Тәүбәгә килеү буласаҡ фажиғәләрҙән ҡотҡарыр
Республика буйынса “Айыҡ ауыл” акцияһы бара - хәмергә ҡаршы көрәшкә һәр кем ҡушылды. Районыбыҙҙа был изге миссияға мәсеттәребеҙ ҙә оло өлөш индерә - улар һәр ауыл биләмәһендә бар һәм эшләй, кешеләргә йома намаҙҙарына барырға, никахтар, исем туйҙары, мосолман байрамдарын үткәрергә, ғөмүмән, тормошта булырға мөмкин рәхәт һәм ауыр ваҡыттарында барып саҙаҡа бирергә, ниәттәре менән бүлешергә урындар бар. Иман йорттары ишеге гел асыҡ ауылдарҙа эскелек тә, әхлаҡһыҙлыҡ та әҙ булыуын әйтә белгестәр, халыҡ барыбер ҙә Аллаһ йортон хөрмәт итә.
Эскелек нигеҙендә районда юҡ-юғында булып торған насар хәлдәр беҙҙең имамдарҙы ла борсоуға һала, уларҙың барыһы ла үҙеңдә ихтыяр көсө табып “йәшел йылан”дан ҡотолор өсөн дингә баҫырға өндәй. Дингә килеүҙең айырым йәше юҡ, иң мөһиме- иртәрәк булһа булһын, бөтөнләй һуң булып ҡуймаһын.
Ҡөрьәндә араҡы хаҡында әйтелгән һүҙҙәр бармы?
Район имамдары дини эшмәкәрлектә ташҡа баҫылған, рәсми раҫланған китаптарға таяна, уларҙа - ғилем, уларҙа – аҡыл. Түбәндә яуаптар Төркиәлә баҫтырылған “Исламийәт” китабына (авторы – Абдурахман Каяа, китапты баҫмаға профессор Фәрит Йософ әҙерләгән) таянып әҙерләнде.
Ислам динендә хәрәм ҡылынған үә Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҡәтғи тыйылған нәмәләрҙән береһе – иҫертә торған эсемлектәр эсеү. Халыҡ араһында араҡы тип аталып йөрөтөлә торған бындай эсемлектәрҙең төрлө-төрлө исемдәре булырға мөмкин. Исеменең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, кешене иҫертә торған һәр нәмә Ислам динендә хәрәм һаналған.
Араҡы нисек хәрәм һанала башлаған? Уның хәрәм ҡылыныуы өсөн ниндәй сәбәптәр булған? Был турала Ҡөрьән аятында “Хөрмә үә йөҙөм ағастарының емештәренән эсемлек үә гүзәл ризыҡ яһарһығыҙ…”(Нәхел сүрәһе) тип өндәлгән һүҙҙәр булған, файҙалы ризыҡ булараҡ яһарға ҡушылған. Ләкин әҙәм балаһы күп кенә осраҡтарҙа үҙенә башҡа юл таба. Был аят төшөрөлгән ваҡытта араҡы хәрәм һаналмаған булған.Шуның өсөн дә, хөрмә һәм йөҙөмдән эсемлектәр яһап, уларға иҫертә торған нәмәләр ҡатнаштырып, кешеләр дин яғынан дөрөҫ тип һаналмаған иҫерткес нәмәләр яһай торғандар. Был хәл Пәйғәмбәребеҙҙе һәм ҡайһы бер мосолмандарыбыҙҙы уйға һалған. Кешеләр эскән. Хижрәттән һуң был хәл Мәҙинәлә лә дауам иткән. Пәйғәмбәребеҙ уларға ла бер ни әйтмәгән. Бер көндө уға Ғөмәр һәм Муаз бин Әжәбәл хәҙрәти иптәштәре былай тигәндәр: ”Әй, Аллаһтың илсеһе, араҡы тураһында беҙгә юл күрһәт. Иҫерткес, кешене иҫертеп, аҡылды баштан ала”.
