә. Ә иммунитеты юғары булған кешене хатта яман шеш тә еңә алмай. Әсәйем беҙҙе ҡымыҙ эсмәйенсә өҫтәл янына ултыртмай ине, ә хәҙерге көндә ошо күренеште күҙәткәнегеҙ бармы? Бик торорҙар ине, ҡымыҙ аҙ етештерелә, ҡайһы бер төбәктәрҙә бөтөнләй табып булмай тиерлек. Көнөнә бер стакан ысын ҡымыҙ эскәндә, беҙҙең организмға кәрәкле бөтөн минерал-витаминдарҙы, тәбиғи антибиотикты алдығыҙ, тигән һүҙ. Ә тәбиғи антибиотиктан организмға бер ниндәй ҙә зыян юҡ, бары тик беҙҙең тәнгә ингән, беҙгә зыян килтерә торған инфекциялар, бактериялар ҡырыласаҡ. Бөгөнгө киң таралған яман шеш, инсульт, инфаркт сирҙәренән иҫкәртеүҙе нимәнән башларға икән тип власть вәкилдәре баш ватһа, мин һәр ауылда элекке кеүек үк йылҡы малдарын үрсетәйек, быға тотонған ауыл кешеләренә ярҙам күрһәтәйек тиер инем. Ҡымыҙ – ысын мәғәнәһендә милләтте ҡотҡарып алып ҡала торған эсемлек, ул булғанда халыҡты бер ниндәй ҙә сирҙәр еңә алмаясаҡ.


Йомғаҡлау урынына

Халыҡтың күңеле был ризыҡҡа тартылһа, бик күп бәлә килтергән араҡыға тартылыу ҙа кәмер ине, минеңсә. Тыуған яғыма ҡайтҡанда, бер танышым менән һөйләштем. Эш юҡлыҡҡа зарланғас, йылҡы аҫра, ҡымыҙ һат, тим. “Беҙҙә кеше магазин байыта, ҡымыҙ һатып алып эскәнсе”, – тине. Миңә, әлбиттә, ҡыйын булып китте. Ә шулай ҙа: “Бөтөн кеше бер төрлө түгел, зиһенле, аҡыллы кешеләр, үҙеңдең яҡындарың өсөн яһа”, – тинем. Кәрәк кеше үҙе килеп табасаҡ.


Милли ризыҡ – ҡымыҙыбыҙ һәр ауылға ҡайтһын ине тигән теләктә ҡалғы килә. Һәр ғаиләлә әсәйҙәр сыңлап торған ҡымыҙҙы туҫтаҡ тултырып сабыйҙарына һонһон, килгән ҡунаҡтар ғүмерҙә лә онотолмай торған тәмен тойоп китһен ине: кешеләргә йыл әйләнәһенә бер ҡайҙа ла табып булмай торған шифаны биреп торор. Ошонда Гиппократтың: “Ашаған ризығың – дарыу, ә дарыуың ашаған ризығың булһын”, – тигән һүҙҙәре бик тә урынлы.



Зәүхиә ҠӘҘЕРБӘКОВА.

Биштирәк – Татарстан.
Читайте нас: