"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар

СӘЛӘМӘТ ТУҠЛАНЫУ МӘКТӘБЕ

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан “Демография” милли проекты сиктәрендә республикала “Сәләмәт туҡланыу мәктәбе” барлыҡҡа килде. Ул Башҡортостандың ғаилә һәм хеҙмәт министрлығының грант ярҙамы алды.Программаның маҡсаты кешеләрҙе сәләмәт туҡланыу рәүешенә өйрәтеү.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
“Демография” милли проекты сиктәрендә республикала “Сәләмәт туҡланыу мәктәбе” барлыҡҡа килде. Ул Башҡортостандың ғаилә һәм хеҙмәт министрлығының грант ярҙамы алды.
Программаның маҡсаты кешеләрҙе сәләмәт туҡланыу рәүешенә өйрәтеү.
Былтыр, июль-декабрь айҙарында ошо проектҡа ярашлы ауырлы ҡатындарға, йәш әсәләргә, студенттар, хаҡлы ялдағыларға лекциялар уҡылған, файҙалы эсемлектәр әҙерләү буйынса оҫтаханалар үткәрелгән. Барлығы төрлө сараларға 600 кешене йәлеп итеү мөмкинлеге булған.
“Сәләмәт туҡланыу мәктәбе” буйынса мәғлүмәттәрҙе “Бәйләнештә” селтәрендәге рәсми биттән белергә була.
“Демография” милли проекты, Президент Владимир Путиндың Указы менән 2024 йылдарға тиклем иҫәпләнгән. Уның төп маҡсаты, тыуымды, ғүмер оҙонлоғон арттырыу, хеҙмәт йәшендәге кешеләр араһында үлемде кәметеү һәм сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итеү.
Милли проекты тормошҡа ашырыуға 3,5 триллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Читайте нас: