Бөтә яңылыҡтар

Айыҡ ауыл – сәләмәт ауыл

Әбүләис ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктынан бер ҡасан да кеше өҙөлмәй. Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауыл булараҡ, йәше лә, ҡарты ла ауырыҡһынып китһә, ошонда килә. Бында уларҙы һәр саҡ тәжрибәле белгес – фельдшер Гөлнара Мусина ҡаршы ала. Гөлнара Марат ҡыҙы ауылдаштары һаулығын хәстәрләп кенә ҡалмай, ауыл Советы депутаты булараҡ, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.

Әбүләис ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктынан бер ҡасан да кеше өҙөлмәй. Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауыл булараҡ, йәше лә, ҡарты ла ауырыҡһынып китһә, ошонда килә. Бында уларҙы һәр саҡ тәжрибәле белгес – фельдшер Гөлнара Мусина ҡаршы ала.
Малиновка ауылы ҡыҙы Салауат медицина училищеһын тамамлап, шәфҡәт туташы дипломы алғас, Иҙәш ауылында эш башлай. Күп тә үтмәй, эш урыны бушағас, тыуған ауылына ҡайтып, хеҙмәт юлын дауам итә.Шулай эшләп йөрөгәндә ул тормоштоң яңы баҫҡысына атлай –Әбүләискә килен булып төшә.Бына шунан алып, инде 30 йылдан ашыу, Гөлнара Марат ҡыҙы әбүләистәрҙең сәләмәтлеге һағында.
Эшеңде яратмаһаң, ғүмер буйы уға тоғро булыу мөмкин түгелдер, моғайын. Гөлнара Марат ҡыҙы тап шундай – үҙ эшенә мөкиббәндәрҙән. Тәжрибә лә үҙен белдерә: бөгөн 265 кешене хеҙмәтләндергән фельдшер кемгә ниндәй дарыу килешерен дә, балаларҙың ҡайһыныһы прививканы нисек кисереүен дә белеп тора.
– Күпселекте хаҡлы ялдағылар тәшкил итһә лә, ауыл ҡартая тип әйтмәҫ инем.Балалар баҡсаһына йөрөгән, мәктәптә уҡыған балалар байтаҡ ҡына, йөклө ҡатындар ҙа, бер йәшкә тиклемге сабыйҙар ҙа бар. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа сабыйҙар тыуа, ә үлеүселәр юҡ, – ти ауыл фельдшеры.
Әбүләис ауылы ирҙәре, башлыса, ситтә эшләй. Гөлнара Марат ҡыҙының тормош иптәше Илһам Ильяс улы һәм уландары Ирәндек менән Байрас та эшкә ҡырға йөрөй. Ә кинйәкәйҙәре – ҡыҙҙары Элина БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында, 1-се курста уҡый. Фельдшерҙан ситкә китеү хаҡында уйланғаны булманымы икәнлеге менән ҡыҙыҡһыныуға:
– Әлбиттә, юҡ! Ялда йәки отпускыла берәй ҡайҙа юлланһам, хатта иптәшем: “Әбейҙәрең нимә эшләр?” – тип борсолоп тора. Үҙем дә ауылдаштарыма: “Мин ҡайтҡансы ауырышмай тороғоҙ инде!” тип китәм, – тип яуапланы.
Гөлнара Марат ҡыҙы ауылдаштары һаулығын хәстәрләп кенә ҡалмай, ауыл Советы депутаты булараҡ, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Быйыл әбүләистәр районда иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” бәйгеһенә ҡушылды. Шул сара сиктәрендә үткәнағас ултыртыу, тирә-яҡты таҙартыу өмәләрендә ҡатнашып ҡалмай, түңәрәк өҫтәлдәрҙә лекциялар менән сығыш яһай, “Алкоголһеҙ тормош” исемле стена гәзите сығара. Сара – сара менән, тик һөҙөмтә барыбыр һәр кешенең үҙенән тора икәнлеген яҡшы аңлай фельдшер. Шуға ла ул кәйеф-сафа ҡороусылар менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүҙе өҫтөн күрә. Уның теләктәре лә изге:
– Айыҡ ауыл ғына сәләмәт ауыл була ала. Ауылдаштарым һау булһын, теләһә ниндәй яман ауырыуҙар беҙгә яҡынламаһын!
Читайте нас: