Нимә ул ВИЧ, ВИЧ-инфекция һәм СПИД
ВИЧ – кешенең иммунодефициты вирусы, уны йоҡторған осраҡта организм төрлө инфекцияларға һәм шештәргә ҡаршы көрәшеү һәләтен юғалта. Ә СПИД (йоҡторолған иммунодефицит синдромы) – ВИЧ-инфекция фонында СПИД-индикатор сирҙәрҙең үҫешеүе. Ҡайһы саҡта сир үҙен һиҙҙерә башлағансы оҙаҡ ваҡыт, хатта тиҫтәләп йылдар үтә.
ВИЧ-инфекцияның таралыуы күп осраҡта кешеләрҙең был сир уларҙы урап үтер, тип хаталаныуы арҡаһында килеп сыға. Ысынында бөгөн ВИЧ-инфекцияға бәйле хәл-торош һәр кемгә, шул иҫәптән һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ҡағыла. Хәҙерге ваҡытта ул хәүеф төркөмдәре сиктәренән сығып, бөтә халыҡ араһында тарала башланы.
Күп йылдар элек Америка ҡалаларында табиптар үҙҙәренә мөрәжәғәт иткән ауырыуҙарға дөрөҫ диагноз ҡуя алмай башлай. Табиптар уларҙы дауалай, әммә дарыуҙар ярҙам итмәй һәм кешеләр үлә. 1983 йылда Франция профессоры Люк Монтанье был кешеләрҙең ауырыуының сәбәбе вирус булыуын асыҡлай һәм уны ВИЧ – кешенең иммунодефициты вирусы тип атай. Профессор нәҡ ошо вирус кеше организмын ниндәй ҙә булһа ауырыу алдында көсһөҙ итеүен иҫбатлай.
Кеше организмы бик ҡатмарлы, унда һәр орган, һәр күҙәнәк билдәле бер функциялар үтәй. Бөтә органдарҙың һәм системаларҙың төрлө зарарлы микробтарҙан һаҡланыуы мөһим. Бының өсөн кешелә уникаль һаҡлау системаһы – иммунитет бар.Нәҡ улар микробтарға ҡаршы көрәшә һәм уларҙы зарарһыҙландыра. ВИЧ бик мәкерле вирус. Кеше ҡанына эләккәс, ул һаҡлаусы төп күҙәнәктәргә – лимфоциттарға һөжүм итә һәм уларҙы юҡ итә. Иммунитет көсһөҙләнә һәм организмды һаҡлай алмай. Кеше өсөн бөтә ауырыуҙар, хатта ябай тымау ҙа хәүефлегә әүерелә.
Сәләмәт кеше организмына был вирус ВИЧ инфекциялы кешенән генә йоғорға мөмкин. Рәсәйҙә ВИЧ-инфекция эпидемияһы донъяла иң йәштәрҙең береһе – осраҡтарҙың 90 проценты 15-50 йәшлек кешеләргә тура килә.
Балаға ВИЧ тураһында нимә һөйләргә
Был ауырыуҙан вакцина, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ һәм уның булдырылыуы әлегә бик алыҫ, шуға күрә беҙҙең балалар ҙурайып, төп “хәүеф төрөкөмө”нә ингән осорҙа ВИЧ проблемаһы тағы ла көнүҙәгерәк буласаҡ. Шуға күрә, ҡәҙерле ата-әсәләр, балаларығыҙ менән был темаға һөйләшегеҙ, уларҙың был хәүефле, даулап булмаған, мәкерле вирус тураһында белеүе мөһим. Улар белергә тейшле төп нәмәләр:
– ВИЧ иммун системаһын емерә;
– көнкүрештә ул йоҡмай. ВИЧ инфекциялы кешеләр менән аралашыу тулыһынса хәүефһеҙ;
–вирус ҡан аша – наркомандарҙағы дөйөм шприц, инфекциялы ҡорал менән татуировка яһатыу, һаҡланыуһыҙ енси бәйләнештәр аша һәм әсәнән балаға – ауырлы булғанда, бала тапҡанда, имеҙгәндә күсә;
– кешелә ВИЧ булыу-булмауын тышҡы билдәләрҙән белеп булмай. Бының өсөн ҡанға махсус анализ кәрәк;
– енси мөнәсәбәттәр осоронда ВИЧ-тан һаҡланыуҙың берҙән-бер ысулы презерватив ҡулланыу.
Ҡайһы бер ата-әсәләр балалар менән бындай темаларға һөйләшеү кәрәкмәй, тип уйлай. Әммә улар барыбер телевизорҙанмы, иптәштәренәнме был хаҡта ишетәсәк. Әгәр был теманы балаларығыҙ менән тикшермәһәгеҙ, һеҙҙең өсөн быны ниндәйҙер сит кеше эшләйәсәк.
Ейәнсура районы буйынса статистика
Әлеге ваҡытта беҙҙең 100 кеше иҫәптә тора, шуларҙың береһе бала. 2019 йылда 8 кеше вафат булды, 18 кеше иҫәпкә алынды. Был һандар ВИЧ-инфекция йылдан-йыл артыуы, шуның менән бергә үлем осраҡтары күбәйеүе тураһында һөйләй.
Башҡа кеше ҡаны булған предметтарға тейергә ярамай, айырыуса ҡулдарыңда яра булғанда. Урамда табылған шприцтар айырыуса хәүефле.
Һәр кешенең үҙ теш щеткаһы, маникюр ҡайсыһы, ҡырынғысы булырға тейеш. Был гигиена ҡағиҙәләрен һәр кем үтәүе мөһим.
Ҡолаҡтарҙы тиштереү, присинг тик косметологта ғына һәм бер тапҡыр ҡулланылыусы инструмент менән генә эшләнергә тейеш.
ВИЧ-инфекциялы кешеләр менән дуҫлашыу, бергә уҡыу, бассейнға йөрөү бөтөнләй хәүефһеҙ.
Һеҙҙең һәм балаларығыҙҙың һаулығы тик һеҙҙең ҡулда. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!