Ҡышҡы ауырыуҙар “миҙгеле асылды”. Иммунитетығыҙ ныҡмы? Нығытыу өсөн ниҙәр ашарға?
*Һарымһаҡ бауырҙы таҙарта, ҡаҡшаған организмды тергеҙә, стресс менән көрәшә. Уны ас килеш ашау мөһим. Соусҡа, салатҡа ҡушыу ҙа һөҙөмтә бирә. Әгәр инде еҫенән ҡурҡһағыҙ, ризыҡ бешеп сыҡҡас ҡушып ебәрегеҙ. Еҫе бер аҙ кәмер, ә файҙаһы ҡалыр. Ваҡ ҡына итеп турап, сәйнәмәй йотһаң да еҫе сыға һалмай.
*Имбирь тамырында бик күп витаминдар, минералдар, эфир майҙары бар. Ул С витаминына, ретинол һәм В төркөмө витаминдарына бай. Имбирь аппетитты аса, аш һеңдереүҙе яҡшырта, күңел болғаныуҙы баҫа. Иммунитетты нығытыу өсөн уны ашҡа, бутҡаға, итле ризыҡтарға ҡушалар. Һубын соус, салат яһағанда ҡулланалар. Сәйгә ҡушһаң, вирустарға ҡаршы көрәшә торған яҡшы эсемлек килеп сыға.
*Лимонда С витамины бик күп. Уның һутын яһағас та эсергә кәрәк. Юғиһә, файҙаһы юғала. Ҡайнар сәйҙә лә витамины әҙ ҡала. Иң яҡшыһы – сәйҙе лимонды ҡабып эсергә. Көн һайын бер лимон телеме ашап ҡуйһағыҙ, иммунитетығыҙға яҡшы ярҙам булыр. Ит турағыс аша сығарып, бал ҡушып ашау тәмле лә, файҙалы ла.