Бөтә яңылыҡтар

21 ноябрь – Халыҡ-ара тәмәкенән баш тартыу көнө

Бөгөн илебеҙҙең 70 миллион кешеһе тәмәке тарта. Уларҙың 70 проценты – ир-егет, 30 проценты – ҡатын-ҡыҙ. Яңы тыуған сабыйҙарҙы ла индереп, кеше башына бүлеп иҫәпләһәк, йылына һәр ҡайһыбыҙға 100 ҡап тәмәке тура килә. Рәсәйҙә юл-транспорт фажиғәләрендә йылына 30 мең кеше үлһә, тәмәкенән вафат булыусыларҙың һаны 400 меңгә барып баҫа. Сәс үрә торорлоҡ!

Сәләмәтлеккә ҙур зыян килтереүсе зарарлы ғәҙәт – тәмәке тартыу наркотиктарға бәйлелеккә тиң ҡурҡыныс менән янай. Донъяның барлыҡ илдәре менән сағыштырғанда тәмәкене иң күбе Рәсәйҙә ҡулланалар. Был хәүефле хәлде күҙаллау өсөн һандарға мөрәжәғәт итәйек. Бөгөн илебеҙҙең 70 миллион кешеһе тәмәке тарта. Уларҙың 70 проценты – ир-егет, 30 проценты – ҡатын-ҡыҙ. Яңы тыуған сабыйҙарҙы ла индереп, кеше башына бүлеп иҫәпләһәк, йылына һәр ҡайһыбыҙға 100 ҡап тәмәке тура килә. Сәс үрә торорлоҡ! Статистиканы артабан дауам итһәк, тағы ла ҡурҡынысыраҡ һандарға юлығырбыҙ. Мәҫәлән, Рәсәйҙә юл-транспорт фажиғәләрендә йылына 30 мең кеше үлһә, тәмәкенән вафат булыусыларҙың һаны 400 меңгә барып баҫа. Был тотош бер ҡала халҡы тигән һүҙ. Сәләмәтлеккә генә түгел, әйләнә-тирәләгеләргә лә зыян килтереүсе күренеш һәр кемде уйландырырға, һағайтырға тейеш.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тәмәке ғүмерҙе ун йылға ҡыҫҡарта. Һуңғы йылдарҙа гүзәл заттар араһында тәмәке тартыусылар күбәйеүе айырыуса хәүеф тыуҙыра. Тартҡан ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе түлһеҙ була, кейәүгә сыҡҡас, буйға уҙа алмай аҙаплана. Йөккә уҙған хәлдә лә, баланың төшөү ҡурҡынысы юғары була. Тартҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙа менопауза ла иртә башлана. Был тәмәке тартыуҙың йомортҡалыҡтарға кире йоғонтоһо хаҡында һөйләй. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың байтағы тәмәке тартыуҙы элеккесә ир-егеттәр проблемаһы тип ҡарай һәм яңылыша. Сөнки эксперттар күптән инде тартыусы ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙар һаны тигеҙләшкән тип иҫбатлай.
Тәмәкенең ни тиклем зыянлы икәнлеген белә тороп та, тәмәке компаниялары йылдан-йыл үҙҙәренең ҡулланыусыларын үҫмерҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар иҫәбенә арттырырға тырыша. Тәмәке сығарыусыларҙың йәшерен реклама буйынса эшләүе үҙҙәре өсөн бик ҡулай. Мәҫәлән, етештереүселәрҙең «Беҙ ун һигеҙе тулмағандарға тәмәке һатмайбыҙ!», «Тартыу оло кешенең ихтыярында» тигәнерәк «өгөт-саҡырыуҙары» «Үҙеңде ҙур, үҙ аллы кеше итеп хис иткең килһә – тарт!» тигән һымағыраҡ яңғырай.
Һәр сигаретта йөрәк тибешен йышайтыусы һәм ҡан баҫымын күтәреүсе никотин бар. Никотин үпкәгә йәбешеп ҡала. Тештәрҙә һәм бармаҡтарҙа таптар барлыҡҡа килтерә. Тәмәке составындағы 40 мең химик матдәнең күпселеге – ағыу. Уларҙың ҡырҡтан ашыуы яман шеш ауырыуын тыуҙыра. Тартҡан кешегә йөрәк өйәнәге ҡурҡынысы – икеләтә, үпкәлә яман шеш барлыҡҡа килеү – ун мәртәбә, хроник бронхитҡа һабышыу бер нисә тапҡырға йышыраҡ янай. Һәр сигаретта булған 15-кә яҡын канцероген матдә көнөнә бер ҡап тәмәке тартыусының үпкәһенә йыл дауамында бер литр ыҫмала ултырта. Бер сигарет тартыусының ғүмерен һигеҙ минутҡа ҡыҫҡарта. Никотинға бәйлелектең физик яҡтан ғына түгел, психологик яҡлап та барлыҡҡа килеүе ихтимал. Тәмәке төтөнөнөң зарарлы йоғонтоһонан физик күнекмәләр ҙә арындыра алмай.
Һуңғы йылдарҙа тәмәкегә ҡарата сикләү индерелә башлауы күңелде бер аҙ йылыта, әлбиттә. Әйтәйек, телевизорҙан, реклама щиттарынан, транспортта тәмәке рекламаһы юғалды тиерлек. Үтәлһә-үтәлмәһә лә, махсус урындарҙа ғына көйрәтеү рөхсәт ителә, елләтеү ҡорамалдары булмаған ябыҡ биналарҙа тартыу тыйыла. Әммә ҡайҙа ғына тороп тартһаң да, һауа барыбыҙ өсөн дә уртаҡ. Барыбыҙ ҙа бер һауаны һулайбыҙ. Үкенескә күрә, тәмәкесе урамда тартыуҙы бер ни тип тә күрмәй. Ул үҙе менән бер рәттән һине лә ағыулауын дауам итә. Ял итеү урындарында ла, урамда ла, туҡталышта ла... Тәмәкесене, ғөмүмән, үҙенең эргә-тирәһендәгеләр өсөн зыян тыуҙырыуы борсомай. Ә бит тәмәке төтөнө һурыусының ғәҙәте үҙенән бигерәк әйләнә-тирәләгеләр өсөн тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Көйрәгән сигарет, мәҫәлән, 10 метр радиустағы һауаны ағыулай һәм тартмаусыларҙың организмына зарар килтерә.
Бына шулай ниндәйҙер хәл иткес сараларһыҙ тәмәке төтөнө эпидемияһынан ҡотолоу мөмкин түгел. Был проблемаға киләсәк хаҡына айыҡ аҡыл менән ҡарау мөһим шарт булып тора. Шуға ла ошо көндән ташлағыҙ, тигән саҡырыуҙы тормош талабы булараҡ ҡабул иткәндә, зарарлы ғәҙәттән күптәр ҡотола алыр ине.
Тәмәкегә ҡаршы бергәләп көрәшәйек, яҡындарыбыҙҙы тартыуҙан арындырайыҡ. Үҙебеҙгә ғүмер, матурлыҡ, сәләмәтлек бүләк итәйек!
Р. Сарбаев, үҙәк район дауаханаһы табип-наркологы.
Читайте нас: