Бөтә яңылыҡтар

Ҡулдағы сөйәл күп нәмә һөйләй

Сөйәл – киң таралған тире ауырыуы Һытҡынан ҡала, сөйәл иң киң таралған тире ауырыуы һанала. Аҡһыл, аҡһыл һоро йәиһә тире төҫөндәге ҡалҡып тороусы төйөрсәләр һәр кемгә яҡшы таныш.

Сөйәл – киң таралған тире ауырыуы


Һытҡынан ҡала, сөйәл иң киң таралған тире ауырыуы һанала. Аҡһыл, аҡһыл һоро йәиһә тире төҫөндәге ҡалҡып тороусы төйөрсәләр һәр кемгә яҡшы таныш. Статистика буйынса, халыҡтың 75 проценты бер тапҡыр булһа ла был проблема менән күҙгә-күҙ осрашҡан, ә ун процентында ул ғүмер буйы бар. Сөйәл сәләмәтлек өсөн хәүефле түгел – уның тирегә төпкә үтеп инеүсе тамырҙары юҡ. Шулай ҙа улар күп кенә мәшәҡәт тыуҙыра.


Ҡайҙан барлыҡҡа килә?


Сөйәл ҡапыл ғына барлыҡҡа килә. Берәү генә лә булыуы мөмкин, ваҡ-ваҡ ҡына төркөм-төркөм дә килеп сыға. Сөйәлдең төрҙәре күп, ә иң йыш осрағаны, ғәҙәттә, ҡулда, бармаҡтарҙа була. Иң ныҡ уңайһыҙлыҡ тыуҙырғаны аяҡ табанында барлыҡҡа килгәндәрелер, моғайын. Улар атлап йөрөгәндә ауырта, һөҙөмтәлә бер нисә аҙым баҫыуы ла ҙур михнәткә әүерелә. 40 йәштән һуң кешеләрҙә һорораҡ төҫтәге сөйәлдәр күренә башлай. Улар күкрәктә, арҡа өлөшөндә күберәк булып, дауалауы ҡыйын.

Сөйәл организмға ҡаты папиллома вирусы үтеп инеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә кешегә вирус эләгеп барыусан икән, ул саҡта тиреләге бәләкәй генә яраның да сөйәлгә әйләнеүе ихтимал. Ҡағиҙә булараҡ, сөйәл вирусы дымлы һауаны ярата. Шуға күрә лә бассейнда, мунсала аяҡҡа еңел сандалый кейеп йөрөргә кәрәк. Йылы, ямғырлы йәйге көндә ялан аяҡ йөрөргә ярамай, аяҡты кескәй йәрәхәттәрҙән һаҡлау зарур.

Аяҡтары тирләгән кешеләргә айырыуса һаҡ булырға кәңәш ителә. Табанда сөйәл барлыҡҡа килмәһен өсөн көн һайын аяҡтарҙы яҡшы итеп йыуырға, ойоҡтарҙы йыш алмаштырып торорға ҡушыла.

Нисек ҡотолорға?


Сөйәлде яндырып, соҡоп, туңдырып, лазер ярҙамында дауалайҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был операциялар ауыртыныуһыҙ үтмәй һәм гел генә ярҙам да итмәй. Бер ерҙән алып ташлаһаң, сөйәлдең икенсе урында барлыҡҡа килеү осраҡтары ла билдәле. Шуға күрә табипҡа мөрәжәғәт итер алдынан уларҙан өй шарттарында ҡотолорға тырышығыҙ. Иң беренсе сиратта ысынлап та сөйәл икәнлегенә инанығыҙ, миң йәки башҡа нәмә булып ҡуймаһын.

Әгәр ҙә бер генә сөйәл сығып, ҡамаусаламаһа, уға тейергә ашыҡмағыҙ. Билдәле булыуынса, сөйәлдәрҙең 40 проценты үҙенән-үҙе юҡҡа сыға. Дөрөҫ, бының өсөн күпмелер ваҡыт кәрәк, 2 – 3 йыл да үтеп китеүе ихтимал. Әгәр ҙә ҙурая һәм тәнгә тарала башлаһа, был осраҡта сара күрергә кәрәк.

Сөйәлде дауалағанда кислоталы препараттар яҡшы һөҙөмтә бирә. Әлбиттә, препаратты ҡулланыр алдынан уның ҡулланмаһы менән яҡшылап танышып сығығыҙ. Икенсенән, бер-ике аҙна дауамында сөйәл бөтмәһә, дауалауҙы туҡтатырға һәм табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.

С витаминын йәиһә аскорбин кислотаһын да ҡулланырға мөмкин. Бер төймә витаминды һыу менән паста хәленә килгәнсе иҙергә һәм сөйәлгә ябып, бәйләп ҡуйырға. Быны төнгөлөккә эшләү яҡшы. Ғәҙәттә, бер аҙнанан сөйәл бөтә.

Шулай уҡ салицил кислотаһы препараттары ла һөҙөмтәле. Әммә уларҙы диабетиктарға һәм ҡан әйләнеше боҙолған кешеләргә ҡулланырға ярамай. Айырыуса 40 процентлы салицил кислотаһы булған пластырь уңайлы. Уны төнгөлөккә сөйәлгә ҡуйырға ла, иртән алырға. Әммә лейкопластырҙы ҙур итеп һалырға ярамай, сөйәлде ҡапларлыҡ ҡына булһын.

А витамины ла яҡшы. Бер капсуланы асып, сөйәлгә һөртөргә кәрәк. Бындай дауалау курсы оҙайлы, 2 – 3 ай ваҡыт китеүе мөмкин. Әммә сөйәл күп икән тап уны ҡулланырға була.

Вирустарға ҡаршы риодоксол майын ҡулланһағыҙ, табанығыҙҙағы сөйәлдәрҙән бер-ике аҙнала ҡотолорһоғоҙ.

Башҡа халыҡ медицинаһы ысулдарын да ҡулланып ҡарарға була. Тик бик һаҡ булығыҙ. Мәҫәлән, аҡбур һөртөргә йәиһә картуф ҡабығы ябырға ярай. Шулай уҡ табандағы сөйәлгә банан тышын эске яғы менән һалып ҡарарға мөмкин. Йыш ҡына һарымһаҡ та ярҙам итә. Төнгөлөккә һарымһаҡ киҫәген ҡырҡылған яғы менән сөйәлгә лейкопластырь ярҙамында нығытып ҡуйығыҙ.

Әлбиттә, гигиена талаптарын да үтәргә онотмағыҙ. Аяҡтар һәр саҡ ҡоро һәм таҙа булырға тейеш. Көнөнә өс тапҡыр ойоҡбаштарҙы алмаштырғанда, табандағы сөйәлдәр бәләкәсәйә һәм таралыуҙан туҡтай.

Сөйәлде төрлө ырымдар менән дә дауалау ысулдары бар. Әйтәйек, кемдер ете төҫлө еп алып, нисә сөйәле бар, шунса төйөн эшләп, тупһа аҫтына һала. Йәнәһе лә, шул еп сереп бөтөүгә сөйәлдәр ҙә юҡҡа сыға. Шулай уҡ яңы тыуған айға сөйәлде күрһәтеп дауалау ысулы ла билдәле. Кемдәр ырымға, им-томға ышана, бәлки, ярҙам да итәлер, ә бәлки, ваҡыты еткәс, үҙенән-үҙе бөтһә, им-том ярҙам иткән, тип ышаналарҙыр. Әлбиттә, уларҙың зыяны юҡ, тимәк, бер кем дә тыя алмай.
Читайте нас: