Бөтә яңылыҡтар

Эсмәй, йөҙҙәренә нур ҡайта башлаған

...Бәләкәй генә сибек кәүҙәле ҡатын ишек алдында машинка ярҙамында кер йыйыу менән мәшғүл ине, бер балаһы ишек алдында уйнап йөрөй, икенсеһе коляскала йоҡлай. Ҡатындың һуңғы осор эсмәүе йөҙөндә күренеп тора, ул медик тикшереү үткән, сәләмәтлеген хәстәрләй башлаған.Күп балалы бер ҡатынды ла барып күрҙек. Уның ҡулында сабый бала иҙрәп йоҡлай. Кейем-һалымы етерлек ғаиләнең, тик кер йыйыу машинкалары юҡ, өҫ-баштарын ҡул менән йыуыуҙан арып-талған ҡатындың мейесен ағартып алырға ла, шаршауын йыуып элергә лә хәле ҡалмаған. Әйткәндәй, “Ғаилә” үҙәге уларға ярҙамдан автомат машинка килтерергә үткән килгәндә үк вәғәҙәләгән, әммә ире канализация соҡоро яһарға тейеш булған, ҡатыны әйтеүенсә, ул соҡорҙо яһарға һис ҡабаланмай...

Эсмәй, йөҙҙәренә нур ҡайта башлаған

Бикбау ауыл биләмәһе Үрге Бикбирҙе, Түбәнге Бикбирҙе, Бикбау, Трушин, Ҡарадигән тигән сағыштырмаса бәләкәй генә ауылдарҙы берләштерә, шуға ла дөйөм халыҡ та әллә ни ҙур һанда түгел – мең ярымға ла етмәй. Кешеләр бында ябай, хатта тыйнаҡ, күпселекте, әлбиттә, пенсия йәшендәгеләр тәшкил итә, шунлыҡтан эшҡыуарҙар ҙа, фермерҙар ҙа юҡ иҫәбендә. Ҡайҙалыр мәктәп, балалар баҡсаһы, ФАП, китапхана, шәхси магазин ғәмәлдә, барыһында ла клуб эшләй, ауыл Советы Трушинда урышлашҡан.

Ауылдарҙа һораштырыуҙарҙан күренеүенсә, урында эшкә һәләтле ир-егеттәрҙең бөтәһе тиерлек Себер, Мәскәү, Санкт-Петербург тарафтарында вахта ысулы менән эшләй, ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар ҙа шул һуҡмаҡтарҙы тапай, нимә генә тимә, ауылдарҙа рәсми эш етмәүе һиҙелә, кемдер мул аҡса артынан киткән. Ауылдар, бәләкәй, әммә юҡ-юғында эскелек менән үтә мауығып, үҙенең ата-әсәлек бурысына ҡул һелтәп ҡараусылар, хәмер һатыусылар ҡармағына эләгеп, шунан бик оҙаҡ сыға алмай интегеүселәр осрай. Ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр ҙә бар. Бөгөнгә ҡарата рәсми статистика һөйләүенсә, Бикбау ауыл Советында йәшәгән халыҡтан 4 ғаилә имен булмағандар иҫәбенә ҡуйылған, шул иҫәптән 2 ғаилә үтә хәүефле социаль хәлдәге ғаиләләр категорияһына индерелгән.

Билдәләнгән көндә район хакимиәтенең бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһы секретары С.Насырова, “Ғаилә” комплексы ярҙам үҙәгенең ғаиләләр менән эшләүсе белгесе Р.Татлыбаева, социаль приют директоры А.Бралина, янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү эшен алып барыусы белгес А. Жиров, район опека һәм попечителлек бүлеге хеҙмәткәре М.Ишмөхәмәтова, урындағы биләмә башлығы Р.Юлсанов составындағы комиссия Бикбау ауыл биләмәһе ауылдары буйынса рейдҡа сыҡты, маҡсат – имен булмаған ғаиләләрҙә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлеүен тикшереү, ғаиләләрҙең көнкүреше буйынса байҡау яһау, рекомендация биреү ине.

Тәүҙә комиссия ауыл Советы бинаһында ултырыш үткәрҙе, унда ҡатнашырға ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Г. Күсәкова ла саҡырылғайны, шулай уҡ урындағы хакимиәттең эштәргә идара итеүсеһе Г.Ҡаҙаҡбаева булды. Инеш һүҙ менән Р.Юлсанов сығыш яһап, имен булмаған ғаиләләр урында контролдә тотолоуы, байтаҡ ҡына ғаиләләр эсеүен ташлап, эшкә инеп, рәтләнеп китеүен һөйләне. Кемдер эсмәй тора ла, берәй ваҡиғаны сәбәп итеп яңынан эсә башлаған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Көмөшкә ҡыуып, йә булмаһа ялған араҡы һатыусыларҙың кем икәнлеген беләләр, фәҡәт уларҙан һатып алыу факты рәсми теркәлмәгәнлектән, уларҙы туҡтата алмайҙар, әлбиттә, уларға биләмә башлығы иҫкәртеү яһай, штрафтар ҙурлығын аңлата. Тегеләр эйе шул, ти ҙә, йәнә табышлы шөғөлөн дауам итә. Урындағы кешеләр үҙ ауылы кешеһенә ошаҡ ташымай, тоттормай, шулай көмөшкәселәр үҙ көйөнә йәшәүен дауам итә.

Ултырышҡа бер ҡатын саҡыртып килтерелде, ул быға тиклем эскән, балалары мәктәпкә илке-һалҡы йөрөгән – иртәнсәк уятып ебәреүсе булмаған. Хәҙер был ҡатынға биләмәлә эш табып биргәндәр, һуңғы осор эсеүе һиҙелмәгән – эсеп ятырға, йә йөрөргә ваҡыты ҡалмаған – эшләр кәрәк, халыҡ алдында ла “эскесе” исемен күтәреп йөрөгөһө килмәй.

Йәнә бер йәш сабыйлы ҡатын ултырышҡа килмәне, әммә комиссия уны йортона барып күрҙе. Бәләкәй генә сибек кәүҙәле ҡатын ишек алдында машинка ярҙамында кер йыйыу менән мәшғүл ине, бер балаһы ишек алдында уйнап йөрөй, икенсеһе коляскала йоҡлай. Ҡатындың һуңғы осор эсмәүе йөҙөндә күренеп тора, ул медик тикшереү үткән, сәләмәтлеген хәстәрләй башлаған.

Күп балалы бер ҡатынды ла барып күрҙек. Уның ҡулында сабый бала иҙрәп йоҡлай. Кейем-һалымы етерлек ғаиләнең, тик кер йыйыу машинкалары юҡ, өҫ-баштарын ҡул менән йыуыуҙан арып-талған ҡатындың мейесен ағартып алырға ла, шаршауын йыуып элергә лә хәле ҡалмаған. Әйткәндәй, “Ғаилә” үҙәге уларға ярҙамдан автомат машинка килтерергә үткән килгәндә үк вәғәҙәләгән, әммә ире канализация соҡоро яһарға тейеш булған, ҡатыны әйтеүенсә, ул соҡорҙо яһарға һис ҡабаланмай.

Эсеү менән мауыҡҡан бер ҡатындың ишегендә йоҙаҡ тора ине, ишек алдындағы бауға тултырып ап-аҡ керҙәрен элгән, баҡса эсендәге ҡаҙанында һыу ҡайнай, торомбаштары күренә.

Ҡыҫҡаса алғанда, Бикбау ауыл биләмәһендә имен булмаған ғаиләләр, әлбиттә, бар, бер нисәһе ҡырға ошо арала күсеп китеп, ауыл Советын мәшәҡәттән ҡотҡарған, әммә уларҙың исем-шәрифе билдәле, ҡайҙа йәшәһәләр ҙә контролдә тотоласаҡтар, тине комиссия. Иҫәптә торған имен булмаған ғаиләләрҙең көнкүреше, әлбиттә, замандың етеш йәшәгән кещеләренән айырыла. Сәбәптәре төрлө. Ҡатындарҙың ҡайһы бере икенсегә, йә өсөнсөгә тормошҡа сыҡҡан, бер нисә ирҙең дә донъяны яңы ҡатын менән башлауы билдәле. Ваҡытында профессия ала алмай ҡалғандары ла бар, профессия булмағас, эштең дә әҙ эш хаҡлылыһы эләккән. Аҡсаһыҙлыҡ, етешһеҙлек, ялҡаулыҡ, бошмаҫлыҡ, тирә-йүндә цивилизация сәскә атыуына битарафлыҡ, уның араһында булған тормош ығы-зығыһы эскелек юлына баҫтырған. Эскесе ғаиләләрҙе бер нисек тә аҡлап булмай, сөнки уларҙың барыһында ла сабыйҙар, мәктәп уҡыусылары бар. Бөгөн күрҙек – кемдеңдер йортонда электр үткәргестәре, счетчигы иҫкергән. Кемдер яңы ғына әсәлек капиталына йорт һатып алыуға өлгәшкән, әммә уларҙа ныҡ ремонт кәрәклеге шиферы серегән ҡыйыҡтарҙан, туҙған торбаларҙан һәм башҡа күренештән һиҙелә. Был ғаиләләр тырышмай түгел, тырыша, күбеһенең баҡсаһында картуфы, йәшелсәһе күренә – уларҙы йыйып алырға ҡулдары етмәгән, әҙләп мал, ҡош-ҡорт тоторға ла ынтылалар. Шулай ҙа ваҡытында уларҙың донъяһы башҡаларҙан бик артҡа ҡалғаны көн кеүек асыҡ. Ҡатындары бер-бер артлы бала тапҡан, таяҡтың башы ирҙәренә барып төртөлә - ни өсөн эшләргә, ғаиләгә күберәк аҡса алып ҡайтырға тырышмаған? Йәнә, ҡайҙа ҡараған ата-әсәләре, туғандары? Халыҡ “Кемдең туғаны – шуны туғаны!” тип бармаҡ менән төртөп күрһәтергә генә тора. “Балыҡ башынан серей”, тигәндәй, был ғаиләләрҙең имен булмаған тормошо төптән, үҙҙәре осоп сыҡҡан ояһынан килә шул: ата-әсәһе был тормошҡа тейешенсә әҙерләмәгән, өйләндергән, артабан донъя көтөргә өйрәтмәгән, “ҡыҫтырылмайым” принцибы менән күҙ алдында балаһының эскесесегә әйләнеүенә шаһит булған. “Башҡаларҙы хөкөм итмә – үҙеңде хөкөм итмәҫтәр” әйтеме бар. Район хакимиәтенең эскелеккә ҡаршы көрәште киң йәйелдереүе, бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия эше ҡаты принципҡа ҡорола башлауы һөйөндөрә: “Яҡындары битараф икән ул ғаиләләрҙең, дәүләт битараф түгел. Балаларын үҙе ҡарай алмай икән – хөкүмәткә бирһен, уларҙы ата-әсә булыу бәхетенән мәхрүмдәр алыр”, – ти улар.

Эскелек – бөтә бәләләрҙең башы, эскелекте күреп үҫкән балаларҙың ҡайһы бере ояһында ни күргән – осҡанында шуны дауам итеүе ихтимал. Бер кем дә балаһының эскесе булыуын теләмәй, хатта эскән ата-әсәләр ҙә. Гел генә сельсоветтан ярҙам көтөп ултырыу эш түгел – ғаилә советтары үҙ яҡындарын ситкә тибәрмәһен: ҡәйнәһе, йә әсәһе күп балалы ҡыҙы-киленнеең керен йыуышһа ла, атаһы, ҡайныһы балаһына барып мунсаһын күтәрешеп бирһә, урмандан утынын алып ҡайтышһа ла – сауап булыр. Ҡоштоң ҡошо ла балаһын осорға өйрәтә. Мосолманда “Шайтан ғына өмөтһөҙ” тигән мәҡәл бар – эскесенең дә яҡшы йоғонто ярҙамында кеше булып китеүе бар.

Фото из открытого источника.
Читайте нас: