Бөтә яңылыҡтар

Штрафтар һәм ул ғына ла түгел

...Башҡортостан Республикаһына ситтән алкоголь продукцияһын законһыҙ ташыу осрағын фашлау буйынса район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре даими саралар күрә. Шулай, Ира-Магнитогорск юлында Ырымбур яғынан килгән “Ниссан” машинаһы туҡтатыла, Орск ҡалаһында йәшәүсе гр.-ка Ш. ярашлы документтары булмайынса Ҡаҙағстан алкоголе продукцияһын тейәп килә ятҡан – «Qulan» араҡыһы (0,5л. 155 шешә), 16 шешә «Астана» коньягы (0,5л.), 88 литр спиртлы эсемлек машина хужаһынан тартып алына, үҙенә административ протокол төҙөлөп, алкоголь продукцияһын конфискациялау шарты менән 3000 һум штраф һалынған.

2019 йылдың 10 айына ғына анализ яһау түбәндәге һандарға ишаралай:
Ейәнсура районы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан законһыҙ алкоголь һәм спиртлы эсемлек һатыу осраҡтарын фашлау буйынса бындай эштәр башҡарылған:109 мәртәбә законһыҙ араҡы һәм спиртлы эсемлек һатыу осрағы факты теркәлгән, 180 литр эсемлек тартып алынған, 85 гражданға ҡарата административ протокол төҙөлгән. 20 хоҡуҡ боҙоусыға ҡарата суд тарафынан 54 материал ҡаралып, һәр береһенә 15 000 һум штраф сәпәлгән. Өйөнән алкоголь һатҡан өсөн 34 граждандың һәр береһенә 30 000 һум штраф һалынған.
Иҙелбәк ауылынан гр.-ка Д-ға йортонан даими (3 факт рәсми теркәлгән) спиртлы эсемлек һатҡан өсөн 90 000 һум; Таҙлар ауылынан гр.-ка Д-ға даими көмөшкә һатҡаны өсөн (3 мәртәбә тотолған) 75 000 һум штраф һалынып, түләтелгән.
Бәлиғ булмаған балаларға спиртлы эсемлек һатҡан өсөн 5 административ хоҡуҡ боҙоу теркәлеп, 3 магазин хужаһы яуаплылыҡҡа тарттырылған, ике материал ҡаралыу өҫтөндә. Бәлиғ булмаған үҫмергә алкоголь һатҡандары өсөн 3 магазин хужаһының һәр береһенә 30 000 һум штраф һалынған.
Башҡортостан Республикаһына ситтән алкоголь продукцияһын законһыҙ ташыу осрағын фашлау буйынса район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре даими саралар күрә. Шулай, Ира-Магнитогорск юлында Ырымбур яғынан килгән “Ниссан” машинаһы туҡтатыла, Орск ҡалаһында йәшәүсе гр.-ка Ш. ярашлы документтары булмайынса Ҡаҙағстан алкоголе продукцияһын тейәп килә ятҡан – «Qulan» араҡыһы (0,5л. 155 шешә), 16 шешә «Астана» коньягы (0,5л.), 88 литр спиртлы эсемлек машина хужаһынан тартып алына, үҙенә административ протокол төҙөлөп, алкоголь продукцияһын конфискациялау шарты менән 3000 һум штраф һалынған.
Бынан тыш «У Иваныча» магазинында законһыҙ юл менән араҡы һатҡан өсөн хужаһы гр. Х-ға мировой судъя ҡарары менән 20 000 һум штраф һалынған.
«Дежавю» бар-кафеһында бармен С.-ға ҡарата (тыйылған ваҡытта араҡы һатҡан өсөн) административ протокол төҙөлгән, әле материал процеста. ”Дежавю”ла йәнә бер бармен Б.араҡы һатып тотолған, экспертиза һөҙөмтәһе буйынса ярашлы штраф һалынасаҡ.
«Аура» кафе-барында законһыҙ юл менән виски һатҡан өсөн бармен П. административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. “Аура”ла араҡы һатҡан өсөн ШЭ Л.-ға протокол төҙөлгән, материал БР Арбитраж судына ебәрелгән.
«Дуҫлыҡ» магазины хужаһы ШЭ А.-ға законһыҙ араҡы һатҡан өсөн административ протокол төҙөлгән, материал БР Арбитраж судына ебәрелгән.
Теманы дауам итеп
Үҙ йортонда көмөшкә ҡыуып һатыуҙы даими дауам итеүсе Иҙелбаҡ ауылынан гр. Д. РФ Енәйәт Кодексы статъяларына таянып, енәйәт яуаплылығына тарттырылған, енәйәт эшен суд ҡараған.
Иҫкәртеү-штрафтарға иғтибар итмәй, өйөндә көмөшкә һатыуҙы дауам итеүсе Таҙлар ауылынан гр. Д. РФ Енәйәт Кодексының ярашлы статъяларына нигеҙләнеп, енәйәт яуаплылығына тарттырылған, эш судта ҡаралған.
Уларға ла енәйәт эше асылыу ихтималлығы бар
Үрге Муйнаҡ, Яңы Петровка ауылдарынан ике кеше һаман ҡабатлап көмөшкә һатыуын дауам иткән, шуның өсөн уларҙы РФ УК менән енәйәт яуаплылығына тарттырыу ихтималлығы бар.
Ейәнсура районы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре көн һайын енәйәтселәрҙе тотоу буйынса саралар күрергә тырыша. Әйтеүҙәренсә, ауыл биләмәләрендә улар эште йылдам алып барыу (законһыҙ араҡы, көмөшкә, спиртлы эсемлектәр һатыуҙы ҡоротоу) өсөн ауыл Советы башлыҡтарынан ярҙам һорай, әммә, үкенескә күрә, улар ышаныслы кешеләре булмауға, халыҡты тыңлата алмауҙарына һылтана, был хәл барлыҡ биләмәлә лә күҙәтелә.
Алкоголде законһыҙ нигеҙҙә һатыу факттары ауыл Советтары биләмәләре буйынса 2019 йылдың 10 айына ҡарата түбәндәге һандарға эйә: Иҫәнғол – 26, Таҙлар – 14, Муйнаҡ – 10, Ҡаҙанболаҡ – 7, Абзан – 6, Байдәүләт –6, Новопетровск – 6, Үтәғол – 4, Яңы Себенле-3, Һүрәм -5, Әбүләис –3, Бикбау -3, Байыш -3, Һаҡмар - 1.
Читайте нас: