Доға көсө менән бик күптәрҙе һә, тигәнсе дауалаған көслө дин әһелдәре Башҡортостаныбыҙҙың оло мөғжизәһе. Ғәҙәттә ундай шәхестәр һауаланмаған, тәбиғәттән, Аллаһы Тәғәләнән бирелгән ҡөҙрәтен ҡулланып, бихисап халыҡты, ярлы-байға айырмай, хаҡ һорамай, шәбәйткән. Түбәндә ошоға йәнә бер иҫбатлау хикәйәләп үтмәксемен, ысын булған хәлдән.
Өләсәйем Сәхипъямал Хәмзина (Илъясова) Ейәнсура районы Үрге Бикбирҙе ауылында тыуып-үҫкән. Уның әсәһе, минең ҡарт өләсәйем, шул замандағы ҡанундарға хас булғанса, яҙмыш ҡушыуы буйынса, икенсе мәртәбә тормошҡа сығырға насип яҙғас (өләсәйемдең атаһы һуғышта вафат булып ҡалған була), алты айлыҡ ҡына ҡыҙ баланы ата-әсәһе тәрбиәһенә ҡалдырып, сит ауылға ғүмерлеккә йәшәргә китергә мәжбүр була. Әлеге тормош иптәше бик ҡаты булыу сәбәпле, уның балаларын ҡарап, уға мосолман ҡатындарына хас булғанса бойһоноп, үкенескә күрә, ҡарт өләсәйем шул китеүенән бер генә лә ҡыҙғынаһын килеп күрә алмай, вафат булғанса райондың Айыу ауылында йәшәй… 1924 йылғы өләсәйем өләсәй-ҡартай ҡулында иркәләнеп, наҙға ҡойоноп, бик теремек һәм һөйкөмлө бала булып үҫә. Инде хәҙер нисә йәштәр булыуын аныҡ ҡына әйтә алмайбыҙ (яҡынса ун-ун ике йәштәр тирәһе, буғай), бик һылыу булып үҫеп килгән ҡыҙ бала уйламағанда бәләгә тарый- киске эңерҙә ишек алдында оҙаҡ ҡына уйнап йөрөгәндән һуң, өйгә ингәс, ауырып йығыла. Иртән ҡыҙ инде үҙ аяҡтарына баҫа алмауы асыҡлана. Өләсәһе менән ҡартатаһы халыҡ дауаларын файҙаланып, тәрбиәләүе лә файҙа бирмәй. Шулай байтаҡ ҡына аяҡһыҙ ултырған ҡыҙ баланы ҡартатаһы бәләкәй арбаға күтәреп ултыртып, тауҙар һәм яландар аша ифрат күп михнәттәр үтеп, йәйәүләп, Күгәрсен районына (Мәҡсүт ауылына, шикелле) халыҡты дауаларға килгән Шәм(и)ғол хәлфәгә алып бара. Шәмғол хәлфә шым ғына үҙ алдына доғаларын бик оҙаҡ уҡып, ҡулы менән ҡыҙ баланың иҫ белмәгән аяҡтары өҫтөнән һыпырғандай итеп, өшкөрә.
-Йә, ҡыҙым, килгәндә ҡартатайыңдың арбаһына ултырып килгәнһең, төш инде, төш, балам, хәҙер ҡайтҡанда йүгерә-һикерә атлап ҡайтаһың инде, - тип йомшаҡ-яғымлы тауышы менән мәрәкәләп, өндәшә. Өләсәйем шул әйтеүҙән арбанан һикереп төшөп атлап китә.
- Баланы саҡ ҡына һуңлабыраҡ килтергәнһегеҙ, аяҡтарына, асыҡлап әйткәндә, аяғының баш бармаҡтарына бер аҙ зыян булып ҡалыр инде, киске эңерҙә, ҡояш байығас, уйнап, ен-шайтандарҙың зәхмәтенә юлыҡҡан. Ҡыҙығыҙ бик оҙаҡ ғүмер кисерәсәк, уның өсөн хәүефләнмәһәгеҙ ҙә була, -ти Шәмғол хәлфә ҡартатаһына.
Ысынлап та, өләсәйем 95 йәшенә тиклем бер төймә дауа ла ҡапмайынса шәпле йәшәне. Шулай ҙа яҡынса ҡырҡ йәштәр тирәһендә тамағында ҡалҡып сыҡҡан ҡалҡан биҙен Өфөлә ҡырҡтырып алдыра(зоб), башҡа бер нимә менән дә ауырымай, дауахана ла шулай ғүмер эсендә бер генә ята.
Өләсәйемдең төп дауаһы һуған булды һәм был ябай ғына йәшелсәнең хайран ҡалдырғыс файҙаһы тураһында (баш ауыртҡанда, киҙеү башланып торғанда, мунсала еҫ тейгән кешегә еҫкәтеү һ.б) йыш ҡына миңә ҡабатлар ине. Бәлки, тағы ла оҙағыраҡ йәшәр ине, уйламаҫтан ғына эләгеп ҡолап (ҡартая килә баласаҡта зыян күргән аяҡтары ла йөрөшөнә тәьҫир итеп), таз һөйәген һындырып, һигеҙ йыл түшәктә ултырып-ятып ҡына йәшәп, һигеҙ балаһына (туғыҙ ине, бер ҡыҙы йәшләй, инде кейәүгә сығам тип йөрөгәндә генә, сирләп түгел, көтөлмәгән хәл арҡаһында, мәрхүм булды, йәне ожмахта, рухы шат булһын), бик күп ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә фатихаһын биреп, үлеп китте. Ҡартатайым, Бөйөк Ватан һуғышынан һыңар аяҡһыҙ, икенсе аяғы ла пулялярҙан тетелеп бөткән Барый Мирғәле улы Хәмзин менән йорт-донъя төҙөп, ишле мал аҫрап, оло майҙан картуф, баҡса үҫтереп, күҙгә-күҙ ҡарашып, Бикбау ауыл биләмәһендә абруйлы һәм бик өлгөлө ғаилә булып, үҙҙәренсә кешелек бәхетен татып, оҙайлы дәүер ғүмер иттеләр. Икеһе лә йырлар ине, ҡартатайым думбыра ла уйнаны, иң мөһиме- тормош ауырлыҡтарына ауыҙҙарынан һис ваҡыт зарланыу яңғыраманы. Ҡартайым Ҡаҙағстандан килеп, граждандар һуғышы осоронда, бында өләсәйемә өйләнеп, Башҡортостанда ҡала. Бөйөк Ватан һуғышына бынан юлланып, разведчик-элемтәсе булып хеҙмәт итеп, Үрге Бикбирҙе ауылына шәфҡәт туташы коляскала алып килә.Өләсәйем уны минең әсәйем- Разифа менән ҡаршылай. Шәфҡәт туташы:”Иптәшегеҙ ҡаты яраланған, ул инвалид, алып ҡалмаһағыҙ, уны дәүләт ҡарар, мин уны инвалидтар йортона тапшырам, хәл итегеҙ”, -ти. Йәнә өҫтәлдәге наҡыҫ ҡына тәғәмгә ҡарай ҙа: “Был аяуһыҙ һуғыш арҡаһында халыҡ нисек интекте, асыҡты,яфаланды, мин бындай тормошта йәшәгәнсе, һуғышта йөрөйөм, унда беҙгә һәйбәт, аҡ икмәк ашаталар”,-ти. Өләсәйем ҡартатайымды алып ҡала, ҡартатайым протезға өйрәнә алмай, һыҙланып, ғүмер буйы ике ҡултыҡ таяғы менән йәшәне. Ҡартатайым тураһында айырым тарих яҙырмын. Минең күҙ алдымда шат күңелле, ғорур, зирәк аҡыллы, йор һүҙле өләсәйем тора һәм мин кем ул ысын өләсәй икәнен белеүем менән дә бәхетле, уға рәхмәтлемен.
Ейәнсәре Әнисә Бикташева (Күсәрбаева). Фото Гөлназ Сәйетбатталова диуарынан алынды.Фотола Шәмиғол хәлфә.