Бер аҙ ваҡыттан һуң, Хижрәттең 4-се йылында Шәүәл айында икенсе аят төшөрөлгән: ”Әй, Мөхәммәт (с.ғ.с.), һинән араҡы үә отош уйыны тураһында һорашырҙар. Һин был һораусыларға әйт: быларҙа ҙур гонаһтар һәм дә кешеләр өсөн ҡайһы бер файҙалары бар. Ләкин гонаһы файҙаһынан ҙурыраҡтыр”.(Баҡара сүрәһе, 219-сы аят).
Был кешеләрҙе араҡынан тыйыусы беренсе аят булған. Ошо аят төшөрөлгәс, ҡайһы бер мосолмандар, гонаһы файҙаһынан күберәк тип, араҡы эсеүҙе ташлағандар. Бер аҙҙан һуң Пәйғәмбәребеҙҙең иптәштәренән Абдурахман бин Авф бер мәжлес йыйған. Өҫтәлгә араҡы ла ҡуйылған. Ҡунаҡтар шаҡтай ғына иҫергән. Ошо хәлдәрендә аҡшам намаҙын уҡырға керешкәндәр. Имам булған кеше иҫереклек менән “Ҡафирүн” сүрәһендә һаташҡан. Был ваҡиғанан һуң яңы аят төшөрөлгән. ”Әй. мөьминдәр, ни әйткәнегеҙҙе белмәгән ҡәҙәр иҫерек булған хәлдә намаҙ уҡымағыҙ… (Ниса сүрәһе, 43-сө аят). Был аяттан һуң бик күп мосолман араҡы эсеүен ташлаған.
Араҡыны ҡәтғи тыйған һуңғы аят Хижрәттең 5-се йәки 6-сы йылында төшөрөлгән. Был аят төшөүенә сәбәпсе ваҡиға булған.
Мәҙинәлә мосмолмандарҙан Атбан бин Малик бер мәжлес йыйған. Ҡунаҡҡа мәҙинәлеләрҙе һәм мәккәлеләрҙе саҡырған. Бергәләшеп ашарға ултырғандар, табынға иҫерткес тә ҡуйылған. Иҫергәндәр. Был хәлдә мәккәле Сан бин Әби Ваҡҡас бер шиғыр уҡыған. Үҙен һәм үҙенең ҡәүемен маҡтап, мәҙинәле мосолмандарҙы кәмһетеп алған. Был хәлгә асыуы килгән мәҙинәле мосолмандарҙың береһе табындан тороп, ашалған иттең бер һөйәге менән тегенең башын яралаған. Ваҡҡас Пәйғәмбәребеҙгә, үҙен яралаусыға ҡарата ялыу белдергән. Ошо ваҡиғанан һуң һуңғы аят төшкән, Ислам динендә иҫерткестәр хәрәмгә ингән.
“Әй. мөьминдәр, араҡы эсеү, отош уйнау, ғибәҙәт өсөн ҡуйылған һындар, отош уйыны өсөн яһалған уҡтар - шайтандың ғәмәлдәренән булған бысраҡ эштәрҙер. Уларҙан һаҡланығыҙ. Донъя үә әхирәт сәғәҙәтенә, бәхетенә ирешерһегеҙ”. (Маидә сүрәһе, 90-сы аят).
Был аят менән араҡы хәрәм ҡылынғандан һуң Пәйғәмбәребеҙ ҡарарҙы белдереүселәр менән мәсьәләне халыҡҡа хәбәр иткән. Бынан һуң, эсә торған кешеләрҙең барыһы ла араҡы эсеүҙе ташлағандар. Өйҙәрендә булған араҡыларын урамдарға түккәндәр. Ислам тарихсылары яҙғанса, Мәҙинә урамдарында араҡы һыу шикелле аҡҡан. Пәйғәмбәребеҙ ул ваҡытта шулай тип бойорған: ”Кешене иҫертә торған һәр нәмәнән һеҙҙе тыямын. Күп булһа ла, әҙ булһа ла, кешене иҫертә торған нәмәләр хәрәмдер”.
Бынан тыш Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә былай тигән: ”Араҡы – бөтә уҫаллыҡтарҙың әсәһелер”. Йәғни, Пәйғәмбәребеҙ әйткәнсә, һәр төрлө уҫаллыҡ һәм яуызлыҡ араҡынан тыуа. Ысынлап та, донъяла эшләнгән юл ҡазалары, янғындар, кеше үлтереүҙәр, йәмһеҙ бәхәстәр, янъялдар, һуғыштар һәм әхлаҡһыҙлыҡтарҙың күбеһе иҫерек кешеләр тарафынан эшләнә.
Эскелек менән мауыҡҡан ғаиләләрҙә тәү сиратта балалар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр ыҙаланып йәшәй.
Сабый балалар – донъя тормошоноң биҙәге, ололар – бәрәкәте. Шуның өсөн дә сабыйҙарға һөйөү, шәфҡәт, ололарға хөрмәт күрһәтеү динебеҙҙең нигеҙ таштарынан һанала. Ауыр хәлдәргә үҙен дә, яҡындарын да һалмаҫ өсөн эскесегә эсеүен ташлап, тәүбә юлына баҫыуҙан башҡа сара юҡ. Тәүбә итеү мосолмандарға фарыз. Тәүбә итеү өсөн ваҡыты билдәләнмәгән, һәр кем теләгән ваҡытында тәүбәгә килә ала. Тәүбә доғалары менән дә тәүбә итеү шарт түгел. Иң мөһиме – тәүбә иткәндән һуң ул гонаһты яңынан эшләмәүҙер. Тәүбәне һуңға ҡалдырыу дөрөҫ түгел, сөнки әжәлдең ҡасан киләсәген бер кем дә алдан белә алмай. Ул йәшкә, ҡартҡа ҡарамай, ваҡыты еткәс, һәр кем был донъянан китеп бара. Әле мин, ҡартайғас тәүбә итермен, Аллаһтың ғәфү итеүен һорармын, хәҙер тәүбә ҡылһам, шул уҡ гонаһты яңынан эшләргә ярамай тип үҙеңде алдарға ярамай. Пәйғәмбәребеҙҙең: “Әжәл еткәнсе тәүбә итергә ашығығыҙ”, “Йәһәннәмдәге кешеләрҙең күбеһенең ғазабы – тәүбәне кисектереүҙәндер” тигәнен онотмайыҡ. Тәүбәне сәләмәт ваҡытта ҡылыу кәңәш ителә. Үләсәген белгәндән һуң ҡылынған тәүбә ҡабул ителмәҫ.
Илдә эскелеккә бәйле кеше үлтереүҙәр күпме яҙмыштарҙы емерә, ҡара мөһөр һала …
Кеше үлтереү - гонаһтарҙың иң ҙурыһылыр, тип әйтелә Ҡөрьәндә. Хаҡһыҙ рәүештә кеше үлтерергә ярамай, сөнки кеше үлтереүсене Аллаһ ғәфү итмәй. Донъяла иң яй үҫкән йәнле зат - әҙәм балаһылыр. Уны үҫтерер өсөн әсә-атаһынан сикһеҙ фиҙаҡәрлек һорала. Был ҡәҙәр ауырлыҡтар менән үҫтерелгән кеешене үлтерергә, Аллаһы Тәғәләнең иң ҙур ижадын юҡ итергә бер кемдең дә хаҡы юҡ.
Динебеҙҙә ҡәтғи тыйылған – үҙ-үҙеңә ҡул һалыу, үҙеңде үҙең үлтереү. Йән кешегә Аллаһы Тәғәлә тарафынан аманат итеп тапшырылған, йәнде биреүсе лә, алыусы ла Аллаһ үҙелер. Үҙен үлтергән кеше Аллаһтың аманатына хыянат ҡылған өсөн гонаһлы булыр. Кеше ниндәй генә ауыр хәлдә йәшәһә лә, күпме ҡайғы, хәсрәт күрһә лә, сабыр итеп, үҙ йәнен Аллаһ аманаты итеп һаҡларға, үҙенә һис ҡасан ҡул һалырға тейеш түгел.
Ислам дине шәфҡәт үә мәрхәмәт динелер. Ул кешеләргә генә түгел, хайуандарға ҡаршы ла шәфҡәтле булырға, уларҙың тормоштарын да һаҡларға, зарарһыҙ хайуандарҙы ла үлтермәҫкә ҡуша.
Имен булмаған ғаиләләрҙә фәҡирлек арта
Тапҡан малды, тапҡан аҡсаны бәрәкәтле тотона белеү кәрәк. Ғаиләне аҫрар өсөн килгән килемде эскелеккә туҙҙырыу, йәғни исрафлау, һәр саҡ ярлылыҡҡа илтә.
Исраф - аҡса, мал үә Алллаһ тарафынан беҙгә бирелгән ниғмәттәрҙе сәбәпһеҙ туҙҙырыу йәки әрәм итеүҙер. Иҡтисад – ризыҡ һәм малды дөрөҫ һәм һаҡсыл ҡулланыу. Ваҡыт та – Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәттән, уны яҡшы үә файҙалы эштәр өсөн генә ҡулланырға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ көндө өс өлөшкә бүлә торған булған. Бер өлөшөн ғибәҙәт менән, икенсе өлөшөн халыҡ эштәре менән үткәргән. Халыҡ эштәре өсөн бүленгән ваҡыты етмәһә, ғаиләһе өсөн бирелгән ваҡытты ҡулланған. Ғибәҙәт өсөн бүленгән ваҡытын кәметмәй торған булған. Хәҙис бар: ”Ике ниғмәт бар, кешеләрҙең күбеһе быларҙың ҡиммәтен аңламай ҡала. Беренсеһе –һаулыҡ, икенсеһе –буш ваҡыт”.
“Ояһында ни күрһә, осҡанында шул”, тиҙәр.Был мәҡәл менән тулыһынса килешеп бөтмәһәк тә, ҡулланабыҙ. Эскесе ғаиләлә үҫеп тә, үҙаллы тормошонда бер тамсы хәрәм ҡапмай бик бай һәм зиннәтле, тәрбиәле йәшәгәндәр ҙә әҙ түгел. Ата-әсәһенең хатаһын ҡабатлағыһы килмәүҙән улар сәмләнеп йәшәй һәм барыһын булдыра. Шулай ҙа…
Әхлаҡ тигән төшөнсә юғала ҡайһы бер эскеселәрҙә, әгәр ҙә бик оҙаҡ йылдар насар ҡылығын ташламаһа.
Әхлаҡ-тыумыштан йәки уҡыу-өйрәнеү үә ғаилә тәрбиәһе менән ҡаҙанылған рухи хәлдер. Һүҙҙәрендә, эштәрендә, һәр төрлө хәл үә хәрәкәттәрендә дөрөҫ эш иткән кешегә әхлаҡлы кеше тиәләр. Ислам әхлағы иһә дингә таянған һәм көсөн, ҡеүәтен ислам диненән алған гүзәл бер әхлаҡтыр. Әсә-атаның балаларына ҡарата булған вазифалары баланы тыуҙырыу менән генә сикләнмәй. Тыуған баланы сәләмәт итеп үҫтереү, яҡшы тәрбиәләү, дине һәм милләте өсөн файҙалы һанау - әсә-атаның иң ҙур вазифаларынан иҫәпләнә. Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә “Балаларығыҙҙы яҡшы ҡарағыҙ! Уларға яҡшы тәрбиә бирегеҙ”, тип яҙған.
Әсә-атаның балаһына булған бурыстары
Хәләл ризыҡтар менән туҡландырыу; балаға дини ғәҙәттәр буйынса матур һәм мәғәнәле исем ҡушыу; ир баланы сөннәтле итеү; мәктәп йәшенә еткәс, уны мәктәпкә ебәреү, уҡытыу; ете йәшенән әкрен генә дини белемдәрҙе өйрәтеү һәм ваҡ сүрәләрҙе ятлатыу; ун йәшенә еткәс, намаҙ уҡырға өндәү. Был йәштән балаға Ҡөрьән уҡырға һәм динебеҙҙең нигеҙҙәрен өйрәтеү – әсә-атаның иң мөһим вазифаларынан һанала; әсә-ата бер балаһын икенсеһенән айырып ҡарамаһын.
Исламиәткә ҡәҙәр булған осорҙа ғәрәптәр ҡыҙ балаларын яратмай, уларҙы тереләй ергә күмә торған булғандар. Исламиәт бындай эштәрҙе ҡаты тыйҙы. Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә: “Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм балаларығыҙ хаҡында ғәҙеллектән айырылмағыҙ!” Ата-әсәһе балаһының яҡшы дуҫ табыуын абайлар, сөнки насар кешеләр уны юлдан яҙҙырырға мөмкин; өйләнеү йәшенә еткәс, балаһын дөрөҫ итеп өйләндерер.
Эскелек һаҙлығына батҡан әсә-ата был бурыстарҙы үтәй алмай, киреһенсә, үҙенең дауамы булған балаһының яҙмышын тотош боҙа. Шуға күрә, һуң булмаҫ борон, тәүбәгә килергә кәрәк, эскене ташлауҙа дингә, Аллаһы Тәғәлә ярҙамына таяныу кәрәк. Бының өсөн мәсеттәребеҙ бар, дини китаптар, календарҙар һатыла, аудио һәм видеояҙмалар етерлек.
Балаларҙың да әсә-атаһы алдында бурыстары бар. Эскесе яҡындарына хөрмәт күрһәтә алмай, хатта ҡылыҡтары менән рәнйетеп, ҙур гонаһҡа бата. “Аллаһ яратҡан иң һөйөклө ғәмәлдәр, эштәр- ваҡытында уҡылған намаҙ һәм әсә-атаға яҡшылыҡ ҡылыуҙыр”. “Йәннәт - әсәләрҙең аяҡ аҫтындалыр”. Шуға лә йәш ғаиләләр уйланһын, йәштәр- эскелек бер ҡасан да яҡшылыҡ менән бөтмәй, уның менән тик фажиғәләр, ярлылыҡ, оятлыҡ бәйле булыуын аңлаһын.
Эскесе менән алдашыу йәнәш йөрөй. Башҡаса эсмәҫмен, тип улар ғаиләһен алдап, ваҡытты һуҙырға тырыша.
Динебеҙҙә хәрәм һаналған ҙур гонаһтарҙың береһе – ялған. Алдаҡсының үҙенә ышанысы юҡтыр, кешелеклелеге һәм иманы зәғиф. Ислам динендә ҡайһы бер хәлдәрҙә генә алдашыуға рөхсәт бар: ир-менән ҡатынды, йәки ике мосолманды килештерер өсөн; һуғышта дошманды алдар өсөн; кешене ҡотҡарыр өсөн; сирле кешеләргә йәшәргә өмөт бирер өсөн. Пәйғәмбәребеҙ бер хәҙисендә “Халыҡтың араһын төҙәтер өсөн изге маҡсат менән һүҙ йөрөткән йәки изге ниәт менән ялған һөйләгән кеше ялғансы түгелдер”.
Ялған – хәйлә кеүек харам. Хәйләкәр кеше икейөҙлө була. Эсер өсөн хәйләкәрлек юлына баҫыу – хәрәм юл.