"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

Йүтәлде тиҙ арала дауалау

Көтөп алған ҡыш та етте. Һыуыҡ көндәр үҙе менән бергә инфекциялар ҙа алып килә, айырыуса ныҡ йүткереү йәнгә тейә. Уны бер эләктереп алһаң, ҡотолормон тимә. Шулай ҙа уны ярты көн эсендә еңеү ысулы бар. Рецебы ла ябай ғына. Түбәндә беҙ һеҙҙе шуның менән таныштырабыҙ.

Йүтәлдән дауаланыу өсөн 500 грамм һуғанды таҙартып, ваҡ ҡына итеп турарға кәрәк. Уға 400 грамм шәкәр ҡомо ҡушып болғатабыҙ. Унан ҡатнашманы 1 литр һыуға һалып 3 сәғәт буйына талғын утта ҡайнатабыҙ. Шунан уттан алып, бүлмә температураһына тиклем һыуытабыҙ. Артабан ҡайнатмаға 50 грамм бал һалып иретәбеҙ.

Әлеге ҡайнатманы аш алдынан эсергә кәрәк. Балаларға – 4-6 бал ҡалағы, ололарға 4-6 аш ҡалағы бирелә.

Был рецепты ҡулланғанда, йүтәлдән 12 сәғәт эсендә ҡотолорға була.

Сәләмәт булығыҙ!
Читайте нас: